Эссе " Мин уҡытыусы"
материал на тему

Ханова Резеда Фиргатовна

Здесь говорится о том, как я стала учителем. Текст на башкирском языке

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon esse.doc29.5 КБ

Предварительный просмотр:

                                                             Эссе

                                                    Мин уҡытыусы

        -Мин шул тиклем эшемде яраттым.. Эй, ваҡытһыҙ ауырыу.... Беләһеңме, яратмаһаң , ташла эшеңде, балалар ауырыуыңды, насар кәйефеңде, йоҡоһоҙ төнөңдө ғәфү итмәйҙәр..

        Еңелсә туҙан баҫҡан кәштәләрҙә, инде тәҙрәнән туранан тура тәҙрә аша үткән ҡояш нурҙарынан уңып бөткән дәфтәрҙәрҙе ҡулыма алам. Әсәйемдең дәрес пландары...

Әсәйемдең был донъянан китеүенә ике йыл. Ташлаттырманы атайым шул дәфтәрҙәрҙе,” Улар миңә ҡоръйән кеүек.” ти ине.

Әсәйем ауырып киткәс үҙемә алып ҡайттым. Тәҙрә аша Урал тауҙарына һоҡланып ҡарап ятыр ине “Томандар ауыр һеҙҙә” ти. Мин “Томандар бында, әсәй, ауыр түгел, ҡуйы” тием.Ул. “Ҡуйы ла ауыр ҙа” Бәхәсләшеп тормайым.

        Шунан ауыр көрһөнөп, “ Эй, был ауырыу һәләк итте. Хәйҙәр, Айгөлдө 11 класҡа еткерә алманым. Һәләк талантлы балалар бит. Һауығып ҡайтһам, ярҙам итермен. Кеше булырлыҡ балалар.” “Әсәй, ниңә шул балаларҙы уйлап тик ултыраһың.”- тигәнгә ул “Үҙеңде уйлап ҡына йәшәһәң, балам, һин уҡытыусы түгел” тине.Математик уҡытыусы әсәйем миңә артығын һөйләп торманы. “ Или һин уҡытыусы, или ғаиләңә аҡса эшләүсе” Рус һүҙҙәрен ҡыҫтырып ебәреүен беләм. Асыуланыбыраҡ китә.

        Мин уйға ҡалдым... Ысынлап та, мин уҡытыусымы, әллә аҡса табыусымы. Минең Рязанда уҡып йөрөгән улым әйтмешләй”Әсәй, был уҡыу йортонда уҡыу, артабан шул юлда эшләү өсөн фанатизм, шул эш менән ауырыу кәрәк”. Ысынлап та. Мин дә улым кеүек бәләкәстән уҡытыусы булырға хыялланым. Сөнки минең тормошта шундай кешеләр булды..

        Ғәлиә апай.. беренсе әлифба битен астыҡ. Итәғәтле,аҡыллы, матур. Сал сәстәре ҡояш нурҙарына көмөш кеүек ялтырайҙар. Уҡырға, яҙырға, шиғыр һөйләргә, таҡта алдында нисек үҙеңде тоторға өйрәтте.

        Зәмзәнә апай ашаТолстой, Чехов, Лермонтовтың әҫәрҙәрен яратып уҡыныҡ. Рус әҙәбиәтенә һөйөү ул тәрбиәләне. Ә уның тубыҡ бөгөлөнә тиклем төшөп торған толомдары, кейеменә ятышлы алҡа муйынсаҡтары,  шиғыр һөйләгәндә ( ул ваҡытта уҡытыусылар шиғырҙарҙы яттан һөйләй ине) сикәләре ҡыҙарып китеүҙәре беҙҙе һүҙһеҙ генә матурлыҡ донъяһына әйҙәне.

        Хеҙмәт дәрестәре Тәлғәт ағай менән Сәйҙә апай. Мин ниңәлер малайҙар менән станоктарға тартыла инем. Хатта Тракторға  уҡып, права бирәләр тигәс шул тиклем шунда бараһым килде. Ҡыҙ кешегә ярамай тигәнде ипләп кенә аңғартып, сигеү сигергә ултырттылар. Һалма йәйергә өйрәткәндә Сәйҙә апай “Эй, Әсмә апай ( мин атай, әсәй көн-төн эштә булғанға өләсәйем Әсмә әбейҙә үҫтем) кеүек һалма йәйә, бөтә нәмә белә, бәлки тракторға утыртыр кәрәктер” тип сыҡҡанда, минең ҡыҙ кеше икәнде иҫкәрттеләр.

        Шамил ағай НВП  дәрестәрендә көбәккә лә ҡарарға, күреккә лә баҫырға өйрәтте.”Алһыу апайығыҙ (уның ҡатыны) кеүек йөрөгөҙ” беҙгә  үҙе бер дәрес ине. Алһыу апай коридор буйлап ихлас йылмайып, тәбиғәт биргән бөҙрә сәстәрен өҫкә өйөп  илаһи зат кеүек үтә ине.  

        Батыр ағай, Йәмних ағайҙың әйткән һүҙҙәре..

Сығарылыш имтиханында Сәйҙә апай (Инәй, яҡын туған) башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән “4” ҡуйҙы. Өҫтәлмә һорау ҙа биреп торманы. “Башҡортостан пионеры” гәзитенең йәш хәбәрсеһенә ( миңә) бик ауыр булды. “ Бигерәк шуҡ бит. Әҙерәк уйланһын,”- тигән ул.

Аҙаҡтан ғына белдем.

 Ғәлиә апай шул ваҡытта йөрәк ауырыуы менән интегә, йәш кенә һылыу Зәмзәнә апайыбыҙ балаға үтә алмаған ваҡыттар, Шамиль ағайҙың малайы ауырыу булған, Йәмних ағайҙы милицияға саҡыртып йөҙәттеләр, берҙән-бер һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙы (25 йәшлек улын ерләп ҡаңғырған ваҡытта) Турция егетенәкейәүгә сыға, һәм шунда китә. Ул ваҡыт политикаһын һөйләп тормайым. Зәғәфүрә апайҙың математика дәрестәре, китапханасы Фәриҙә апайҙың оҙон ҡуйы керпектәре, китаптарҙы һаҡсыл рәүештә беҙгә тапшырыуы..

        Дәрескә ингәндә мин Ғәлиә апай кеүек тотанаҡлы, Зәмзәнә апай кеүек уҡымышлы, Сәйҙә инәй кеүек сәмләндереүсе, Алһыу апай кеүек һылыу булырға тырышам.

Ә ул кешеләр минең тормош юлымда булмаһа, мин бары тик аҡса эшләүсе булыр инем..

        Мин уҡытыусы... ипләп кенә әсәйемдең дәфтәрҙәрен урынына ҡуйыуға һеңлеләрем “Апай, еҙнәй, эштәр бөттө шикелле, тикшерегеҙ, әле” тигәнгә уянып киттем тигәндәй.

        Ғүмере буйы уҡтыусы булып , математика төпкөлдәрендә балалар менән сәйәхәт ҡылған әсәйем,  йыр моңға, бейеүгә мөкиббән киткән атайым йортонда утты һүндерҙек., таҡылдатып ишектәренә таҡталар ҡаҡтыҡ. Етемһерәп ҡалды өй....

        Юҡ, етем ҡалманы, ваҡытында ҡатын менән ирҙең, уларҙың өс ҡыҙының хыялдары менән башы буталған йорт әлегә ял итә төҫлө.

        Мин уҡытыусы...


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...