ЕҘЕМ ҺӨЙЛӘШСӘҺЕНЕҢ ФОНЕТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ
статья

Хәсәнова Гүзәл Фәйез ҡыҙы

ЕҘЕМ ҺӨЙЛӘШСӘҺЕНЕҢ ФОНЕТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya_ezem_hoylshshenen_fonetik_uzenslektre.docx19.01 КБ

Предварительный просмотр:

Хасанова Г.Ф., IV курс

Ғилми етәксеһе – филология фәндәре кандидаты, доцент Хәбибуллина З.Ә., М. Акмулла ис. БДПУ

ЕҘЕМ ҺӨЙЛӘШСӘҺЕНЕҢ ФОНЕТИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

Башҡорт халҡы  – боронғо халыҡ. Йөҙәр быуатлыҡ тарихы менән уның һөйләш үҙенсәлектәре лә бөгөнгәсә һаҡланып килгән һәм бөгөнгө көндә лә, йәнле һөйләү телмәрендә ҡулланылып, уны үҙенсәлекле, боронғо тел булараҡ иҫбатлай.

Диалектология – тел белеменең айырым бер тармағы. Ул билдәле бер телдең диалекттарын һәм һөйләштәрен, йәғни халыҡтың ерле һөйләш телен өйрәнеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Диалектология термины грек телендәге диалектос (dialectos) – “һөйләш” һәм (логос) logos – “фән”, “тәғлимәт” тигән һүҙҙәрҙән алынған.

Диалекттар һәм һөйләштәр – тарихи күренеш. Улар, асылда, башҡорт ырыуҙары ҡәбиләләренең теле булған, заманалар уҙыу менән ғәйәт ҡатмарлы үҫеш һәм үҙгәреш кисергәндәр. Дөйөм халыҡ теле барлыҡ диалекттарҙы, һөйләштәрҙе һәм һөйләшсәләрҙе үҙ эсенә ала. Телдең диалекттар системаһында шулай уҡ һөйләштәр төркөмө тигән төшөнсә лә бар. Һөйләштәр төркөмө ниндәй ҙә булһа үҙенсәлектәре менән бер-береһенә яҡын торған бер нисә һөйләште берләштерә. Башҡорт теленең диалекттар системаһында айырым һөйләштәр ошондай төркөмдәрҙе барлыҡҡа килтерә: төньяҡ-көнсығыш һөйләштәр төркөмө (Арғаяш, Салйоғот, Әй һәм Мейәс һөйләштәре), көньяҡ-көнсығыш төркөм (Ҡыҙыл һәм Эйек-Һаҡмар һөйләштәре)” [2: 173].

Ғафури районының Юлыҡ ауылы һөйләше Көньяҡ диалекттың Урта һөйләшенә, Еҙем һөйләшсәһенә ҡарай. Башҡортостандың ҡап уртаһында тиерлек урынлашҡан ауылда аҫаба башҡорт халҡы йәшәй. Боронғо башҡорттарҙың тел үҙенсәлектәре бөгөн дә һаҡлана, һөйләү телмәрендә актив ҡулланыла.

Урта һөйләштең сиге нт, ңт, лт, нҡ, нк, мҡ, мк диссимилятив өн ҡушылмаларына ҡарап билдәләнә: анта – унда, мынта – бында, тегентә – тегендә; алты – алды, килте – килде, ямҡыр – ямғыр; еңкә – еңгә, йәмкә – йәмгә, кемкә – кемгә, һин кенә – һин генә, ҡомҡан – ҡомған, уңа – уға, саңҡа/саңҡы – саңғы, алтай - алдай һ.б. Миҫал: Апайым ямҡыр аҫтына ҡалып, лысма һыу булып саҡ килте. Еңкә кеше балаһы булһа ла, инәйем киленен үҙенең балаһы кеүек итеп күреп ярата.

Л, м, н, ң өндәренә бөткән исемдәргә т, к, ҡ өндәренән башланған килеш аффикстары ҡушыла:

Һөйләштә:                                       Әҙәби телдә:

Төп килеш –урман                            урман

Эйәлек килеш – урмантың                 урмандың

Төбәү килеш – урманҡа                   урманға

Төшөм килеш – урманты                  урманды

Урын-ваҡыт килеш – урманта         урманда

Сығанаҡ килеш – урмантан              урмандан

Шулай уҡ, диссимилятив өн ҡушылмалары ялғауҙарҙа үҙгәрә: урманҡа – урманға; бесәнкә – бесәнгә, утынҡа - утынға һ.б. Миҫал: Атайым йыл әйләнәһенә бер тик ултырмай: ҡышын урманҡа утынҡа, йәйен – бесәнкә йөрөй.

Көньяҡ диалектта күплек аффикстары -лар/-ләр, -нар/-нәр формаһында киләләр: баллар, китаплар, атлар, урманнар, болоннар, көннәр, төннәр, ҡыҙлар, егетләр. Миҫал: Ҡыҙлар, егетләр төннәр буйы күңел асһалар ҙа, йәйге көннәрҙә ауыл халҡы өсөн ҙур ярҙамсылар. 

Һөйләштә -ай/-әй өндәренә тамамланған ҡәрҙәшлек терминдары, баланың ата-әсәһенә йәки туғандың яҡын оло туғанына өндәшкәндә, -ый/-ей формаһында әйтелә: атый –атай, иней – әсәй, әсей – өләсәй, апый – апай, ағый – ағай, бавый – бабай. Мисал: Атый, мин тә барам һинең менән урманҡа. Иней, һөйөнсө, имтиханты “биш”кә бирҙем!

Был туғанлыҡ ҡәрҙәштәре хаҡында хәбәр иткәндә –ым/-ем ялғауҙары ҡушыла. Атай – атайым, инәй – инәйем, апай – апайым, ағай – ағайым һ.б. Миҫал: Атайым ҙур көс һалып үҫтергән еләктән ҡайнатманы йәй буйы инәйем менән бергәләп әҙерләнек. Ағайымдың теле әсе булһа ла, ул дөрөҫөн әйтеп һөйләргә ярата. 

Ҡайһы бер осраҡта к өнө й өнөнә әйләнеп әйтелгән осраҡтар ҙа бар. Мәҫәлән: көсөк – көтөй. Миҫал: Аҡтырнаҡтың быйыл биш көтөйө тыуҙы, барыһы ла арландар.

 Һ өнөнөң ҫ өнөнә, б өнөнөң в өнөнә күсеүе: тупһа – тупҫа, апһын – апҫын, әбей – әвей. Миҫал: Килен ҡәйнә тупҫаһынан ярала, тиҙәр. Беҙҙә атай-әсәйҙән өлкән апайға әвей тип өндәшәләр.

Н өнөнөң м өнөнә күсеүе: кәнфит – кәмфит.  Миҫал: Әйт, туғаным, кәмфит бирәм. Апайың кем менән йөрөй? – фразеологик берәмек, юхаланғанда әйтелә.

Ялғауҙарҙың юғалыуы, һүҙҙәр ҡушылыу арҡаһында ла Еҙем һөйләшсәһенең фонетик үҙенсәлектәренә ҡараған һүҙҙәрҙе табырға мөмкин: бәкәс – бәләкәс, ибит, ивит, ивитә – эйе бит, апҡайтыу – алып ҡайтыу. Миҫал: Минең бәкәс ҡыҙым Өфөлә эшләп йөрөй. Апый, теге юлы апҡайтҡан китабың елле ине ивитә?

Дөйөм алғанда, Ғафури районының Юлыҡ ауылы һөйләшендәге фонетик үҙенсәлектәр быуаттар дауамында урындағы халыҡ телмәрендә йәшәп килгән һәм бөгөнгө көндә һөйләү телмәрендә актив ҡулланылалар.

        

ӘҘӘБИӘТ

  1. Ғәниев В.В. Ж.Ғ. Кейекбаев әҫәрҙәренең тел һәм стиль үҙенсәлектәре. – Өфө: БДУ, 2002. – 133 бит.
  2. Ишбулатов Н.Х. Башҡорт теле һәм уның диалекттары. – Өфө: Китап, 2000. – 210 бит.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Фонетика 5 класс

Обобщающий тест в 5 классе по теме "Фонетика"...

К/Р по теме "Фонетика"

Контрольная работа по теме "Фонетика"Варианты 1, 2, 3...

Диагностический тест по разделу "Фонетика" для 5 класса

Тест рассчитан на проверку знаний учащихся по разделу "Фонетика".Форма данной контрольной работы по своей форме приближает детей к ГИА и ЕГЭ.Даны задания А1-А15.Задания охватывают весь раздел, составл...

Фонетика как учение о звуковой стороне речи Разработка конспекта урока русского языка «открытия» нового знания по теме «Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные звуки. Их классификация»

Урок по теме: "Фонетика как учение о звуковой стороне речи. Гласные и согласные" способствует  расширению и углублению знания студентов по теме: “Фонетика, графика, орфоэпия, орфография”...