Башҡорт теленән 6-сы класта "Башҡорт халыҡ аштары" темаһына дәрес планы
план-конспект урока (6 класс) на тему

Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас,

Өйөңә инһә, ҡаҙан аҫ.

Дәрестең маҡсаты балаларға башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ тураһында мәғлүмәт биреү, милли аштар менән таныштырыу.

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon bashkirskie_blyuda_urok.doc45 КБ

Предварительный просмотр:

 VI класс.

Тема:  Башҡорт халыҡ аштары.

Маҡсат: 1)һыйыр һөтөнән һәм итенән әҙерләнгән аҙыҡтар хаҡында мәғлүмәттәр биреү; 2)башҡорт аштары буйынса һүҙ байлығын үҫтереү; 3)сифаттың төп билдәләрен иҫкә төшөрөү.

Йыһазландырыу: мәҡәлдәр: “Һыйыры барҙың һыйы бар”, “Ағы барҙың туғы бар”, “Милли аш – милли йөҙ”; карточкалар.

Дәрес төрө: ҡатнаш.

Дәрес барышы: I.Уҡытыусы.

Башҡорт теле – минең телем,

Хөрмәтләйем мин һине,

Матурлығың, нескәлегең

Таң ҡалдыра бит мине.

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән үҙенсәлекле дәрес үткәрәсәкбеҙ.

Дәрес маҡсатын билдәләү.

Өйгә эште тикшереү.

 Өйҙә аш тураһында мәҡәлдәр яҙып килергә тейеш инегеҙ. Ике мәҡәлде таҡтаға яҙып ҡуяйыҡ һәм уларҙың мәғәнәләрен аңлатып ҡарайыҡ:

“Һыйыры барҙың һыйы бар”, “Ағы барҙың туғы бар”.

Мәҡәлдәрҙе тәүҙә бер-ике укыусы ҡысҡырып укый . Шунан үҙаллы уҡыу , хор менән уҡыу ойошторола .

  1. Класты өс вариантка бүләм һәм карточкалар таратам . Карточкалағы һорауҙар мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен сисергә ярҙам итәсәк.

 I вариант. Һыйыр булғас, нимә була? (Һөт, ит).

II вариант. Һөттән нимә әҙерләп була? (Май , ҡаймаҡ, ҡорот, ҡымыҙ, эремсек һ.б.).

Балалар тулы һөйләм менән яуап бирәләр.

- Эйе, ысынлап та, һыйырың булһа, өҫтәлдә һыйың өҙөлмәҫ. Бына “Һыйыры барҙың һыйы бар” тигән мәҡәл килеп тә сыҡты.

III вариант. “Аҡ” тип нимәне әйткәндәр? (Халыҡ һыйыр һөтөнән эшләнгән бөтә төр ашамлыҡтарҙы “аҡ” тип атаған.)

Уҡытыусы. Шулай булғас, “аҡ” тигән һүҙгә һеҙ әйтеп сыҡҡан бөтә төр ашамлыҡтар ҙа керә. Бергәләп уҡыйыҡ әле: “Ағы барҙың туғы бар”.

  1. Ә хәҙер күреү хәтерегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Таҡтала һүҙҙәр яҙылған: һөт, ҡаймаҡ,ҡорот, ҡатыҡ, май, эремсек. Һүҙҙәрҙең ниндәй тәртиптә урынлашҡанын иғтибар менән ҡарағыҙ. Һеҙгә 10 секунд ваҡыт бирелә, һүҙҙәрҙе ҡаплайым һәм карточкалар таратып сығам. Һүҙҙәрҙең ниндәй тәртиптә яҙылыуын билдәләгеҙ.

Бер-беребеҙҙең эштәрен баһалап алайыҡ. (Статистик пар.)

Ошо мәҡәлдән сығып, нимә әйтергә була? (Һыйыры булған кеше бер ваҡытта ла асыҡмаҫ.)

  1. Элек-электән башҡорттар йылҡы, һыйыр, һарыҡ аҫыраған. Улар үҙҙәренең  малдарын бер йәйләүҙән икенсеһенә күсереп йөрөткән. Тыныс тормоштамы, яуҙамы, ат башҡорттоң тоғро дуҫы һаналған. Йәш килендәр, ҡыҙҙар бейәләрҙе һауған. Ҡымыҙ яһағандар.

Һорауҙар: Нимә ул ҡымыҙ? Ҡымыҙҙы ниндәй һөттән эшләйҙәр? Ҡымыҙҙың нисек эшләнеүен кем белә? (Уҡыусыларҙың яуаптары.)

Ҡымыҙ тураһындағы шиғырҙы бер-берегеҙгә һөйләп баһа ҡуйығыҙ. (Динамик пар.)

Телмәре йомшаҡ булған балаларҙан һорау.

Уҡытыусы. Һөттән тағы ла ҡорот әҙерләйҙәр. Башҡорттоң табынынан ҡорот өҙөлмәгән. сәйгә лә ҡушып эскәндәр, ашҡа ла һалғандар. Ҡорот әҙерләүҙең үҙ серҙәре бар. Әсе ҡорот , сөсө ҡорот була. Ҡорот әҙерләүҙең үҙ серен кем белә? (Яуап.) 

Уҡытыусы. Һинең һөйләүеңдә эркет һүҙе ишетелде. Эркет нимә өсөн ҡулланыла? (Яуап.)

Шулай итеп, беҙ әсе ҡоротттоң, сөсө ҡороттоң нисек эшләнеүен иҫкә төшөрҙөк. әсе ҡорот ике төргә бүленә: кипкән ҡорот, йәш ҡорот.

  1. Ә хәҙер ишетеү хәтерегеҙҙе яҡшыртып алайыҡ. Кем бер уҡыуҙа мәҡәлде хәтерендә ҡалдыра:

Бал татлы, балдан бала татлы.

           Динамик пар менән балалар бер-береһенә мәҡәлде ҡабатлайҙар, уның мәғәнәһен аңлаталар.

           Уҡытыусы кемдең дөрөҫ әйтеүен, кемдең яңылышыуын, кемдең дөрөҫ әйтергә өйрәнеүен әйтеп китә.

           II. Яңы тема.

           Уҡытыусы. Бөгөн беҙ бишбармаҡ тигән тағы ла бер милли ашамлыҡ менән танышып үтәбеҙ. Балалар, тағы бер мәртәбә таҡтаға иғтибар итәйек. Һыйыр беҙгә һөттән башҡа тағы нимә бирә? (Яуап.)

            Эйе, һыйыр беҙгә ит бирә. Халыҡ үҙенең бөтә тормошон, йәшәү рәүешен мәҡәлдәрҙә тос һүҙҙәр менән әйткән.

            1. Яңы һүҙҙәр менән танышыу: һалма, сөсө ҡамыр, һөҙлөк, уҡлау.

            2. Таҡтала һәм дәфтәрҙәрҙә эштәр. Бер бала таҡтала һүҙбәйләнеш өҫтөндә эшләй, икенсе бала һөйләм төҙөй һәм ошо һөйләмдең баш киҫәктәрен таба. Өсөнсө  бала һалма һүҙенә фонетик анализ яһай, ә ҡалған уҡыусылар был эш төрҙәрен үҙаллы башҡаралар. Таҡталағы эшкә ҡарап, бер-береһен баһалайҙар. (Статистик пар.)

            3. Текст өҫтөндә эш. а) Уҡытыусы бишбармаҡ бешереү рецебын уҡый.

            Һорау: Һеҙгә был милли ашты бешереү тәртибе аңлашылдымы? Ни өсөн уны бишбармаҡ тип атағандар? (Яуап.)

        б) Тексты үҙаллы уҡып сығыу, сылбырлап уҡыу, йәшенмәле уҡыу.

        4) Вариатив пар менән эшләү: бер уҡыусы уҡығанды нисек аңлағанын иптәштәренә һөйләп бирә һәм өс иптәшенең дә һөйләгәнен тыңлай һәм баһалай.

        5) Карточкалар менән эш. (Статистик парҙар.)

         Сифат, сифат дәрәжәләрен аңламаған уҡыусылар менән индивидуаль эш. Иң зирәк уҡыусыларға өҫтәлмә эш биреү.

         Карточкаларҙа һорауҙар яҙылған:

1.Сифат тип нимә атала?

2.Сифат ниндәй һорауға яуап бирә?

3.Сифаттар нисек яһала?

4.Сифат дәрәжәләрен һанап сыҡ.

        Текстан сифаттарҙы табабыҙ (Тоҙло һыу, сөсө ҡамыр, вағыраҡ һалма.).  

         Уҡытыусы эштең дөрөҫ эшләнгәнен балаларҙан һорай һәм анализ яһай.

         III. Дәресте йомғаҡлау, дөйөм баһа биреү.  

 

Һөт

Ҡаймаҡ

Ҡорот

Ҡатыҡ

Май

Эремсек

I вариант

Карточка №1

Һыйыр булғас, нимә була?

Карточка №2

1.Сифат тип нимә атала?

2.Сифат ниндәй һорауға яуап бирә?

3.Сифаттар нисек яһала?

4.Сифат дәрәжәләрен һанап сыҡ.

II вариант

Карточка №1

Һөттән нимә әҙерләп була?

Карточка №2

1.Сифат тип нимә атала?

2.Сифат ниндәй һорауға яуап бирә?

3.Сифаттар нисек яһала?

4.Сифат дәрәжәләрен һанап сыҡ.

III вариант

Карточка №1

“Аҡ” тип нимәне әйткәндәр?

Карточка №2

1.Сифат тип нимә атала?

2.Сифат ниндәй һорауға яуап бирә?

3.Сифаттар нисек яһала?

4.Сифат дәрәжәләрен һанап сыҡ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Татар теленнән дәрес планы

Тема: Кушма һәм парлы сүзләр темасын гомумиләштереп кабатлау....

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

5 класс өчен татар теленнән эш планы

Татарстан республикасы Азнакай муниципаль районы...

9класс өчен татар теленнән эш планы

Татар теленнән эш программасы өч өлештән тора: аңлатма язуыннан, төп бүлекләрне, белем һәм күнекмәләрне үз эченә алган программаның эчтәлегеннән, укучыларның әзерлек дәрәҗәсенә таләпләреннән....

10 класска татар теленнән эш планы

Татар теленнән эш программасы өч өлештән тора: аңлатма язуыннан, төп бүлекләрне, белем һәм күнекмәләрне үз эченә алган программаның эчтәлегеннән, укучыларның әзерлек дәрәҗәсенә таләпләреннән....

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән план-конспект. 5 класс. Башҡорт халыҡ әкиәте «Айыу менән бал ҡорттары»

Халҡыбыҙҙың бал ҡорттарына бәйле традициялары менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү. Әкиәт геройҙары аша тәбиғәт тормошон өйрәнеү, туған тәбиғәтебеҙгә һөйөү, уның матурлығын күрә белеү, уға һоҡланыу, һ...

Дәрес планы "Башҡорт халыҡ ижады. Йомаҡтар"

Уҡыусыларҙа тапҡырлыҡ, зирәклек тәрбиәләү. Башҡорт халыҡ ижады менән танышыуҙы дауам итеү һәм әкиәт йөкмәткеһен үҙләштереүҙе тикшереү Йомаҡ жанрының үҙенсәлеген билдәләү Уҡыусыларҙы ижади фекерлә...