4 кл. Көндә мәктәпкә барам
план-конспект урока на тему

Солтанова Әлфиә Владик ҡыҙы

Көндә мәктәпкә барам

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 4_klass_kond_mktopko_baram.doc35.5 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: Көн дә мәктәпкә барам. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәр.

Маҡсат: шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу, тасури уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, башҡорт алфавитын ҡабатлау, белем алыуҙың кәрәклеге тураһында һөйләшеү.

Йыһазландырыу: башҡорт алфавиты, белем тураһында мәҡәлдәр яҙылған слайд (плакат), мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған слайдтағы һүрәттәр, К. Кинйәбулатованың портреты.

Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

1. Башҡорт телендә һаулашыу;

Башҡорт теле тураһында әңгәмә:

Беҙ быйыл да башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Башланғыс синыфтарҙа беҙ башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ әйтергә, хәрефтәр өйрәндек. Шулай уҡ быйыл да башҡорт телендә һөйләшергә, дөрөҫ итеп уҡырға өйрәнеүҙе дауам итербеҙ.

2. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  1. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Хор менән башҡорт өндәрен ҡабатлау 

Әә, Өө, Үү

Ҡҡ, Ғғ, Ҙҙ, Һһ, ң, ҫ.

  1. Шиғыр өҫтөндә эш.

Һөйөнсө!

Ҙур байрам бөгөн!

Сәскәле белем көнө!

Урамдар ҙа, мәктәптәр ҙә

Сәскәләргә күмелде! (Фәкиһа Туғыҙбаева), (Хор менән уҡыу, һүҙҙәрҙе табыу, тәржемә итеү)

2. Дәреслек менән танышыу.

3.Һорауҙарға яуап биреү:

  • Рус алфавитында нисә хәреф?
  • Башҡорт алфавитында нисә хәреф?
  • Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен әйтегеҙ. Нисә һуҙынҡы? Нисә тартынҡы?

II. Төп өлөш. Инеш әңгәмә.

1.Мәктәп, уҡыусылар тормошон сағылдырған һүрәттәрҙе ҡулланып, һорауҙарға яуаптар биреү.

  • Был нимә? (Был мәктәп)
  • Мәктәп ниндәй? (Мәктәп ҙур, матур яңы)
  • Уҡыусылар ҡайҙа бара?
  • Улар ҡулдарына нимә тотҡан?
  • Һүрәттә ниндәй көн һүрәтләнгән? (1 сентябрь – Белем көнө)

2.- Белем, уҡыу тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

- Эйе, дөрөҫ. (Уҡыған күп белә. Уҡыу – белем шишмәһе. Белеме бар- меңде еңер. Ғилеме барҙың – ҡәҙере бар. Уҡыған - белер, уҡымаған – бөлөр.Уҡыу – энә менән ҡоҙоҡ ҡаҙыу ).

3.Һүҙлек эше:

Белем байрамы – День знаний

Беренсе ҡыңғырау – первый звонок

Һөйләм – предложение

Сөнки – потому что

Класташ – одноклассник

Билдә - оценка

4. Хәйерле сәғәттә! тексты уҡыу, йөкмәткеһен аңлау.

5.Тасуири уҡыу күнекмәләре өҫтөндә эш.

6.Һорауҙарға яуаптар биреү:

  • Уҡыусыларға ниндәй ай етте?
  • Уҡыусы нисәнсе синыфҡа бара?
  • Уҡыусының кисерештәрен аңлатҡан һүҙҙәрҙе табып уҡығыҙ.

(Аптырай, йылмая, ашыға-ашыға атлай, ғорур йөҙө)

- Ә һеҙ 1 сентябрғә нисек итеп әҙерләндегеҙ?

(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

IV. Йомғаҡлау.

  • Дәрестә нимәләр эшләнек?
  • Ниндәй яңы һүҙҙәр белдегеҙ?

V. Өйгә эш. Ҡабатларға. 2- се күнегеү.

Уҡыусыларҙы баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бари Рәхмәт "Бүген әни бәйрәме"

разработка урока, 8 класс изучение стиха....

Отражение исторических событий в поэме Тимера Юсупова «Улымды эҙләп барам» ("В поисках сына")

Основная работа была проведена на основе анализа поэмы Тимера Юсупова «Улымды эҙләп барам», посвященная народному просветителю, профессору Г. Хусаинову, написанна в 1993-1996 гг. Изучая историю родног...

Якташыбыз- Барый Габдрахманов

Язмамның герое- Габделбарый гали улы Габдрахманов. Эшкәртмәдә курку белмәс якташымның фашист илбасарларына каршы көрәше һәм үлемсез батырлыгы турында сүз бара. Кировоград өлкәсенең Грузское авылы тирә...

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару.

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару планы....

"Аю шәһәргә кунакка бара"

Беренче кечкенәләр төркемендә юл хәрәкәте кагыйдәләрен өйрәтү....

Это разработка лабораторной работы "Определение массы иона бария" по теме "Гравиметрия".

Методическая разработка урока-лабораторной работы по теме: «Гравиметрия».Учебная дисциплина «Аналитическая химия».Специальность: 240113 Химическая технология органических веществ Тема учебной про...

Положение о едином деловом стиле одежды и внешнем виде обучающихся МБОУ "Барило-Крепинская СОШ"

Настоящий акт принят в соответствии с ФЗ- 273 "Об образовании в Российской Федерации"...