Сценарий праздника "Урал батыр"
план-конспект занятия (5 класс)

Арыҫланова Светлана Тәлғәт ҡыҙы

Сценарий школьного конкурса сказителей эпоса "Урал батыр"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ural_batyr_stsenarits.doc43.5 КБ

Предварительный просмотр:

1 Выходит старик. (Обращается всем!)

“Ҡолаҡ һалһаң һүҙемә,

Әйтә торған һүҙем бар:

Илгә йола булырҙар,

Һынап белгән заңым бар,

Донъяла мәңге ҡалам, тип,

Донъялай ғүмер һөрәм, тип,

Үлемгә буй бирмәҫкә,

Уны бер заң итмәҫкә

Йәншишмәнән эсмәгеҙ

Миндәй хурлыҡ күрмәгеҙ.

Донъяла мәңге ҡалыр эш –

Донъяны матур төҙөгән,

Бағты мәңге биҙәгән –

Ул да булһа яҡшылыҡ.

Күккә лә осор - яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ - яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ - яҡшылыҡ.

Бары эшкә баш булыр,

Үҙеңә лә кешегә лә

Мәңге йәшәр аш булыр,”

Выходит толпа людей. (Урал эйәртеп сыға.)

(В это время за ценой звучат слова автора.)

Тигән һүҙен ишеткәс

Бөтә серҙе аңлағас,

Бар халыҡты эйәртеп,

Урал юлға сыҡҡан, ти,

Йәншишмәгә барған, ти,

Һыуын уртлап алған, ти.

Үҙе сапҡан юлына,

Дейеүҙән өйгән тауына

Һыуҙы шунда бөрккән, ти.

Урал: “Тау – урмандар йәшәрһен,

             Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

             Ҡошо һайрап маҡтаһын,

              Халҡы йырлап хуплаһын,

              Ерҙән ҡасҡан дошмандар

              Бары күреп һоҡланһын,

              Ир һөйөргә ил булып,

              Ер һөйөргә бағ булып,

              Дошман күҙен ҡыҙҙырып

              Балҡып торор ер булһын!”-

Слайды. Красота Уральских гор.

Танең. – “Потомки Салавата”

“Урал” йыры яңғырай.

(Сцена артынан уҡыла:)

Ике бөйөк ҡитға осрашҡан ер,

Сал уралдың аяҡ осонда.

Башҡорт ҡыҙы һуҡҡан балаҫ һымаҡ

Дала ята.

Туймазылар иле ошонда.

Ҡыр – Йыландар, ҡаңны иле, бәйләр иле!

Шундай киңлек, беҙҙә - матурлыҡ,

Европаның кескәй бер дәүләте

Ҡуйынына һыйынып ятырлыҡ.

  1. Флорид.

Алыҫ араларҙы яҡын итеп,

Килгәнһегеҙ беҙгә ҡунаҡҡа.

Яҙ елдәре һеҙҙе килтергәндер

Төрлө мәктәптәрҙән был яҡҡа.

     2.    Айгөл.

Килегеҙсе, күрегеҙсе

Бөгөн бында ҙур байрам.

Бәйгегә килгән дуҫтарға

Серафимдарҙан сәләм!

  1. Флорид.

-Хәйерле көн! Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар!

     2.    Айгөл.

-“Урал батыр” эпосы буйынса йәш сәсәндәр бәйгеһе беҙҙең районда 2002  йылдан алып үткәрелә.

  1. Флорид.

-Бөгөнгө бәйгегә район һәм ҡала мәктәптәренән ………команда килгән.

   

      2.    Айгөл.

-Халҡыбыҙҙың алтын аҡылын туплаған, мәңге асылып бөтмәгән сер һаҡлаған рухи ҡомартҡыбыҙ “Урал батыр” эпосында халҡым тарихы.

      1. Флорид.

Борон-борон замандан

Кеше-маҙар килмәгән,

Килеп аяҡ баҫмаған

Ул тирәлә ҡоро ер

Барлығын һис кем белмәгән…

       2. Айгөл.

Флорид! Туҡтап тор әле, ашыҡма.

Беҙгә бит ана күпме йәш сәсәндәр килгән.

“Сәсән барҙа телеңде тый” тигән боронғолар. Әйҙә, уларҙы тыңлайбыҙ.

1. Флорид.

-Әйҙә улайһа.

Бәйгене асыр өсөн һүҙҙе Туймазы районы мәғариф бүлеге методисы Ситдиҡова Айһылыу Шаймарҙан ҡыҙына бирәбеҙ.

-Һүҙҙе Серафимовка 1-се урта мәктәбе директоры Садыков Урал Тимерйән улына бирәбеҙ.

Йыр. – Гульназ Вальмировна

Выходят учителя.

 

1.Байрамдарҙың бөгөн байрамы

   Беҙҙе йыйҙы “Урал батыры”.

   Изге теләк - һүҙҙең ағаһы

   Бата теләк – һүҙҙең бабаһы.

2. Ҡарап тормай ара йыраҡҡа

    Дуҫтар килгән беҙгә ҡунаҡҡа.

    Дуҫлыҡ бит ул тормош үҙәге,

    Дуҫлыҡ бит ул йәшәү биҙәге.

-Хәйерле көн, хөрмәтле дуҫтар, ҡунаҡтар!

 

-Беҙҙә бөгөн ҙур байрам!

Быуын-быуындан күсә килгән халыҡ аманаты, рухи мираҫ, милли ҡомартҡы булған “Урал батыр” эпосы йыйҙы беҙҙе.

1.Бәйге урыны – оло майҙан,

   Майҙан тотҡан ҡыҙҙарыбыҙға дан!

   Егеттәр, һеҙгә дан!

   Бөйөк дуҫлыҡ йорто булған

   Башҡортостаныбыҙға дан!

2.Бәйге булғас, баһалар ҙа ҡуйыла,

   Еңеүселәр ҙә була.

   Бөгөнгө беҙҙең бәйгене баһалаусы хөрмәтле жюри ағзалары менән таныштырып китергә рөхсәт итегеҙ:

-Ситдиҡова Айһылыу Шаймардан ҡыҙы

Туймазы районы мәғариф бүлеге методисы

-Хәсәнова Нәсимә Йәмил ҡыҙы

Туймазы ҡалаһы 3-сө урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

-Шәрәева Гүзәл Мирғәрифйән ҡыҙы

Үрге-Бишенде ауылы мәктәбе уҡытыусыһы

-Нуретдинова З.А.

Кәкребаш урта мәктәбе уҡытыусыһы

-Ғиззәтуллина Р.Т

Ҡарамалы-Ғөбәй урта мәктәбе уҡытыусыһы

-Ғәлиева Зөлфиә Миңнулла ҡыҙы

Туймазы ҡалаһы 8-се урта мәктәбе уҡытыусыһы

-Ғәлиуллина Зилә Филат ҡыҙы

Туймазы ҡалаһы 1-се интернат-мәктәбе уҡытыусыһы

-Хәйерле сәғәттә, һеҙҙең фатихағыҙ менән, мөхтәрәм жюри ағзалары, конкурсыбыҙҙы башлайбыҙ.

-Беренсе турҙа ҡатнашыусылар!

Һеҙҙе 28-се һәм 29-сы бүлмәләрҙә көтәләр;

Беренсе турҙы баһалаусы жюри ағзалары 30 минуттан 30-сы бүлмәгә рәхим итегеҙ.

-Өсөнсө турҙа ҡатнашыусылар һәм жюри ағзалары һеҙ тамаша залында ҡалаһығыҙ.

-Икенсе турҙа ҡатнашыусылар

Сәғәт 11-ҙә һеҙҙе 28-се бүлмәлә көтәләр.

Кемдең нисәнсе сығыш яһағаны һеҙҙең файлдарҙа бар, шуға күрә һеҙгә ҙур үтенес, кереп-сығып, тауышланып йөрөмәүегеҙ һорала!

Йомғаҡлау.

Бүләкләү.

Бер осрашыу – үҙе бер ғүмер, тип

Бабайҙар бит юҡҡа әйтмәгән.

Бер осрашып серҙәр бүлешеү –

Был ғәҙәттәр әле бөтмәгән.

Уңыш һеҙгә, уңыш беҙгә,

Йылмайып көлөп торһон.

Ошо бәйге беҙҙең арала

Дуҫлыҡ нигеҙе ҡорһон!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Исследовательская работа - презентация "Вехи Памяти" к уроку тат.литературы в 7 классе "Батыр егет-ил курке"

Исследовательская работа - презентация " Вехи Памяти"к уроку татарской литературы в 7 классе "Смелый джигит - радость страны" Использование местного материала об участниках Великой Отечественной войны...

Батыр үлә, үлмәс ат алып, Батырлыклар белән макталып, Исмең калсын, үзең үлсәң дә, Тарихларда укып ятларлык. М.Җәлилгэ багышланган кичә

БуранКүз ачкысыз каты буран чыкты,Юл табалмый атлар туктады.Кар пәрдәсе аша күренеп калаЕрак түгел авыл утлары....

Язучы да Алиш, батыр да.

Абдулла Алишның тормышы һәм иҗаты турында...

Сценарий. Камыр-батыр маҗаралары

Сценарий. Камыр-батырмаҗаралары...

"Урал батыр" конкурсына сценарий

quot;Урал батыр" конкурсына сценарий...

Урал- батыр.Сценарий

Шиғыр “Яҡшылыҡ”Күккә лә осор – яҡшылыҡ,Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.-   Бөгөн беҙҙә оло байрам – Ур...