Работа с одаренными детьми
статья по химии (9 класс)
В данной статье описывается работа с одаренными детьми
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
hltle_balalar_menn_eshlu_alymdary.baranova_z.v.docx | 28.75 КБ |
Предварительный просмотр:
Һәләтле балалар менән эшләү алымдары.
Бер генә бала ла береһен-береһе ҡабатламай, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле, һәр береһе теге йәки был йүнәлештә һәләтле: кемдер оҫта һөйләй, кемдер үҙ фекерҙәрен ҡағыҙ битенә яҙырға теләй, кемдер йырларға ярата, кемдер бейергә оҫта, кемдер спорт менән мауыға. Балаларҙың тәбиғи һәләтен асыу, уны артабан үҫтереү - уҡытыусылар алдында торған төп бурыстарҙың береһе. Ул, һис шикһеҙ, балаларҙан да, педагогтарҙан да, атай-әсәйҙәрҙән дә ныҡышмалылыҡ, көс талап итә.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп үҙ алдыма түбәндәге
бурыстарҙы алдым һәм маҡсаттар ҡуйҙым:
1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса һәләтле балаларҙы асыҡлау.
2. Үҙ фекерен әсә телендә телдән һәм яҙма рәүештә эҙлекле, йыйнаҡ, теүәл һәм матур итеп бирергә өйрәтеү, уҡыусының фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
5. Уҡыусыла милли рух, үҙ халҡының сәнғәтенә, тарихына, мәҙәниәтенә ихтирам, ғорурлыҡ хистәре тәрбиәләү.
6. Уҡыусының тыумыштан булған һәләтенә үҫергә ярҙам итеү, мөмкинлектәр тыуҙырыу.
7. Уҡыусыларҙың ижади һәләттәрен үҫтереү өсөн шарттар булдырыу.
Һәләтле балалар – йәмғиәт ҡиммәте. Донъяның яҡты киләсәге ошо балалар ҡулында. Һәләтлелек ул һәр кешегә хас сифат. Һәләт үҫеше өсөн мотлаҡ үҫеш мөхите дөрөҫ һәм системалы ойошторолған булырға тейеш. Шул саҡта ғына уның уңышлы һөҙөмтәһе була. Һәләт үҙ өҫтөндә эшләгән кешелә генә юғары кимәлгә етеп, талант булып формалаша. Ни тиклем иртә эш башлаһаң, шул тиклем һөҙөмтә лә яҡшыраҡ. Ләкин был алымдарҙы, методиканы дөрөҫ ҡулланыу, ата-әсәләргә уларҙы өйрәтеү отошло.
Башланғыс кластарҙа киң ҡулланылған алымдарҙың береһе – ул эҙләнеү-тикшеренеү алымы. Шул уҡ ваҡытта баланың фекерләү һәләтен тейешле кимәлдә үҫтереү технологияһы – ул баланы фекерләргә өйрәтеү дәрестәре. Бының аша үткән балаларҙың һәләттәре бик тиҙ асыла, мотивация – һәләтлелеккә ынтылышы көсәйә. Шул уҡ ваҡытта проблема ҡуйып уҡытыу, социаль компетентлылыҡ, лидерҙар мәктәбе дәрестәре лә балала шәхес үҫешендә кәрәкле сифаттар тәрбиәләргә ярҙам итә.
Һәр баланың актив ҡатнашыуы-дәрестең төп талабы. Дәрестәремдә «Мауыҡтырғыс маҡсат» алымы йыш ҡулланам. «Уҡыу әсбаптары» темаһы. Дәрес ҡунаҡтары ярҙамында балалар үҙҙәре дәрестең темаһын сисеп, маҡсат ҡуялар. «Китап, дәреслек, көндәлек, дәфтәр, альбомдар, ҡәләмдәр нимәнән эшләнгәндәр?», «Ағас, урман, һыу» кеүек яуаптар ишетәм. Ошо ваҡыт: «Таҙа ҡағыҙ бите беҙгә ниндәй бәхет алып килер? тигән һорау бирәм. Макулатура йыйыу, һаҡсыл ҡараш, экология темаларына күсеп төрлө фекерҙәрен ярыша-ярыша йотлоғоп әйтеп бирәләр.
Һәләтле балалар менән эшләүҙең төп маҡсаты: һәр уҡыусының һәләтен, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү. Бындай уҡыусылар менән эшләгәндә эҙләнергә, яңы мөмкинлектәрҙән файҙаланырға тура килә. Тимәк, бала ни тиклем бер эш менән етди һәм эҙмә - эҙлекле шөғөлләнһә, һәләте шул тиклем тиҙерәк асыла, ҡыҙыҡһыныусанлығы тиҙ арта
Һәләтлелектең бер проценты ғына беҙҙең гендарға һалына, кешенең ҡыҙыҡһыныуы, мауығыуы, нимәнелер башҡаларға ҡарағанда яҡшыраҡ башҡарыуы булып сағыла, әммә 99 % кешенең үҙ һәләте өҫтөндә эш алып барыуынан тора, шул саҡта ғына таланттар һәм генийҙар үҫеп сыға.
Уҡыусыларым менән эшләүемдең һөҙөмтәһе булып уларҙың түбәндәге ҡаҙаныштары тора:
- Зәйнәғәбдинова Эльза «Йыл уҡыусыһы»нда еңеүсе;
- Бәхтиәров Вильдан фәнни-ғәмәли конференцияла призер;
- Мөхәмәтдинова Эльвина Мостай Кәримдең шиғырын яттан һөйләүселәр бәйгеһендә призер;
- Мансурова Айгөл «Республикама дан йырлайым» бәйгеһендә призер һәм башҡалар.
Шулай уҡ, уҡыусыларымдың «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһендә ҡатнашыуы һәм призлы урындар яулауы бик ҡыуаныслы хәл. Был конкурс һәләттәрҙе генә үҫтереп ҡалмай, ә башҡорт рухын, халыҡ ижадына һөйөү, илһөйәрлек хисен тәрбиәләй.
Республика, Салауат, Аҡмулла көндәре, төрлө йола байрамдары, этнофестивәлдәр үткәреү балаларыбыҙҙың уңғанлығын, тапҡырлығын, отҡорлоғон, етеҙлеген, ҡыйыулығын һәм башҡа ыңғай сифаттарын асыҡларға ярҙам итә.
Һүҙемде йомғаҡлап шуны әйткем килә: һәләтле балаларҙы асыу, уларҙы үҫтереү эше системалы эш алып барғанда ғына үҙенең емештәрен бирәсәк. Шуның өсөн был эштә бөтә көстәрҙе берләштерһәк, йәғни, ғаилә, мәктәп, юғары уҡыу йорттары, ғилми коллективтар ойошоп эшләгәндә яҡшы һөҙөмтәләр үҙен оҙаҡ көттөрмәҫ, тип уйлайым.
Эйе, һәләтле балаларыбыҙ булғанда, телдең, әҙәбиәттең генә түгел, милләттең дә киләсәге бар. Әлдә быйылдың киләһе йылы бар, ә иң мөһиме, үҫеп килеүсе һәләтле алмаш бар.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Выступление на заседании педагоггического совета по теме :"Одаренность. работа с одаренными детьми в свете инициативы "Наша новая школа"
Текст доклада на заседании педагогического совета по теме "Одаренность. Работа с одаренными детьми в свете идей инициативы "Наша новая школа"...
Методическая разработка с одаренными детьми в ДШИ «Особенности работы с одаренными детьми в условиях дополнительного образования»
Система работы с одарёнными детьми посвящён комплексному исследованию условий для внедрения в образовательный процесс учреждения развивающих форм и методов обучения, направленных на ...
Работа с одаренными детьми. Формы и методы работы с одарёнными детьми в школе.
Выступление на методическом объединении...
Организация работы с одаренными детьми. Индивидуализация работы с одаренными детьми.
Практика развития творческого потенциала одаренных учащихся предполагает разработку и реализацию специальных образовательных программ, учебного плана и учебных ...
Система работы с одаренными детьми. Рекомендации педагогам по работе с одаренными детьми.
Рекомендации педагогам по работе с одаренными детьми....
Работа с одаренными детьми в МАОУ СОШ № 1 г. Лабытнанги в сфере научно-исследовательской и проектной деятельности: из практики работы в области создания личностно-ориентированной образовательной среды для одаренных детей
АннотацияВ статье описывается система работы образовательной организации с одаренными детьми в области научно-исследовательской и проектной деятельности включающую в себя тьюто...
- Мне нравится (1)