Консепкт урока "Кем? нимә? һорауҙары.әйерле сәғәттә."4класс
план-конспект урока
Конспект урока государственного(башкирскирского) языка для учащихся 4 класса.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 46.81 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Хәйерле сәғәттә! Кем? Нимә? һорауҙары.
Маҡсат: 1) белем биреү, тыуған илгә, мәктәпкә һөйөү тәрбиәләү; 2) башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм хәрефтәрен дөрөҫ яҙа белеү; 3) тема буйынса бирелгән һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе дөрөҫ уҡыу, тәржемәләрен белеү.
Йыһазландырыу: башҡорт алфавиты, һүрәттәр, һүҙлектәр.
Актив үҙләштереү өсөн һүҙҙәр: мәктәп, дәрес, уҡыусы, уҡытыусы, ҡыҙ, малай, уҡый, яҙа, уҡыта, тәнәфес, ҡыңғырау.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу мәле. Уҡыусыларҙы дәрескә әҙерләү. Дәрес башланғас башҡортса “Һаумыһығыҙ!” тип иҫәнләшеү. Көн, һауа торошо тураһында уҡытыусының яңы һүҙҙәр менән таныштырыуы.
Инеш әңгәмә. – Уҡыусылар, бөгөн дәрестә башҡорт телен өйрәнеүҙе дауам итәбеҙ. Беҙгә башҡорт хәрефтәрен дөрөҫ итеп яҙырға, башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп әйтергә өйрәнергә кәрәк.
- Артикуляцион күнегеү. Башҡорт өндәрен ҡабатлау, ижектәрҙе уҡыу. Шиғырҙы тасуири уҡырға.
Һаумы, ҡояш, яҡты көн!
Һаумы, яратҡан мәктәп!
Башҡортса һөйләшергә
Йыйылдыҡ беҙ бергә!
(З. Кәримова)
- Яңы тема. Теманы уҡытыусының аңлатыуы.
- Бына яңы уҡыу йылы башланды, һеҙ йәйге ялдан һуң тағы ла белем алырға йыйылдығыҙ. Бөгөн дәрестә беҙ “Мәктәп” темаһына һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ. “Белем көнө” һүрәте буйынса рус телендә әңгәмә.
“ Хәйерле сәғәттә!” тексын уҡыу. Тыуған ил, балаларҙың ил киләсәге булыуы тураһында әңгәмә.
- Бөгөнгө дәрестә предметтарға һорауҙар ҡуйырға өйрәнәсәкбеҙ. Рус телендә кем?нимә? һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап бирә? (уҡыусыларҙың яуаптары)
- Эйе, дөрөҫ. Рус телендә кешеләр, хайуандар, бөжәктәр кем? һорауына яуап бирә, ә башҡа йәнһеҙ предметтар нимә? һорауына яуап бирә. Башҡорт телендә урыҫ теленән айырмалы рәүештә кем? һорауына тик кешеләр генә яуап бирә, ә хайуандар, бөжәктәр һәм башҡа предметтар бөтәһе лә нимә? һорауына яуап бирә. Был ҡағиҙәне иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.
- Нығытыу өсөн күнегеүҙәр.
Таҡтала һүҙҙәр яҙылған: агроном, кассир, альбом, пенал, композитор, циркуль, астроном, линейка, шахтер, ручка.
– Бирелгән һүҙҙәрҙе ике бағанаға бүлеп яҙығыҙ. Беренсе бағанала кем? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр, икенсе бағанала нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.
Физминутка. Күҙҙәргә, ҡулдарға гимнастика.
- Һүҙлек эше. – Ә хәҙер һүҙлек дәфтәрҙәрен асығыҙ һәм яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.
Тыуған ил-Родина
Ватан-Отечество
Рәсәй-Россия
Башҡортостан-Башкортостан
баш ҡала-столица
ил-страна
Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә? Тыуған ил тураһында рус теленән ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ? Үҙ илең – алтын бишек мәҡәлен нисек аңлайһығыҙ? Илен яратҡан кешеләр нимә эшләйҙәр?
(Уҡыусыларҙың яуаптары)
- Күнегеүҙәр эшләү. Уҡытыусы төрлө предметтарҙың һүрәттәрен күрһәтә, уҡыусылар кем? нимә? тигән һорауҙар ҡуялар. “Туп” уйыны уйнатыла.
Дәреслек буйынса эштәр. 15-се күнегеү. Һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу.
16-сы күнегеү. Тыуған ил һәм Ватан тураһындағы һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу.
- Йомғаҡлау. – Бөгөнгө дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек? Мәктәп, Тыуған ил һәм Ватан тураһында нимәләр белдегеҙ? Беренсе уҡыу көнө тураһында нимәләр әйтерһегеҙ? Кем? нимә? һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап бирә, миҫалдар килтерегеҙ.
- Баһалау. –Афарин, уҡыусылар! Мин бөгөнгө дәрестә һеҙҙең актив ҡатнашыуығыҙ менән ҡәнәғәтмен. Дәрес өсөн тик ыңғай ғына һаһалар ҡуям. Һәр ваҡыт шулай булығыҙ!
- Өй эше. Һүҙлек һүҙҙәрен ятларға. 20– се күнегеүҙе уҡырға, һорауҙарға яуап бирергә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Урок русского языка в 4классе "Грамматические свойства глагола"
Урок русского языка в 4-м классе Тема урока: Грамматические свойства глаголаЦель данного урока заключается в обнаружении общего ...
Конспект урока. Тема: «Мой дом» (4класс)
Коспект урока для 4 класса...
Логопедическое занятие по теме: «Дифференциация Ш-Ж в словах и слогах" 4класс
Вашему вниманию представлено фронтальное коррекционное логопедическое занятие по теме: «Дифференциация Ш-Ж словах и слогах" 4класс.Цели: 1. Закрепление знаний о механи...
Открытый урок немецкий язык 4класс
План-конспект открытого урока в 4 классе на тему "Лето" /" Im Sommer"...
Фантазия из свежих овощей и фруктов (4класс)
Цели урока:познакомить с новым понятием – карвинг; научить комбинировать природный материал при создании композиционной работы; научить выполнять поделки не только по образцу, но и по рисунку, ф...
Планирование уроков по английсому языку 4класс М.З.Биболетова
Unit 1 MY FAVOURITE SEASON (10 LESSONS) Добро пожаловать в школу! Любимые виды спорта Погода. Введение новой лексики Погода и времена года 1 Повторить лексику и грамматический материал предыдущих разд...

Консепкт урока по алгебре "Линейные уравнения с одним неизвестным"
цель урока: формирование навыка пошаговой работы под руководством учителя (объяснение нового материала, первоначальное закрепление), восприятия информации на слух (карточки), формирования...
