"Башҡорт халыҡ йырҙары” темаһын йомғаҡлау
план-конспект урока на тему

Ғәзизова Әҡлимә Сәфәрғәли ҡыҙы

1. Башҡорт халыҡ йырҙарының тематик төркөмдәргә бүлеп өйрәнеүҙең әһәмиәтен күрһәтеү.
2. Башҡорт халыҡ йырҙарының эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәһен асыу.

3. Башҡорт халыҡ йырҙары тураһында өҫтәлмә белем биреү. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, йырҙарға һөйөү тәрбиәләү. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл gazizova_a_s_.docx16.89 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: "Башҡорт халыҡ йырҙары” темаһын йомғаҡлау.

Маҡсат: 1. Башҡорт халыҡ йырҙарының тематик төркөмдәргә бүлеп өйрәнеүҙең әһәмиәтен күрһәтеү.
2. Башҡорт халыҡ йырҙарының эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәһен асыу.

3. Башҡорт халыҡ йырҙары тураһында өҫтәлмә белем биреү. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, йырҙарға һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер

- халыҡ йырҙары менән музыкаль диск

- халыҡ йырсыларының фотоһүрәттәре

- дәрескә эпиграф.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу өлөшө

А) Тынысландырыу

Б) Дәрестең маҡсаты һәм эпиграфы менән таныштырыу

Ниндәй генә хәлдә лә башҡорт

Йырҙан башҡа һис көн итмәгән

Аш ҡайғыһы юҡ, тип әйткәндә лә,

Йыр ҡайғыһы юҡ, тип әйтмәгән. Хәсән Назар.

(дәрестең эпиграфы интерактив таҡтала сағылып тора).

Инеш һүҙ.

     Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән Йырҙар темаһына һуңғы йомғаҡлау дәресебеҙҙе үткәрәбеҙ. Әлбиттә, башҡорт халҡының йыр мираҫы беҙ өйрәнгәндәр менән генә сикләнмәй. Ғүмер буйы өйрәнергә лә етә. Башҡорт йырҙары элек-электән рус ғалимдарын, яҙыусыларын, телселәрен һоҡландырған. Йыр – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән тормош юлдашы. Йырҙарҙа беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, уның тормош-көнкүрешен, йолаларың төрлө яҡлап сағылышын эстетик һәм философик ҡараштарының кәүҙәләнешен күрәбеҙ.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

А) Һорауҙарға яуап биреү.

- Әйтегеҙ әле, уҡыусылар, халыҡ үҙенең йырҙарында нимәләрҙе йәки кемдәрҙе данлаған? (Тыуған илен, батырҙарын, тәбиғәтен, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша).

- Халыҡ йырҙарын, ғөмүмән, тарихи йырҙарҙы беҙ ниндәй төркөмдәргә бүләбеҙ?

- Йырҙарҙың төркөмдәргә бүленешен бик күп ғалимдар иҫбатлағандар, мәҫәлән, В. Даль, С. Рыбаков, Лоссиевский һ.б.

(Рыбаков тураһында уҡыусыларҙың сығыштарын тыңлау).

Б) – Хәҙер беҙ һәр төркөмгә айырым туҡталып китәйек.

1. Тыуған ил һәм ырыуҙар берҙәмлеге тураһындағы йырҙар.

- Был йырҙарҙың иң мәшһүре ниндәй йыр? (Урал)

- Тағын ниндәй йырҙар бар был төркөмгә ҡараған? (Сәйҙе буйы, Саңлы үҙәк һ.б.)
- Мин хәҙер һеҙгә Урал йырын тыңлатып китәм. Был йырҙы

 Р. Ишбаев башҡара. (фотоһын интерактив тағтала күрһәтергә).

2. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы йырҙар.

- Был йырҙар кемгә бағышланған?

- Кем етәкселендәге ихтилал тураһында һүҙ бара?

- Улар ни өсөн яуға күтәреләләр?

3. Кантон башлыҡтары һәм түрәләр тураһындағы йырҙар.

- Кемдәр ул кантондар? (был һүҙгә аннотация биреп китергә, йыр тыңлатыла.)

4. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар.

- Был яуҙа башҡорттар кем менән алыша?

- Кем етәкселегендә улар Парижға тиклем барып етәләр?

- Хәҙер мин һеҙгә йыр тыңлатам. Кем тураһында был йыр? (Ф. Килдейәрова “Ҡаһым түрә”)

5. Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар. (Әкрен генә көй уйнатыла)

 - Кемдәр улар ҡасҡындар?

- Ни өсөн  улар урмандарҙа ҡасып йөрөгәндәр?
- Ниндәй йырҙар беләһегеҙ был төркөмгә ҡараған? (“Бейеш”, ”Шафиҡ”), (”Буранбай” йыры тыңлатыла Р. Ҡарабулатов башҡарыуында.)

6. Әрмә хеҙмәте тураһындағы йырҙар.

- Борон егеттәр нисәшәр йыл хеҙмәт иткәндәр?

- Мин һеҙгә бер риүәйәт һөйләгән инем, кемдең хәтерендә, кем һөйләп китер ул риүәйәтте? (бер уҡыусынан һөйләтелә)

(А. Солтанов башҡарыуында йыр тыңлатыла)

7. Лирик йырҙар.

-Улар үҙҙәре нисә төркөмгә бүленәләр?

А) Тормош-көнкүреш йырҙары.

Б) Мөхәббәт йырҙары.

В) Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы хаҡындағы йырҙар.

Г) Шаян йырҙар.

Д) Төрлө йыр-робағиҙар.

- Беҙ шуларҙың береһе ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы хаҡындағы йырҙарға туҡталып китәйек. Ниндәй йырҙарҙы беләһегеҙ?  (һанап китәләр). Беҙҙең класта ла ошо төркөмгә ҡараған йырҙың исемен йөрөткән ҡыҙ бар. Кем ул? Йә әле, һөйләп кит. (Шул йыр тыңлатыла Ф. Килдейәрова башҡарыуында).

- Уҡыусылар, ә кемдәрҙе тағы ла беләһегеҙ халыҡ йырҙарын башҡарған? (слайд аша күрһәтелеп кителә фотоһүрәттәре).

Викторина.

  • Хәҙер беҙ уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә йырҙарҙың һүҙҙәрен уҡыйым, ә һеҙ яуаптарын әйтегеҙ.

1. Иртән генә күтәрелгән томан

Аҡбуҙаттан сыҡҡан быу микән. (“Урал”””)

2. Ҡандан алып алмас ҡылысымды

Урал ташҡайына ҡайрайым. (”Эскадрон”).

3. Илкәйемә лә ҡайтыр инем,

Аяҡтарым талһа, имгәкләп. (”Ғилмияза”).

4. Йәшел мәсет таяғыңды

Алмаштырып ҡылысҡа. (”Абдулла ахун”).

Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, уҡыусылар, нимә ул тарихи йыр? Тарихи йырҙа нимә тураһында һүҙ бара? ( Ил яҙмышына  бәйле мөһим ваҡиғалар хаҡында, унда ҡатнашҡан батырҙар тураһында, күренекле шәхестәр тураһында). Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан, туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙе лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай яңғырыған. Лебединскийҙың хаҡлы раҫлауынса, йырҙар башҡорт халҡының тарихи үткәнен, тормошон, милли характерын үҙендә сағылдырыу һәм дөйөмләштереү йәһәтенән фольклорҙың башҡа жанрҙары менән сағыштырмаҫлыҡ дәрәжәлә юғары тора.

Дәрестең эпиграфын уҡыу.

Баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм  китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

Выступление на межрегиональной конференции на тему "Әсә теле уҡытыуҙа халыҡ педагогикаһын ҡулланыу"

Әсә теле уҡытыуҙахалыҡ педагогикаһының ролеҺуңғы йылдарҙа, фәнни педагоғика менән бер рәттән,халыҡ педагогикаһы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә киңерәк ҡулланыла бара.Үткән быуаттың күренекле педагогтары халы...

Башҡорт теленән 6-сы класта "Башҡорт халыҡ аштары" темаһына дәрес планы

Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас,Өйөңә инһә, ҡаҙан аҫ.Дәрестең маҡсаты балаларға башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ тураһында мәғлүмәт биреү, милли аштар менән таныштырыу....

Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"

Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....

Эҙләнеү эшенең темаһы: «Башҡорт халыҡ йолалары”

Тикшеренеү эшемдең актуаллегеАктуаллеге хәҙерге ваҡытта йола байрамдарға иғтибар арта. Байрамдар ашаәйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә.Эҙләнеү эшенең  маҡсатыØ  Й...

Эҙләнеү эшенең темаһы: “Башҡорт халыҡ тотемы”

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты Башҡорт халҡының тотемдарын өйрәнеү.Иптәштәремдә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Эҙләнеү эшенең гипотезаһы Тотемдарҙың  тарихын өй...