КВН на башкирском языке
занимательные факты (10 класс)
Йыр “Сәләмләү”
1.Семилетка ҡыҙҙары егеттәр менән шулай таныша…
2. Дүртөйлөлә дискотекала булған хәл
3. Дүртөйлөлә ҡатын-ҡыҙ юл инспекторы булып эшкә ингән…
4. Ике әхирәт осраша
5. Мәктәптә медосмотр бара
6. Өләсәй менән ейәнсәр
7. Атай менән улы һөйләшә
8. Семилетка мәктәбен тәмамлаған ике кеше һөйләшә
9. Булған хәл
10. Армияла булған хәл
11. Дүрт йәшлек ҡыҙ әсәһе менән невропатологта
Йыр “Ярыштыҡ беҙ”
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 20.03 КБ |
Предварительный просмотр:
КВН 2023
Аделия: - Хәйерле кис. Һеҙҙең алдығыҙҙа “Башҡорт стайл” командаһы.
Егет: - Егеттәр, ҡыҙҙар, ни өсөн беҙ бында килдек?
Ҡыҙ: - Ни өсөн түгел, ә нимә артынан?
Егет: - Ярай, һорауҙы үҙгәртәм. Егеттәр, ҡыҙҙар беҙ нимә артынан килдек?
Ҡыҙ: - Күҙҙе яулап, ялтырап торған, еңеүселәргә генә бирелә торған әйбер артынан.
Егет: -Нимә һуң ул?
Ҡыҙ: -Нимә булһын – кубок индееее.
Егет: - Улай булғас башланыҡмы?
Бөтәһе бергә: - Башланыҡ!
Йыр “Сәләмләү”
Семилеткала булған ғәҙәт,
Беренселекте алыу.
Ғүмерлеккә иҫтә ҡала,
КВНда ҡатнашыу.
Иҫәнмеһеҙ яҡын дуҫтар,
Иҫәнмеһеҙ туғаным.
Ни хәлдәрҙә йәшәйһеҙ,
Ҡәҙерле тамашасым.
Иҫәнмеһеҙ вәғаләйкүм,
Вәғаләйкүм әссәләм.
Рәхмәт йыйылып килгәнһеҙ,
Барсағыҙға күп сәләм.
Отбивка
#1057;емилетка ҡыҙҙары егеттәр менән шулай таныша…
1-се ҡыҙ: - Мин егеттәр менән танышырға өйрәндем.
2-се ҡыҙ: -Нисек? Күрһәт әле.
1-се ҡыҙ: - Бына ҡара. (Үтеп китеп барған егет алдына сумкаһын ырғыта. Егет алып бирә) 893733311
2-се ҡыҙ: Минең дә шулай итәһем килә.
1-се ҡыҙ. – Бей әйҙә!
2-се ҡыҙ: (Егет үтеп бара. Сумкаһын ырғыта, егет килтереп бирә дә , китә башлай, тағын ырғыта, тағы ла килтереп бирә, шулай тағы бер тапҡыр була)
1-се ҡыҙ: - Нимә булды?
2-се ҡыҙ: - Номерымды оныттым.
2. Дүртөйлөлә дискотекала булған хәл
(Бейейҙәр)
Егет: - Сәләм!
Ҡыҙ: - Сәләм!
Егет: - Танышабыҙмы?
Ҡыҙ: - Танышабыҙ.
Егет: - Мин Данияр.
Ҡыҙ: - Аделина.
Егет: -Миңә барабыҙмы?
Ҡыҙ: - Барабыҙ.
(Резко музыка туҡтай, ултырғыстарға ултыралар, һикергәләйҙәр)
Ҡыҙ: - Алдан уҡ әйтеп булмаймы ни уны, Семилеткала йәшәйем тип, юлдары алама икәнен.
3. Дүртөйлөлә ҡатын-ҡыҙ юл инспекторы булып эшкә ингән…
Егет ултырғыста ултыра, уны ҡыҙ (гаишник) туҡтата.
Ҡыҙ: -Һаумыһығыҙ. Инспектор Ләйсән. Һеҙҙең правағыҙ? (Ала ла ҡарай) Тимерйәнов… Тимерйәнова Ләйсән, Ләйсән Тимерйәнова… Килешә. Тәәәк. Ә исеме? Фәрит… Фәрит. Ләйсән һәм Фәрит… юҡ килешмәй. Һеҙҙән 500 һум штраф. (Ҡулындағы йөҙөктө күреп) Юҡ, һеҙҙән 2000 һум штраф.
Егет: - Ни өсөн?
Ҡыҙ: - Сөнки һеҙ өйләнгән…
4. Ике әхирәт осраша
1-се ҡыҙ: -Вот исмаһам мин башһыҙ. Кисә телефонымды юғалттым, фонаригы менән яҡтырта-яҡтырта ике сәғәт эҙләнем. Күҙ алдыңа килтерҙеңме?
2-се ҡыҙ: Эйе.Тәүбә. Ну вообще. Шунан-шунан таптыңмы, юҡмы? Ҡайҙа булған?
5. Мәктәптә медосмотр бара
Табип: -Танау, ҡолағыңа зарланмайһыңмы?
Егет: - Зарланмаған ҡайҙа ул? Улар миңә свитер кейгән һайын ҡымасаулайҙар.
6. Өләсәй менән ейәнсәр
Өләсәй: -Ай аллам, ошо аяҡтарым һыҙлап хәлем бөттө бит. Ай аллаҡайым, Азалия, ҡара әле һинең уҡытыусың китеп бара бит. Һин бит бөгөн мәктәпкә барманың. Бар, ҡас тиҙерәк.
Ейәнсәр: - Бар һин үҙең ҡас, вообще то мин һине уҡытыусыға “өләсәй үлде” тинем бит.
7. Атай менән улы һөйләшә
- Атай. Беҙҙең класта бөгөн малайҙар таҡтаға насар һүҙҙәр яҙҙылар.
- Былар, улым, насар малайҙар. Һин яҙмағанһыңдыр бит?
- Юҡ, яҙманым. Мин әйтеп кенә торҙом.
8. Семилетка мәктәбен тәмамлаған ике кеше һөйләшә
- Мәктәптән үҙеңә ниндәй кәрәкле белем алып сыҡтың?
- Алып сығып булманы шууул, унда беҙҙең ишек алдында охранник ултыра.
9. Булған хәл
- Нисек ялҡытты был мәктәп мине! Һәр көндә дәрескә йөрөргә хәл юҡ.
- Улай булғас үҙеңә ял эшлә, барма мәктәпкә.
- Булмай шул, мин бит уҡытыусы.
10. Армияла булған хәл
- Рядовой Гәрәев! Ни өсөн атҡанда бер күҙҙе йомалар?
-Ике күҙҙе лә йомһаң бер нимә лә күренмәй бит.
11. Дүрт йәшлек ҡыҙ әсәһе менән невропатологта
Табип: - Әйт эле, бесәйҙең нисә тәпәйе бар?
Ҡыҙ: - Дүрт.
Табип: - Ә нисә ҡолағы бар?
Ҡыҙ: - Ике.
Табип: - Ә нисә күҙе бар?
Ҡыҙ: - Ике.
Табип: - Ә бесәйҙең ҡойроғо бармы?
Ҡыҙ: - Әсәй, был ағайҙың әллә бер ҡасан да бесәй күргәне юҡмы икән?
Аделия: - Ахырҙа әйтәһе килә. Көҙ, инде ҡоштар йылы яҡҡа киттеләр, тышта һыуытты. Дуҫтар шаярығыҙ, көлөгөҙ, яратығыҙ, йылытығыҙ бер-берегеҙҙе, тышта бит көҙ…Һалҡын…
Ярыштыҡ беҙ бөгөн һеҙҙең алда
Үҙебеҙҙең көстө һынаныҡ.
Һеҙҙең алда сығыш яһай-яһай,
Рәхәтләнеп уйнап, йырлап, бейеп,
Көләмәстәр һөйләп көлдөрҙөк.
Яратығыҙ беҙҙең КВНды,
Яратығыҙ беҙҙең сығыштарҙы.
Бер ниңә лә ҡарамай,
Еңеүҙәрһеҙ йәшәү ярамай.
Һеҙҙең менән “Башҡорт стайл” командаһы булды. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт
Йыр “Сәләмләү”
#1057;емилетка ҡыҙҙары егеттәр менән шулай таныша…
2. Дүртөйлөлә дискотекала булған хәл
3. Дүртөйлөлә ҡатын-ҡыҙ юл инспекторы булып эшкә ингән…
4. Ике әхирәт осраша
5. Мәктәптә медосмотр бара
6. Өләсәй менән ейәнсәр
7. Атай менән улы һөйләшә
8. Семилетка мәктәбен тәмамлаған ике кеше һөйләшә
9. Булған хәл
10. Армияла булған хәл
11. Дүрт йәшлек ҡыҙ әсәһе менән невропатологта
Йыр “Ярыштыҡ беҙ”
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Разрабока урока родного (башкирского) языка по теме "Сәләмәт тәндә-сәләмәт рух" на башкирском языке.
Урок с элементами здоровьесберегающих технологий, на башкирском языке, для обучающихся русскоязычных школ....

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс
Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс
Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...

Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс
Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...

ЛЕКСИКО-СЕМАНТИЧЕСКИЙ АНАЛИЗ ФРАЗЕОЛОГИЧЕСКИХ ЕДИНИЦ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА В СОПОСТАВЛЕНИИ С БАШКИРСКИМ ЯЗЫКОМ
ЛЕКСИКО-СЕМАНТИЧЕСКИЙ АНАЛИЗ ФРАЗЕОЛОГИЧЕСКИХ ЕДИНИЦ АНГЛИЙСКОГО ЯЗЫКА В СОПОСТАВЛЕНИИ С БАШКИРСКИМ ЯЗЫКОМ...

План работы ШМО учителей родного (чувашского) языка и литературы, родного (башкирского) языка, башкирского языка (государственного), истории и культуры Башкортостана МОБУ СОШ с.Ефремкино
Задачи ШМО:1. Повышения качества знаний по родному языку и литературе (чувашскому), башкирскому языку и истории и культуре Башкортостана.2. Выработать орфоэпические, инто...

Интегрированный урок на тему "English and Bashkir cuisine" ( английский язык + башкирский язык)
Тема урока: English and Bashkir cuisineКласс: 6Цели: создать условия для активного и творческого развития личности и повышать мотивацию к изучению английского языка; расширить знания учащихся о ...
