Разработка урока по башкирской литературе для 8класса
план-конспект урока (8 класс) на тему

 Тема. Н.Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе » әҫәрендә социаль-көнкүреш ысынбарлыҡ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yyrtkys_tirehe.docx21.56 КБ

Предварительный просмотр:

 Тема. Н.Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе » әҫәрендә социаль-көнкүреш ысынбарлыҡ.

Маҡсат. Н.Мусин ижадына ҡыҙыҡһыныу һәм ихтирам, әҫәрҙе аңлап уға баһа биреү,уның әҫәре аша балаларҙа кешелеклелек, намыҫлылыҡ , тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу. Дәреслек, биремдәр яҙылған карточкалар,

Мәсьәләләр:

а) Уҡыу-уҡытыу: Н.Мусин ижадын тәрәнерәк өйрәнеү, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.

б)Үҫтереүсе: үҙаллы фекерләүҙе үҫтереү, танып-белеүҙе,интеллектуаль сәләтте үҫтереү.

в) Тәрбиәүи: балаларҙа кешелеклелек, намыҫлылыҡ тәрбиәләү.

Планлаштырылған һөҙөмтәләр:

Предмет буйынса:

-әҫәрҙең йөкмәткеһен аңлау, уның темаһын, төп идеяһын билдәләй алыу,яҙыусының башҡа әҫәрҙәрен әйтә алыу.

Регулятив:

-ҡуйылған проблеманы үҙаллы сисә белеү,

-үҙеңдең эшмәкәрлегеңде баһалай белеү

Танып-белеү;

-үҙ аллы һығымта яһай белеү

-үҙләштерелгән белемдәрҙе схематик рәүештә күҙ алға килтереү.

Коммуникатив.

-үҙ фекереңде аңлата белеү, башҡа кешенең фекерен тыңлай белеү

-әҙәби тел менән дөрөҫ һөйләй һәм яҙа белеү

Шәхсән.

-изгелеккә, намыҫлылыҡҡа, кешелеклелеккә омтолоуҙы үҫтереү

Дәрес төрө:уҡылған әҫәр буйынса йомғаҡ яһау.

Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

-Алдағы дәрестәрҙә беҙ һеҙҙең менән Н.Мусиндың ижады менән һәм уның  “Йыртҡыс тиреһе”повесы менән таныштыҡ,иҫкә төшөрөп китәйек. Бының өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап бирегеҙ.

-Ноғман Мусиндың тыуған йылын әйтегеҙ Н.Мусиндың тыуған яғын атағыҙ

а) 1919

б)1938

в)1931

-Уның беренсе  повесын  әйтегеҙ

а) “Минең дуҫ”

б)”Ҙөһрә”

в)”Мәңгелек урман”

 “Йыртҡыс тиреһе”әҫәренең жанрын атағыҙ.

А) роман

Б)хикәйә

В)повесть

Инеш әңгәмә.

…«Һуңғы солоҡ”, “Йыртҡыс тиреһе” кеүек һуңғы ваҡытта ижад иткән әйберҙәрҙә әҙәм балаһының тәбиғәткә ҡарата аяуһыҙлығын сағылдырырға тырыштым да бит. Әммә был ғына әҙ. Тәбиғәткә булған мөнәсәбәт – кешенең үҙ-үҙенә ниндәйҙер үлем ҡарары әҙерләүе һымаҡ. Бына шуларҙы күрһәтерлек итеп тетрәндерерлек әҫәр тыуҙырырға тигән хыялым бар ине… (Н.Мусин)

   Н.Мусин повесын 1991 йылда ижад итә.Был әҫәр Рәсәй илендәге  үҙгәртеп ҡороуҙар заманында тыуҙы. Был осорҙа халыҡтың матди хәлен генә насарайтып ҡалманы, уның психологияһына, әхлаҡи-этик йөҙөнә кире йоғонто яһаны.”Бутанылар донъяны,бутанылар.Гәзиттәрҙә яҙалар ана-кешеең исемен дә һорап тормай атып үлтерәләр… Әҙәм рәхәтләнеп тыныс ҡына йәшәмәһе өсөн юрамал ҡыланалар тиерһең…- тип фекер йөрөтә был тормош хаҡында Һолтанбай”. (Әҫәрҙән )

 Дәресте группаларға бүлененеп эшләүҙән башлайбыҙ. Беҙ Эдвард Боно тигән ғалимдың “6эшләп2 методикаһын ҡулланасаҡбыҙ.

Иғтибар менән слайдтты ҡарайбыҙ.

Аҡ эшләпә- әҫәр буйынса ҡоро мәғлүмәт биреү

Ҡара эшләпә-әҫәрҙәге бөтә негатив, тиҫкәре яҡтарҙы табыу.

Ҡыҙыл эшләпә-әҫәр ниндәй тойғолар уята?

Һары эшләпә-әҫәрҙәге ыңғай яҡтар

Йәшел эшләпә- яңы идеялар

Зәңгәр эшләпә-һәр төркөмдең эшмәкәрлегенә баһалар биреү.

                                                  Аҡ эшләпә

 Бөтә һорауҙарға ла яуап бирһәгеҙ,әҫәр буйынса бөтә мәғлүмәттәрҙе иҫкә төшөрә алырға тейешһегеҙ. Эмоцияларға бирелергә тейеш түгелһегеҙ. Иң мөһиме һеҙҙең өсөн-факттар һәм мәғлүмәттәр.

Һорауҙарға яуап бирегеҙ һәм биремдәрҙе үтәгеҙ.

1.Был ғаилә ниндәй принциптар менән йәшәй?

2.Әҫәр сюжетының төп моменттарын иҫкә төшөрөгөҙ.

3.Әҫәрҙәге ваҡиғаларҙың эҙмә-эҙлелеген әйтегеҙ.

4.Һолтанбайҙың тормошҡа булған мөнәсәбәте ҡасан һәм нисек үҙгәрә?

5. Ул үҙенең принциптарына ни өсөн һәм кем өсөн хыянат итә?

                                              Ҡыҙыл эшләпә

Был һорауҙарға яуап бирһәгеҙ, геройҙарҙың тойғолары тураһында һөйләй аласаҡһығыҙ.Һеҙ ҡыҙыл эшләпәлеләр, шуға күрә  һеҙҙең өсөн иң мөһиме- тойғо һәм эмоциялар!

Һолтанбай

Тимербикә

Кинйәбай

Булашов

  1. Геройҙарҙың тойғоларын белдергән миҫалдарҙы текстан алып таблицаны тултырығыҙ.
  2. Һолтанбай әҫәрҙең башында һәм аҙағында ниндәй тойғолар уята?Сағыштырығыҙ.

3) Тимербикә апай ниндәй кеше?                                                                                                                                              4) Кинйәбай ниндәй тойғолар уята

5) Булашов һеҙҙеңсә ниндәй кеше?

    6) Дөйөм алғанда, был әҫәр ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы?

Һары эшләпә

Түбәндәге биремдәрҙе эшләһәгеҙ, һеҙ геройҙар һәм әҫәр тураһында гел позитив фекерҙәр генә  әйтә алаһығыҙ.Һеҙ - һары эшләпәлеләр, тимәк, һеҙ- оптимистар!

Әҫәр, әҫәрҙәге ваҡиғалар, ундағы геройҙар  тураһында ыңғай мәғлүмәттәр йыйыу.

1) Иренең йәй көнө һунарға барыуын Тимербикә нисек ҡабул итә?

2) Һолтанбай ғаилә башлығы булараҡ ниндәй ир?

3) Кинйәбай ниндәй ул?

4) Булашов үҙенең маҡсаттарына ирешеү өсөн  ниндәй юл һайлай?

5) Ни өсөн әҫәрҙең аҙағы ошондай һүҙҙәр менән тамамлана?

Был саҡта Кирәй участка больницаһында Скорый килеп етерен түҙемһеҙләнеп көтәләр ине.Ә ул юҡ та юҡ. Ике… өс сәғәт ваҡыт үтеп китте. Йәнә бер сәғәттән һис кемгә кәрәге ҡалмаған Һолтанбай һуңғы һулышын алды. Ғүмер баҡый һеперелеп эшләп, мул тормош көтөргә, был донъяла ирекле, ҡолас ташлап йәшәргә ынтылған изге йәне уны ташлап китте.

Ҡара эшләпә

Һеҙ түбәндәге һорау һәм биремдәрҙе эшләһәгеҙ, кире тойғоларығыҙҙы әйтә алаһығыҙ. Был әҫәргә лә, геройҙарға ла, ундағы ваҡиғаларға ла ҡағыла. Һеҙҙең өсөн иң мөһиме- тиҫкәре яҡтарҙы, ауырлыҡтар һәм проблемаларҙы табыу. Һеҙ-пессимистар.Түбәндәге таблицаны геройҙарҙың дөрөҫ булмаған фекерҙәрен белдереүсе репликалары менән тултырығыҙ.

Һолтанбай

Тимербикә

Кинйәбай

Булашов

Үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе ошондай һүҙҙәрҙән башлап китегеҙ:Беҙ был геройҙар үҙҙәрен дөрөҫ  эшләмәй тип уйлайбыҙ, сөнки…

1)Һолтанбайҙың иҫән ҡалырға мөмкин инеме Һеҙҙеңсә, уның үлеменә кем сәбәпсе

2)Уның өсөн ауылда кемдәр иланы

3)Ғаилә ағзаларының артабанғы тормошо нисек буласак

4)Был әҫәргә һеҙҙең мөнәсәбәтегеҙ нисек  Был әҫәр бөгөнгө көндә лә актуальме

Йәшел эшләпә

Һеҙҙең өсөн иң мөһиме- яңы идеялар уйлап табыу. Яңы идеялар әҫәрҙә күтәрелгән проблемаларҙы хәл итеү, ижади уйланыу һәм эҙләнеүҙәр. Һеҙ-йәш ижадсылар!

                                        Зәңгәр эшләпә.

Уйлау һәм фекерләүҙе контролләү. Рефлексия. Һөҙөмтәләр сығарыу һәм йомғаҡлау.

1)Ни өсөн автор повесын “Йыртҡыс тиреһе” тип атаған?

2)Һолтанбай был әҫәрҙә ниндәй роль уйнай?

3)Н.Мусин  был әҫәрендә йәмғиәттең кеше тормошона ныҡ тәьҫир итеүен иҫбат итә .Был ысынлап та шулаймы?

4)Кеше яҙмышының йәмғиәттең ниндәй булыуына бәйлеме?

5)Был әҫәрҙең актуаллеге нимәлә?

Рефлексия. Киләсәк тормош, ундағы йәмғиәттәге кешенең урыны. Ошо турала бәхәс ойоштороу..Был фекерҙәрегеҙҙе дәлилләргә.

Өй ше биреү. Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау.

 

   

 

ТЕМА. Н.Мусиндың  «Йыртҡыс тиреһе” повесы  буйынса йомғаҡлау дәресе.

МАҠСАТ. 1)Н.Мусин ижатына ҡыҙыҡһыныу уятыу.

                   2 )


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация к уроку по башкирской литературе.

Ш. Бабичтың “Ҡурайҡайға” шиғыры   буйынса дәрескә презентация....

Разработка урока по башкирскому языку. 6 класс.Ҡылым төркөмсәләре.

Дәрес өлгөһө 6 класта ҡылым төркөмсәләренең 3 төрөн ҡабатлауға йүнәлтелгән. исем ҡылым, сифат ҡылым һәм уртаҡ ҡылым. Предмет ара бәйләнештәр:башҡорт халыҡ ижады өлгәләре- мәҡәлдәр менән бәйләү, рус те...

Разработка урока по башкирской литературе

Разработка урока по башкирской литературе    Рәми Ғариповтың  «Урал   йөрәге» шиғри хикәйәте...

Разработка урока по башкирской литературе , 7 класс

Разработка урока по башкирской литературе , 7 класс  Мостай Кәрим. “Башҡортостан”. Исем....

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Б. Бикбай. Туған тел".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Б. Бикбай. Туған тел"....

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр"....

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: «Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?»

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: «Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?»...