ТЕМА: “Тыуған илем Башҡортостан” (дәрес конспекты)
план-конспект урока

Ғиндуллина Гөлназ Ғәзнәүи ҡыҙы
ТЕМА: “Тыуған илем Башҡортостан” (дәрес конспекты)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon okr.urok_2011.doc37 КБ

Предварительный просмотр:

              Башҡортостан Республикаһы мәғәриф министрлығы

Нефтекама ҡала хакимиәтенең мәғәриф бүлеге муниципаль учрежденияһы

    Нефтекама ҡалаһының 12– се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                   ТЕМА: “Тыуған илем Башҡортостан”

                                          (дәрес конспекты)

Маҡсат: Башҡортостан республикаһының символдары, музыка         ҡоралдары менән танышыу, дөрөҫ һөйләү телмәрен  байлығын үҫтереү, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, патриот тойғолары, тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: 4 класс дәреслеге, БР картаһы, герб, флаг, ҡурай, Башҡортостан тәбиғәте һүрәттәре.

Класс: 4 а

Дата: 19.11.2011 йыл

                                                                            Үткәрҙе : Ғиндуллина Г.Ғ.

                                Нефтекама – 2011 йыл

  1.  Ойоштороу мәле.

Дәрес темаһы, маҡсаты менән таныштырыу.

II. Артикуляцион күнегеү:

Шиғыр өҫтөндә эш: уҡытыусының тасуири уҡыуы, башҡорт теленең үҙенсәлекле өн – хәрефтәрен табыу һәм дөрөҫ әйтеү, миҫалдар уйлау,үҙ алға уҡыу, хор менән уҡыу, сылбырлап уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

Тыуған яҡтарым.

Йәнгүҙәйҙе күрмәй йәнем түҙмәй,

Күҙ алдымдан китмәй Һаҡмарым,

Илем иркен, гүзәл ерҙәр бик куп,

                                              Иң һәйбәте – тыуған яҡтарым.

                                                         А.Игебаев.

Һорауҙар:

  • Уҡыусылар, был шиғырҙа нимә тураһында яҙылған?
  • Нимә ул Башҡортостан?
  • Башҡортостан беҙҙең тыуған республика. Беҙ ошо  республикала тыуғанбыҙ, йәшәйбеҙ, белем алабыҙ.
  • Ни өсөн Йәнгүҙәйҙе,Һаҡмарым һүҙҙәре ҙур хәреф менән яҙылған?

III. Яңы тема:

Донъяла төрлө илдәр бар. Бер ил – үҙенең тауҙары, икенсеһе – далалары, өсөнсөһө - һыуҙары, дүртенсеһе – урмандары менән дан тота. Урал… Был исемде әйтеү менән, күҙ алдына әкиәт батшаһының алтын һарайына оҡшаған бейек ҡаялар, иге-сиге булмаған урмандар, таштан – ташҡа һикереп аҡҡан шишмәләр, сәскәле болондар, киң баҫыуҙар, таҫма – таҫма юлдар, береһенән – береһе матурыраҡ ҡалалар килеп баҫа.Урал… Ниндәй генә хазина юҡ уның йөрәгендә! Алтын һәм баҡыр, тимер һәм аҫыл таштар, нефть һәм күмер…

  • Ошо бөтә матурлыҡ, байлыҡ беҙҙең бәләкәй генә Башҡортостанда. Бына Башҡортостан республикаһы картаһы, һеҙ уны нимәгә оҡшатаһығыҙ?
  • Бына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим уны ҡайын япрағына оҡшатҡан һәм уға бағышлап шиғыр яҙған, тыңлап ҡарағыҙ әле.

Башҡортостан картаһына

Ҡараһаң яҡшы ғына,

Башҡортостан был картала

Бер япраҡ саҡлым ғына.

Эйе, аҡ ҡайындың,

Бер япрағы ни бары,

Ә ҡайыны бөйөк Рәсәй,

Ниндәй батыр, юғары.

  • Картаға ҡарағыҙ әле, ҡайын япрағына оҡшағанмы?
  • Рәсәй ҡайын ағасы булһа, Башҡортостан уның япрағы. Улар гел бергә. Элек кешеләр тормошо ауыр булған. Халыҡҡа хөжүм иткәндәр, ерҙәрен тартып алырға иткәндәр. Үҙ иркен, ерен һаҡлап башҡорт халҡы бик йыш яуға күтәрелгән. Рус дәүләтенә башҡорттар ярҙам һорап барғандар. 1557 йылда Башҡортостан республикаһы үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушыла.

  • Уҡыусылар, тактала ниндәй һүрәттәр күрәһегеҙ ? Унда нимәләр төшөрөлгән?
  • Әле беҙҙең ниндәй миҙгел?
  • Урамда һауа торошо нисек?  Көҙ килеү менән тәбиғәттә ниндәй үҙгәрештәр булды ?

Тәбиғәттә булған үҙгәрештәрҙе 66–сы күнегеүҙән уҡып үтәйек. Нөктәләр урынына тейешле ялғауҙар ҡуйып уҡырға,мәғәнәләрен асыҡларға кәрәк. (дәфтәрҙәргә яҙыу, таҡтала сиратлап яҙыу)

Ял минуты. Кросворд  сисеү. (60-сы күнегеү)

  • Был һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай ?

IV. Өй эшен тикшереү.

Карточкалар менән эш.

1.Төркөм менән эш. Һүҙбәйләнештәрҙе тәржемә итергә: твоя республика,наш дом, ваш город, наша земля,  его дом, их родина, твоя страна.

(биремде уҡыусылар төркөмләп башҡара, һәр төркөмдән бер кеше яуап бирә).

2. Индивидуаль эш. Һүҙҙәр араһынан исемдәрҙе табырға һәм аҫтарына һыҙырға.

Төн, ҡара, алтын, матур, Өфө, Башҡортостан, урам, ҡунаҡтар, металл, Сәғит, хикәйә, көҙ, башлана, ул, ниндәй, ағас.

V. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә һеҙ нимәләр белдегеҙ?

- Башҡортостан республикаһының үҙ аллылығы нимәлә билдәләнә?

Өй эше:  һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөргә, бәләкәй генә хикәйә килеп сығырға тейеш.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча»

Цель урока: Развитие новых умений и навыков при игре в баскетбол, воспитание  дисциплинированности.Задачи урока: 1. Совершенствование  техники выполнения  передачи  мяча ...

Инша "Минең тыуған илем - Башҡортостан!"

Минең тыуған илем –Башҡортостан !Тыуған илгә һөйөү тойғоһо үҙ өйөңдө,ҡасабаңды,ауылыңды яратыуҙан,уның үткәне һәм киләсәген ихтирам итеүҙән башлана.Ул беҙгә тыумыштан бирелмәй.Киреһенсә,бының өс...

Асыҡ дәрес.Тыуған илем – Башҡортостан.

Тема: Тыуған илем – Башҡортостан.Дәрестең маҡсаттары:Белем биреү:1.Тыуған яҡтың матурлыҡтарын күрергә һәм уны һаҡларға өйрәтеү.2.Уҡыусыларҙың тасури уҡыу һәм ижади фекерләү һәләттәрен үҫтереү3.Т...

Конспект урока русского языка в 9 классе по теме «Типы речи (технология моделирования концепта «дружба»)» план-конспект урока по русскому языку

Предложенный конспект урока русского языка ориентирован на подготовку девятиклассников к ОГЭ (сочинение – рассуждение 9.3), составлен на основе технологии моделирования лингвоконцепта.  Пре...

План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча»

План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Б...