Ысыҡ һыуы. “Башҡортостан календары”нан, Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова
методическая разработка (11 класс)

Кәбиров Рәил Рәмил улы

"Башҡортостан календары"нан яҙып алынған "Ысыҡ һыуы" тигән мәҡәлә, ысыҡ һыуы кешеләргә ниндәй шифалы икәне тураһында.  

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ysyk_hyuy._bashkort_tele_10-11.docx13.45 КБ

Предварительный просмотр:

94-се күнегеү. Тексты уҡығыҙ. Ысыҡ һыуы менән нисек дауаланалар? Шул турала һөйләгеҙ.

(урыҫ мәктәптәре өсөн дәреслек, 153 бит), (Башҡорт теле 10-11. Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәр өсөн. Авторҙары: М.Ғ. Усманова, З.М. Ғәбитова)

                                                                           Ысыҡ һыуы

       Нервы ауырыулы, һалҡынға тиҙ бирешеүсән кешеләргә элек-электән табиптар (врачтар)  иртәнге  ысыҡта  ялан аяҡ йөрөргә ҡушҡан. Дымлылыҡ, ысыҡ кеше организмына ыңғай тәьҫир итә.

        Нимә һуң ул ысыҡ? Үләндәр көнө буйы ҡояш энергияһын туплай, ерҙән минераль матдәләр ала. Төндә иһә уларға Ай энергияһы өҫтәлә.  Шулай итеп, үҫемлектәрҙә тәүлек буйы йыйылған шифалы матдәләр ысыҡ менән япраҡтар өҫтөнә бүленеп сыға.

       Ысыҡ бөртөктәре – дарыу. Ысыҡлы үләндә иртәнге сәғәт дүрттән һигеҙгә тиклем йөрөргә була. Ялан аяҡ йөрөү, үләнгә ятып бит-ҡулдарҙы, тәнде сылатыу бик файҙалы. Быға бала саҡтан уҡ күнегергә кәрәк.

       Түшәктә ятҡан кешеләргә ысыҡты ошолай файҙаланырға кәңәш ителә. Иң элек етен сепрәкте үлән өҫтөнә йәйеп ҡуйығыҙ. Сепрәк  еүешләнгәс, ауырыуҙы шул сепрәккә урап, полиэтилен клеенкаға төрөп, өҫтөнә йылы юрған ябып, 30-40 минут тотоғоҙ. Аҙаҡ ауырыуға ҡоро кейемдәр кейҙерергә онотмағыҙ.

       Аяҡ-ҡулдар ауыртҡанда айырым-айырым шул ағзаларҙы ғына ысыҡ һеңдергән әйбергә төрөргә мөмкин. Ысыҡ һыуы үлән төнәтмәһенә ҡарағанда ла көслөрәк.

(“Башҡортостан календары”нан)

Һүҙлек эше:

ыңғай тәьҫир итә - влияет благоприятно                    сылатыу - намочить

күнегергә кәрәк - надо привыкнуть                                етен - лен

туплай - собирает                                             төнәтмә - настой


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару.

Физика дәресләрендә сәләтле балалар белән комплекслы эш алып бару планы....

Календарь-тематик план (татар теле 8 класс)

8  класслар өчен татар теленнән һәм әдәбиятыннан календарь-тематик план тәкъдим итәм...

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы өсөн тематик план ...

Гаиләдә сәламәт тормыш рәвеше алып бару – сэламәт балалар тәрбияләүнең нигезе

Гаиләдә сәламәт тормыш рәвеше алып бару – сэламәт балалар тәрбияләүнең нигезе(“Таяну ноктасы” телевизион тапшыруы урнэгендэ  ата- аналар белэн уткэру очен эшкэртмэ)...