Праздник семьи
методическая разработка (5 класс) по теме

ХУЗИНА НАФИСА ИЛЬГИЗОВНА

Мероприятие посвящается году семьи.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon gail_bayramy.doc88.5 КБ

Предварительный просмотр:

                              Башҡортостан Республикаһының мәғариф министырлығы.

Бәләбәй районы муниципаль хакимиәте мәғариф бүлеге.

Ғаилә байрамы.

      (Фольклор байрамы.)

                                              Башҡарҙы 16-сы һанлы

                                              дөйөм белем биреү мәк-    

                                              тәбенең башҡорт теле

                                 уҡытыусыһы Хузина

                                   Нәфисә Илгиз ҡыҙы.

2012 йыл.

    Ғаилә байрамы.

Байрам үткәреләһе зал шарҙар, плакаттар менән биҙәлгән

Алғы планда сәскәләр араһында түбәндәге шигырь аерым плакаттарға яҙылған;

1.Ерҙә миңә ни кәрәк

  Атай һәм әсәй кәрәк

      2.Ерҙә миңә ни кәрәк

      Бер яшәрҙәй йорт кәрәк

3.Ерҙә миңа ни кәрәк

Тыуған-үҫкән ил кәрәк.

           4.Ерҙә миңә ни кәрәк

              Мәңге имин ил кәрәк.

1.Алып барыусы.

-Рәсәй Федерация  президенты  Владимир Владимирович Путин указы менән 2008 йыл “Ғаилә йылы” тип аталды. Ошо ҡарамаҡтан

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рахимовтың Указы менән 2008 йыл республикала Ғаиләгә социаль ярҙам йылы тип иғлан ителде. Был халыҡтың йәшәү кимәлен артабан яҡшыртыу, әсәлек, аталыҡ, демографик хәлде яҡшыртыу маҡсатында эшләнде.

Бейеү. “Башҡортостан гимны”. 8-се синыф уҡыусылары.

Кисә башланыр алдынан бүлмәгә Факиһә инә.Ул сана өҫтөрөй, санаға ике ҡапсыҡ һалынып, уларҙың береһенә “шәкәр”, береһенә “он” тип яҙылған.

Факиһә,янған-бешкән, “уф” дип ҡапсыҡҡа ултыра.

Факиһә.

Уф! Туйҙым был донъяһынан. Мин дә ир менән торам тип яшәйем инде. Хоҙайым, ҡара әле,күршеләр барыһы ла 16- сы мәктәпкә гаилә байрамына киттеләр. Безҙекенә бернәмә лә кәрәкмәй. Көн буйына макарон ашай ҙа битенә гәзит ҡаплап йоҡлай. Тағы йоклайҙыр әле (Ҡысҡыра) Хабибрахман тейем, Хабибрахман!

 (Хабибрахман ванна халатынан, һөлгө тотоп килеп сыға.)

Хабибрахман.

Ҡурҡыттың бит! Ниңә шул тиклем ҡысҡыраһың?

Факиһә.

(Төсө телләнеп) Хабибрахман,  йәнем.Әйдә беҙ ҙә барайыҡ әле ғаилә байрамына?!

Хабибрахман.

Нисә йыл йөрөнөң бит әле бер үзең. Бөгөн дә үҙең генә бар. Бернәмә лә булмаҫ. Юҡҡ бармайым. Беренсенән, бөгөн телевизорҙан футбол. Юҡ, ҡыҫтама, юҡ бармайым.                                  

1

Факиһә.

 Хабибрахман, тейем, барайыҡ инде. Үҙебеҙҙе кешегә күрһәтербеҙ, кешеләрҙе күрербеҙ. Беҙ кешенән кәммени, валлаһи. Ана күршеләр ҙә киткән байрамға.

Хабибрахман.

(Еңелеп диярлек) Хабибрахман, имеш. Ә өҫкә нисек? Нимә кейәбез?

Факиһә.

(Шатланып.) Барабыҙ, эйеме, йөрәкмайым. Кейенә тор. Мин хәҙер. (Сығып китә).

Хабибрахман.

(Башын ҡашып.) Белмәйем шул, нисек булыр икән? Минең үҙемдең дә бик бараһым килә,бер күрәһем килә килеүен, 16- сы мәктәпте, директорын бик мактайҙар. Әллә барайыҡ микән? (Көҙгөнән үҙен ҡарап, сәстәрен һыпыра, масайып баш күтәрә. Ауыҙ эсенән көйли, ҡысҡырып йырлап ебәрә.)

Траттатам,траттатам

Бөгөн мәктәпкә барам.

Траттатам, траттатам

Директорҙарын күрәм.

Траттатам, траттатам

Хатындың күңелен күрәм.
(Шул ва
ҡыт Факиһә керә.)

Факиһә.

Йә- йә, йәнем, был ни эшләүең?

Хабибрахман.

(Хатынын килеп ҡултыҡлай) Киттек, йәнем, ғаилә байрамына. (Сығып китәләр һәм өҫләрен алыштырып, кире әйләнеп керәләр.)

Икеһе.

Һаумыһығыҙ, һоңға ҡалманыҡмы?

2.Алып барыусы.

Һаумыһығыҙ ! Уҙығыҙ, рәхим итегеҙ! (Бар кешегә мөрәжәғәт итеп.) Ҡунаҡтар, йыйылышып бөттөк, ахрыһы. Байрамыбыҙҙы башлайбыҙ. Хәерле көн!...

(Шул ваҡыт ишек шаҡыйҙар) Ишектән йәш бер ғаилә инә. Улар заманса, шәһәрсә кейенгән.Ҡулдарында бәпес.)

Йәш әсәй.

Уф, слава богу, етештек. (иренә) Ә һин переживал.

Йәш ир.

Че,че,мин не переживал. Просто башҡортса йырҙар ишетәһем, ҡушылып йырлайһым килгән ине.

2

Йәш әсәй.

Эйе, шул. Бына үҙебеҙ на половину башҡортса, на половину русса һөйләшеп, башҡорт телен оныта яҙҙыҡ.Ә шулай ҙа туған тел йөрәккә яҡын. Менә бәләкәсебеҙҙе йәштән үк  башҡортса өйрәнеп үҫһен тейбеҙ.

Йәш атай.

Эйе-эйе. Һезҙең гаилә байрамында ҡатнашырға  яраймы?

1.Алып барусы.

Ярай, рәхим итегеҙ  ултырығыҙ.(Яшь ғаилә уҙа.) Шулай итеп,байрамыбыҙҙы башлайбыҙ.

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Хәйерле көн балалар.

1.Уҡыусы.

Байрамһыҙ бик күңелһез бит,

Күңелһездер һезгә лә.

Байрамдар кәрәк безгә лә,

Байрамдар кәрәк һезгә лә,

Кәрәк һәммәбеҙгә лә.

2.Уҡыусы.

Байрамдар кәрәк атайға,

Байрамдар кәрәк әсәйгә,

Олатай менән өләсәйгә,

Кәрәк барыбыҙға ла.

Йыр. Байрам тураһында. 

2. Алып барыусы.

Тыуғандар! Беҙ бөгөн уҡыусылар һәм ҡунаҡтар менән бергәләп ғаиләбезҙең ял кисәһенә йыйылдыҡ.

Бөгөнгө кисәбеҙҙә , беҙҙең арабыҙдағы булған дуҫлыҡ тағы  ла тәрәнерәк булыр тейеп өмөтләнәбеҙ. Әгәр бөгөн һезҙең  йөҙҙәрегеҙ балҡай һәм кәефегеҙ яҡшыраҡ икән, залда ҡабынған йылмайыу йорттары-ғызҙа ла дауам итер тейеп ышанабыҙ.

1.Алып барыусы.

Һәркөн тиярлек күрешәбеҙ беҙ,

Һәрбер шатлыҡты бүлешәбеҙ беҙ.

Мәңгегә шулай дуҫлыҡ- татыулыҡ

Торһын яҡтырып, тейешәбеҙ беҙ.

Йыр. Дуҫлыҡ тураһында.

3

3.Уҡыусы.

Ҡайҙа барма, шунда әсәй йөҙө,

Ҡайҙа барһам, әсәй күңелдә.

Әсәй генә шулай һинең өсөн

Йанын биреп йөрөй  ғомөргә.

Әсәй мине ғашыйҡ иткән ергә,

Сәсәкләргә, арыш еҫенә.

Лайыҡ булһын, тигән, минең балаҡайым,

“Кеше” тигән бөйөк исемгә.

2.Алып барыусы.

-Бар тағын бер иң матур һүҙ

Һәр ваҡыт һин әйткәнең.

Аныһы нимә?

4.Уҡыусы.

Ул матур һүз, ул яҡын һүз-атайым. 

Ул ерҙә иң шәп кеше,

Шәп кеше, ғәжәп кеше,

Һабан туйҙар ҙа әле

Еңгәне булмаһа ла,

Ул иң-иң көслө кеше,

Баһадир төҫлө кеше

Ул зирәк тә, шаян да,

Аҡыллы ла, һәйбәт тә.

Кем тиһеҙме. Ул кеше,-

Минең атай, әлбиттә!

Парлы бейеү.

1.Алып барыусы.

 Был һүзҙәр – беҙҙең иң яратҡан һүҙҙәребеҙ. Атай, әсәй, олатай, өләсәй- улар беҙгә иң яҡын кешеләр. Улар, тыуған көнөгөҙҙән алып, бишек йырҙарын көйлөй-көйлөй, Бөтөн өмөттәрен, хыялдарын һеҙгә бағышлағандар. Үҫкәс тә, олы йәшкә еткәс тә атай-әсәйҙәрегеҙгә һеҙ бала булып ҡалаһығыҙ.

Ә хәҙер һеҙҙе һәр ғаиләлә була торған  “Бәпес туйы “   менән таныштырып үтәбеҙ.

4

Бәпес туйы.

-Бөгөн беҙҙә ҙур байрам - бала тыуҙы, Аллаға шөкөр, имен Аман.

-Исемһеҙ баланы бер генә сәғәткә лә бишеккә һалырға ярамай. Исемһеҙ һалһаң, ендәр алмаштыра, улар үҙҙәренең исемен ҡуша. Был саҡта бала зәғиф була йә үлә.

ҡылың теүәл булһын,

Изге бала бул,

Мөхәммәт өммөтенән бул,

Аллаһы ҡөҙрәтенән бул.

-Йәгеҙ әле, ҡунаҡтар, һеҙ һабаҡ алып килергә тейеш инегеҙ. Ниндәй һабаҡтар белеп килдегеҙ?

-Бала тыуғас, уны апаһына йәки ағаһына йөҙөнән элек аяғын күрһәткәндәр. Шулай итһәң, улар татыу була.

-Бала тыуғас та, уны ен-шайтан алмаштырыуҙан һаҡларға кәрәк. Ҡырҡ көн үтмәйенсә төндә утты һүндерергә ярамай. Баланы яңғыҙ ҡалдырып сыҡҡанда, өçтөнә бысаҡ йә ҡайсы һалырға кәрәк.

-Ә өләсәйем һөйләй: мин тыуғас та, миңә «Шайтан күлдәге» кейҙергәндәр. Бына ул күлдәк. Ул ете төрлө ҡараманан тегелгән. Ете төрлө ҡараманы өй һайын йөрөп йыйып алып ҡоршап теккәндәр. Күлдәктең матурлығына ҡызығып шайтан балаға зыян итергә онота, ти.

-Баланың ҡулына ҡызыл сепрәк бәйләп, маңлайына ҡором һөртөргә кәрәк, юғиһә кешеләрҙең дә, ендәрҙең дә күҙе тейә, бала сырхау булла.

-Бына, ҡунаҡтар, бәпәйҙең ҡырҡы ла сыға тиҙҙән, Алла бирһә. Мулла ла килеп етер исем ҙә ҡуштырырбыҙ. Ниндәй исем қушабыҙ һуң?

-Ҡоломбәт исеме ифрат матур.

-Бик яҡшы, бик матур исем.

-Кемдер ишек шаҡый, мулла килеп етте ахры.

5

Мулла уҡый.

-Ата-инәңә шәфҡәтле бул,

Олоға кесе бул,

Кесегә оло бул.

Уң ҡолағыңа-азан,

Һул ҡалағыңа-исем

Ҡоломбәт атлы булырһың.

-Һәтәс, һәтәс, һәтәс тә,

Бигерәк матур бәпес тә.

Кем ҡарамай, кем һоҡланмай

Бындай матур бәпескә.    

      Йыр «Сәңгелдәк».

2.Алып барыусы.

Әсәйҙәр менән беррәттән  атайҙар ҙә һеҙҙе яраталар. Әсәйҙәрегеҙҙең ваҡыттары булмағанда, улар ҙа һезҙе ҡулларына алып, ышанысым булыр тип иркәләгәндәр, әкиәттәр һөйләгәндәр.

“Шалҡан”  әкиәтен инсценировкалау.  

 Йыр. Атайҙар тураһында.

1.Алып барыусы.

Был көн беҙҙең тантана.

Гармунсылар, керегеҙ,

Бейеү  уйнап бирегеҙ.

Бөгөн ғаилә байрамында

Ут сығарып биибеҙ.

Бейеү.

2.Алып барыусы.

Тормоштоң мәшәҡәттәре булған кеүек, уның байрамдары ла бар. “Беҙҙең гаилә” күргәҙмәһе менән танышҡанһығыҙдыр инде. Ундағы һүрәттәрҙән күренгәнсә, һәр ғаиләнең үҙ традицияләре, байрамдары бар. Уларҙы һәркем үҙенсә үткәрә.Бәпей туйҙары, баланың беренсе мәртәбә аяҡ баҫыуы, “атай”, “әсәй” тейеп, балалар баҡсаһына, мәктәпкә йөрөй башлауы һәр ғаиләгә бетмәҫ-төкәнмәҫ шатлыҡ килтерә.

6

 1.Алып барыусы.

 Беҙ ҙә үзебеҙҙең башҡорт теле дәрестәрендә халҡыбыҙҙың йырҙарын, уйындарын, сәнғәт оҫталарының тормошон һәм ижадын өйрәнәбеҙ. Бына һеҙгә лә хәҙер “Ҡунаҡ һыйлау” йолаһын тәҡдим итәбеҙ.

Ҡунаҡ һыйлау йолаһы.

-Бына, балалар, бөгөн ҙур байрам - беҙгә ҡунаҡтар килгән. Ә беззең халҡыбыҙ борон-борондан бик ҡунаҡcыл булған. Саҡырылмаған ҡунаҡты башҡорттар артыҡ күрмәгән, киреһенсә, уны «тәңре ҡунағы» тип атаған, «Маҡтап йөрөйһөң», «яҡшының ҡунағы - бер көндә», - тип һыйлағандар. Ә инде саҡырып та килмәүзе яҙыҡ эш, тип белгән.

-Бик алыçҡа, йыраҡҡа

Беҙ барабыҙ ҡунаҡҡа.

-Минең әйткән һүҙемде

Ал ысынға, уймаҡҡа.

-Ҡунаҡ булһаң, тыйнаҡ бул,

Тәрбиәле, йыйнаҡ бул.

-Артыҡ хәбәр һөйләмә,

Насар һүҙҙәр көйләмә.

-Изгелекле була бел.

Хужа, хужабикәгә

Именлектәр телә гел.

Йыр: «Туған көн».

ҡ аляпҡыс быуҙым да,

Ҡулдарымды йыуҙым да,

Ваҡ бәлештәр бешерҙем

Алма менән кишерзән.

-Иптәштәрем күп минең,

Йәшәйҙәр төрлө яҡта.

Килегеҙ, тип, байрамға

Саҡырғайным ҡунаҡҡа.

7

-Ауылдан да киләләр,

Ҡаланан да киләләр.

Дуçтар яратҡанымды

Әллә ҡайҙан беләләр.

-Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алам

Әсәйем менән бергә.

-Әйҙүк,- тимен дуçтарыма,-

Әйҙә, уҙығыҙ түргә.

-Рәхим итегеҙ, ҡунаҡтар!

Әйҙә түрҙән уҙығыҙ.

Әйҙәгеҙ, түрҙән уҙығыҙ,

Беҙҙә ҡунаҡ булығыҙ.

-Изгелекле мәрхәмәтле

Булһын йөргән юлығыз.

Бына қымыҙҙан ауыҙ итегеҙ. Һыуһап киткәнһегеҙҙер.

-Ә хәҙер һый- хөрмәтебеҙгә рәхим итегеҙ. Бына бишбармаҡ менән һыйланығыҙ.

Бына тултырылған тауыҡ..,

Ҡуллама…,

Бауырһаҡ..,

Ҡыçтыбый.

-Әйҙәгеҙ, хәҙер уйнап алабыҙ.(“Яулыҡ” уйыны.)

-Йәшрәм, йәшрәм яулығымды

Йәшел ҡайын артына

Күрмәгәндә һалып китәм

Бер иптәшем артына.

Язалар: Был малайға ниндәй яза?

               Шиғыр һөйләргә.

               Был ҡыҙға ниндәй яза?

               Бейеү бейергә.

Бейеү.

-Рәхмәт һеҙгә ҙур итеп.

Бик күңелле булды һеҙҙә.

8

Йыр «Мин үҙемде яратам».

1.Алып барыусы.

“Ғаилә бәхете- ил бәхете” ,ти халыҡ. Был иҫә: ғаиләбеҙҙең һаулығы ул- ырыуғ-мираҫыбыҙ абруйы, ил абруйы, тигән һүҙ.

Киләсәккә нигеҙ ғаиләлә һалына. Ғаилә-һәр кешенең таяныр нөктәһе лә, көйөнөсө лә, һөйөнөсө лә.

2.Алып барыусы.

Хөрмәтле тамашасылар, ҡаҙерле дуҫтар! Ошоноң менән беҙҙең кескенә байрамыбыҙ тамам. Беҙ һеҙҙең менән һаубуллашабыҙ. Һеҙгә тыныс, матур ғаилә тормошо теләп ҡалабыҙ. Ғаиләләрегеҙ татыу, дуҫ, имин булһын.

 1.Алып барыусы.

    Матур үтһен көнөгөҙ!

   Тик уң булһын эшегеҙ!

    Яман эштән ҡараймаһын,

    Балҡып торһон йөҙөғөҙ!

Киләһе осрашҡанға тиклем! Һаубулығыҙ!

Йыр. Ғаилә тураһында.

9


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Праздник семьи

Данное мероприятие прошло на День семьи в школе....

Праздник "Семьи"

Цель праздника: Сплочение семья по средствам игр. Прививать элементы здорового образа жизни....

Праздник семьи

Семья -это поддержка и опора классного руководителя в его работе. Как мы знаем дети в школе одни, а дома совершенно другие, и вот такие праздники показывают их способности и возможности....

разработка классного часа "Праздник семьи"

Данный материал классного часа способствует расширению представления детей о  семье, об объязанностях его членов, традициях семьи, а также формирует положительное отношение к семье как общественн...

Сценарий праздника "Семь чудес радуги" (посвящение в юные художники)

Праздник посвящения в юные художники. Цели и задачи мероприятия: воспитывать положительные взаимоотношения между детьми, развивать ассоциативное мышление, развивать мелкую моторику, чувство формы...

Праздник «Семья - это то, что с тобой навсегда».

Данное мероприятие посвящено Международному Дню семьи. Целью данного праздника является воспитание уважения к своей семье, своим близким. Оно проводится с участием учеников 7 класса и их родителей....

Праздник семьи «Семья – это то, что с тобою всегда!»

Сценарий праздника семьи для учащихся 5-8 классов....