«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива
учебно-методический материал

Шамсетдинова Фаузия Фарисовна

«Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициатива 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon текст выступления39.5 КБ

Предварительный просмотр:

1-се слайд.   Таӊ ата ла ҡояш сыға,

                      Ҡояшты сәләмләй көн.

                       Һаумы, ҡояш, һүнмәҫ усаҡ!

                       Әссәләмәғәләйкүм!

Әссәләмәғәләйкүм, мөхтәрәм ҡәрҙәштәр! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле коллегалар!

2-се слайд.   Тыуған яғым – Краснокама яғы,

                      Йәшел бишек – Сауыҙбашым.

                      Тыуған ерҙеӊ яҡын икәнлеген

                      Йәшәй торғас ҡына аӊланым.

Һиндә минеӊ тәпәй киткән

Беренсе һуҡмаҡтарым.

Ҡайҙа барһам да иҫемдә

Гүзәл тыуған яҡтарым.

Тормошта юлдар әҙ түгел,

Бел ҡайһыһын һайларға.

Белем баҫҡысынан атлау

Булды минеӊ ҡанымда.

Уҡытыусы – дауылдарҙа

Тотоноу өсөн терәк.

Ҡыйыуҙар өсөн был диӊгеҙ, -

Ҡурҡыу белмәҫкә кәрәк.

3-сө слайд. Мин – Фәүзиә Фәрис ҡыҙы Шәмсетдинова. Бөгөн һеҙҙеӊ алда «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә йырҙар ҡулланыу» темаһына педагогик инициативамды тәҡдим итәм.  4-се слайд.

Башҡорт йыры… Алыҫ тарихтарҙан

Алып килә халыҡ хәтерен.

Оялсан ул, инсаф, яғымлы ул –

Үҙе һалмаҡ, үҙе әкерен.  5-се слайд.

Шул йыр менән сәфәр сығып,

Тарих үрҙәренән килгәнбеҙ.

Башҡорт йырын йырлап таралғанбыҙ,

Башҡорт йырын йырлап еӊгәнбеҙ.

Мин хәҙер ҙә, үҙәк өҙөлгәндә,

Йырҙар ҡанатында тирбәләм,

Ҡайғы килеп, башым эйелһә лә,

Шатланһам да, йырлап ебәрәм.

6-сы слайд. Эйе, йыр – кешенеӊ ғүмерлек юлдашы. Башҡорт халҡы йыр менән эш эшләгән,  йыр менән ял иткән, йыр менән ир-егеттәрҙе яуға оҙатҡан һәм ҡаршы алған, һағышланған, йыуанған. Йыр әсәнән балаға, быуындан быуынға тапшырылып килгән.

     Йыр – уҡыусыларҙыӊ хис-тойғоларына йоғонто яһаусы иӊ һөҙөмтәле ысулдарҙыӊ береһе, сөнки улар йырҙы уҡыу процессы итеп түгел, ә уйын йәки ял итеп күрә. Бындай эшмәкәрлек дәресте тулыһынса үҙгәртә ала.

Йырҙарҙы дәрестә: 7-се слайд.

- фонетик күнегеү булараҡ;

- лексик йәки грамматик материалды нығытҡанда;

- ял минутында ҡулланырға була.

8-се слайд: (видео ял минуты – «Толпар атым»)

    Өйрәнеү өсөн балаларҙыӊ йәшенә тура килгән йырҙар алына. 9-сы слайд: Мин, ғәҙәттә, ҡыҫҡа көйҙәр алам. Йырҙыӊ тексы балаларға аӊлайышлы булырға тейеш. Йырҙы тәүге тапҡыр тыӊлағанда уҡ, балалар, уҡытыусыға эйәреп, көйләй башлайҙар һәм үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, пассив эшсәнлектән актив эшсәнлеккә күсәләр.

    Педагогик күҙлектән ҡарағанда, балаларҙа танып белеү һәләте үҫә; яӊы йыр ишетәләр, уныӊ йөкмәткеһе менән танышалар (һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, башҡорт һүҙҙәрен әйтергә өйрәнеү). Иӊ мөһиме, ижади, эмоциональ атмосфера барлыҡҡа килә. Ҡушымтаныӊ ҡыҫҡа булыуы, уныӊ күп тапҡырҙар ҡабатланыуы балаларға отоп алырға, иҫтә ҡалдырырға мөмкинлек бирә.

   Йырҙы бер дәрестә генә үҙләштереп булмай, был бер нисә дәрестеӊ һөҙөмтәһе. Һәм дәрестә был эшкә 5-10 минут ҡына  ваҡыт бүленергә тейеш.

  10-сы слайд: Йыр өҫтөндә тәү тапҡыр эш бер нисә этаптан тора:

  1. Текст алды этабы (йырҙыӊ исеменән нимә тураһында икәнен ассоциациялау)
  2. Тәүге тыӊлау
  3. Һүҙлек эше (һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе эшкәртеү)
  4. Йөкмәтке өҫтөндә эш
  5. Йырҙы тәү башҡарыу
  6. Текстан һуӊғы этап (йырҙы дөрөҫ итеп йырлау. Һөйләү телмәре үҫтереү)
  7. Йырҙы иҫтә ҡалдырыу этабы.

Һуӊғы этапта балалар менән төрлө эштәр башҡарып була:

- йырлы диктант (уҡытыусы йыр һүҙҙәрен диктант итеп яҙҙыра)

- «Бушлыҡты тултыр» (йырҙа айырым һүҙҙәр урынына һүрәттәр ҡуйыла, уҡыусылар йырҙы йырларға тейеш)

11-се слайд: (йыр тыӊлау)

12-се слайд:  - «Төшөп ҡалған һүҙҙәр» (уҡытыусы таҡтаға бер куплетты яҙа, уҡыусылар уны йырлай, ә һуӊынан йырҙан ниндәй ҙә булһа һүҙ йә һүҙбәйләнеш һөртөлә, унан тағы, һәм аҙаҡта һүҙҙәр бөтөнләй бөтә)

- «Хатаны тап» (уҡытыусы балаларға йыр һүҙҙәрен хаталар менән бирә,  ә уҡыусылар төҙәтеп  йырларға тейеш).

    Башҡорт теле дәрестәрендә йырлау телмәрҙе генә түгел, ә уҡыусыларҙыӊ социомәҙәни компетенцияларын да үҫтерә. Балалар башҡорт мәҙәниәтенә тартыла, уларҙа эстетик тәрбиә, ҡыҙыҡһыныу, халыҡҡа, телгә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләнә.

    Минеӊ уҡыусыларым, әллә үҙемдән күрепме, йырларға бик яраталар.

13-сө слайд:  Йырһыҙ ерҙеӊ йәме юҡ,

Йырһыҙ тормош йәме юҡ,

Йыр беҙгә һауа кеүек,

Йыр йәшәй, йыр – мәӊгелек!

Йырҙар аша әйтер теләк

Үҫеп килгән йәштәргә:

Үҙеӊдән һуӊ эҙеӊ ҡалһа,

Күӊеллерәк йәшәргә.

Дөрләр саҡта һин дөрләп ҡал,

Гөрләр саҡта  гөрләп ҡал.

Бейек, текә, ташлы тауға

Үрләр саҡта үрләп ҡал.

Баҡса үҫтер, изгелек ҡыл,

Илдән рәхмәт алып ҡал.

Яныр саҡта ялҡын булып,

Халҡыӊ өсөн янып ҡал!

12-се слайд:  Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы уҡыу-уҡытыу һәм информацион технологиялар»

Выступление в РГМО в педагогических чтениях для учителей родных языков, посвященных Международному Дню родных языков по теме: «Самообразование педагога как средство повышения его профессиональной комп...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә һөйләү телмәрен үҫтереү

Бөгөнгө көндә  һөйләү телмәренен дәрәжәһе кәм булыуы  глобаль проблема. Телмәрҙе үҫтерергә кәрәк....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә мәҡәлдәрҙең роле...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә диалект мөмкинлектәре...

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу

Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...