Нәжиб Асанбаевтың ижадына һәм тормошона арналған уйын-дәрес.
методическая разработка на тему

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Күп яҡлы талант эйәһе.

Маҡсат:1.Нәжиб Асанбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.

2.Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

3.Һөйләм телмәрен үҫтереү.Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:1.Магнит таҡтҡаһы,магниттар,магнитофон.2.Алып барыусы өҫтәлендә 5 өлөшкә бүленгән түңәрәк.3 Һорауҙарҙың һәр өлкәһе айырым төҫтә.4.Уҡлы өйрөлтмәк.5.Приздар,бүләктәр.

Дәрескә әҙерлек аҙна –ун көн алда башлана.уҡыусылар һорауҙар тематикаһы менән таныша.Н.Асанбаев ижады буйынса өҫтәлмә әҙәбиәт табып уҡып.һорауҙар әҙерләй.Командала уйнаусыларҙың һаны,жюри ағзалары билдәләнә.

ДӘРЕС БАРЫШЫ.

1.Ойоштороу мәле

   Һаумыһығыҙ,уҡыусылар,

                                                                                                 Башлана беҙҙең дәрес,

                                                                                                 Уйнап-көлөп,шаярышып

                                                                                                 Ялҡытмаймы тәнәфес

Ҡыңғырауҙы ишеттек тә

Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә

Еңдәребеҙҙе һыҙғанып

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kup_yakly_talant_eyhe_n.asanbaev.docx20.67 КБ

Предварительный просмотр:

Нәжиб Асанбаевтың ижадына һәм тормошона арналған уйын-дәрес.

Күп яҡлы талант эйәһе

 Башҡарыусы:Киләй дөйөм

белем биреү мәктәбенең

башҡорт теле  уҡытыусыһы

 Сәләхова Миляуша Мусаяфовна

Күп яҡлы талант эйәһе.

Маҡсат:1.Нәжиб Асанбаев ижады буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү,йомғаҡлау.

2.Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

3.Һөйләм телмәрен үҫтереү.Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:1.Магнит таҡтҡаһы,магниттар,магнитофон.2.Алып барыусы өҫтәлендә 5 өлөшкә бүленгән түңәрәк.3 Һорауҙарҙың һәр өлкәһе айырым төҫтә.4.Уҡлы өйрөлтмәк.5.Приздар,бүләктәр.

Дәрескә әҙерлек аҙна –ун көн алда башлана.уҡыусылар һорауҙар тематикаһы менән таныша.Н.Асанбаев ижады буйынса өҫтәлмә әҙәбиәт табып уҡып.һорауҙар әҙерләй.Командала уйнаусыларҙың һаны,жюри ағзалары билдәләнә.

ДӘРЕС БАРЫШЫ.

1.Ойоштороу мәле

   Һаумыһығыҙ,уҡыусылар,

                                                                                                 Башлана беҙҙең дәрес,

                                                                                                 Уйнап-көлөп,шаярышып

                                                                                                 Ялҡытмаймы тәнәфес

Ҡыңғырауҙы ишеттек тә

Ашыҡтыҡ беҙ дәрескә

Еңдәребеҙҙе һыҙғанып

Тотонабыҙ беҙ эшкә.

Дәресте уҡытыусы башлай

Башҡортостанды йыш ҡына “Икенсе Швейцария”тип атайҙар .Мин бының менән ғорурланам да,ошо уҡ ваҡытта риза ла түгел.Ни өсөндөр  был сағыштырыҙы  күңелем  ҡабул итмәй.Швецарияның үҙен “Икенсе Башҡортостан”тияргә кәрәктер тип яҙа беҙҙең  яҡташыбыҙ Башҡортостандых халыҡ яҙыусыһы Нәжиа Асанбаев.

Беҙ бөгөн һеҙҙең менән Н.Асанбаевҡа бағышланған  уйын-дәрес үткәребеҙ.

1 уйын-капитандар ярышы.

Уҡыусылар командаларға бүленә,капитандар һайлана.Капитандар бер-берһенә сиратлап икешәр һорау бирә.

2 уйын –индивидуаль яуаптар.

Уҡлы өйрөлтмәкте бер уҡыусы әйләндереп тора.Уҡ ҡарап туҡтаған өлкәнән һорау бирелә.Әгәр командаларҙың береһе яңылышһа,яуап биреү хоҡуғы икенсе командаға күсә.Әгәр ҙә бер командала бер ыңғайҙан яуаптар дөрөҫ булһа,өҫтәмә мәрәй бирелә.

3 уйын-сиратлап яуап биреү (мин-һиңә,һин-миңә)

Бер команда ағзалары икенсе командалағы ҡапма –ҡаршы ултырыусыларға сиратлап һорау бирә.Һорауҙар араһында музыҡаль туҡталыш.

4 уйын –берәмләп яуап биреү

Бер команда икенсе команда яуап бирәсәк һорауҙар өлкәһен һайлай.Яуап биреү өсөн бер генә кеше тәғәйләнә.Әгәр яуаптар дөрөҫ булһа,бер команда биш минут дауамында яуап бирә ала.Әгәр тәүге команда яуап бирә алмаһа, шундай уҡ һүҙ икенсе  командаға бирелә.Уйынды дауам иткәндә һәр команданың үҙ өлкәһенән һорауҙар бирелә.

ЯЛ  МИНУТЫ

Баҡалы районының күренекле шағирҙарҙың шиғырҙарын уҡыу.

“Баҡалым”  Н.Асанбаева

Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡта

Ниндәй йырҙар йырлармын?

Бик һағындым Сөн буйҙарын

Сөндә үтте уйҙарым.

Төҙ нараттар араһында

Ултыраһың Баҡалым!

Һуларың көмөш ,балыҡлы,

Һандуғаслы һәр талың!

Халҡың- батыр,халҡың –матур,

Көләс уның йөҙҙәре,

Йырлы-моңлы күңелдәре,

Гармунсыла үҙҙәре.

Әй,Баҡалым,Баҡалым,

Тыуып үҫкән яҡтарым.

Изге ерем ,ғазиз илем,
Йөрәгемдә һаҡлармың!

Миәссәр Басыйров шиғырҙары.

Сөн буйҙарында ҡайындар            

Сөн буйҙарында ҡайындар

Япраҡ яра иртәрәк.

Япраҡ ярған ҡайындарҙы

Иҫә елдәр иркәләп

Иҫә елдәр таң алдынан

Иҫкән елдәргә һөйләйҙәр

Аҡ ҡайындар хистәрен

Сөн буҙарына ҡайтам да

Таң ҡаламын елдәргә,-

Елдәр ҙә ғашиҡ,күрәһең,

Ҡайын үҫкән ерҙәргә

ЙӨРӘГЕМ- ҒҮМЕР СӘҒӘТЕМ

Йөрәгем –ғүмер сәғәтем

Ҡойолған көмөштәрҙән

Ябырылғанда ла дауылдар,

Туҡталмай йөрөштәрҙән

Ал да белмәй ,ял да белмәй,

Ашҡына ла ашҡына,

Йәшләй ашҡынғани йөрәккә

Баш булалмай баш ҡына.

Ашҡына ул ашыр булып,

Тауҙарҙың үркәсенә,

Хушлаша бер генә тынға,

Тауҙы таң үпкәс кенә

Ашҡына ул аҡҡоштарға

Ҡайтыр юлдар түшәргә,

Дауылда ҡалған кәмәнең

Ишкәктәрен ишергә.

Һибелә ул ямғыр булып,

Сүлдәр кискәндә ирҙәр,

Еләҫ елдәр булып иҫә,

Тамғанда биттән тирҙар.

Уң ҡулы ул уңғандарҙың.

Ҡанаты яңғыҙҙарҙың,

Йыуанырға моң-сазы ул

Һағышы,ҙары барҙың

Йөрәгем –ярһыу сәғтем..

Беләм ,тынырул да бер

Ашҡыныулы йөрәк менән

Бер  йәшнәүең-бер ғүмер.

Сабырлыҡ бир

“Һаумы ,әттә!”-

Ҡыҙым ҡайтып керҙе,

Көпә-көндөҙ,

Көлөп –шаярып,

Хафаларым осто һауаларға,

Осҡан төҫлө

Һауа шар ярып,

Ҡарашына ҡараш сағылғас та

Аҡтарылды күңелем боҙҙары.

Аҡтарылды

Өнһөҙ йәшен тамып.

Елдәр иҫһә

Елдәр иҫһә,тмыҡ диңгеҙ  йырлай башлай,

Елдәр иҫһә,тып-тын торған урман шаулай

Елдәр иҫһә, йомшаҡ ҡарҙар күккә оса,

Елдәр иҫһә,болоттарҙы болот ҡоса.

Елдәр һымаҡ күңелемә килеп керҙең.

Елдәр һымаҡ тын күңелде дыу килтерҙең.

Елдәр һымаҡ хистәремде һин дөрләттең

Елдәр һымаҡ елкенергә һин өйрәттең

Яҙғы елдәр һиңә биргән йылылығын,

Көҙгө елдәр һиңә биргән йылғырлығын,

Йәйге  елдәр ҡырҙа һине һөйөп иҫкән.

Елдәр һөйөп сыныҡтырып,һылыу иткән

Елдәр иҫһә,хәҙер елде  һин тип беләм,

Елдәр тынһа ,уйҙарымда һин еләм

Елдәр етеҙ ҡыйыу ҡыҙға баш эйәм

Тик ят елдәр теймәһен тип янам –көйәм.

5 уйын-“Артабан..артабан”

Бер минут эсендә команданың нисә һорауға дөрөҫ яуап биреүе иҫәпкә алына.Яуап ҡыҫҡа,аныҡ булырға тейеш.Һорауға яуап бирелмәһә, “артабан” тип әйтелә һәм киләһе һорау бирелә.

Йомғаҡлау.Мәрәйҙәрҙе иҫәпләү,командаларға бүләктәр.

               

     ЯҠЫНСА  ҺОРАУҘАР  ТЕҘМӘҺЕ.

Әҫәрҙәр.

1.Н.Асанбаевтың ниндәй пьесаларын беләһегеҙ?

2.Кәрим Хәкимов тураһында ниндә пьеса яҙа?

3.”Яралы яҙмыш” тағы трагик биографияның төп герой кем ?

4.Кем тураһында өс пьесанан торған трилогия ижад иткән?.

Әҙәбиәт теорияһы.

1.Н.Асанбаев –күп яҡлы талант эйәһе.Ул ижад иткән өлкәләрҙе һанап сығығыҙ.

2.Рәйсә менән Фәйзи  һүрәтләнгән драмала төп темаһын билдәләгеҙ.

3.”Өҙөлгән өмөт” драмаһында ниндәй афәт илебеҙ өҫтөндә ҡанатын йәйә башлауын күрһәтә?

Фән ,тәбиғәт,тормош.география

1.Н.Асанбаев ҡайҙа тыуған?

2.Н.Асанбаев ҡайҙа белем алған.?

3.Нисәнсе йылдарҙарҙа “Ҡыҙыл таң” гәзитендә эшләй.

4.1954 йылда ниндәй комедияһы менән башҡорт драматургияһына гөрләп килеп инә.?

5.Н.Асанбаевтың званиелары һәм наградаларын һанап сығығыҙ.

6.Н.Асанбаевка Башҡортостандың  халыҡ яҙыусыһы исеме ҡасан бирелә?

7.Бөйөк Ватан һуғышынан һуң яҙылған әҫәрҙәре.

8.Үҙенең мемуарҙарн ниндәй журналда баҫтырып сығара?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә

Рәми Ғарипов ижадына арналған әҙәби-музыкаль кисә ...

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә.

Мостай Кәримдең ижадына арналған музыкаль кисә....

Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына сәйәхәт

Рәми Ғарипов  тормошона һәм ижадына  сәйәхәт (дәрес-семинар)...

Р.Ғариповҡа арналған уйын

Р.Ғариповҡа арналған уйын...

Зәйнәб Биишева ижадына арналған кисә

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишеваның тормош юлы һәм ижады менән танышыу. З.Биишева ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу, дуҫлыҡ, берҙәмлек тойғоларын тәрбиәләү....

Шәйехзада Бабич тормошона арналған сара ( Башкортостан ынйылыры)

Уҡыусыларҙы Шәйехзада Бабичтың уҡыу йылдары,уның ҙур шәхес булыуын  балаларға еткереү һәм уға ҡарата яҡшы ҡараш тәрбиәләү....