Ваҡыт. Ғайса Хөсәйенов, Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова
методическая разработка (11 класс)

Кәбиров Рәил Рәмил улы

Ғайса Хөсәйеновтың ваҡыт тураһында мәҡәләһе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Ваҡыт. Ғайса Хөсәйенов.13.02 КБ

Предварительный просмотр:

83-сө күнегеү.  Тексты тасуири уҡығыҙ. Автор ҡуйған һорауға һеҙ нисек яуап бирер инегеҙ? Аҫтына һыҙылған һөйләмдәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ.

 (урыҫ мәктәптәре өсөн дәреслек, 146 бит), (Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова)

Ваҡыт. 

      Ваҡыт! Нимә ул ваҡыт? Ваҡыттың иң нескә берәмеге секундтар-минутты, минуттар-сәғәтте, сәғәттәр-тәүлекте, тәүлектәр-айҙы, айҙар-йылды, йылдар быуатты йыя. Кеше ғүмере бер быуаттың эсенә үк һыйып бөтә.

      Ваҡыттың шәйләргә-яйы, тоторға ялы юҡ: үтте-китте. Альберт Эйнштейн, ғәләмде өс ҡырлы ара тип тойоп, уның күләме үҙгәрһә лә, ваҡыт үҙгәрешһеҙ ҡала, тип һанаған.

     Ваҡыт үтеүе, күрәһең, сағыштырма күренеш. Ваҡыт уҙыу менән, донъя үҙгәрә. Ваҡыт ҡомдо ташҡа, ташты ҡомға әйләндерә. Үҙе күҙгә лә күренмәй, эшеңә лә тығылмай. Ваҡыттың баһаһы алтындан ҡиммәт. Ваҡыт менән яҡут табылһа ла, яҡут менән ваҡыт табылмаҫ.

     Уйланһаң, уйылып китерлек шул: ваҡыт ҡайтарып ала торған да, һатып ала торған да нәмә түгел. Уға баһа юҡ.

     Ваҡыттың ҡәҙере лә, үтер сәғәттәр һаны менән түгел, шул сәғәттәр эсендә эшләнер эштәреңдең ҡиммәте менән баһаланыр. Файҙалы үткәрһәң, ваҡытҡа үҙең хужа.

     Ярһыу аттарҙың теҙгендәрен ир-егет тотҡан кеүек, кеше лә ваҡытты үҙ ҡулыңда тотор булһын.

 (Ғайса Хөсәйенов)

Һүҙлек эше.

Шәйләргә- замечать,   уйылып-проваливаться,   ярһыу-горячий, пылкий


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару.

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару планы....

Ғайса Хөсәйенов "Һуңғы тарпан" хикәйәте

Тоҡомло аттарҙың ҡороуында кешеләрҙе роле. "Ҡара китап" төшөнсәһе менән таныштырыу....

Ғайса Хөсәйенов "Һуңғы тарпан" хикәйәте

Дәрескә ҡулланма. Төрлө тоҡомло аттар менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы роле....

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план ...

Ысыҡ һыуы. “Башҡортостан календары”нан, Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова

quot;Башҡортостан календары"нан яҙып алынған "Ысыҡ һыуы" тигән мәҡәлә, ысыҡ һыуы кешеләргә ниндәй шифалы икәне тураһында....