М.Аҡмулла (викторина)
материал (9 класс)

Галимова Гульнара Даниловна

М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады буйынса викторина һорауҙары.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon akmulla.doc32 КБ

Предварительный просмотр:

НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ ҠАЛА ОКРУГЫНЫҢ МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ

АВТОНОМ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ 7-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ

Мифтахетдин Аҡмулла тормошо һәм ижады буйынса викторина һорауҙары

 

Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

                                                   Ғәлимова Г.Д.

2018

Мифтахетдин Аҡмулла тормошо һәм ижады буйынса викторина һорауҙары

 

  1. Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла нисәнсе йылда һәм ҡайҙа тыуған? (1831 йылдың 26 декабрендә Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе Күл иле-Мең олоҫо (хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында тыуған).
  2. Тәүге һабаҡты ҡайҙан ала? (Атаһынан).
  3.  Аҡмулла ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем ала? (Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш, Троицк мәҙрәсәләрендә).
  4. Халыҡ ни өсөн ярата? (Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, сәсәнлеге өсөн).
  5. Ҡайһы халыҡ уны Аҡмулла тип атаған? (Ҡаҙаҡтар уны уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге өсөн “Аҡмулла” тип атаған. Аҡмулла – ҡаҙаҡса тура, ғәҙел һүҙле, аҡыллы кеше тигән һүҙ).
  6. Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың нисә китабы баҫылып сыға? (Бер, 1892 йылда “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе”).
  7. Аҡмулланың әсәһенең исеме? (Бибиөмөгөлсөм).
  8. Башҡорт әҙиптәренән кемдәр менән аралаша? (М.Өмөтбаев, Р.Фәхретдинов).
  9. Нисәнсе йылда, нисек вафат була? (1895 йылдың 8 октябрендә Троицкиҙан Златоустҡа килгән ерендә, Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел ерҙә байҙар ялланған кешеләр тарафынан үлтерелә, кәүҙәһе Миәс зыяратына күмелә).
  10. Бөйөк мәғрифәтсенең исемен ниндәй уҡыу йорто йөрөтә? (БДПУ).
  11. Аҡмулланың тыуына нисә йыл булғанда талиптарға стипендия булдырыла? Тәүге стипендия нисә кеше лайыҡ була? (175, 15 кеше).
  12. Нисәнсе йылда тыуған районында Миәкәлә премияһы булдырыла? Тәүге премияға кем лайыҡ була? (1989 йылда тыуған яғында Миәкә район Советы тарафынан Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырыла. Уға тәүгеләрҙән Аҡмулла ижадын өйрәнеүгә бик күп өлөш индергән шағир һәм ғалим Рәшит Шәкүргә бирелә).
  13. Миәкә районындағы Туҡһанбай ауылында Аҡмуллаға ҡасан музей асыла? (1981).
  14. Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,

        Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.

        Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,

        Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр,- тип Аҡмулла кемгә, ҡайһы халыҡҡа мөрәжәғәт итә? (Башҡорт халҡына).

  1. Аҡмулла башҡорт фольклорының ниндәй эпик формаһына йыш мөрәжәғәт итә? Ниндәй әҫәрҙәрен миҫалға килтерә алаһығыҙ? (Ҡобайыр. “Бәхет”, “Аттың ниһен маҡтайһың”, “Йырау”).
  2. Кемдең ошағы арҡаһында Аҡмулла төрмәлә ултыра? (Иҫәнгилде Батыш).
  3. Арестант ротаһынан батша Александр 11 ике мең яһаҡ түләп кем ҡотҡара шағирҙы? (Ғибәҙулла Йыһанйеров).
  4. Аҡмулланың тормошо, ижады менән ҡыҙыҡһыныусы шәкерте? (Дусмайыл Ҡасҡынбай улы).
  5. БДПУ алдында һәйкәл нисәнсе йылда асыла, архитекторы, скульпторы кем? (2008, архитекторы- Дамир Мәғәфүров, скульпторы – Владимир Дворник).
  6. Күләме яғынан 500 юл самаһы булған Аҡмулланың иң ҙур әҫәре? (“Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе”).
  7. 1911-16 йылдарҙа Троицкиҙа нәшер ителгән журнал исеме? (“Аҡмулла”).
  8. “Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы” китабының авторы? (Әхәт Вилданов).
  9. Аҡмулла арияһын башҡарыусы йырсы. (Йәмил Әбделмәнов).
  10. “Аҡмулла” драмаһын ижад итеүсе драматург. (Наил Ғәйетбаев).
  11. “Амулла” повесы һәм “Башҡорт шиғриәтенең аҡ ыласыны” китабының авторы? (Ғәзим Шафиков).


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

Презентация. М. АҠМУЛЛА ШИҒРИӘТЕНДӘ АРХАИЗМДАРҘЫҢ ҺӘМ ҒӘРӘП-ФАРСЫ ҺҮҘҘӘРЕНЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ

               М. АҠМУЛЛА ШИҒРИӘТЕНДӘ АРХАИЗМДАРҘЫҢ ҺӘМ  ҒӘРӘП-ФАРСЫ ҺҮҘҘӘРЕНЕҢ ҠУЛЛАНЫЛЫШЫ...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...