Рухи тәрбиә сығанағы
план-конспект урока (10 класс)

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Шәжәрә... Тарих төпкөлөнән - киләсәккә тәҙрә. (Й. Солтанов) 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema._ruhi_trbi_syganagy_-_shzhr.doc44.5 КБ

Предварительный просмотр:

               

      Тема: РУХИ ТӘРБИӘ СЫҒАНАҠТАРЫ.

Маҡсат:

Рухи тәрбиә сығанағы булараҡ, шәжәрәне өйрәнеүҙең оло әһәмиәте барлығын билдәләү.

Быуын ата-бабаларыбыҙға ҡарата һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү.

Йыһазландырыу: 5-10-сы сыныфтар өсөн “Башҡортостан мәҙәниәте” дәреслектәре, “Шоңҡар” журналы, плакаттар, эпиграф, интерактив таҡта, компьютер, уҡыусылар тарафынан төҙөлгән шәжәрәләр, папкалар, шәжәрә темаһына арналған стендтар.

Дәрес барышы:

                 Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

                 Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә.

                 Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

                 Һин дә ятма:ҡор ояңды, үр шәжәрә!..

                                           Ҡәҙим Аралбай.

ИНЕШ:

Хәйерле көн, хөрмәтле уҡытыусылар, килгән ҡунаҡтар һәм уҡыусылар. Бөгөнгө дәресебеҙ ғәҙәттәге дәрес булмаясаҡ. Беҙ уны дәрес-уйланыу, дәрес-сәйәхәт һәм дәрес-осрашыу рәүешендә үткәрмәксебеҙ. Ни өсөн дәрес-уйланыу? Сөнки донъялыҡта булған тарих төпкөлөнән сыҡҡан мәсьәләләр тураһында уйланып алырбыҙ. Дәрес-сәйәхәттә “Тарихымды онотмам, тамырымды ҡоротмам” девизы аҫтында ҺЕҘҘЕҢ заттың хөрмәтле кешеләре менән дә танышырбыҙ. Һәм дәрес-осрашыуҙа саҡырылған ҡунағыбыҙ тарафынан рухи тәрбиә сығанағының әһәмиәте тураһында мәғлүмәттәр ҙә туплап ҡалырбыҙ.

                       

ТӨП ӨЛӨШ:

1-се слайд.

“ШӘЖӘРӘ” һүҙе ғәрәп теленән тәржемә иткәндә “ағас”, “нәҫел”, “генеалогия”, “ырыу тарихы” тигәнде аңлата. Нәҫел, ырыу тарихын төҙөүҙең үҙ тарихы бар. Шәжәрә телдән телгә һәм быуындан быуынға тапшырыла килгән мираҫ, тибеҙ. Ырыу тарихы һәм тарихи хәл-ваҡиғаларҙан тыш, шәжәрә үҙенә теге йәки был нәҫел йәшәгән биләмә, тормош-көнкүреш, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар, әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләре, мифология, ауыҙ-тел ижады, башҡорт әҙәбиәте тураһында бай материал туплар булған. Шуға күрә лә шәжәрәне халыҡ тормошо энциклопедияһы тип тә атайҙар. Ул йәш быуынға дөрөҫ тәрбиә биреү ысулы ла булып тора. Тамырҙарын, ырыуының тамғаларын белеү кешегә үҙен ошо ерҙең хужаһы, ата-бабалар йолаһын лайыҡлы дауам итеүсе итеп тойоу, үҙ ҡылыҡтары, эше өсөн һәм ҡәрҙәштәре, ауылдаштары, халҡы алдында яуаплы булыу хоҡуғын бирә.

Һәм борон змандарҙан уҡ беҙҙең олатайҙарыбыҙ ырыу-ҡәбиләне, нәҫел-нәсәпте, ата-бабаларҙың исемдәрен ағас рәүешендә тармаҡландырып яҙа барған.

2-се слайд

Хөрмәтле уҡыусылар, һорау: “Ни эшләп ағас һымаҡ төшөргәндәр икән?”

Тимәк, ағас тамыры менән әҙәм тамыры бер: ағас тамыры ер үтә керә, әҙәм тамыры халҡы үтә керә.

Эйе, шәжәрәләрҙе һәр ырыу төҙөгән. ырыу тарҡалған осраҡта туғандаш бер нисә ауыл кешеләре төҙөй башлаған. Бындай шәжәрәләргә ауылдың барлыҡ ир енесенән булған кешеләре теркәлә барған.

Уҡымышлы атай-олатайҙарыбыҙ ғаилә шәжәрәһе лә төҙөгән. Шәжәрә төҙөгән һәр ир үҙенең нәҫеленең дауам итеренә оло ышаныс бағлаған һәм шәжәрәһен быуындан быуынға күсә торған ҡомартҡы итеп ҡараған.

3-9-сы слайдтар

Ә бөгөн иһә, 10-11-се синыф уҡыусылары үҙҙәренең шәжәрәһе менән йәки нәҫелдәренең хөрмәтле кешеләре менән таныштырып китергә теләйҙәр. Рәхим итегеҙ.(Светлана, Ҡәҙриә, Лиана, Гөлнара, Айнур, Рената, Гөлнур).

Шәжәрәне тергеҙеүгә, уны дауам итеүгә күп эштәр атҡарылып тора. Күреүегеҙсә, уҡыусылар ҙа үҙҙәренең 7 быуынына тиклем шәжәрәне өйрәнә.

Шәжәрәне өйрәнеү һеҙгә таныш булған Салауат Галин, Рим Янғужин, Раил Кузеев, Жәлил Кейекбаев, Вадим Толомбаев, Әнүәр Әсфәндиәров, Фирҙәүес Хисамитдинова, Зөфәр Толомғужин кеүек күренекле ғалимдар тарафынан да әле лә булһа дауам ителә.

Бөгөнгө көндә шәжәрә оло байрамға әйләнеп китте. Шәжәрә байрамы – ул туғандар байрамы, бер ата-бабанан таралған ырыуҙаштар байрамы ла ул. Шулай уҡ ул үҙ тарихи тамырҙарыбыҙҙы иҫкә алыу, ололау, хөрмәтләү ҙә булып тора. Шәжәрә борон-борондан ырыу-араның документы, бер туған кешеләрҙең дөйөм танытмаһы һаналған. Әүәле ата-бабаларыбыҙ кәмендә 7 быуынын белгән, бер-береһенә яҡын ҡәрҙәш һаналған.

Әле килеп, ҡайһы беребеҙ үҙ туғанын танымай, ситләшкән, көнсөл мөнәсәбәттә булған, бер-береһен күңел байлығы менән түгел, ә матди байлыҡ менән баһалаған сағында, был ШӘЖӘРӘ байрамдары бик әһәмиәтле, кәрәкле саралар, тигән һығымта сығарып була.

Шәжәрә темаһы менән берлектә яңыраҡ синыфтан тыш дәрестә өйрәнгән әҫәрҙе лә ҡабатлап үтәйек. Мансур Ғилфановтың “ЙӘШЛЕГЕМ МИҘГЕЛЕ” хикәйәте. (Әҫәрҙең йөкмәткеһе менән Эльза һәм Гүзәл таныштыра).  

Әңгәмә өсөн һорауҙар:

  1. Был әҫәр менән 11-селәр таныш ине. Ә 10-сы синыф уҡыусыларына әҫәр оҡшанымы икән? Һәм нимәһе менән?    
  2. Мансур Ғилфанов был әҫәрҙә ниндәй проблемаларҙы күтәреп сыға?
  3. Ғаилә - ул бер-береңә күңел тартымы тойоп никахҡа ингән ике кешенең – ир менән ҡатындың – союзы. Әммә ләкин барлыҡҡа килгә ғаилә быуынын дауам итер балалар ҙа кәрәк. Әҫәрҙең геройҙары – Ләйсән менән Илһам был хаҡта ниндәй ҡарашта инеләр?
  4. Илһамдың шәжәрә быуыны шулай итеп өҙөлөп ҡалды. Ә һеҙ, уҡыусылар, тамырығыҙҙың киләсәге өсөн ниндәй өлөш индерергә тейешһегеҙ?
  5. Әҫәр һеҙҙе нимәгә өйрәтте?
  6. Атай-әсәйегеҙҙең һеҙгә бағлаған өмөтөн нисек аҡларға уйлайһығыҙ?
  7. Ғаилә ҡороусы йәштәр иң элек балалары, иле, халҡы, милләте, йәмғиәте алдында яуаплылыҡ хаҡында уйларға тейеш, тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
  8. Кешелек донъяһы һинән ниндәй асыштар көтә?
  9. Тәбиғәт һине яҡты донъяла ниндәй бурыстарыңды үтәп китеү өсөн яратҡан?
  10. Тимәк, шәжәрәне ни өсөн өйрәнергә кәрәк, тип уйлайһығыҙ?
  11. Шәжәрәне белмәү нимәгә килтереүе ихтимал?  

10-сы слайд

ЙОМҒАҠЛАУ:

      А)Тимәк, шәжәрәне өйрәнеү – ул ата-олатайҙарыбыҙ алдында рухи яуаплылыҡ тойғоһон күтәреү ул. Шәжәрә - ул рухи тәрбиә сығанағы.

Ошо йәһәттән һүҙҙе хеҙмәт ветераны рәйесе Салауат Хәсән улы Насыровҡа бирәм. Рәхим итегеҙ, Салауат ағай.

Б)Видеосюжет тәҡдим итеү – “Яңы Күлдә Шәжәрә байрамы”.

В) Уҡыусылар сығышы. Р. Бикбаевтың “Ырыуҙарым – күҙ нурҙарым” шиғырын һөйләү.

ӨЙГӘ ЭШ: Бөгөнгө һөйләшеүҙәрҙән сығып, уҡыусылар, үҙегеҙҙең алдығыҙға ниндәй бурыстар ҡуяһығыҙ? Ошо һорауға яуапты миниатюр инша рәүешендә яҙырға.

Ырыуҙарым – күҙ нурҙарым,

Нәҫелдәрем – күҙ нурҙарым,

Барыбыҙ – бер туғандар,

Барыбыҙ – бер туғандар!

Бер булмаһа ырыуҙар,

Ҡыйын донъя ҡороуҙар,

Ҡыйын ырыҫ урыуҙар,

Ил-йорт булып тороуҙар.

Маяҡ беҙгә берҙәмлек,

Байраҡ беҙгә уңғанлыҡ,

Ҡалҡан беҙгә татыулыҡ,

Оран беҙгә уяулыҡ.

Бәхет өсөн тыуғанбыҙ,

Ата юлын ҡыуғанбыҙ,

Ырыуҙарым – күҙ нурҙарым,

Барыбыҙ – бер туғандар,

Барыбыҙ - бер туғандар.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның ролеМәктәптә тәрбия һәм белем бирү эше нигездә китап ярдәмендә тормышка ашырыла.  Шул максаттан укучыларда китап укуга...

Укучыларның рухи байлыгын үстерүдә китап уку һәм сәнгатьле укуның роле

укучыларны сәнгатьле укырга өйрәтү, китапка мәхәббәт тәрбияләү....

АРҒАЯШ БАШҠОРТТАРЫНЫҢ РУХИ ДОНЪЯҺЫ.

Духовное наследие Аргаяшских башкир...

"Бишек җырлары - халкым рухы"

әдәби-музыкаль кичә...

Презентация "Тел - рухи байлыгыбыз".

Презентация проводился в рамках недели татарского языка и литературы в школе....

Тел - рухи дөнья көзгесе

Внеклассное мероприятие...

Күренекле татар драматургы, прозаик Туфан Миңнуллинның татар милләтен рухи-әхлакый яктан тәрбияләүгә керткән өлеше.

Туфан Габдулла улы Миңнуллин 1935 елның 25 августында Татарстан АССРның Кама Тамагы районы Олы Мәрәтхуҗа авылында колхозчы гаиләсендә туган. 1952 елда урта мәктәпне тәмамлаганнан соң, башта туган төбә...