ЭССЕ
статья на тему

Баширова Зәлифә Риян ҡыҙының сайты

Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң? 
        Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында Ҡайырлы күл  һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып, уйнап-көлөп үҫтем.

 

Мәктәп йылдары – кешенең иң яҡты миҙгелдәре... Беренсе уҡытыусым беренсе тапҡыр уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе бер ҡасан да онотолмай бит.

 Уҡырға, яҙырға, иң мөһиме уйланырға өйрәткән беренсе уҡытыусым Зәһиҙуллина Флүрә апайҙы, класс етәксем Зәһиҙуллина Венера Әйүп ҡыҙын  һәр ваҡыт иҫкә алам. Башҡа уҡытыусылар ҙа миңә бик яҡындар.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse._ukytyusy_minen_bulmyshym.doc46 КБ

Предварительный просмотр:

Мин - уҡытыусы

(Эссе)

Уҡытыусы,

Һиндәлер ул йөрәктәрҙең иң олоһо,

Һиндәлер ул йөрәктәрҙең иң йылыһы...

Ысынлап та, ата-әсә кеүек кәңәш биреүсе, уҡыусыларҙы яратыусы, уларҙың уңыштарына һөйөнөүсе - уҡытыусы. Ул уҡыусыларҙы тәрбиәләй, белем бирә, һәр ваҡытта ла ҡайғыларын уртаҡлаша.

Уҡытыусы һәм игенсе һөнәре тиң, тип әйтер инем. Игенсе ерҙе ашлай, орлоҡтарҙы тупраҡҡа сәсә, эшкәртә. Һәм ул үҫтергән игендәр бөтә халыҡты шатландыра. Уҡытыусы тураһында ла шулай тип эйтергә хаҡыбыҙ бар. Сөнки уҡытыусы ла бала күңеленә белем орлоғо сәсә, уны тәрбиәләй, үҫтерә. Шулай бар тырышлығын ҡулланып халыҡҡа хеҙмәт итә.

     Мин-ябай ауыл уҡытыусыһы. Парта артынан миңә ҡыҙыҡһынып та, һынап та бала күҙҙәре ҡарай. Был сабыйҙар кем булыр, ниндәй булыр? Улар – беҙҙең киләсәгебеҙ. Тимәк, мин үҙем өсөн генә түгел, ә илем, телем, халҡым яҙмышына, уның киләсәгенә яуаплымын.

Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе изге йән эйәһе. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң? 
       Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар ауылында Ҡайырлы күл  һыуында балыҡтай йөҙөп, урмандарында еләк-емеш йыйып, хуш еҫле аллы-гөллө сәскәләренә һоҡланып, уйнап-көлөп үҫтем.

Кескәй сағымдан уҡ уҡытыусыларымды яратып, нәҫел-ырыуыбыҙҙағы уҡытыусы абзый- апайҙарым менән ғорурланып, уларға оҡшарға тырышып үҫтем. ( филология фәндәре кандидаты Рим Сәйетбаттал улы Искәндәров, доцент, филология фәндәре кандидаты Фәнзиль Бүләк улы Саньяров, Башҡортостандың атҡаҙанғы уҡытыусыһы Сәбилә Сәйетбаттал ҡыҙы Дәүләтова,  Айрат Рим улы Искәндәров һәм башҡалар)

     Яратып уйнаған уйындарым да күрше-тирәләге ҡыҙҙар-малайҙарҙы йыйып йыр йырлатыу, шиғыр һөйләтеү, бейетеү, конкурстар үткәреү ине. Тыуғас та мин уҡытыусы булырымды белгән кеүек инем. Һәм был һөнөрҙе һайлағанға берҙә үкенмәйем, киреһенсә ғорурланам.

Ата-әсәм уҡытыусы һөнәренә эйә  булмаһалар ҙа, улар мине эшсән, тәртипле, туған телемә, халҡыма ихтирамлы булырға өйрәтте. Ҡустыларымды, һеңлемде яратырға һәр ваҡыт ҡурсаларға кәрәклекте аңлатты.  Шундай сифаттарға эйә булмаһам, ысын уҡытыусы була алмаҫ инем. Балаларҙы яратмай тороп ысын уҡытыусы булып булмай. (Үҙемдә ғаиләмдә 6 бала тәрбиәләйем).

Мәктәп йылдары – кешенең иң яҡты миҙгелдәре... Беренсе уҡытыусым беренсе тапҡыр уҡырға, яҙырға өйрәтеүсе бер ҡасан да онотолмай бит.

 Уҡырға, яҙырға, иң мөһиме уйланырға өйрәткән беренсе уҡытыусым Зәһиҙуллина Флүрә апайҙы, класс етәксем Зәһиҙуллина Венера Әйүп ҡыҙын  һәр ваҡыт иҫкә алам. Башҡа уҡытыусылар ҙа миңә бик яҡындар.

Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн ,Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетына юлландым. Яҙмышымдың  был осоронда С.Ә.Галин, Ғ.Ғ.Ҡаһарманов, Х.Ғ.Йосопов, Д.С.Тикеев, Л.Л.Рәхмәтуллина, Т.Ә.Бикҡужина кеүек күренекле шәхестәр рухи остаздарым булдылар.

Тәүге эш башлаған мәктәбем дә үҙем уҡып үҫкән мәктәп. Ул бөгөнгө кәндә лә данлыҡлы  Бишауыл-Уңғар мәктәбе.  Ильяс Миннибай улы Вәлиев, Нәсимә апай Ҡаһармановалар тәүге дәрестәремдә ярҙам ҡулын һуҙыусылар.     Уҡытыусыларымдың Тыуған ил, әсә теле, милләтебеҙ, халҡыбыҙ тураһындағы һабаҡтары изгелек, йылылыҡ нурҙары булып күңелемә һеңде. Был һабаҡтар миңә әле лә көс, дәрт, илһам бирә.Уҡытыусыларыма сикһеҙ рәхмәтлемен.  Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. 

Әгәр, үҙең үткән тормош һуҡмағынын яңынын үтер инеңме, тип һораһалар, бер ҙә икеләнмәйенсә, «эйе» тип яуап бирер инем.

Педагог мин, бәхетемде таптым,

Һөйөп эшләйем һәр бер эшемде.

Балаларға тәрбиә һәм белем

Биргәндә ҡыҙғанмайым көсөмдө.

        Иртәнге саф һауа... Һуҡмаҡ буйлап мәктәбемә ашығам.

Бына мәктәбемдең ишеге...

Мәктәп ул- донъяға тәҙрә, белем усағы. Хәҙерге заман уҡытыусыһы үҙ өҫтөнә ауыр һәм яуаплы миссия алған - уҡыусыларҙы ошо ҡатмарлы донъяла нисек юғалмаҫҡа, нисек үҙ юлынды табырға, кешелек сифаттары юғалып барғанда нисек дәрәжәңде һаҡларға, донъялыҡтың серҙәрен төшөнөргә өйрәтеү,тәрбиәле, белемле, ҡыҙыҡһыныусан, төрлө бейеклектәргә ынтылыусан шәхес итеп оло тормош юлына сығарыу. Тимәк, һин уҡытыу предметын ныҡлы белергә, юғары мәҙәниәтле, уҡыусыларға кешелекле һәм итәғәтле, олоно оло, кесене кесе итә белеүсе, ижади  эшләүсе, компетентлы, тәрбиә ҡанундарын һәм балалар, үҫмерҙәр психологияһын яҡшы белеүсе, ә иң мөһиме, уҡыусы баланы яратыусы, ихтирам итеүсе, кәрәк саҡта уға иң беренсе ярҙам ҡул һуҙыусы кеше булырға тейешһең.

Бына класс ишеген асам...Ҡүҙҙәремә нисә ҡараш төбәлгән. Береһе күҙҙәрен йәшерә-дәрескә әҙер түгел, икенсеһе тура ҡарай - өмөтлө уҡыусы, өсөнсөһө мәктәп кейемендә түгел, тимәк, өләсәһендә ҡунған - ғаиләлә нимәлер булған. Ә бит һәр береһенә берҙәм талап.

Нисек итеп бала күңелен яраламаҫҡа? Уйлап ҡараһаң, һәр бер баланың күңелендә йәшерен талант йәшәй. Талантһыҙ кешеләр булмай, асылмаған таланттар күп.

Бөгөнгө көн талаптары ҡәтғи:  бала ирекле фекер йөрөтә белһен, уны асыҡ итеп дәлилләһен, эшен дә дөрөҫ ойошторһон, лидерлыҡ сифаттары ла унда сағылыш тапһын.

Ижади үҫтерешле уҡытыу технологияһы бына ошо ҡаршылыҡтарҙы еңә белергә, һөйләшергә, тыңларға, белемде үҙең таба белергә өйрәтә. Уҡыусылар төркөмдәрҙә эшләйҙәр. Төркөмдә эшләгәндә, бер-береһенең уй-фекерҙәрен тыңлап,  уртаҡ эш башҡарырға өйрәнәләр. Эш барышында улар бер-береһенә ныҡ бәйләнгәнлектәрен дә аңлайҙар. Уҡыусыларым әүҙем, аралашыусан, тәнҡитләй ҙә беләләр , үҙҙәренә, иптәштәренә баһа ла ҡуялар, үҙ фекерҙәрен ҡурҡмайынса әйтәләр. Ә бит кеше хаталарын күрә-күрә, төҙәтә-төҙәтә үҫешкә ирешә.

Айҙарым хаталы, йәмһеҙ яҙа, ә фекерләүгә килгәндә, ул беренсе. Ләйсәнем һәм Алһыуым әкрен уйлай, ләкин фекерҙәренең тәрәнлегенә иҫең китер.

Балаға үҙең шәхес итеп тойоу, ул эшләрҙәй эште,  унан башҡа бер кем дә яҡшыраҡ эшләй алмаясағына төшөндөрөү -  минең төп педагогик фәлсәфәм. «Һин бит булдыраһың, балам!» тип әйтһәң, балаға ҡанаттар үҫә, ул үҙенең ҡуйған  маҡсатына ирешә.

Дәрес ваҡытында укыусыларҙың фекерен көтөргә кәрәк. Уҡыусы уҡытыусы белгәнде генә түгел, ә үҙенең белгәндәре аша яңыны үҙләштерергә өйрәнергә тейеш.

Уҡытыусыһын, йәғни үҙен,уҙҙырған уҡыусылары менән ғорурланырға тейеш педагог. Шул ваҡытта ғына үҫеш буласаҡ.

Минең уйлауымса, уҡытыусы уҡыусыһының яҡын дуҫы булырға тейеш. Уның менән бергә шатланһын ул, бергә ҡайғырһын, бәхәсләшһен, бергәләп стена гәзитен сығарһын.

Киләсәктә кем булыр минең уҡыусыларым?! Бер ҙә шикләнмәйем, улар мәктәбебеҙ ишеге алдындағы ҡайындарыбыҙ кеүек ғорур һәм аяҡтарында ныҡ баҫып торорҙар кеүек.

        Шулай миеп, уҡытыусының уңыш сере - балаларҙың ышанысын, ихтирамын яулауында. Уҡыусыларҙың һөйөүен тойоу уҡытыусыны ҡанатландыра. Һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү- минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурыстары.

Киң хеҙмәттәшлеккә өлгәшеү өсөн уҡытыусы ниндәйҙер кимәлдә артист, эҙләнеүсе, киң эрудициялы психолог та булырға тейеш. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма 32  йыл үтеп тә киткән. Уҡыусыларымдың белем кимәле, юғары уҡыу йорттарына инеүе, район һәм республика олимпиадаларында һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнашып призлы урындар яулауы, үҙемдең уңыштарым - ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Хеҙмәтемдең һөҙөмтәһе бар, тимәк, балалар күңеленә үтеп инә алғанмын. Һөнәремде һайлаһалар сикһеҙ ҡыуанам, ә юлымды дауам итеүселәр бик күп. Мин тәрбиәләгән уҡыусылар киләсәктә илебеҙгә, халҡыбыҙға изге эштәр ҡылыр, тормошта лайыҡлы урын табырҙар, тип ышанам. Изге күңелле ышаныслы шәхестәр тәрбиәләп тормошобоҙҙо тағы ла йәмләндереү теләге менән атҡан таңдарға ҡыуанып, һәр үткән көнгә шөкөр итеп йәшәйем һәм эшләйем. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем( Райлә Наиль ҡыҙы Ғәйнуллина, Райхана Нуфат ҡыҙы Хәмитова, Зилә Кәлим ҡыҙы Хоҙайбирҙина),  ныҡлы терәгем һәм таянысым – ғаиләм(тормош иптәшем Рәфис Сәлих улы  Бәширов һәм 5 ҡыҙым,  1 улым), дуҫтарым, туғандарым бар.  

        Һәр көн, ҡояштай балҡып, яратҡан эшемә- уҡыусыларым янына ашығам. Йылмаям - эшемде, балаларҙы яратам! Үҙемде башҡа һөнәр кешеһе итеп күҙ алдына ла килтерә алмайым.Уҡытыусы- минең булмышым!

Йөрәгемде балаларға бирәм!

Һис урын юҡ илке-һалҡыға.

Хеҙмәтемдең аҫыл емештәре

Бүләк ерем,илем, халҡыма!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Структура эссе. Алгоритм написания эссе.

Структура эссе . Алгоритм написания эссе....

Критерии оценивания эссе. Примеры эссе и их анализ .

Критерии оценивания эссе . Примеры эссе и их анализ....

Эссе. Темы эссе

В помощь сдающим ЕГЭ по английскому языку...

Формирование навыков написания эссе с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения)

Статья описывает правила и принципы написания эссе по английскому языку с элементами рассуждения (эссе с выражением собственного мнения), а также типичные ошибки при написании эссе такого типа....

Учебно-методическая разработка "Эссе-мнение: как написать эссе за 50 минут"

УМР учитывает принцип визуализации при подаче материала. Может быть использован как раздаточный материал на вводном уроке по написанию эссе-мнения. (Разработка выполнена для получения зачета на курсах...

Учимся писать эссе: Эссе моих учеников на различные темы на немецком языке

Написание эссе - одно из сложнейших заданий ЕГЭ по ИЯ. Научить писать эссе - нелёгкая задача для любого учителя. Начинать писать эссе стоит уже с 7 класса. Данная публикация содержит оригинальные и не...