План работы с детьми ОВЗ
рабочая программа (5, 6, 7, 8, 9, 10, 11 класс)
Программа работы с детьми ОВЗ, для учителей башкирского языка и литературы
Скачать:
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа с. Янгельское
муниципального района Абзелиловский район
Республики Башкортостан
РАССМОТРЕНО Руководитель ШМО ________Мустафина С.И. «__»______2024 год | СОГЛАСОВАНО Заместитель директора по УВР _________Аминова Л.З. «___»_______2024 год | УТВЕРЖДЕНО Директор ___________Галиуллин А.У Приказ №__ от «___»______2024 год |
Программа работы
с детьми ОВЗ
муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с.Янгельское муниципального района
Абзелиловский район
учителя башкирского языка и литературы
Багаутдиновой Гульсары Маратовны
с. Янгельское – 2024 год
Йөкмәтке:
- Аңлатма яҙыу................................................................................................................2 - 3
- Уҡыу курсының йөкмәткеһе.......................................................................................... 4
- Календарь-тематик план............................................................................................8 - 16
- Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метопредмет һәм предмет һөҙөмтәләр....................................................................................................................... 16
- Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты....................................................18
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса эш программаһы
Аңлатма яҙыу
Иҫәнлек -һаулыҡ мөмкинселеге сикле уҡыусылар өсөн махсус еңелләштерелгән программа. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн махсус (коррекцион) программалар, дәреслектәр булмау сәбәпле был эш программаһы Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан сығарылған “ 7 төрҙәге махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн программаға (79 ст. 1 ч. Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында” Законы 29.12.2012 № 273) нигеҙләнеп төҙөлдө. Бурыстар һәм талаптар иҫәнлек-һаулыҡ мөмкинселеге сикле уҡыусыларҙың белем кимәленә тап килерҙәй үҙгәртелде, еңелләштерелде.
Эш программаһы «Билән урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль белем биреү учреждениеhының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:
- Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
- Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
- Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
- Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
- Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Иҫәнлек -һаулыҡ мөмкинселеге сикле уҡыусылар өсөн махсус еңелләштерелгән программаға ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар
Танып белеү маҡсаты.
Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.
Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.
Үҫтереү маҡсаты.
Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты.
Тәрбиәүи маҡсат.
Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.
Белем биреү маҡсаты.
Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.
Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1) картина буйынса һөйләү;
2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
Ишетеп аңлау (аудирование):
1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
Уҡыу телмәрен үҫтереү:
1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
2)текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
Яҙыу телмәрен үҫтереү
1) айырым һөйләмдәрҙе, текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
2) матур яҙыу күнекмәләре;
3) байрам открыткалары яҙыу;
4) диктант яҙыу
Уҡыу предметының дөйөм характеристикаһы
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластарында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы» нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск: КнигоГрад, 2008.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм туған әҙәбиәтте өйрәнеүҙе өс баҫҡысҡа бүлергә мөмкин. Икенсе баҫҡысы 5-9 кластарға тура килә. 5-се класта маҡсат – башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы тураһында белем биреү.
Материал еңелдән ауырға ауырға барыуы принцибына ярашлы урынлашҡан. Йөкмөткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, жанр принцибы һаҡланды. Фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусыларының һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы , азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған, балаларға төплө белем бирерҙәй, милли аң уятырҙай әҫәрҙәр алынған. Әҙәбиәт теорияһы буйынса материалдар әҫәр менән бәйләп өйрәнелә.Тел һәм әҙәбиәт материалы аралашып килә.
Уҡыу планында предметтың урыны
Яңы стандарт буйынса урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте мотлаҡ уҡытыла торған фәндәр исемлегенә индерелгән һәм аҙнаһына уларҙы өс сәғәт үткәреү ҡаралған.
Уҡыу предметының йөкмәткеһе
Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт телендә һүҙҙәрҙең тамыры, ялғауҙар тураһында төшөнсә биреү. Тамырға ялғау ҡушҡанда һүҙҙәрҙең мәғәнәһе үҙгәреүен күҙәтеү, күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу.
Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү: тамыр һүҙ, яһалма һүҙ, ҡушма һүҙ.
Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
С. Муллабаев. “Шатлыҡлы иртә”.
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. “Туған тел”. Р. Ғарипов. “Туған тел”.
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
“Әминбәк” (башҡорт халыҡ әкиәте).
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.
К. Кинйәбулатова. “Көҙ еткәс”. Ф. Рәхимғолова. “Көҙгө Урал”. Р. Ғарипов. “Торналар”. Н. Иҙелбай. “Дүрт миҙгел”.
Б. Ноғоманов. “Йәйбикә менән Көҙбикә”.
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу.
Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. “Сыйырсыҡ балаһы”. А. Йәғәфәрова. “Яҡшылыҡ”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. “Тыуган ер”. Д. Бураҡаев. “Урал тауҙары”. “Тыуған ер” (ҡобайыр). Т. Ғәниева. “Уралиә тигән ил” (әкиәт).
Р. Ниғмәти. “Йәмле Ағиҙел буйҙары” (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. “Мин – Башҡортостандан”. Ә. Вахитов. “Аҡһаҡал аманаты”.
“Минең тыуған төйәгем” темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. “Ҡыҙыҡ һүҙ”. Ф. Иҫәнғолов. “Хәмит күпере”. “Йылмайыу”. Р. Ғарипов. “Алма”.
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
С. Әлибаев. “Ҡыш”. Н. Мусин. “Ҡоралайҙар”. В. Әхмәҙиев. “Ҡышҡы урманда”. Ҡ. Даян. “Шыршы”. М. Кәрим. “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”.
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. “Аҡъял батыр”, “Ҡамыр батыр” әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
Р. Солтангәрәев. “Эшләп ашаһаң”. З. Биишева. “Йәшәү – хеҙмәт”. Ф. туғыҙбаева. “Яңы күлдәк”. “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәте.
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. “Минең буласаҡ һөнәрем” темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. Д. Бүләков. “Яралы китап”. Ғ. Рамазанов. “Ағайым хаты”. Ә. Вахитов. “Өс бөртөк бойҙай”. М. Кәрим. “Дан кәпәс түгел”.
Н. Мусин. “Атайымдың ос һәнәге”.
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.
Ә. Әминев. “Әсикмәк”. Ф. Мөхәмәтйәнов. “Әсәйем ҡулы”. “Әсә йөрәге” (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. “Таҫтамал”.
К. Кинйәбулатова. “Әсә күңеле”.
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Р. Назаров. “Яҙ килә”. З. Хисмәтуллин. “Сыйырсыҡ”. С. Әлибаев. “Яҙҙы кем килтергән?” М. Кәрим. “Һеңлемдең төшө”.
Ҡ. Даян. “Торналар”. Р. Ғарипов. “Һабантурғай йыры”.
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
“Айыу менән бал ҡорттары” башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. “Ҡарһылыу менән Яҙһылыу”. Ғ. Хисамов. “Аҡъяурын сал бөркөт”.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
М. Кәрим. “Өс таған” повесынан өҙөктәр.
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
А. Игебаев. “Еңеү көнө”. К. Мәргән. “Ҡурайсының үлеме”. Р. Ниғмәти. “Еңеүселәргә дан”. В. Исхаҡов. “Миҙал һәм малай”.
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р. Назаров. “Тракторсы йыры”. З. Хисмәтуллин. “Урман ҡунағы”. С. Агиш. “Турыҡай”. М. Ғафури. “Һарыҡты кем ашаған?”
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
С. Муллабаев. “Йомарт йәй”. Б. Рафиҡов. “Йондоҙ һанаусы малай”. М. Кәрим. “Ап-аҡ мөғжизә”.
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленән контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Контроль эштәр мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, байрам көндәре алдынан һәм артынан, шәмбелә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
- контроль күсереү – 1,
- һорауҙарға яуап – 1,
- контроль диктант – 2,
- изложение – 1;
- инша – 2.
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
Контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә, шәмбелә, дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
1) Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
2) Үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
3) Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә, билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре
Федераль дәүләт стандартында ҡуйылған талаптар буйынса башҡорт телен һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ уҡып, балалар түбәндәге һөҙөмтәләргә эйә булырға тейеш.
Шәхси һөҙөмтәләр:
башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу сараһы икәнлегенә төшөнөү:
башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;
яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни ятҡан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;
туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белеү.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаклап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләм итеп төҙөү, һорау биреү, үҙенә ҡарата бирелғән һорауға яуап ҡайтара белеү;
үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынсы еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалашыу.
Предмет һөҙөмтәләр:
әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында төшөнсәләрҙе үҙләштереү;
аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтеү, яҙма телмәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;
үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
орфографик дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);
төрлө телмәр эшмәкәрлеген (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу), телмәр этикетын камиллаштырыу, үҙ эшен баһалау;
әҙәбиәтте төп милли-мәҙәни ҡиммәте итеп аңлау.
Планлаштырылған һөҙөмтәләр
Уҡыусы өйрәнә | Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала |
|
|
Уҡытыу процесын тәьмин итеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик,
материаль-техник ҡулланмалар
- Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
- 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б.- Өфө: Китап,1996.
- Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
- Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
- Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
- Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996.
- Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
- Контроль эштәр
Материаль – техник ҡулланмалар
- телевизор
- видеомагнитофон
- DVD- плейер
- компьютер
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012.
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
- Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
- Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
- Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
- Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
- Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Индивидуальный план работы с детьми "Группы риска"
индивидуальный план работы с трудными детьми на первое полугодие: сентябрь - декабрь....
Индивидуальный план работы с детьми с ОВЗ
Работа учителя-дефектолога с детми с ОВЗ. Развитие речи, памяти, внимания, мелкой моторик....

план работы с детьми по воспитанию основ безопасности жизнедеятельности
Перспективное планирование составлено для старшей группы...

план работы с детьми сиротами
Краткий план работы с детьми сиротами и детьми оставшимися без попечения родителей, проживающими в общежитии....

План работы с детьми-инвалидами и детьми с ОВЗ
В данном материале помещена информация о планируемых мероприятиях с детьми -инвалидами и детьми с ОВЗ в течение учебного года....

индивидуальный план работы с детьми сиротами и детьми оставшимися без попечения родителей
Сегодня в России проблема воспитания детей-сирот и детей, оставшихся без попечения родителей, очень актуальна. Государство предоставляет детям-сиротам достаточно прав, гарантий и льгот. Но сироты и ин...

