презентация
презентация к уроку

Шайхуллина Эльмира Фаузатовна

презентация

Скачать:

ВложениеРазмер
Office presentation icon prezentatsiya_shayhullina_e.f_vkr.ppt2.48 МБ

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Асҡын районы Ҡышлау йылғаһы бассейны фольклоры.

Слайд 2

Фольклор терминына төшөнсә бирелә һәм төрлө ғалимдар тарафынан фольклорҙың жанр составы ҡарап кителде.Салауат Ғалиндың”Тел асҡысы-халыҡта”,Кирәй Мәргәндең хеҙмәттәре. Фәндә фольклор терминының ныҡлап урын алыуы утыҙынсы йылдарға, атап әйткәндә, СССР яҙыусыларының беренсе съездынан һуңғы осорға ҡайтып ҡалғаны асыҡлана һәм фольклорҙы күпләп йыйыу, уны өйрәнеү, баҫтырып сығарыу, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында уҡытыу ҙа тап ошо йылдарҙа башланып китеүе билдәләнде. Һ әр бер халыҡтың ауыҙ-тел ижады уның тарихы менән тығыҙ бәйләнгәне иҫбатлана.

Слайд 3

Икенсе бүлек Асҡын районы Ҡышлау йылғаһы фольклоры Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылының легендалары, таҡмаҡтары, йолалар ижады жанрҙарға бүленеп сыҡты һәм анализланды. Шуларҙың араһында иң киң таралған жанрҙарҙың береһе легендалар,таҡмаҡтар икәне билдәләнде, миҫалдар килтерелде. Легендаларҙың купселеге топонимик төркөмгә ҡарағаны асыҡланды. Мәҫәлән:«Ҡышлауйылға”,”Яңы Ҡаҙансы”,”Изге шишмә” легендалары.

Слайд 4

18-се быуат аҙағында Мәккәнән хаж ҡылып Көнгәккә ҡайтып килеүсе бер хажи юлда ҡапыл сирләп китә һәм вафат була. Бер нисә көндән уны Ҡышлауйылғанан өс саҡрым алыҫлыҡта табалар һәм шул урында уҡ ерләйҙәр.Икенсе көндө килһәләр, хажи ҡәберендән алыҫ тугел быға ҡәҙер әҫәре лә булмаған шишмәне күреп кешеләр таң ҡала.Уны халыҡ “Изге шишмә” тип йөрөтә башлай. Йәнә бер риүәйәт бар. Унда әйтелеүенсә Пермь өлкәһенең Чернушка районы ерендәге Николай сиркәүенән алтын икона юғала. Күпмелер ваҡыттан уны шишмә эргәһендә табалар һәм шишмәне шул хәлдән һуң изге тип һанай башлайҙар. Ошо ваҡиғанан һуң проваславие динен тотоусылар шишмәгә табынырға йөрөй башлай, был бөгөнгөсә дауам итә.

Слайд 5

Изге шишмә

Слайд 6

Өсөнсө бүлек башҡорт ауыҙ-тел ижадын мәктәптә өйрәнеүгә бағышлана. Әҙәбиәт дәрестәрендә урындағы фольклорҙы файҙаланыу, башҡорт әҙәбиәте дәресен ерле фольклор материалдарына бәйле үткәреү мәсьәләләре ҡаралды, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрен уңышлы үткәреү ысулдары күрһәтелде. Мәҫәлән: « Ҡ а ҙ өмәһе » йолаһы, « Кәкүк сәйе » байрамы.

Слайд 7

Ҡаҙ өмәһе

Слайд 8

Йомғаҡта төп һығымталар яһала. - башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадын системалы йыйыу һәм өйрәнеү эше Октябрь революцияһынан һуң ғына башлана. - Асҡын районы Ҡышлау йылға ауылының ауыҙ-тел ижадында оҙон йыр жанры һирәк күренеш. Халыҡта күпселек ҡыҫҡа йыр-таҡмаҡтар һаҡланған; - легендаларҙың күпселеген топонимик төркөмгө ҡарай; - йолаларҙы (туй йолаһын) ентекләп өйрәнеү талап ителә; - Асҡын районы Ҡышлау йылға ауылында йолалар һаман да киң таралған күренеш; - башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен ерле ауыҙ-тел ижадына таянып алып барыу мөһим бурыстарҙың береһе булып тора; - дәрестә ерле ауыҙ-тел ижадын ҡулланыу уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтерергә, йолаларға, башҡорт теленә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләргә ярҙам итә.

Слайд 9

Бөтә Рәсәй методик эшкәртмәләр материялдәре «Хәҙерге заман дәресе-2017» ҡулланмаһында «Мәктәптә ерле ауыҙ-тел ижады үрнәктәрен өйрәнеү» исемле мәкәләм баҫылып сыҡты.

Слайд 10

Ҡушымтала Асҡын районы Ҡышлауйылға ауылында тупланған халыҡ ижадының айырым жанрҙары индерелә: легендалар, таҡмаҡтар һәм йолалар. Ауылымдың халыҡ ижады өлгөләре Кирәйева Раҡыя Нурмөхәмәт ҡыҙы (90 йәштә) ,Кирәйев Рәфҡәт Әхмәдинур улы (82 йәштә), Шәйхуллина Венера Барый ҡыҙы(66йәштә),Зәүиә Шарифйәнова(79йәштә), Зинфира Миңнуллинадан (37йәштә),яҙып алынды.

Слайд 11

Кирәйева Раҡыя Нурмөхәмәт ҡыҙы

Слайд 12

Кирәйев Әсғәт Нурмөхәмәт улы

Слайд 13

Зәүиә Шәрифйәнова

Слайд 14

Зинфира Миңнуллина

Слайд 15

Шәйхуллина Венера Барый ҡыҙы

Слайд 16

Кирәйев Рәфҡәт Әхмәдинур улы,Гатина Рафина Муллахмәт ҡыҙы,Шәйхуллина Эльмира Фәүҙәт ҡыҙы

Слайд 17

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок по теме: "Мультимедийные интерактивные презентации. Дизайн презентации и макеты слайдов. "

Данный урок рассматривается первым по счету в разделе «Компьютерные презентации». На данном уроке  учащиеся знакомятся с программой POWERPOINT, учатся изменять дизайн и макет слайдов....

Презентация "Использование мультимедийных презентаций как универсального средства познания"

В презентации "Использование мультимедийных презентаций как универсального средства познания" даются советы по оформлению и наполнению презентаций....

Разработка урока и презентации "The Sightseeng Tours" London and Saint-Petersburg c презентацией

Цели: развитие речевого умения (монологическое высказывание); совершенствование грамматических навыков чтения и говорения (прошедшее неопределенное время, определенный артикль) Задачи: учи...

Презентация "Рекомендации по созданию мультимедийных презентаций"

§Предложить рекомендации по подготовке презентаций; §научить профессиональному оформлению слайдов. ...

Презентация к уроку "Обобщение по теме презентации"

Урок – деловая игра «Работа  с пакетом презентаций Power Point». В ходе урока организовано повторение материала "электронные таблицы" с использованием КИМов, повторение технологи...

Презентация "Лица Победы". Данную презентацию можно использовать на уроках литературы в день памяти о тех, кто сражался и погиб в годы Великой Отечественной войны.

Данная презентация посвящена событиям Великой Отечественной войны и может быть использована в средних и старших классах  как на уроках литературы, так и на внеклассных мероприятиях  для пров...

Проектная деятельность на уроках литературы. 7 класс. Стихи Н.А.Некрасова .Презентация. презентация

Презентация к уроку"Проектная деятельность на уроках литературы.Стихи Н.А.Некрасова.7класс"...