ВНЕКЛАССНАЯ РАЗРАБОТКА
методическая разработка (5 класс) по теме

Якшигулова Гульсасак Арслановна

ВНЕКЛАССНАЯ РАЗРАБОТКА

Скачать:


Предварительный просмотр:

Бала һатып алыу

«Урал батыр» республика  конкурсында күрһәтелгән йоланың сценарийы

Ата: Эй, хоҙай, беҙгә ул бир!

        Батшаға ҡол бир!

Кендек әбейе: Әлли-бәлли, һин ҡайҙа

                            Әйҙә миңә, мин бында.

                            Шатлыҡ-бәхет был ерҙә,

                            Барын ауыҙ ит әйҙә. (Йырлай.)

Магнитофондан бала тауышы ишетелә.

Кендек әбейе: Инәнән тыуғас, бирмәйем

                            Әсәһенә лә, атаһына ла.

                            Ҡайҙан килгәнен белмәйем.

                            Шайтан елкәмә атланһа ла.

Кендек әбейе баланы һатыусыға бирә. Ул тәҙрә янына килеп…

Һатыусы:           Еленем бар ҙа, һөтөм юҡ.

                             Бына ошо баланы һатам, кем ала?

Ата-әсә: Алабыҙ, алабыҙ…

Әсә: Бала минеке.

Ата: Бала һеҙҙеке түгел.

Һатыусы: Ерҙән алған улым!

Ерҙән алған балам!

Ата-әсә: Баланы бер күлдәк биреп һатып алабыҙ!

Һатыусы сығып китә.

Әсә:                     Әлли-бәлли итергә

                             Ал бишеге бар уның.

                             Алдына алып йоҡлатырға

                             Үҙ әсәһе бар уның.

Һатыусы инә.

Һатыусы: Был бала минеке. Ис еме Үлмәҫбай.

                  Табып алғайным, һатам.

                  Хаҡына килешһәгеҙ…

Ата-әсә: Кендек хаҡы – бер кәзә!

               Эйе, эйе - кәзә!

Һатыусы: Юҡ-юҡ - килешмәйем! (Сыға).

Ата-әсә: Әлли-бәлли көйҙәрем

                Хикәйәләр һөйләрбеҙ

                Һиңә теләк теләрбеҙ

                Бәхетле бул тиәрбеҙ.

Һатыусы инә.

Һатыусы: Балам, балам бал ғына.

                 Үҫер әле яй ғына.

                 Ризыҡтары менән тыуҙы,

                 Әсәһе өҙөлөп торһон.

                 Бала һатам, бала һатам, исеме Үлмәҫбай.

Ата-әсә: Алабыҙ, һатып алабыҙ.

Әсә: Кендек хаҡы – бер күлдәк.

Ата: Һатылмышына - һарыҡ.

Әсә кендек әбейенә  күлдәк тоттора.

Һатыусы: (Баланы әсәгә биреп)

               Собханалла, собханалла,

               Ата-әсәңә тиң бул!

               Туғандарыңа иш бул!

Ата: Ырыҫ бәхетең, төклө аяғың менән, сабыйым.

Кендек әбейенә бүләк  бирә.

Олатай: Ҡулың ҡотло булһын,

               Бала бәхетле булһын.

               Батыр бул, батыр бул,

               Уҡты мәргән атыр бул,

               Ил терәге бул.

Кендек әбейе: Собханалла, собханалла. Һеңлеләрең - ҡустыларың күп булһын, ишле бул. Бына был аҡ күлдәк - көсөк күлдәге, һинең артыңдан тағы ла күп итеп тәнәйҙәр килтерһен.

Күлдәкте балаға кейҙерә һәм һәм кире сисеп эт ояһына алып барып һала. Баланың ҡулына ҡыҙыл еп бәйләй.

Әсә: Ҡулың ҡотло булһын

        Бала бәхетле булһын!

Кендек әбейенә яулыҡ, муйсаҡ, күлдәк, ә ҡалғандарға  аҡ еп тарата.

Олатай: Эйе, эйе, оҙон ғүмерле булһын,

              Аҡ еп - аҡ юл

              Аҡ сәсле бул! Минең кеүек.

Һатыусы: (Бал ашата). Ауыҙың баллы, тормошоң татлы булһын!

Бөтәһе: Эйе, эйе, шулай булһын!



Предварительный просмотр:

БӘРӘКӘТЛЕ    ТЫУҒАН ЯҒЫМ ӘҘӘБИ—МУЗЫКАЛЬ КОМПОЗИЦИЯ

Ҡурай моңо.Бапгкорт халҡының гимны булған «УРАЛ» йыры яңғырай.

1-се бала. Эй,тыуған яҡ ҡотом,бәрәкәтем,

Оло ватанымдың ярсығы.

һине данлар өсөн аҙҙыр төҫлө

Йөрәк ярып сыҡҡан һәр йыры.

2-се бала.Әйтсе,шишмә,

Был донъяла

Нимә күркәм,нимә ягкшы.

3-сө бала.Шишмә башы, шишмә башы

Тауҙарымдың сағыл ташы.

Тыуған йорттоң усаҡ: уты.

4-се бала.Тыуған йорттоң усаҡ уты

Эйе,бик дөрөҫ.

Тыуған йорт,тыуған ер—бик яҡын изге.

Беҙ тыуған ер тупрағының икмәғен ашап,

Шишмә һыуҙарының татлы тәмен   тойоп,

Шифалы һауаһын һулап үҫкәнбеҙ.

5-се бала.Шуға күрә лә тыуған тупрачк^тыуған ауыл,

ҡала^атай йорто һәр сатк: йөрәк түрендә,һәр

саҡ: үҙенә тарта.

6-сы бала.Тыуған ер һәр кем өсөн изғе ҡәҙерле.

   Кешелә булған бөтә изғе нәмә тыуған ерҙән,

Атам йортонан,изғе шишмәләрҙән башлана. «ТЫУҒАН ЯҠ» йыры яңғырай.

1-се бала.Бес^ йырҙарҙа йырланған,эпостарҙа данланған икһеҙ-сикһеҙ далалары, 2-се бала.мәғруртауҙары, 3-сө бала.ҡуйыҡалын урмандары 4-се бала.менән дан тотҡан йәмле Башҡортостан еренең төньяҡ-көнбайыш сиғендә урынлашҡан Нефтекама ерендә тыуғанбыҙ.

1-се уҡыусы. Сал тарихы,бай тәбиғәте ҡунаҡсыл халҡы менән дан алған Башҡортостан республикаһының картаһында бер нөктә булып күренһә лә,тыуған ҡалабыҙ беҙҙең өсөн   иң ҙур, иң матур, иң ҡәҙерле ер булып тойола.

2-се уҡыусы. Нефтекама ҡалаһына нигеҙ ташы 1963 йылда һалына. Иң беренсе урам—Нефтселәр урамы.

«Нефтекама—гүзәл ҡала йыры яңғырай.

3-сө уҡыусы. Йәшәр өсөн бөтмәҫ көс алырға

Олоһона һәм дә кесеғә.

Мөхәббәтлечйәмле,мәрхәмәтле

Тыуған яғы кәрәк кешеғә.

1-се уҡыусы. Беҙҙең ҡалабыҙҙан йәмле Кама һәм Ағиҙел мылғалары алыҫ түғел. 2-се уҡыусы. Борон ата-бабаларыбыҙ төйәк һайлағанда һәр ваҡыт йылға,һыу булған урынға төпләнер булғандар.

3-сө уҡыусы. Шуның өсөн дә тыуған яҡ тыуған төйәк тураһында һөйләғәндә иң беренсе тормоштоң, йәшәйештең ниғеҙе булған ҡояш, ер, һауа, һыу, тәрән һыулы йылғаларҙы иҫкә алмай булмай.

1-се уҡыусы. Эйе,нисәмә быуат Ағисҙел йылғаһы Ғүзәл Башҡортостаныбыҙҙы һуғара. Уның ағышында быуаттар тауышы ишетелғән кеүек. Нисә быуат был йылға башҡорт халҡы тарихын тыныс ҡына күҙәтә кеүек.

Башҡорт халҡының йыр гәүһәрҙәре араһында оҙон көйҙәр менән бер рәттән ҡыҫҡа көйҙәр ҙә урын алған. Данлы Ағиҙел үҙенең батырҙарын рус-япон һуғышына оҙатҡан һәм ҡаршы алған. Ә батырҙар был һуғыш тураһында «Порт-Артур» исемле йыр, көй сығарған.

Ҡурайҙа «Порт-Артур» көйө яңғырай.

1-се уҡыусы. Э-һе-һей,Порт-Артур

   Була торғайның матур.

   Эйе,була торғайның матур.

2-се уҡыусы. Ә беҙҙең Ағиҙел йылғаһы Учалы районы Яңы Хөсәйен һәм Байһаҡал ауылдары эрғәһендә башланып

Белорет,Мәләүез,Салауат,Ишембай,Өфө,Бларовещеск,

Дүртөйлө, Бөрө, Ағиҙел ҡалалары аша һаманда аға

ла аға.

1-се уҡыусы. Башҡортостанда башланьш^Баштшртостан

территорияһында үҙенең һыуҙарын гүзәл Камаға

ҡоя. Оҙолоғо 1500 км тирәһе.

2-се уҡыусы. Кама тиһәк Нефтекаманы, Нефтекама

тиһәк  Уралды, гүзәл Өфөнө күҙ алдына килтерәбеҙ.

1-се уҡыусы.Тыуған ер,тыуған ил тураһында

һөмләғәндә республикабыҙҙың башҡалаһы Өфө бөғөнғө көндә ныҡ үҫешкән сәнәғәтте, мәҙәни ҡаҙаныштары менән дан алған ҡалағы әйләнде.

2-се уҡыусы.Рәсәйҙе ғенә түғел яҡын һәм алыҫ сит

илдәрҙәлә үҙенең нефте, алтыны, балы менән кин,

танылған республиканың баш ҡалаһы.

Йыр «Гүзәл Өфөм—башткалам».

Бөтәһе берғә. Ошо ерҙә тыус^ыҡ^ошонда, Барыбыҙ ҙа үҫтек ошонда.

1-се уҡыусы.   Тыуған ер ул—

   Баш осоңа халҡың

    һинең өсөн сатыр ҡорған ер.

2-се уҡыусы.   Күпме с^ур булмаһын,йомарланып,

   Йөрәғеңә һыя торған ер.

«Нефтекама—ғүзәл ҡала» йыры аҫтында

һәр төбәктә йәшәйештең йәне,

Ата-баба рухы һаҡлана.

Сал тарихтың изғе рухы мен^н Башҡортостан бөғөн паклана.

 



Предварительный просмотр:

Еңеүселәргә дан.

1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына арналған фестиваль сценарийы

Сәхнә темаға ярашлы биҙәлгән. Һуғыш алды йылдарында популяр булған йырҙарҙан попурри яңғырай.

“Һабантуй” музыкаһы аҫтында алып барыусылар сыга:

Регина. Зәңгәр болондар өҫтөндә

              Алһыу нурҙар уйнайҙар.

Лиана. Йырҙар йырлап эшкә бара

             Йәш егеттәр, йәш ҡыҙҙар.

Бергә. Эх, йәш ҡыҙҙар, эх, йәш егеттәр,

           Матурҙар, алтын кеүектәр,

           Эштә ялҡын кеүектәр.

Музыка дауам итә.

Фәнис. Малайҙар Чапай, Челюскин, Водопьянов булып уйнап йөрөгән осор ине.

Рөстәм. Соцализм идеялары сәскә атҡан осор ине.

Фәнис. Илебеҙҙә күңелле йырҙар, байрамдар мәле ине.

Рөстәм. Беҙҙең көндәребеҙ яҡты һәм тыныс ине.

“Һабантуй” музыкаһы аҫтында 3-сө мәктәп уҡыусылары “Һабантуй” күренешен күрһәтә. Ҡапыл һуғыш темаһына музыка уйнап ебәрә, сәхнәләге балалар ҡосаҡлашып тороп ҡалалар.

Радмир. 1941 йылдың 22 июнь көнө салт аяҙ ине. Көтмәгәндә радиолар аша шомло хәбәр таратты: илебеҙгә бөгөн немец фашистары баҫып инде…

Сәхнәләге балалар төшә башлай.

Фәнис. Сәскәле болондарҙа бесән сабып йөрөгән ағайҙар өйҙәренә ашыҡты.

Рөстәм. Бөтә ил дәррәү аяҡ үрә баҫты. Ошо көндән алып

Бергә. Бөйөк Ватан һуғышы башланды.

Һуғыш музыкаһы аҫтында.

Радмир “Мин фронтҡа китәм, иптәштәр” шиғырынан өҙөк һөйләй. Эльвира “Улым” шиғырын һөйләй. Был ваҡытта арттан ҡыҙҙар егеттәрҙе фронтҡа оҙаталар. Һалдаттар сәхнәлә төрлө эш эшләй. Ҡыҙҙар “Һалдат йыры”н йырлай башлай, һалдаттар уларға ҡушыла.

Күктәге яҡты йондоҙҙай

Йылмаяһың, аҡыллым.

      Шул йондоҙҙай хыялымда

     Балҡыйһың һин, аҫылым.

   Мин алыҫта илде һаҡлап

Поста торам, алтыным.

Һалдатыңды онотма һин

Мин онотмам, яҡыным.

Радмир. Егеттәр, нимәгә ҡайғырышып ултырабыҙ әле, Рөстәм, уйнат әле баяныңды.

Башҡа егеттәр ҙә һорап Рөстәмде баянда уйнаталар.

Рөстәм. Миңә хат яҙырға кәрәк, Марсель, тыуған яҡтың ҡурайын да тыңлайыҡ әле.

Башҡа егеттәр ҙә һорап Марселде ҡурайҙа уйнаталар. 

Рашит. Алғы планға килә һәм хат уҡый, алыҫтан Регинаның тауышы ишетелә

        Кем ғәйепләр мине,    

                                                      Оҙатҡан саҡта

                                                      Ике бөрсөк йәшем

                                                      Сыҡҡанға…

Рәшит. Пуля яуғанда ла беҙ көтәбеҙ

             Брезент сумка таҡҡан иптәште.

              Ул килтерә алыҫ ҡалған ерҙән

              Хат һәм сәләм. Үбеү. Иҫәнлек.

Был ваҡытта почтальон хаттар тарата. Бөтәһе бергә «Почтальон» йырын башҡара.

Александр. Зина бер бейеп күрһәт әле.

3-сө мәктәптән Катя исемле ҡыҙ бейей. Сәхнәләге балалар таралыша. Ике алып барыусы сыға.

Миләүшә. Беҙҙең ҡораллы көстәребеҙ сафында күп милләтле илебеҙҙә йәшәүсе бөтә халыҡтарҙың да улдары һәм ҡыҙҙары ҡыйыу һуғышты.

Артур. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтәһе 7027 рус, 1928 украин, 157 татар, 37 башҡорт һәм башҡа милләт һалдаттары Советтар Союзы Геройы исемен алды.

Миләүшә. Беҙҙең республикабыҙҙың 277 һуғышсы үлемһеҙ батырлыҡтары өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.

Артур. Дәүләт Оборона Комитеты рөхсәте менән Башҡортостанда 2 милли башҡорт атлы дивизияһы төҙөлдө.

Миләүшә. 112-се дивизияның командиры итеп полковник Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов тәғәйенләнде.

3-сө мәктәп уҡыусылары “Шайморатов генерал” йырын йырлай.

Регина. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән күп башҡорт яҙыусылары фронтҡа китә.

Лиана. Һуғыш бик күп талантлы яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың ғүмерен өҙә.

Сәғит Мифтахов                                       Хәй Мөхәмәтйәров

Хөсәйен Ҡунаҡбай                                       Низам Ҡәрип

Бәҙрүш Моҡамай                                          Мәлих Харис

Һәм башҡалар батырҙарса һәләк була.

1-се лицей уҡыусылары Мәлих Харистың “Хат” шиғырынан өҙөк күрһәтәләр.

5-се мәктәп уҡыусылары Муса Йәлилдең “Ҡыҙыл ромашкалар” шиғырын сәхнәләштергән.

Регина. 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең республика 5 меңдән ашыу автомобиль, 750 трактор, 71 мең ат, 13 мең арба һәм аҙыҡ-түлек оҙатты.

Лиана. Белорет металлургия комбинаты танк һәм артиллерия заводтары өсөн ҡорос, нефть эшкәртеү заводтары хәрби машиналар өсөн яғыулыҡ сығара башланы.

Регина. Белоретта, Өфөлә авиация бомбалары, мина һәм снарядтар, реактив миномет (катюшалар) корпустары яһалды.

Лиана. Арба, сана, саңғы, поход кухнялары, кейемдәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Башҡортостан колхоздары һәм совхоздары дәүләткә 160 млн. бот  иген, 980 мең центнер ит продукттары тапшырҙы.

Регина. Республика 1944 йылдың аҙағына тиклем 600 мең яугир ебәрҙе.  

13-сө мәктәптән "Ветерандар" сығышы.

Яғымлы музыка дауам итә.

Регина. Шулай итеп, беҙҙең Башҡортостан егеттәре һәм ҡыҙҙары ордендар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.

Лиана. Советтар Союзы Геройҙары  Таһир Кусимов, Муса Гәрәйев һәм башҡалар менән беҙ хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Регина. Изге яу  яланан урап – еңеүсе исемен күтәреп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙ, шағирҙарыбыҙ:

Мостай Кәрим                        Назар Нәжми

Шәриф Биҡҡол                      Әнүәр Биксәнтәйев

Хәниф Кәрим                         Яҡуп Ҡолмой һәм башҡалар күңелдәребеҙгә рухи зауыҡ өҫтәп, бейеклектәргә әйҙәп йәшәүҙәрен дауам итәләр.

Лиана. Ил улдарын тоғро көтөп алған тылдағы хеҙмәтсәндәргә лә, бөйөк әсәләргә  лә һәйкәл ҡуйырлыҡ.

Регина. Ил әсәләренә баш эйәйек.

Башҡорт гимназияһы уҡыусыларының сығышы.

Әсғәт Мирзаһитовтың "Әсәләр көтәләр улдарын" спектакленән өҙөк.

Күңелле музыка аҫтында бөтә ҡатнашыусылар ҙа "Еңеүселәргә дан"                                            йырын йырлайҙар.



Предварительный просмотр:

                                     

Урал батырҙың васыятын үтәйбеҙ

“Урал батыр” конкурсына әҙерләнгән сығыш

 Ширма артында Ер-әсә ята.

Ҡурай моңо яңғырай, шул фонда 2 kыҙ  һөйләй.

1-се ҡыҙ. Тәбиғәтте йәшәртеүсе,

  Кешелекте йәшәтеүсе,

   Үрсетеүсе нәмә -  ул һыу икән.

2-се ҡыҙ. Ергә һирпкән һыу – мәңгелек

  Ғүмергә һут биреүсе.

  Изгеләрҙән изге нәмә -  ул һыу икән.

Шомло музыка. Ер-әсә һыҡтай.

Илаһи көс. Ҡайғырма, Ер-әсә. Беләм,  сарсағанһың, һыуһағанһың.

Ер-әсә. Эй, илаһи көс, түҙемлегем бөтөп бара шул!

Илаһи көс. Ярҙам итермен, Ер-әсә!

Ер-әсә. Рәхмәт һиңә! Сабырлығым етерме икән?

Илаһи көс.Урал улым, уян! Ер-әсәгә ҡурҡыныс янай! Йәншишмәнең һыуын бөркөп бер тапҡыр ҡотҡарған инең дә бит! (Музыка). Кеше йыһан яуланы, сит планеталарға юл һалды, әммә үҙенә муллыҡ биргән, йәшәү көсө биргән Ер-әсәһен һәләкәткә этәрә.

Сылтыр-сылтыр һыу тауышы. Шул тауыш аҫтында Урал батыр васыяты яңғырай

1-се kыҙ. Тау-урмандар йәшәрһен,

     Мәңге үлмәҫ төҫ алһын,

     Ҡошо һайрап маҡтаһын,

     Халҡы йырлап хуплаһын,

     Балҡып торған ер булһын!

Ер-әсә ҡара япманы аса, тора, тирә-яҡҡа ҡарай, Уралды тыңлай-тыңлай алға килә.

Ер-әсә. Урал батырҙың ошо васыятын онотмағыҙ, балалар! Шул саҡта тормошобоҙ ҙа гөл-сәскәләй булы-ы-р. Онотмағыҙ (Сығып китә).

Ике ҡыҙ микрофонға килә, һөйләй, икенсеһе артта тора, беренсеһендә күк ситса, йылға булып ағалар.

Бергә. Юҡ, онотмаҫбыҙ!

1-се ҡыҙ. Һинең уландарың, Урал батыр, тағы ла ишәйҙе.

2-се ҡыҙ. Был йылғалар башҡорт илен туйындыра, һөйөндөрә,

1-се ҡыҙ. Изге эштәргә дәртләндерә.

Ҡыҙҙар.   Ҡариҙел, Дим, Танып, Әй, Ашҡаҙар, Сәрмәсән, Инйәр, Йүрүҙән.

Күңелле музыка уйнай, ҡыҙҙар ситсаны тотоп, түңәрәк буйлап йөрөйҙәр, йылға исемдәрен атайҙар.  “Йүрүҙән” йыры яңғырай. 2 ҡыҙ микрофонға йырлай, икенсеһе артҡа баҫа, ҡулдарында йылға-ситса һелкетеп торалар. Йыр бөткәс, 2 ҡыҙ сығып китә, сәхнәгә Рәми Ғарипов булып уйнаған егет сыға, hөйләй.

Йүрүҙәнем!

Аҡҡан һайын тәрәнәйеп,

Аҡҡан һайын киңәйеп,

Ағиҙелде тапҡан һыуҙарың.

Һинең һымаҡ тынмай аҡһын,

Халҡым йөрәген тапһын

Йөрәгемдән сыҡҡан йырҙарым!

Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!

Сығып китә, күңелле музыка.

2 ҡыҙ (1-әр сәскә тотоп ике яҡтан сыға) бергә һөйләйҙәр:

         Батыр түгел батыр яңғыҙ саҡта,

Алда торалар, ҡулдары аҫта ҡулдары менән тотоношалар.

Тағы 2 ҡыҙ һөйләй-һөйләй ҡапма-ҡаршы сығалар.

          Ҙур дуҫлыҡта уның көс даны!

          Данлайым мин тоғро дуҫтарыңды.

         Дан һиңә, дан, Башҡортостаным!

Арттан  “450 йыл  бергә” тигән плакат күтәрәләр. Музыка.

1-се бала. Йүрүҙәнкәй ҡушыла Ағиҙелгә,

2-се бала. Ағиҙелем ҡоя Камаға.

3-сө бала. Кама буйҙарында гөрләп үҫә күп милләтле,

4-се бала. Нурлы ҡала,

5-се бала. Ҡунаҡсыл ҡала,

Хор менән. Матур ҡала -  Нефтекама!



Предварительный просмотр:

Осраҡлы ҡунаҡ түгел мин был ерҙә…

Мостай Кәримгә бағышланған хәтер кисәһе.

Сәхнә байрамса биҙәлгән. Талғын музыка. Уртала Сафа арҡан үрә. Сәхнә артынан алып барыусы һөйләй:

- Йылдың иң ҡыҫҡа төнөндә, сәтләүек сәскә атҡан сәғәттә, йүкәнән бал тама башлар мәлдә, үлән ҡыяҡтары шәрбәттән тулышҡан саҡта… (Бала илаған тауыш.)

Сәхнәгә әбей сыға.

Әбей: һөйөнсө Сафа!

Сафа әбей алдына килеп теҙләнә.

Сафа: Кем бар?

Әбей: Улың.

Сафа: Улыммы? Исеме кем?

Әбей: Исеменә генә ҡалғас, уныһын табырһың инде.

Сафа: Исемен табырбыҙ. Аллаһы әкбәр! (Теҙләнгән килеш доға ҡыла ла, тороп әбейгә ) һөйөнсөһөнә, инәй, һиңә бер һарыҡ! Оло һарыҡ, инәй, оло һарыҡ!

Әбей: Рәхмәт, балам, рәхмәт! (Сығып китәләр.)

1-се а.б.: Күр, сабый, ниндәй киң

                 Һәм матур ер өҫтө,

                 Шул ерҙең иң нәфис

                 Сәскәһе һин төҫлө.

2-се а.б.: һин – сафлыҡ, һин – шатлыҡ,

                 Моңло йыр яңғырауы,

                 Ҡысҡырып көлөүең –

                 Шишмәләр сылтырауы.

«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» әҫәренән өҙөк.

М. Кәримдең шиғырын тыңлау (үҙе башҡарыуында.)

1-се а.б.: Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында тыуған ер ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.

2-се а.б.:Мостафа Сафа улы Кәримов 1919 йылдың 20 октябрендә Башҡортостандың хәҙерге Шишмә районы Келәш ауылында тыуған. Үҙенең ауылында мәҡтәптә уҡый, һуңынан Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышының башынан аҙағынаса ҡатнаша.Каты яралана, орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә.һуғыштан һуң төрлө вазифалы, яуаплы эштәрҙә эшләй. М. Кәрим – күп яҡлы талант эйәһе. Уның шиғырҙары ла, поэмалары ла, повестары ла, драмалары ла бар.

Шиғыр «Уңдым…»

Уңдым…

Тыуған йылым ун туғыҙҙан уңдым,

Октябрҙән – тыуған айымдан.

Ана нисек минең юлдарыма

Алтын йондоҙ һибә ҡайындар.

Уңдым…

Тупрағымдан уңдым, Башҡортостан

Һин иманым минең, ҡәҙерлем.

Күк сымылдыҡ ҡорған ғәзиз сәңгелдәгем,

Һин яратҡан минең төйәгем!

1-се а.б.: М. Кәрим балаларға бик күп ҡыҙыҡлы әкиәттәр, хикәйәләр яҙған. Кескәйҙәр яратып уҡыған «Аҡбуҙат» журналында баҫылып сыҡҡан «» әкиәтенән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.

 «» әкиәтенән өҙөк.

2-се а.б.: «Бәхетле булһа ла, бәхетһеҙ булһа ла, беҙҙең бала сағыбыҙ оҙон-ҙаҡ йылдар буйынса артыбыҙҙан эйәреп килә. Дөрөҫөрәге беҙҙең күңелебеҙҙән китмәй,»- тип әйткән М. Кәрим. Уның балалар өсөн яҙған мауыҡтырғыс «өс таған» повесын уҡымай ҡалған Кеше юҡтыр ул.

«Өс таған» повесынан өҙөк. («Башлыҡ һайлау»).

Шиғыр «Ләйсән»

1-се а.б.: Мостай Кәрим – беҙҙең замандың иңпопуляр, иң күренекле әҙиптәрең береһе, аҡһаҡалыбыҙ булды. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар. Ул – Салауат Юлаев премияһы, СССР Дәүләт премияһы, Ленин премияһы лауреаты,Социалистик хеҙмәт геройы. 1963 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән исем бирелде. Был исем иң лайыҡлыларға ғына бирелә.

2-се а.б.: Кешенең аҫыл асылы – кешелеклек. Кешенең донъялыҡтағы төп вазифаһы – ысын Кеше булып, кешесә йәшәүҙә. Ошо изге хәҡиҡәтте Мостай Кәрим һәйбәт кешеләр йөҙөндә күңелдәҙе биләрлек итеп һүрәтләп бирә үҙенең әҫәрҙәрендә.

Шиғыр «Өс мөғжизә»

«Айгөл иле» драмаһынан өҙөк.

1-се а.б.: М. Кәрим «Ай тотолған төндә»трагедияһы тураһында былай тип яҙған: «Бынан күп йылдар әүәл йәшәгән тоҡомдаштарымдың ниндәй мөһабәт кешеләр, ҡайнар дәртлеләр, фажиғәле яҙмышлылар икәнлеген күрһәтергә теләгәйнем»

«Ай тотолған төндә» трагедияһынан өҙөк.

Кыҙҙар йырлай «Йылғалар төнөн һөйләшә»

Алып барыусылар һәм бер уҡыусы сыға.

1-се а.б.:  Бөйөк кеше бойоҡ  икән дә ул,

Илаһи моң тулы күкрәге,

Күкрәгендә уның - тауҙар тетрәй

Күкрәгендә күктәр күкрәүе.

Уйһыҙ ғына күрмәй был тетрәүҙе,

Моңһоҙ ғына тоймай күкрәүҙе.

Тетрәүҙәре, күкрәүҙәре менән

Беҙҙе бейегерәк күтәрҙе!

 

2-се а.б.:  Бөйөк шағир бойоғораҡ икән,

Кеше, Кеше икән ул бары.

Ни кисерә,

Йыһан көмбәҙҙәрен

Терәп торған саҡта ҡулдары?!

Ни кисерһә, ниҙәр уйлаһа ла,

Аңлай беҙҙе, аңлай йыһанды.

Бөйөк остаз бойоғораҡ икән,

Кеше булғас уның илһамы!

Уҡыусы:  Күрҙе донъя йырҙар йыһанында

                  Ниндәй бөйөк башҡорт осҡанын.

                  Шундай улы тыуып уңды халҡым,

                  Уңды һинән Башҡортостаным!

   

Сценарий авторы: Ғайсина Гүзәл Сәғитовна



Предварительный просмотр:

Салауатҡа мәдхиә

(Салауат Юлаевтың юбилейына арналған

театрлаштырылған әҙәби-музыкаль кисә)

Башҡортостандың гүзәл тәбиғәте төшөрөлгән декорация. Һул яҡта тирмә. Башҡорт халҡының милли гимны «Урал» йыры яңғырай.

Сәхнәгә ике алып барыусы сыға.

1-се алып барыусы:

Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,

Урал тауы ята ла күгәреп.

Шул тауҙарға ҡарап бер йырланым,

Уйҙарымды йыраҡҡа ла ебәреп.

2-се алып барыусы:

Һанайһары буйы бигерәк йәмле

Тирә-яғы болон булғанға.

Үҙ еркәйҙәрем дә бигерәк яҡын

Ата-бабам шунда тыуғанға.

1-се алып барыусы:

Уралҡайым, һинең тауың бейек,

Ҡаяларың бигерәк һөйкөмлө.

Тыуған балаларын ҡосаҡлаған

Әсәйҙәрҙең ҡуйыны ла шикелле.  

2-се алып барыусы:

Уралҡайым, һинең күкрәгең киң -

Ете лә ырыу илдең төйәге.

Һине генә һаҡлап яуҙар сапҡан –

Ҡуйыныңда ирҙәр һөйәге.

Музыка алышына. Лирик көй аҫтында.

1-се алып барыусы:

Йылтыр ҙа ғына йылтыр ут күренә -

Юлаусынан ҡалған бер күмер.

Йыр-бейеүһеҙ йәшәүҙең йәме юҡ,

Бейеп йәшәүҙәре бер ғүмер.

«Ҡурай моңона» бейеү башҡарыла.

(Боронғо көй аҫтында уҡыйҙар. Сәхнәгә яй ғына балалар сыға)

2-се  алып барыусы:

Башҡорттар борон-борондан мәғрур Урал тауҙары араһында, Уралға һыйынып йәшәгән. Уралда тыуып, Уралда үҫкән. Ырыу-ырыу булып хозур тәбиғәт ҡосағында иркенләп көн иткән.

1-се алып барыусы:

 Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылҡыларын дөбөрләтеп, һыйырҙарын мөңрәтеп, Урал буйы далаларында күреп йөрөгән беҙҙең ата-бабалар. Урал тауының ҡуйы урмандары, мәғрур ҡаялары уларҙы дошмандарҙан һаҡлаған.

2-се алып барыусы.

Ата-бабаларыбыҙ үҙҙәре лә изге төйәктәрен күҙ ҡараһылай һаҡлар булғандар. Ер-һыуын, тау һәм далаларын данлап йырҙар сығарғандар, иркенләп, шат йәшәгәндәр.

Сәхнәлә бәләкәй малайҙар уйындар уйнайҙар.

1-се малай.

Малайҙар, әйҙәгеҙ «Осто-осто» уйыны уйнайыҡ! (Түңәрәккә баҫалар, оса торған һәм осмай торған нәмәләрҙе әйтәләр. Уртала алып барыусы. Тәүҙә бер егет яңылыша, аҙаҡ бер ҡыҙ яңылыша. Уйын бөткәс).

2-се малай.

Салауат, әйҙә бер йырла әле!

Салауат. Юҡ әле, мин бер шиғыр сығарғайным, шуны һөйләп ишеттерәм («Тирмәмдә» шиғырын уҡый). Лирик көй яңғырай. Балалар берәмләп сығалар.

1-се алып барыусы:

Салауат бала сағында сәйер бер малай була. Ул туғайҙарға, сәпсектәргә ҡарап, ҡарлуғастарҙың осоуҙарына һоҡланып йәки йылға ағымын күҙәтеп, сәғәттәр буйына ултыра ала.

2-се алып барыусы.

Ул ҡыҙ бала кеүек наҙлы була. Сәскә тулы яланда йүгереп йөрөгәндә һәр ваҡыт үҙ-үҙенә ниҙер мығырлай торған була.        

1-се алып барыусы.

Полковник Алексей Иванович Тевкелевтың ҡанлы эштәрен күреп-белеп йөрөүсе рус тарихсыһы Петр Иванович Рычков бына былай тип яҙып ҡалдырған ( «Тәфтиләү» йыры аҫтында).

2-се алып барыусы:

 «Һөйәнтүштән көл дә күмер генә ҡалды. Был ауылда меңгә яҡын кеше, ҡатындары һәм балалары менән атылды, драгун штыктарынан, тоғро башҡорт һәм мишәр һөңгөләренән үтте; шуның өҫтәүенә, йөҙ ҙә биш кеше бер аҙбарға йыйып яндырылды… Уларҙың яман ҡысҡырышынан һәм мылтыҡ-туптарҙан атыуҙан бик тә ҡурҡыныс, оят тамаша булды».

1-се алып барыусы:

 «Тәфтиләү» йырының һүҙҙәрен  уҡый.

Сәхнәлә балалар менән Юлай Аҙналин ултыра. Салауат килеп инә.

Салауат:

Атай, был ниндәй ҡуҙ ул?

Юлай:

Барлыҡ Урал ут ҡапҡандай төтәй,

Яндырылған күпме ауылдан!

Бөгөн илем күҙ йәшенән сәсәй,

Иҙел ташҡан һымаҡ яуындан.

Ошоғаса кем һуң йәбер ҡылды,

Башҡорт илен мәңге йәлсетмәй?

Яндырылған ауыл ,

Һатылған йәр

Кемдең әле йәнен әсетмәй? (Бер аҙ торғас).

Туғандарым! Яйыҡта яу ҡуҙғалған!

Ырымбур ут аҫтында…

Башҡорттарҙы губернатор

Яу баҫырға саҡыра.

Салауат:

Юҡ, атай, мин халыҡҡа ҡаршы яу баҫырға бара алмайым.

Пугачев та батыр бөркөт –

Күктә ҡанат ҡағына,

Ҡоҙғондарҙы ҡырыр өсөн

Дуҫтар йыя янына.

Байыҡ олатай, әйт һин һүҙеңде.

Байыҡ сәсән:

Йәнә баҫа ҡараңғылыҡ

Уралымды – илемде.

Йәнә ҡыла дошман хаслыҡ:

Боғаҙларға иркемде.

Алырҙар тартып еремде,

Һуйырҙар ете тиремде;

Йолҡорҙар сәсән телемде.

Ҡайтар, Салауат улым иркебеҙҙе.

Фатихамды бирәм, ҡуҙғал яуға!!!

«Салауат Юлаев» операһынан өҙөк уйнала.

Байыҡ сәсән ҡурайҙа уйнай. «Байыҡ» бейеүе башҡарыла.

Операнан өҙөк уйнала. Салауат «Хуш, Уралым»ды һөйләй.

Егеттәр «Әйләнә лә әйләнә» йырын йырлай.

1-се алып барыусы.

Эйе, Салауатҡа 22 генә йәш ине әле, ә ул тотош бер ғүмер юлын үтте. Һәм бына уның бейек, оло ғүмере ҡыл өҫтөндә…

2-се алып барыусы.

 …Төрмәнең тәҙрәләре урамға ҡарай ине. Тотҡон рәшәткә менән нығытылған тәҙрәнән йыш ҡына тышҡа ҡарай… Уны айырыуса ҡаты ҡарауыл аҫтында тоталар…

1-се алып барыусы.

Төрмәләге тынлыҡта һәм яңғыҙлыҡта Салауат йыр менән йыуанып торор ине, ләкин йырлау ҙа тыйылғайны.

Салауат.

Сәхнәлә сынйыр менән сырмалған көйөнсә.

Йүрүҙән, һин минең тыуған йылғам!

Ҡолаҡтарым менән телем ҡырҡып,

Танауымды йолҡоп алһындар,

Күҙҙәремде соҡоп, табанымды

Телеп тәрән яра ҡалһындар.

Барыбер, Йүрүҙән, һинең туғайҙарың

Танауһыҙ ҙа миңә еҫ бөркөр,

Иҫтә ҡалған һинең һылыулығың,

Күҙһеҙ булһам да мин, йәм бирер.

Ут һүнеп яна.

 Сәхнәлә «Салауат нисә йәшендә..» йыры яңғырай.



Предварительный просмотр:

БАШŠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МЄЃАРИФ МИНИСТРЛЫЃЫ

БАШŠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

«Ырыу´ар йыйыны»

(«Шєжєрє байрамы»на арналƒан синыфтан тыш сара)

Нефтекама - 2010

Маšсат: Йыйын йолаһын пропагандалау һєм терге´еү. Уšыусылар´а халыš ауы´-тел ижадына, тарихына, мє´єниєтенє һөйөү тєрбиєлєү. Уšыусылар´ыœ һєлєттєрен асыу, ү¾тереү. Гимназияныœ, ата-єсєлєр´еœ, йємєƒєтселектеœ балалар´ы тєрбиєлєү´єге бєйлєнешен ныƒытыу.

Йыһазландырыу: Йыйын май´анын šарау. Тирмє šороу, тирмє янына һике эшлєү, боронƒо көнкүреш єйбер´єре šуйыу, тө¾лө бала¾тар, кейе´´єр менєн би´єү. Боронƒо һөлгө, та¾тамалдарƒа, сигелгєн єйбер´єргє күргє´мє ойоштороу.

Ырыу´ар йыйыны.

        Сєхнє байрамса би´єлгєн. Ө¾тєлдє боронƒо єйбер´єр.

Šурай моœо яœƒырай. Шиƒыр һөйлєүселєр сыƒа.

«Урал» көйө яœƒырай.

Лилиє:    Башšортостан – минеœ республикам

               Урал šуйынына һыйынƒан.

               Мєƒрур тау´ар, урман, киœ далалар

               Бе´´еœ йөрєктєргє уйылƒан.

Алмаз:  Башšортостан – алтын бишек,

              Йырлана күп йыр´ар´а.

              Тау´арында бай хазина,

               Иген шаулай šыр´ар´а.

Лилиє:  Ћаумыһыƒы´, šє´ерле ду¾тар!

Алмаз, Лилиє: Хєйерле көн, šєзерле šунаšтар!

Лилиє:   Бынан 450 йыл элек

              Вєкилдєре төрлө ырыу´ыœ

              Барƒан Аš батшаƒа һорарƒа

              Ү´ телєге менєн šушылырƒа

              Рєсєй дєүлєтенє мєœгегє

              Ѓүмер буйы бергє йєшєргє.

Лиана:  Ата-бабалар´ан šалƒан изге йола

             Йыйын йыйып халыš уйнатыу

             Мєргєн һү´ єйтешеп, тарих һөйлєп,

              Уйнап-бейеп, күœел йыуатыу!

Лилиє:  Бе´´є йыйын, єй´є йыйын

             Һү´ уйнатып, күœел асырƒа.

             Йыр´ар йырлап, бейей-бейей

             Тыпыр´атып килтереп ба¾ырƒа!

Алмаз:   Šарап тормай ара йыраššа

               Ду¾тар килгєн бе´гє šунаššа.

Бергє:     Ду¾лыš бе´´еœ тормош ү´єге,

               Ду¾лыš бе´´еœ байрам би´єге.

Күœелле бейеү көйө.

 5 Б синыф šы´´ары бейей.

Шунан 2 А синыф малай´ары йүгереп сыƒалар:

-Йыйын була, йыйын!

-Єй´єге´ йыйынƒа! Рєхим итеге´

-Ырыу йыйыны! (сыƒып китєлєр)

Айтуƒан малай´ар менєн сыƒа, ырыу´ар сыƒа башлай, šы´´ар килгєн ырыу вєкилдєренє šымы´ є´ерлєп эсерє, и¾єнлєшєлєр.

Айтуƒан аšһаšал: Йємєƒєт! И¾єн-һау килеп еттеге´ме? (Эйе, Аллаƒа шөкөр)

Айтуƒан: Яšшы, йыйынды асып ебєрєйек.

Һєр ырыу ү´е менєн таныштырһын. Йырсылар, бейеүселєр, šурайсылар, сєсєндєр һөнєр´єрен күрһєтһен. Хєйерле сєƒєттє. Башлайыš!

Šыпсаšтар, рєхим итеге´! (Һєр ырыу һөйлєй, сыƒыш яһай)

Ырыуыбы´ - šыпсаš,

Тамƒабы´ - даƒа,

Šошобо´ - бөркөт,

Аƒасыбы´ - артыш,

Ораныбы´ - Туšсаба.

Бе´ йыйынƒа йыр алып килдек.

Йыр.

        Меœ ырыуы.

        Ырыуыбы´ - меœ,

        Тамƒабы´ - šош šабырƒаһы,

        Šошобо´ - šарсыƒа,

        Аƒасыбы´ - šайын,

        Ораныбы´ - алас.

Бе´ йыйынƒа бейеү алып килдек.

Башšорт халыš бейеүе.

        Тамъян ырыуы.

        Ырыуыбы´ - Тамъян

        Тамƒабы´ - ырƒаš,

        Šошобо´ - šарƒа,

        Аƒасыбы´ - тирєк,

        Ораныбы´ - тутыя.

Бе´´єн бүлєк – šурай моœо.

Егеттєр šурай´а уйнай.

        Ү¾єргєн ырыуы.

Ырыуыбы´ - ү¾єргєн,

Тамƒабы´ - šойошšан,

Šошобо´ - торна,

Аƒасыбы´ - милєш,

Ораныбы´ - мөйтєн.

Бе´ һе´гє йыр һєм бейеү алып килдек.

Йыр.

Бейеү «Сыœрау торна»

Юрматы ырыуы.

Ырыуыбы´ - юрматы,

Тамƒабы´ - тараš,

Šошобо´ - єтєлгє,

Аƒасыбы´ - өйєœке,

Ораныбы´ - аš тирєк.

Šы´´ар šумы´´а уйнай.

Бөрйєн ырыуы.

Ырыуыбы´ - бөрйєн,

Тамƒабы´ - яƒалбай,

Šошобо´ - көсөгєн,

Аƒасыбы´ - имєн,

Ораныбы´ - аš туƒан.

Бе´ йыйынƒа бейеү алып килдек.

 Бейеү.

Šатай ырыуы.

Ырыуыбы´ - šатай,

Тамƒабы´ - айбалта,

Šошобо´ - šау´ы,

Аƒасыбы´ - артыш,

Ораныбы´ - талаš.

Йыр.

Айтуƒан: Афарин! Йыр-моœƒа о¾та икєнһеге´, һөнєреге´ күп икєн!

        Є хє´ер мєšєлдєр єйтешеп алайыš. Мин мєšєлдеœ башын єйтєм, һе´ тамамлаƒы´!

        «Алтын-көмөш яуƒан ер´єн… (…тыуып-ү¾кєн ил яšшы»)

        «Кєœєшле ил… (тарšалма¾») һ.б.

Айтуƒан: Бик мєслихєт! Бик рєхмєт!

                Йємєƒєт, бөгөн бе´ йыйында «Ырыу һылыуы»н һайларбы´. Был šы´´ар ү´ šулдары менєн заманса башšорт милли кейеме є´ерлєгєндєр. Улар´ыœ уœƒан, о¾та икєнлектєрен күрєйек, дөрө¾ баһа бирєйек. Йєге´, һылыу´ар, рєхим итеге´!

        Күœелле музыка а¾тында šы´´ар уртаƒа сыƒалар, бейеү хєрєкєттєре эшлєй´єр.

Айтуƒан: Рєхмєт, һылыу´ар!

        Є хє´ер ярыштар´ы башлайыš. Кем ти´ерєк һєм ете´ерєк?!

        (Егеттєр šапсыš кейеп йүгерє.)

        (Šы´´ар көйєнтєлєп «һыу ташый»)

Ярыштар´ы йомƒаšлау, еœеүселєр´е бүлєклєү.

Айтуƒан: Є хє´ер һєр йыйын а´аƒында єйтелє торƒан телєктєр´е єйтєйек тє таралышайыš.

Бөтєһе бергє:  Ер-һыуыбы´ имен булһын,

                Имен торһон тау-таштар.

                Тыуƒан ер´еœ šє´ерен белеп,

                Шат йєшєйексе, ду¾тар!

                Šыштар килһен šарлы булып,

                Я´´ар килһен яšты булып.

                Ду¾тар булһын һєр ер´є,

                Тыныслыš булһын илдє!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка уроков и внеклассного мероприятия «Проектная деятельность учащихся на уроках развития речи и внеклассном мероприятии по теме «Русские народные промыслы»

Проектная деятельность – один из лучших способов для совмещения современных информационных технологий, личностно-ориентированного обучения и самостоятельной работы учащихся. Главное – продумать ...

Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту. Методические разработки внеклассных мероприятий по физической культуре и спорту.

Аннотацияк учебно-методическим  разработкам внеклассных мероприятий  по физической культуре с использованием нестандартного оборудования. 1....

Методическая разработка внеклассного мероприятия по математике «Что такое коррупция». (8-9 классы) Внеклассное мероприятие по математике «Что такое коррупция»

Данная методическая разработка внеклассного мероприятия   «Что такое коррупция?»  составлена и применялась как внеклассное мероприятие по дисциплине “Математика»   для обучающ...

Внеклассные разработки

Внеклассные разработки:1."НЕ БЫВАТЬ ТАБАКУ, НАРКОТИКАМ И АЛКОГОЛЮ" (литературно-музыкальная композиция)Цели: показать на материале, какое пагубное действие оказывает никотин, наркотик и алкоголь на зд...