Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 7 классе (ФГОС)
рабочая программа (7 класс) на тему

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.

Скачать:


Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

         Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

         Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  7-се класта база кимәлендә өйрәнелә, 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 0- күсереп яҙыу, 0- һорауға яуап, 3-диктант, 1- изложение, 1- инша үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3.

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3.

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

    - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

    - телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

    - бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеңҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 7-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ тураһында әҫәрҙәре өйрәнелә.

2. Программа  буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:  

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

     1.Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

    2.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

    3.Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2012. – 352 бит.

    4.5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө: Китап, 1996. – 320 бит.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

3. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

4. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

5.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

6.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7.Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

8.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

2. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1)Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

2) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

3) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге,башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

4) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

5) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

6) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө:2004

7) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

8) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

9) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

3. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

5. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;

4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

2. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

      5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

         Фонетика,872ъя8алыш 89м морфология буйынса 7телг9нд9р2е 3абатлау- 1 сәғәт.

         #ылым.  23 сәғәт.

Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү.

Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы.

Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше.        

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

         Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

         Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.

         Исемлек билдәләре:  килеш,  һан,  эйәлек  категориялары  менән үҙгәреүе.

         Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

         Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.

         Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.

         Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

         Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.

         Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында   килеүсе   сифат   ҡылымдарҙың   һан,   эйәлек,   килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.

Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.

         Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.

         Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.

Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп ҡабатлау.

         Р97еш - 5 сәғәт

         Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

         Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.

         Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

         Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.

         Теркәүестәр - 1 сәғәт

         Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.

Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

        Б9йл97ест9р - 2 сәғәт

         Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

         Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

       Ки69кс9л9р - 1 сәғәт

         Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

       М5н9с9б9т 87229р. Ымлы3тар. 2 сәғәт

         Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.

         Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙө ҡабатлауға, бәйләнешле телмәр үҫтереү -1 сәғәт.

Үҙаллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре араһындағы айырманы аңлата белеү. Һүҙҙәргә морфологик анализ күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә эш. Йыл буйына өйрәнелгән морфологик күренештәрҙе текстан таба һәм аңлата белеү.

Изложение, ирекле темаға инша яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү.

Ғариза тураһында төшөнсә, эш ҡағыҙҙарын яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

         Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәр күләме                                                                      

Эш төрҙәре

7-се класс

Күсереп яҙыу

0

Һорауҙарға яуап

0

Диктант

3

Изложение

1

Иншалар

1

2017-2018 уҡыу йылына

7-се класс өсөн туған (башҡорт) телдән

календарь – тематик планлаштырыу

(йылына – 34 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән)

                                                             

Дәрес №

Планлаш тырылған дата

Фактик дата

Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

I триместр

Фонетика, 872ъя8алыш 89м морфология. 1 сәғәт.

1

07.09

Фонетика,872ъя8алыш 89м морфология буйынса 7телг9нд9р2е 3абатлау

Морфологик анализ яһау. Белемдәрҙе тикшереү

#ылым.  23 сәғәт.

2

14.09

&2 аллы 89м яр2амсы 3ылымдар

&2 аллы 89м яр2амсы 3ылымдарҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә ҡуллана алырға

3

21.09

#ылым 85йк9леше. Х9б9р 85йк9леше

Эште, хәрәкәтте, хәлде, торошто белдереүен һорауҙар аша асыҡлау

4

28.09

Х9б9р 85йк9леше 3ылымдарыны4  заман мен9н 72г9реше. Х9б9р 85йк9леше 3ылымдарыны4 х92ерге заманы

Эште, хәрәкәтте, хәлде, торошто белдереүен һорауҙар аша асыҡлау

5

05.10

Инеш диктант  «Ауылым» («Х9б9р 85йк9леше 3ылымдарыны4 х92ерге заманы» тема8ы буйынса) №1

Белемдәрҙе тикшереү

6

19.10

Хаталар өҫтөнд9 эш. Х9б9р 85йк9леше 3ылымдарыны4 7тк9н заманы

Хәбәр  һөйкәлеше  үткән  заман ҡылымдарын практикала ҡуллана белергә

7

26.10

Х9б9р 85йк9леше 3ылымдарыны4 кил9с9к заманы

Хәбәр  һөйкәлеше  кил9с9к   заман ҡылымдарын практикала ҡуллана белергә

8

02.11

Изложение «#ыр 3а2ы» («Аҡ күл»). №1

План буйынса һөйләү күнекмәһен үҫтереү

9

09.11

Изложение «#ыр 3а2ы» («Аҡ күл»)

Ижади фекер  йөрөтөргә

10

16.11

Хаталар өҫтөнд9 эш. Бойоро3 85йк9леше 3ылымдары.

Белемдәрҙе тикшереү.

11

30.11

Тел9к 85йк9леше 3ылымдары.Тел9к 85йк9лешене4 ябай форма8ы

Теләк  һөйкәлеше  ҡылымдарын практикала ҡулланырға

12

07.12

Тел9к 85йк9лешене4 3ушма форма8ы

Теләк  һөйкәлеше  ҡылымдарын практикала ҡулланырға

13

14.12

Шарт 85йк9леше 3ылымдары

Шарт һөйкәлеше ҡылымдарын  практикала  ҡулланырға

14

21.12

Инша «Ду6лы3 89м намы6» №1

15

28.12

Инша «Ду6лы3 89м намы6»

16

11.01

#ылым т5рк5мс9л9ре. Исем 3ылым

Үҙ-аллы эшләргә. Исем  ҡылымдарҙың үҙенсәлектәрен таба белергә

17

18.01

Исем 3ылым. Исем 3ылымдар2ы4 я8алышы

Исем  ҡылымдарҙың үҙенсәлектәрен таба белергә

18

25.01

Сифат 3ылым. Х92ерге заман сифат 3ылым

Хәҙерге заман  сифат ҡылымдарын телмәрҙә дөрөҫ  ҡуллана белергә

19

01.02

Кил9с9к заман сифат 3ылым

Киләсәк  заман  сифат  ҡылымдарын телмәрҙә дөрөҫ  ҡуллана белергә

20

08.02

Урта3 3ылым.

Белемде тикшереү, үҙ аллы эшләргә

21

15.02

Х9л 3ылым.Х9л 3ылымды4 беренсе т5р5

II триместр

22

01.03

Х9л 3ылым.Х9л 3ылымды4 икенсе т5р5

23

08.03

Х9л 3ылым. Х9л 3ылымды4 5с5нс5 т5р5

III триместр

Р97еш. 4 сәғәт

24

15.03

Р97еш.Р97ешт9р2е4 белдерг9н м919н98е. Р97еш т5рк5мс9л9ре.

Рәүеш  төркөмсәләрен  айырырға  өйрәнеү

25

22.03

Р97еш д9р9ж9л9ре

26

29.03

Р97ешт9р2е4 я8алышы. #ушма р97ешт9р.

Рәүештәрҙе яһай , практикала  ҡуллана  белергә

27

05.04

Контроль диктант «Х9л 3ылым» №2

Белемде тикшереү

19.04

Терк97ест9р. 1 сәғәт

28

26.04

Терк97ест9р. Эй9рте7 терк97ест9ре. Терк97ест9р2е4 д5р56 я2ылышы

Б9йл97ест9р. 2 сәғәт

29

03.05

Б9йл97ест9р. Б9йл97ест9р2е4 б7ленеше

30

Контроль диктант «Тауҙарҙа» №3

Белемдәрҙе тикшереү.

10.05

Ки69кс9л9р. 1 сәғәт

31

17.05

Хаталар өҫтөнд9 эш. Ки69кс9л9р.Ки69кс9л9р2е4 б7ленеше. Ки69кс9л9р2е4 д5р56 я2ылышы

Киҫәксәләрҙең телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу

М5н9с9б9т 87229р. Ымлы3тар. 2 сәғәт

32

24.05

М5н9с9б9т 87229р.

33

Ымлы3тар. Ымлы3тар2ы4 д5р56 я2ылышы. Ғариза тураһында төшөнсә.

34

31.05

Морфология буйынса 7телг9нд9р2е 3абатлау. 1 сәғәт Тамыр 89м я8алма исемд9р. Я8аусы 89м 72г9рте7се ял1ау2ар

Таблица. Морфологик  анализ  эшләй белергә. Хаталарҙы анализлай белергә



Предварительный просмотр:

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 7-се  класы өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәттән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

         Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

         Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  7-се класта база кимәлендә өйрәнелә, 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 0- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 0-диктант, 1- изложение, 0- инша үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3.

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән).

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3.

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

    - телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

    - телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

    - бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеңҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 7-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ тураһында әҫәрҙәре өйрәнелә.

2. Программа  буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:  

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.
  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.
  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1. Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

     1.Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

    2.Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

    3.Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө : Китап, 2012. – 352 бит.

    4.5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө: Китап, 1996. – 320 бит.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996

2. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

3. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

4. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

5.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

6.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

7.Журналдар:  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

8.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

2. Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

1)Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 7-се класы өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәреслеге. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Ҡаһарманов Ғ.Ғ., 3-сө баҫ. – Өфө: Китап, 2010. – 256 бит.

2) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

3) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге,башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

4) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

5) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

6) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө:2004

7) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

8) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

9) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

2. Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

3. Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

4. Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; фонетика, графика, лексиканың нигеҙҙәре менән танышыу

5. Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар

1. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;

4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

2. Предмет һөҙөмтәләре.

1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү;

  • текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү – тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ итеп ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 6-7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

3. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу;

  • тексты мәғәнәле өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.

4. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу;

      5. Иптәшенең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларын тикшереү,  камиллаштыра белеү күнекмәләре.

3. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.

2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.

3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.

4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе:

Халыҡ ижады тураһында. Әкиәттәр - 2 сәғәт.

         Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай».

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

Риүәйәт һәм легөндалар - 2 сәғәт.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза»

Йырҙар - 3 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»).

Таҡмаҡтар - 1 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

Алтын көҙ - 2 сәғәт.

М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.

Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.  

Уҡыу - белем шишмәһе - 1 сәғәт.

         Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 3 сәғәт.

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

         Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

         Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 3 сәғәт.

         М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.

         М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.

         Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.

         Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.

         Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 2 сәғәт.

         Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.

         М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ап-аҡ карҙар яуа - 2 сәғәт.

         К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

         Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.

Ил намыҫы - ир күңелөндә - 3 сәғәт.

         Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.

         Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

         Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

         В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.

         А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 3 сәғәт.

         Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

         Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.

         Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

         Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.

Эх, күңелле яҙ килә! - 1 сәғәт.

         Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.

         Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Тел - тере шишмә - 2 сәғәт.

        Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.

         М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

         Йәмле йәй - 2 сәғәт.

         М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.

         Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

         С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.

         Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙө ҡабатлау. (1 сәғәт).

Изложение, ирекле темаға инша яҙыу, хаталар өҫтөндә эшләү.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәр күләме                                                                      

Эш төрҙәре

7-се класс

Күсереп яҙыу

0

Һорауҙарға яуап

1

Диктант

0

Изложение

1

Иншалар

0

2017-2018 уҡыу йылына 7-се класс өсөн туған (башҡорт) әҙәбиәтенән

календарь – тематик планлаштырыу

(йылына – 34 сәғәт, аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән)

                                                                   

Дәрес №

Планлаш тырылған дата

Фактик дата

Дәрес темаһы

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

Иҫкәрмә

Теле барҙың – иле бар. 11 сәғәт.

Халы3 ижады тура8ында. (ки9тт9р. 2  сәғәт.

I триместр

1

06.09

Хайуандар тура8ында1ы 9ки9тт9р. Етем т5лк5. Тылсымлы 9ки9тт9р. Тылсымлы 9ки9тт9р тура8ында. Алтын алма

Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләренә миҫалдар. Әкиәтте  ролләп  уҡырға  өйрәнергә, аллегория төшөнсәһенең мәғәнәһен төшөнөргә

Әкиәттәрҙе мәғнәүи өлөштәргә бүлеү,бүлектәргә исем биреү, план төҙөү

2

13.09

Тормош-к5нк7реш 9ки9тт9ре. Тормош-к5нк7реш 9ки9тт9ре тура8ында. Алтын тамсы. Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет. Гипербола. Аллегория.

Йөкмәткеһен асыҡларға

Ри79й9тт9р 89м легендалар.  3сәғәт.

3

20.09

Ри79й9тт9р 89м легендалар. Етег9н йондо2. Ай мен9н З58р9. Ри79й9тт9р 89м легендалар тура8ында. Сы4рау торна

Ер-һыу  атамаларына бәйле легенда яҙыу

4

27.09

Изложение «Ай мен9н З58р9» №1

5

04.10

Изложение «Ай мен9н З58р9» №1

Йыр2ар. 3 сәғәт

6

18.10

Йыр2ар.Тыу1ан ил 89м халы3 бер29млеге тура8ында1ы йыр2ар. Эскадрон. Урал. Й9йл97ек

Йырҙарҙың  идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлай  белергә

7

25.10

#ас3ындар тура8ында1ы йыр2ар. Буранбай. Бейеш. Кантон башлы3тары тура8ында1ы йыр2ар. Т9фтил97. #олой кантон

Йырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

8

01.11

Йыр2ар тура8ында . #атын-3ы2 тура8ында1ы йыр2ар. З5лхиз9

Йырҙың идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

Та3ма3тар. 1 сәғәт

9

08.11

Та3ма3тар. . Та3ма3тар тура8ында. Уйын та3ма3тары. Косилка,молотилка. Бейе7 та3ма3тары

Таҡмаҡтарҙың халыҡ ижадындағы  тотҡан  урынын асыҡларға

Алтын к52. 2 сәғәт

10

15.11

М.Тажи «Алтын көҙ». Ф.Рәхимғолова «К52». Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.

Метафора төшөнсәһен  аңларға

II триместр

11

29.11

М9жит !афури «#ыр 3а2ы». *орау2ар 89м эшт9р

Уҡылған  әҫәрҙе  анализлай белергә. Әҫәрҙең  идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү

Уҡыу-белем шишмәһе. 1 сәғәт

12

06.12

Раил Байбулатов «К74ел к7229ре». Но1ман Мусин «Тай1а3 та6ма»

Хикәйәнең образдарын баһаларға,әхлаҡи яҡтан анализларға

Дуҫлыҡта-берҙәмлек. 3 сәғәт

13

13.12

Баязит Бикбай «Рус теле». Рафаэль Сафин «*аба3таштарыма». Шариф Би33ол «Ду6лы3». Мостай К9рим «Мил9ш»

Дуҫлыҡҡа тоғролоҡ

14

20.12

Раил Байбулатов «*арыбай»

Образдар ҡылыҡтарын баһалау.

Ысын дуҫлыҡты баһалау.

15

27.12

(н79р Бикч9нт9ев «Бакенщиктар ила3 булмай». *орау2ар 89м эшт9р

Белемдәрҙе тикшереү.

Хеҙмәте юҡтың-хөрмәте юҡ. 3 сәғәт

16

10.01

М9жит !афури «Г5лд9р ба3са8ында». М97лит Ямалетдинов «Ура3 56т5»

Эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеше

17

17.01

Ж9лил Кейекбаев «Омор2а3 бабай»

Дуҫлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ, әхлаҡ проблемалары

сағылышын асыу

18

24.01

Ж9лил Кейекбаев «Ту1андар 89м таныштар». Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.

Белемдәрҙе тикшереү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем. 2 сәғәт

19

31.01

(хм9р &т9бай «Баш3ортостан». Абдулха3 Игебаев «Онотманым 8ине,ауылым

Тыуған ер күңелгә яҡын

20

07.02

Мостай К9рим «#айын япра1ы тура8ында»

дуҫлыҡты данлау,ысын дуҫлыҡты баһалау

Ап-аҡ ҡарҙар яуа. 2 сәғәт

21

14.02

К9тиб9 Кинй9булатова «*аумы,а3 3ышШакир Би33олов «Урман…». Г7з9л !9лиева «#ар8ылыу». (сх9л (хм9т-Хужа «Эй #ыш Бабай,#ыш Бабай

Шиғыр, хикәйә төҙөү. Шиғырҙы анализлай  белергә,тасуири уҡырға

III триместр

22

28.02

(хм9т (8лиуллин «Би29кле сана»

Сана яһау һөнәренең сағылышы менән танышыу. Образдарға  ҡылыҡһырлама бирергә

Ил намыҫы-ир күңелендә. 3 сәғәт

Тема буйынса фекер алышырға

23

07.03

Р9шит Ш9к7р «*а3та тора илде4 улдары». Ф9рз9н9 А3булатова «Атай икм9ге»

Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнешен асыу

24

14.03

В9зих Исха3ов «Кеше к74еле-т9р9н даръя»

Игенсе һөнәрен данлау

25

21.03

А6ыл1ужа Ба8уманов «#ай2а 8ин, генерал?»

Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен  үҙләштерергә

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр. 3 сәғәт

26

28.03

Г5лфи9 Юнысова «(с9й29р байрамы». З58р9 Алтынбаева «(с9 872е». Ф9рит И69н1олов «Бер йом1а3 май»

Йөкмәткеһен  анализлай  белергә. Образдарға характеристика,сағыштырыу

27

04.04

(н79р Бикч9нт9ев «Яралан1ан б7ре к7229ре»

Аңлы уҡырға,анализларға,әҫәр ҙең ыңғай  яҡтарын баһаларға

28

18.04

Г5лнур Я3упова «Мейес 9бей»

Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәре тураһында әңгәмә ҡороу

Эх, күңелле яҙ килә. 1 сәғәт

29

25.04

Р9ми !арипов «*абантур1ай». *92и9 Д97л9тшина «Айбик9»

Яҙ килеү, тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәрҙең башланыуын һүрәтләү, яҙғы эштәрҙең башланыуын һүрәтләү

Тел-тере шишмә. 2 сәғәт

Туған  тел тураһында фекер йөрөтөргә

30

02.05

#92им Аралбай «Баш3орт теле». !абдулла Байбурин «Тыу1ан илем»

Туған телгә, илгә, халыҡҡа

31

09.05

Мостай К9рим «О2он-о2а3 бала са3»

Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Йәмле йәй. 2 сәғәт

32

16.05

М9жит !афури «Болон». Х9с9н Назар «Й9йге й9шен». Ям1ыр тел97.Йыр. С.(либай 87229ре, Д.Х9с9ншин музыка8ы.

Автор  тураһында үҙ-аллы  белем  алырға  өйрәнергә

33

23.05

Нажи9 Иге2й9нова «%йр5лм9к».

Образдарға характеристика,сағыштырыу

34

30.05

Әҙәбиәттән бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.  1 сәғәт. *орау2ар 89м эшт9р.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 3 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе (ФГОС)

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 4 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. ФГОС 5 класс.

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 5 класс ФГОС....

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 7 класс...

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе. 9 класс...


 

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы өсөн туған башҡорт теле һәм әҙәбиәттән эш программаһы.