" Исем " темаһын йомғаҡлау. v кл.
план-конспект урока (5 класс) на тему

Мәмәтҡолова  Миңзәлә Нотфулла ҡыҙы

"Исем "бүлеген  үтеп бөткәс , уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл isem.docx23.74 КБ

Предварительный просмотр:

Маҡсат. 1. Уҡыусыларҙы сағыштырыу, һығымталау алымдары аша исем тураһындағы белемдәрен тәрәнәйтеү; исем, уның яһалашы,      ҡулланышы,           үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәтте нығытыу, уларҙы текста таба һәм ҡуллана белергә өйрәтеү.

2. Балаларҙың фекерләү һәләтен үҫтереү, фекерҙәрен дәлиләргә өйрәтеү.

 3. Йәш быуынға әхләки тәрбиә биреү, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға этәргес яһау.

Йыһазландырыу. Дәреслек, карточкалар, мультимедиялы проектор, терәк-схемалар.

Дәрес барышы.

Һаумы, ҡояш, һаумы,дуҫым,

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!,

Ҡояш, ғәләм,  тыуған ер

Миңә йән тыныслығы бир...

Мин сәләмәт, мин матур!

Салауат кеүек батыр!

– Уҡыусылар, һеҙ бөгөн мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле. Ошо яҡшы кәйеф менән дәресте башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә ҡарата һәр ваҡыт шулай мөләйем, иғтибарлы, ихтирамлы булығыҙ. Йылы һүҙҙәрегеҙҙе йәлләмәгеҙ. Тылсымлы һүҙҙәр кешенең күңелен күтәрә, йәшәргә көс өҫтәй. Хәйерле иртәләр, хәйерле төндәр һәм көндәр теләй белһәгеҙ, яҡындарығыҙҙың да, дуҫ-иштәрегеҙҙең дә күңеле күтәрелер. Ә изге күңелдән теләгән теләк һәр саҡ ҡабул була. Дәрестә иғтибарлы булығыҙ, белемдәребеҙҙе, үҙебеҙҙе яҡшы яҡтан күрһәтәйек.

Уҡытыусы.Борон-боронда түгел х әҙерге көндә белем иленә оло бәлә  килгән. Дейеү батша балаларҙың  белемен  һурып йота  башлаған: уҡыусыларҙың  яҙыуҙары насарайған, яҙғанда хаталар ебәргәндәр, уҡыу кимәле насарайған.

 Күҙгә күренмәҫ  хәйләкәр дейеүҙе эҙләп табып, уға ҡаршы  һуғыш асырға  5-се класс уҡыусыларының батырлығы еткән. Дейеүҙе  тик  бер генә ҡорал – белем  менән генә еңеп була. (таҡтаға дейеү һүрәтен ҡуйыу)

- Бөгөн  беҙ дәрестә нимә эшләргә тейешбеҙ?

 -Эйе, беҙ исем  тураһында белемдәребеҙҙе күрһәтеп ,дейеү баштарын өҙөргә тейешбеҙ.

Тәүҙә юлға әҙерләнергә кәрәк.

-Юлға  ниндәй әйберҙәр алаһығыҙ? Атамаларын әйтегеҙ.

!. Аҙыҡ- түлек: ҡорот ,көлсә,  ҡаҡ, ҡаҙы, ҡымыҙ һ.б.

2. Һауыт-һабалар: турһыҡ,ботлоҡ, ҡуллыҡ,башкүнәк.

3. Дарыу үләндәре: мәтрүшкә, ҡурай еләге,гөлйемеш,андыҙ һ.б.

4.  Ҡорал: белем

Шулай итеп, уҡыусылар, ата-әсәләре менән хушлашып. Уларҙың фатихаһын алып, юлға сыҡҡандар.Барҙылар-барҙылар һәм  өс юл сатына  барып еттеләр. Шунда бер таш  күҙҙәренә салынды. “Ошо йомаҡтарҙы  сисеп, яуаптарҙың баш хәрефтәренән һүҙ төҙөгәс,ҡайһы юлдан китергә белерһегеҙ” –тип яҙылған ине..

 Экранда кроссворд асыла.

  1.  Өй башында һоро айыу бейей.
  2. Ашатһаң –терелә,эсерһәң-үлә.
  3. Үҙе һөйләй ҙә һөйләй, кешеһе күренмәй.
  4. Йәйен-урмандабатша, ҡышын барыһынан да аҫта.

Т

ө

т

ө

н

У

т

Р

а

д

и

о

а

й

ы

у

 Ял минуты

Беҙ торабыҙ бейергә,

 Таянабыҙ бөйөргә.

 Тыпыр-тыпыр баҫырға,

 Күңелдәрҙе асырға

Дейеү йәшәгән  ҡалаға килеп еткәндәр. Ҡапҡаны асыу өсөн  түбәндәге һорауҙарға яуап  бирергә  һәм миҙалдар менән нығытырға  кәрәк.

  1. Исем нимәне аңлата?
  2. Ниндәй һорауҙарға яуап  була?
  3. Исемдәр яһалышы яғынан  ниндәй төрҙәргә бүленә?
  4. Исемдәр һөйләммдеү ниндәй киҫәге булып килә?
  5. Асҡыс   һүҙенә  морфологик анализ  яһау.

 Китап- белем шишмәһе.

Төрлө эш алымдары  тәҡдим ителә. Һәр дөрөҫ башҡарылған  эштән  һуң  дейеүҙең  башы өҙөлә бара.

  1.  Батырлыҡ, белем алыу, дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр  әйтеү, исемдәрҙең  һөйләмдең  ниндәй  киҫәге  булып килеүен  билдәләү.

Күмәк көс  тау аҡтарыр,күмәк кеше  яу ҡайтарыр. Яңғыҙ  батыр яу ҡайтармаҫ. Күмәк аөас  дауылдан ҡурҡмаҫ.Бүленгән бүрегә  юлыҡҡан. Батыр яуҙа һыналыр.Белем алыу- энә менән ҡойо ҡаҙыу.Белемһеҙ кеше-һуҡыр кеше.

  1. Башҡортостан ҡартаһынан  йылға, күл, тау атамаларын яҙып алыу. Яһалышын аңлатыу.
  2. Райондан сыҡҡан  күренекле шәхестәрҙең исемдәрен,әҫәрҙәрен  яҙыу
  3. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙең яһалышын аңлатығыҙ.
  4. Әкиәттәрҙән батырҙар исемдәрен яҙығыҙ.
  5. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәрешен иҫкә төшөрөү.

Таҡтала Башҡортостан,Ғафури,Юлыҡ,дуҫлыҡ һүҙҙәрен килеш менән үҙгәртеү.

  1.  Карточкаларҙа бирелгән һөйләмдәрҙе  яҙыу,күп нөктәләр урынына килеш ялғауҙарын яҙырға.

 

Ҡымыҙ

  Башҡортостанда борон-борондан ҡымыҙ яһайҙар. Башҡорт ҡымыҙ.. (нимәһенең?) даны күптән инде бөтә ил.. (ҡайҙа?) таралған.

Ҡымыҙ ни өсөн шифалы? Сөнки бейә һөтө аҡһым, май, витамин.. (нимәгә?) бай. Ул әсәләр.. (кемдәрҙең?) күкрәк һөтөнә бик яҡын.

  Ҡымыҙ аш.. (нимәне?) тиҙ һеңдерә, кеше.. (кемдең?) аппетитын күтәрә. Ул ҡан.. (нимәне?) яҡшырта, йоҡлата. Ҡымыҙ менән үпкә ауырыу.. (нимәне?) дауалайҙар. Башҡортостан.. (ҡайҙа?) Йоматау, Шафран, Аксаков, Чехов исемендәге шифахана.. (нимәләр?) бар.

6. Һүҙлек диктанты.

7.Һүҙҙәргә морфологик анализ яһау.

   Бер ағас мейестә лә янмаҫ, ике ағас яланда ла һүнмәҫ.

  Күмәктең уғы юғалһа ла табылыр.

Тест

Т1 Исем нимәне белдерә?

а) предметтың билдәһен

б) предметты

в) эш-хәрәкәтте.

2 Исем ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

а) кем? нимә? кемдәр? нимәләр?

б) ни эшләй? ни эшләгән? ни эшләйәсәк?

в) ниндәй? ҡайһы? ҡасан?

3 Исемдәрҙең күплек ялғауҙарын билдәлә?

а) -тар, -лар, -ғар, - ғор.

б) - тар, -тәр, -ҙар, -ҙәр, -лар, -ләр, -дар, -дәр.

в) - мы, -ме, -мо, -мө.

4 Сәскә һүҙен килеш менән үҙгәрт?

Төп к.______________________________

Эйәлек к.___________________________

Төбәү к.____________________________

Төшөм к.___________________________

Урын- ваҡыт к._____________________

Сығанаҡ к._________________________

5 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе бағанаға айырып яҙ?

Марат, атай, мәктәп, Ағиҙел, Һаҡмар, ҡәләм, Урал, өҫтәл.

Яңғыҙлыҡ Уртаҡлыҡ

_______________________ ________________________

_______________________ ________________________

_______________________ ________________________

_______________________ ________________________

6 Исем ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?

а) баш киҫәктәр.

б) эйәрсән киҫәктәр.

в) баш һәм эйәрсән киҫәктәр.  

Дәресте йомғаҡлау. Шулай итеп, дейеүҙең 6 башын да өҙгәс, дуҫтар  арғымаҡтарға атланғандар ҙа, күңелле йырҙар йырлай-йырлай, тағы алға барғандар, дейеүҙән ҡотолған Белем илен күреп йөрөгәндәр. Ул илдә сәйәхәт итеү һәр кемгә оҡшай: ни өсөн? (Фекерҙәре).

   Мәктәп, белем тураһындағы йырҙарҙа, шиғырҙарҙа  ла ошо хаҡта әйтелә.

...Һин  етәкләп мендең мине

Тауҙарҙың бейегенә.

Алып киттең  далаларға,

Диңгеҙҙәр киңлегенә.

Уҡытыусы!

Бергәләп һинең менән

Үтербеҙ бергә беҙ әле

Аяҡ баҫмаған ерҙән.

...Үткән  быуаттар байлығын

Барларбыҙ бергә-бергә.

Барырбыҙ Арина менән

Пушкин дуҫ булған көнгә!

– Бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләштек?

–Ҡуйылған маҡсатҡа ирештекме?

 Төркөмдәрҙең эшен баһалау.

Өйгә эш.Инша яҙырға. « Әкиәт  иленә сәйәхәт”.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по татарскому языку.Тема:" Исем",4класс.

Урок по татарскому языку.Тема:" Исем",4класс....

презентация на тему "исем"

презентация к уроку...

Тема: Сан төркемчәләре. «Сан + исем» төзелмәсе

Тема: Сан төркемчәләре. «Сан + исем» төзелмәсеБелем бирү максаты:1.      Яңа лексик берәмлекләр үзләштерү.2.       Сан һәм сан төркемчәләрен аера...

Тема: Исем

Рус мәктәпләренең татар  төркеме  өчен татар теленнән дәрес эшкәртмәсе (4нче сыйныф)...

“Исем” темаһын йомғаҡлау. 4 класс

4 класста исем һүҙ төркөмөнә йомғаҡлау дәресе...

Внеклассное мероприятие по ОРКСЭ на татарском языке на тему: «Исем туе, бәби мунчасы, бәбинең беренче чәчен алу йолалары һәм алар белән бәйле ырымнар» («Традиции имянаречения, первой бани для младенца, первой стрижки волос и связанные с ними ритуалы и пре

Методическая разработка внеклассного мероприятия по ОРКСЭ с привлечением родителей на татарском языке «Традиции имянаречения, первой бани для младенца, первой стрижки волос и связанные с ни...