ғаилә байрамы
методическая разработка

Файрузова Гульнара Фаритовна

сценарий праздника на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_gail_bayramy.docx22.36 КБ

Предварительный просмотр:

Сценарий “Матур ғаилә”

Һаумыһығыҙ, хәйерле көн, хөрмәтле  атайҙар, әсәйҙәр, өләсәйҙәр, ҡартатайҙар, ҡәҙерле балалар, килгән ҡунаҡтар! Беҙ һеҙҙе ғаилә байрамында күреүебеҙгә бик шатбыҙ.

Яҙҙың тәүге көнө 1- се Март терелеккә яңы һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле. Тап ошо көндә билдәләнгән милли байрамыбыҙ ҙа башҡорт ғаиләләренә тере һыуҙар һипкәндәй, бәхетебеҙ артыуҙың, асылыбыҙға ҡайтыуҙың башы булып торһон!

Әйҙәгеҙ, көндәлек мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып  бергә-бергә куңел асайыҡ.

Сарабыҙҙың биҙәге, төп ҡунаҡтары Тирәкле ауылынан

50 йыл бергә ғүмер иткән ғаиләләр

-Ғаҙелшиндар ғаиләһе Сәйфетдин ағай менән Фатима апай

- Файрузовтар ғаиләһе Шамсетдин ағай менән Фатима апай

25 йыл бергә ғүмер иткәндәр

-Хажеевтар ғаиләһе Айнур  Хәйҙәр улы менән Роза Самат ҡыҙы

- Файрузовтар ғаиләһе Ришат Насретдин улы менән Гөлнара Фәрит ҡыҙы

Күп балалы ғаиләләр

-Ҡотлоәхмәтовтар ғаиләһе Рәсилә Равиль ҡыҙы һәм Филюс Ғалимьян улы

- Хаметовтар ғаиләһе Индира Яхъя ҡыҙы һәм Ильнур Хатмулла улы

- Хайретдиновтар ғаиләһе Фанияз Кашбулла улы һәм Нурзилә Сайфулла ҡыҙы

- Вахитовтар ғаиләһе ғаилә башлығы Айтуған Сәиткәрәй улы

Ауылыбыҙҙың иң кесе кешеһе

Аралбаевтар ғаиләһендә

Марсель Барый улы менән Юлия  Николаевна ҡыҙҙары  Ксения

Ауылыбыҙҙың иң өлкән кешеләре

Канзафарова Сәғиҙә Хәбиҙетдин ҡыҙы һәм Галиакберова Бибинур..............

Тантаны асыр өсөн ҡотлау һүҙҙәре ауыл хакимиәте башлығы Урал Сәйфетдин улы Шагеевҡа бирелә.

(Балалар теҙелә).

Нимә ул ғаилә. Ғаилә – ул тыуған йорт, ғаилә – ул бер береңде ярты һүҙҙән аңлау, шатлыҡты ла, ҡайғыны ла бергә бүлешеү.

  • Ғаилә –ул беҙ, ғаилә ул мин
  • Ғаилә – ул атай, әсәй һәм мин
  • Ғаилә – ул минең яратҡан ҡустым
  • Ғаилә – ул беҙҙең йомшаҡ бесәйебеҙ
  • Ғаилә – ул минң яратҡан ағайҙарым
  • Ғаилә – ул тиктормаҫ туғаным
  • Ғаилә – ул матур биҙәлгән шыршыҡай
  • Ғаилә – ул минең туғандарым
  • Ғаилә – ул табын артында байрам
  • Ғаилә – ул бәхет
  • Ғаиләлә һине көтәләр һәм яраталар

Йыр ТАТЫУ ҒАИЛӘ

Ғаилә – ул көс туплаусы нур йомғаҡ тип билдәләй Рәшит Әхтәри. Ә Тайфур Сәғитов ғаиләне гөл үҫтерә торған һауытҡа оҡшатҡан, гөлдө гел генә ҡарап, ҡурсалап тормаһаң, уға йә ҡырау төшә, йә күҙ тейә, тип киҫәткән.

Балалар  - тормош йәме, мөхәббәтле өйҙә бишек ҡояш булып эленеп торор, алтын сөйҙә – тигән шиғри юлдар авторы Динә Талхина.

Исем ҡушыу йолаһы.

Тормош бәхет өсөн яратылған. Ә бәхет нимә ул. Һәр кем уны үҙенсә аңлай. Кем өсөндөр был төшөнсә аҡса, хакимлыҡ, яҡшы эш урыны менән бәйләй, ҡайһы берәүҙәр һәүәтемсә генә, бер кемгә ҡамасауламай йәшәүҙе өҫтөн күрә. «Бәхет – байлыҡ та, ҡоро рәхәтлек тә, барыһынан ҡәнәғәтлек тә түгел, ә шуларҙан торған рух байлығы, йән рәхәте, йәшәү йәме ул»,  - тип билдәләй халыҡ яҙыусыһы Ғайса Хөсәйенов. Әммә нисек кенә булмаһын, бәхетте ғаиләһеҙ, парһыҙ күҙ алдына килтереп булмай.

Бейеү Яулыҡ менән. Ләйлә

Элек электән әсәй өләсәйҙәр йәштәргә ғаилә ҡороусыларға «тиң йәшәп, тиң ҡартайығыҙ», тип теләктәр әйткән. Ошо ябай ғына һүҙҙәрҙә ниндәй оло мәғәнә ятҡанын  йәшәй йәшәй генә аңлай башлайбыҙ.

50 йыл тормош йөгөн бер төптән тартҡан ныҡлы ғаиләләр йәштәргә лә матур өлгө.

50 йыл – әйтеүе генә анһат, ярты быуат ғүмер бергә. Тимәк 50 йылдың дүрт миҙгеле – ҡарлы-буранлы, ҡаты һыуыҡлы 50 ҡышын, ләйсән ямғырлы, бөрөгә тулышҡан ынйы сәскәле 50 яҙын, емеш-еләкле, көмөш һыулы, хуш еҫле 50  йәйен,

50 алтын көҙөн бергә ҡаршы алып, бергә үткәндәр.

Йыр Асылыҡай буйы. Гүзәлиә.

Беҙҙең халыҡ борон-борондан ғаилә йәнле, бала һөйәр, туған хисле, ҡәүем ул. Ҡайһы ғына йоланы алып, ниндәй генә тарихты байҡама, ғаилә ҡиммәтәре башҡорттоң төп йәшәү асылы, тормош кендеге булған. Һәр төрлө хәләттә лә ғаиләләрен һаҡлап ҡалырға, балаларын ата- әсәле үҫтерергә тырышҡан улар.

Мин башҡорт балаһы. Данир йырлай

Шиғыр. Шагеева Айгизә

  • Ғаилә – ул усаҡ, йылылыҡ, яҡтылыҡ
  • Ғаилә – ул дуҫлыҡ, татыулыҡ, яҡшылыҡ
  • Ғаилә – ул шатлыҡ, берҙәмлек, туғанлыҡ
  • Ғаилә – ул хеҙмәт, уңғанлыҡ, булғанлыҡ
  • Ғаилә – ул байлыҡ. муллыҡ һәм бәрәкәт
  • Ғаилә – ул табышмаҡ, борсоу һәм  мәшәҡәт
  • Ғаилә – ул бәхет, хыял һәм мөхәббәт
  • Ғаилә –ул йәшәйеш, шәфҡәт һәм мәрхәмәт
  • Ғаилә – ул бәлә, беренсе аҙымдар
  • Ғаилә – ул байрам, күңелле сығымдар
  • Ғаилә – ул тормош, үпкә һәм талаштар
  • Ғаилә – ул бер фән, күп төрлө ҡараштар
  • Ғаилә – ул бөтөнлөк, тигеҙлек һәм хөрлөк
  • Ғаилә ныҡ була, ныҡ булһа тик ерлек!

Йыр Башҡорт телендә һөйләшәм. Айлина

Башҡорт бейеүе. Ансамбль

Ә хәҙер ҡотлау өсөн һүҙ Йортомбаев Фәиз Фатих улына бирелә.

Бөтә ғаиләләр ҙә маҡтауға, ололауға лайыҡ. Тормошта бит иң мөһиме ғаилә нигеҙенең ныҡлы булыуы.

Бәхетле ғаилә парҙарына, саҡырылған ҡунаҡтарға артабан да сәләмәтлек,оҙон бәхетле ғүмер теләйбеҙ. Һәр ғаиләлә сабый тауышы тынмаһын, ел-дауылдар урап үтһен, татыулыҡ та һәм именлектә йәшәргә насип булһын!

Иҫән-һау булығыҙ!  


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Сөмбөлә байрамы!

Праздник урожая...

" Уҡытыусылар көнө" байрамы

Тантаналы линейка...

"Шәжәрә байрамы"

quot;Шәжәрә байрамы" сценарийы...

Әлифба байрамы

Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе балалар өсөн Әлифба байрамы...

Әсәйҙәр байрамы

Өлкән төркөмдәр өсөн байрам иртәлеге...

Дуҫлыҡ байрамы.

Дуҫлыҡ байрамы....