Шәжәрә байрамы
методическая разработка

Гайнетдинова Лилия Рафиловна

Сценарии

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon shezhere_11.doc56.5 КБ

Предварительный просмотр:

 

Башкортостан – туган жирем,

Син бит минем туган бишегем.

Киң күңелле, кунакчылсың үзең,

Һәркемгә дә ачык ишегең.

Бер баланың балалары кебек

Ничә милләт синдә гомер итә.

Үзең кеше итеп тояр өчен

Һәммәсенә күңел жылың житә.

Һәр милләт тә һиндә урын алған.

Йыр-моң аша йөрәктәргә инеп,

Ихлас дуҫлыҡ күперҙәре һалған.

Иңде-иңгә, ҡулны ҡулға ҡуйып,

Үтәйек беҙ тормош баҫҡыстарын.

Һәрсаҡ бергә, берҙәм булһаҡ ҡына,

Табарбыҙ беҙ бәхет асҡыстарын.

Так процветай, Башкортостан,

В семье единой дружеских народов.

Не меркнет пусть величие твое

Средь ярких звезд на мирном небосводе.

    Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар, уҡытыусылар, ҡунаҡтар.

Милләт-ара татыулыҡты нығытыу” йылына арналған “Шәжәрә байрамы” н башлайбыҙ. Байрамыбыҙҙың маҡсаты уҡыусыларыбыҙҙы берҙәмлеккә, милләт-ара татыулыҡҡа, толерантлыҡҡа саҡырыу. Бөгөнгө байрам ошо ерҙә быуаттар буйы бер-береһе менән аралашып күрше йәшәгән өс  милләтте сағылдырған өс төркөмдөң ярышы рәүешендә үтәсәк. Улар башҡорт, татар, удмурт халыҡтарының ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары, туғанлыҡҡа, нәҫел ептәренә мөнөсөбәтен күрһәтер.

    Ә хәҙер бәйгелә ҡатнашыусы командаларҙы сәхнәгә саҡырабыҙ.

 Бер үк күк аҫтында тыуғанбыҙ беҙ,

Бер төйәктә ғүмер итәбеҙ.

Бер тупраҡтың ризығын ашап,

Бер йылғаның һыуын эсәбеҙ.

Нисә ҡара – бер үк йондоҙ яна,

Бер үк Сулпан балҡый һәр иртә,

Хозурланып бер үк ай йылмая,

Бер үк ҡояш беҙгә нур бөркә.

Бер тупраҡҡа тамған күҙ йәшебеҙ,

Бер тупраҡҡ тамған тиребеҙ.

Ҡан тамыры менән мәңгелеккә

Ҡушылып үҫкән тыуған еребеҙ.

Милләт менән милләт һайрашҡанда

Күңелләргә шатлыҡ сорнала.

Әйтегеҙсе, дуҫтар, әйтегеҙсе,

Татыулыҡ һәм тоғро дуҫлыҡтан да,

Тыныслыҡ һәм имен тормоштан да

Ҡәҙерлерәк ни бар донъяла?!

    Бәйгебеҙҙе башлағансы һәр команда үҙе менән таныштырып китһен (исеме, дивизы).

    Шулай итеп

командалары бәйгене башлап ебәрә. Беренсе ярыш төрө:

    I “Иң яҡшы йөкмәткеле туғра (эмблема)”

Музыкаль номер?

II “Мәҡәлдәрҙә - халыҡ тапҡырлығы” тиҙәр, ә һеҙ халыҡтың аҡылын, тапҡырлығын, тормош тәжрибәһен сағылдырған “аҡыллы һүҙҙәрҙе” беләһегеҙме?

Мәҡәлде дауам итеп тамамла:

1.Башланған эш – (бөткән) эш.

2. Кәңәшле ил (тарҡалмаҫ).

3. Ете быуынын белмәгән – (етем).

4. Дуҫың үҙеңдән (яҡшы) булһын.

5. Туғаныңдан биҙмә - нәҫелең (ҡорор).

1. Дуссыз кеше -  (тамырсыз) агач.

2. Агач-жимеше белән, кеше-(эше) белән.

3.Теле барлар халык булган,

    Теле юклар (балык) булган.

  1. Дусың булмаса –эзлә, тапсаң-(югалтма).
  2. Таянма билеңә, таян (илеңә).  
  1. Иськавынтэк улыны (уг лу).  – Без родни жить нельзя.
  2. Туриез тури котьку (шедьтоз). – Журавль журавля всегда найдет.
  3. Дышетскем нянь уч (куры). – Ученье хлеба не просит.
  4. Сюлмаськем сюлмын (вой) уз лу. – В беспокойном сердце масла не               бывает.
  5. Азь питран кыти берыз (но оти). – Где (катится) переднее колесо, там  

                                                                 (катится) и заднее.                                                                                                                                                                      

III “Ырыулының уғы юғалмаҫ ти халыҡ. 

Киләһе бәйгелә һәр команданың бер ағзаһы нәҫел-нәҫәбен барлап, шәжәрәһе менән таныштырып китһен.

Шәжәрә - ул йәшәү тантанаһы,

Һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,

Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,

Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге лә.

Шәжәрә - ул бөйөк, изге йортоң

Уға тейеш һин бер ҡайтырға.

Унда һине туғаның да, Ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға!

Ырыу ағасым һин, әй шәжәрәм!

Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

Күкте терәп ерҙә һин торғанда

Йәшәргә лә, әле йәшәргә!

    Бер милләтте икенсеһенән нимә айыра? Әлбиттә, уның ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары. Уларҙа күпмелер оҡшашлыҡ булһа ла, айырмаһы ла күҙгә салына.

                                         Кешелектең үҙе шикелле үк,

                                         Боронғонан килгән йолалар.

    Шатлыҡтарын байрам итә кеше,

                                         Йолаларҙа оло йәм дә бар!

Киләһе бәйгебеҙҙе IV “Беҙҙә шулай, ә һеҙҙә…?” тип атаныҡ. Һәр команда берәй халыҡ йолаһы менән таныштырып китәсәк.

      Шундай йөкмәткеле сығыштарығыҙ өсөн ҙур рәхәмт.

Әлбиттә, йолаларҙың күпселеге тәмле һый-хөрмәтле табын менән тамамланған, ә нимәләр менән һыйланырға яраттылар икән беҙҙең ата-бабалар?

    Киләһе  

V “Тәмле” бәйгеһенә рәхим итегеҙ.

 Әйтеүебеҙсә, беҙҙең халыҡтар быуаттар буйы бергә йәшәгән, бала-саға, йәштәр уйын-көлкө яратҡан: аулаҡ өйҙәр, киске уйындар, йыйындар уйынһыҙ үтмәгән. Киләһе бәйгебеҙ халыҡ уйындары менән таныштыра.

     VI “Етеҙҙәр һәм отҡорҙар” бәйгеһе.  

    Халыҡтарының берҙәм булыуы бөгөнгө сәйәсәттә бигерәк мөһим бурыс. Тормош ауырлығынан беҙҙе берҙәмлек, татыулыҡ ҡына ҡотҡарып алып ҡалыр. Һәр милләттең үткәне, тарихы һәм ошо милләт үткән юлды сағылдырған йолаларҙы, тел-ауыҙ ижады ҡомартҡылары бөгөнгәсә һаҡланған; быуындан-быуынға халыҡ шәжәрәһен аманат итеп тапшырып килгән.

    Үҙебеҙҙең яҡшы эштәребеҙ менән милләтебеҙгә тоғролоҡ һаҡлап, быуындарыбыҙҙы барлап нәҫел шәжәрәләрен өйрәнеүҙе яңы кимәлгә күтәреп, уларҙы документтарға нигеҙләнеп эшләүҙе дауам итәйек.

Дөньяда без сөйләшсәк тә төрле телдә

Барыбызның уе бергә, моңы бергә.

Дуслар булып бар милләтләр бергә бергә

Омтылаек һаман алга, яҡты көнгә

Мы своей родиной гордимся

Истину народов познавать стремимся

Наш край родной,Респ. Свободных

Великих наций, разных языков

Ценят у нас обычаи народов

И советы мудрых стариков.

Беҙ һөйәбеҙ илдең ерен, һыуын

Сәскә атһын тиһәк һәрсаҡ урман, тауың,

Тәрән йәйеп татыулыҡтың тамырҙарын,

Иң юғары күтәрәйек дуҫлыҡ данын!

Башкортостан – туган жирем,

Син бит минем туган бишегем.

Киң күңелле, кунакчылсың үзең,

Һәркемгә дә ачык ишегең.

Бер баланың балалары кебек

Ничә милләт синдә гомер итә.

Үзең кеше итеп тояр өчен

Һәммәсенә күңел жылың житә.

Һәр милләт тә һиндә урын алған.

Йыр-моң аша йөрәктәргә инеп,

Ихлас дуҫлыҡ күперҙәре һалған.

Иңде-иңгә, ҡулны ҡулға ҡуйып,

Үтәйек беҙ тормош баҫҡыстарын.

Һәрсаҡ бергә, берҙәм булһаҡ ҡына,

Табарбыҙ беҙ бәхет асҡыстарын.

Так процветай, Башкортостан,

В семье единой дружеских народов.

Не меркнет пусть величие твое

Средь ярких звезд на мирном небосводе.

Дөньяда без сөйләшсәк тә төрле телдә

Барыбызның уе бергә, моңы бергә.

Дуслар булып бар милләтләр бергә бергә

Омтылаек һаман алга, яҡты көнгә

Мы своей родиной гордимся

Истину народов познавать стремимся

Наш край родной,Респ. Свободных

Великих наций, разных языков

Ценят у нас обычаи народов

И советы мудрых стариков.

Беҙ һөйәбеҙ илдең ерен, һыуын

Сәскә атһын тиһәк һәрсаҡ урман, тауың,

Тәрән йәйеп татыулыҡтың тамырҙарын,

Иң юғары күтәрәйек дуҫлыҡ данын!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Шәжәрә байрамы"

quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Дуҫлыҡ байрамы.

Дуҫлыҡ байрамы....