"Йөйәгем - төйәгем" (кластан тыш сара)
материал (7, 8 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

Был сара  ауылыбыҙҙың  тарихы, күренекле кешеләре хаҡында. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл yoygem_-_viktorina.docx17.55 КБ

Предварительный просмотр:

“Йөйәгем – төйәгем”

(кластан тыш сара)

Сараның маҡсаты:  уҡыусыларҙа ауылыбыҙ топонимикаһы , шәжәрәләр буйынса белемде камиллаштырыу, ҡыҙыҡһыныу уятыу;  ауылыбыҙҙан сыҡҡан күренекле кешеләр тураһында мәғлүмәтле булыу; сәнғәткә ынтылыш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, слайдтар, китаптар күргәҙмәһе, шәжәрәләр

Ҡатнашалар: 7 – 8-се класс уҡыусылары

        Тыуған төйәк...Тыуған ауыл...Тәүләп тәпәй баҫҡан ер...Ул һәр ваҡыт кешене үҙ яғына тарта, саҡыра. Билдәле шағирә Миңлегөл Хисамова әйтмешләй:

                “Тыуған ерҙән ситтә мин үҙем дә

                Моңдарынан яҙған ҡыу ҡурай.”

        Үҙебеҙ төбәк иткән урын, уның арҙаҡлы ул-ҡыҙҙары  хаҡында беҙ нимә беләбеҙ? Бөгөнгө уйын-викторинаға беҙ ана шул маҡсатта йыйылдыҡ. Уның темаһы -  “Йөйәгем – төйәгем”.

        Уйында ике команда ҡатнаша, ҡайһы команда уйынсылары күберәк яуап бирә, шул команда еңеүсе булып сыға.

Уйынды үҙебеҙ менән таныштырып , башлап ебәрәйек:

Ырыуым – Ҡатай,

Ҡошом – ҡауҙы,

Ағасым – артыш,

Тамғам – һырыу,

Ораным - Аҡтайлаҡ

  1. Йөйәк ауылының атамаһы ҡайҙан килеп сыҡҡан?
  2. Ауылыбыҙ хаҡындағы түбәндәге шиғри юлдарҙың авторы кем:

“Бер ауыл бар Инйәр буйында,

Урын алған тауҙар ҡуйынында...”? (Барый Ноғоманов)

(Динә Солтанова шиғырҙы һөйләй)

  1. Ауылдан сыҡҡан Социалистик Хеҙмәт Геройы (Сәғиҙә Хашим ҡыҙы Мөхәмәтдинова)
  2. Ауылыбыҙ хаҡында ниндәй йырҙар бар? (“Йөйәккәйем – ауылҡайым” Ә.Кәшфуллин һүҙ., “Ете төндә ете уйым” Г.Ситдыҡова һүҙ. )

(Искәндәрова Айзилә йырлай – “Ете төндә ете уйым”)

  1. Ауылыбыҙ, районыбыҙ тарихы хаҡында Ринат Гәрәй улы Шәйбәковтың китабы нимә тип атала? (“Тыуған төйәк тарихы”)
  2. Ауылдашыбыҙ, М.Ғафури исемендәге БДАДТ-ның 2006 – 2011 йылдарҙағы директоры (Рәис Ғабдрахман улы Исмәғилев)
  3. Иван батшаға барып, Инйәр буйындағы ерҙәргә ярлыҡ алып ҡайтҡан тархан (Ҡолман)

(Асҡарова Йәнгүзәл “Хан ҡыҙы” бейеүе)

  1. Ауылға кем нигеҙ һалған? (Һибәт)

(Өмөтбаева Айгөл ауылға нигеҙ һалыныуы хаҡында һөйләй)

  1. “Ҡаты ғына Ҡатай ере” хаҡында шиғыр яҙыусы шағирә (Гүзәл Ситдыҡова)
  2. Нимә ул ара? Ауылдағы араларҙы беләһеңме? (Ара- ырыу тармағы,ара – ырыу – ҡәбилә; Күскенсе, Мәнтәй, Һибәтис, Һәйетбай, Туғанаш )

(Салауатов Ильяс шәжәрәһе хаҡында һөйләй)

  1.  Ауыл исеме беренсе тапҡыр ҡасан телгә алына? (1759 йылда,Инйәр буйында Ҡатай волосы аҫаба башҡорттары Татлы һәм Аҫылғужа ауылдары араһындағы  ерҙәрҙе сауҙагәр Матвеевҡа һатҡан документта)
  2.  Йөйәк ауылынан һуғышҡа нисә кеше киткән һәм нисәүһе әйләнеп ҡайтҡан? 68, 40
  3.  Кеше эшмәкәрлегенә бәйле атамалар - микротопонимия (Шәми утары, Аҙнабай утары)
  4. Ауылдашыбыҙ, Нестеров исемендәге Дәүләт художество музейының директоры Ф.Исмәғилевтың Ватан һуғышына арналған күргәҙмәһе нисек атала? (Төньяҡ амурҙары – слайдтар аша картиналарҙы күрһәтеү)

  1. Ауылдағы ниндәй урам ара исемен йөрөтә? (Туғанаш)
  2.  Борон ауылдаштарыбыҙҙың кәсебе менән бәйле ниндәй топонимик атамаларҙы беләһегеҙ? (Үрғышлау, Арғышлау, Йәйләү, Көҙгө йорт)
  3.    Башҡорт академия дәүләт театры актрисаһы, ауылдашыбыҙ Юлиә Ғәләүетдинова уйнаған фильм нимә тип атала һәм уның режиссеры кем? (“Әсә”, А.Асҡаров)

(еңеүсе команданы бүләкләү)

Йомғаҡлау:  Афарин, уҡыусылар! Ауылыбыҙ тарихын да, уның данын арттырған күренекле кешеләрен дә беләһегеҙ икән. Киләсәктә һеҙгә лә яҡшы кешеләр булып, ауылыбыҙҙың данын тик изге ғәмәлдәрҙә генә арттырып, тыуған төйәгегеҙгә кәрәкле ул-ҡыҙҙар булып үҫергә яҙһын.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Кластан тыш сара "Аҡйондоҙ менән Аҡйегет"

Общешкольное мероприятие по творчеству народного поэта Башкортостана Мустая Карима...

Кластан тыш сара "Дуҫлыҡ байрамы"

Общешкольное мероприятие по изучению родословной своей семьи,воспитание дружбы,толерантности среди обучающихся...

Кластан тыш сара "Тик тыныс булһын илдәр"

Әҙәби-музыкаль композиция "Тик тыныс булһын илдәр"...

Кластан тыш сара "Яугир шағирҙар"

Шиғриәт көнөнә,  Әҙәбиәт йылына һәм Еңеүҙең 70 йыллығына арналған   шиғыр һөйләү конкурсы...