Выступление на межрегиональной конференции на тему "Әсә теле уҡытыуҙа халыҡ педагогикаһын ҡулланыу"
статья на тему

Нугманова Люция Рабиловна

Әсә теле уҡытыуҙахалыҡ педагогикаһының роле

Һуңғы йылдарҙа, фәнни педагоғика менән бер рәттән,халыҡ педагогикаһы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә киңерәк ҡулланыла бара.

Үткән быуаттың күренекле педагогтары халыҡтың педагогик ҡараштарын, уның тәрбиә тәжрибәһен өйрәнеүгә ҙур әһәмиәт биргәндәр.Уларҙың фекеренсә, халыҡ педагогикаһытәрбиә тураһындағы фәнде байыта, ул педагогика фәне менән ҡатлаулы мөнәсәбәткә инә, һәм улар бер-береһенең үҫеүенә уңайлы йоғонто яһай. Шуға күрә Н.А.Добролюбов, педагогика фәне менән генә шөғөлләнеүселәр, халыҡты белемле һәм тәрбиәле итергә теләһәләр, уның эске тормошон белергә, тәрбиә тәжрибәһе тураһында хәбәрҙар булырға тейештәр, тип иҫәпләй.

Бөйөк славян педагогы Ян Амос Каменский (1592-1670) кеше иң камил, иң гүзәл зат, тип билдәләп, халыҡ педагогикаһы гәүһәрҙәренә нигеҙләнгән тәрбиә системаһы айырым һайланған кешеләр өсөн түгел, ә халыҡ өсөн, барлыҡ гүзәл зат өсөн булыуы тураһында әйтә.

В.А.Сухомлинскийһуңғыкитаптарындаһәммәҡәләләрендә халыҡ традицияларын тергеҙеү, уны ғаиләгә һәм мәктәпкә киңерәк индереү кәрәклеге хаҡында яҙа. Ул үҙе лә балаларға әкиәттәр һөйләй, улар менән бергә халыҡ йырҙарын йырлай, халыҡ йолалары байрамдарын үткәреүҙе ойоштора, халҡыбыҙҙың тарихын, сәнғәтен һәм йолаларын пропагандалай, балаларҙы әзәплелек ҡағиҙәләренә өйрәтә.

Эйе, әсә теле дәрестәренең сифатын күтәреүҙә, балаға белем һәм тәрбиә биреүҙә халыҡ педагогикаһының роле ифрат ҙур.

Бер генә тапҡыр булһа ла дәрестә халҡыбыҙҙың зирәклеген һынар йомаҡтар әйтелмәһә, уның бай тормош тәжрибәһе тупланған, фекер мәргәнлеген күрһәткөн мөҡәлдәр ҡулланылмаһа, күңелгә ҡыуаныс, һағышлыға йыуаныс булган моңло  йырҙары йырланмаһа, балаларҙың күҙҙәрендә осҡондар сәсрәтеп,уларҙы ял иттереүсе халыҡ уйындары булмаһа, ул дәрестән балаларыбыҙҙың ҡәнәғәт булыуы икеле. Сөнки халҡыбыҙзың йәшәү рәүеше, боронғо тарихы, фелсәфәһе, рухиәте, педагогикаһы уларҙың нигеҙендә ята.

Мин 19 йыл әсә теле уҡытыусыһы булып эшләйем.Уҡыусыларға тәрбиә биреүҙә һәм туган тел серҙәрен төшөндөрөүҙә халыҡ педағогикаһы алымдарын киң ҡулланам.

Мәҫәлән, VIкласта "Исем" темаһын үткәндә, уҡыусыларға милли ашамлыҡтарыбыҙ төшөрөлгән һүрәттәркүрһәтеп, уларҙың табыныбыҙ күрке булыуы, нисек бешерелеүе тураһында әңгәмө үткәрәм. Шул уҡ милли ризыҡтарҙың атамаларын таҡтаға яҙа барабыҙ һәм уларға грамматик күҙәтеү үткәрәбеҙ (нимәне белдерә, ниндәй һорауға яуап була Һ.б.), йәғни исемгә хас грамматик билдәләрҙе асыҡпайбыҙ. Уҡыусылар, ошо һүҙҙәрҙе файҙаланып, һөйләмдәр төҙөйҙәр, исем һүҙ төркөмөнә билдәләмә бирәләр. Уҡыусыларға «(ҡайһы ла булһа) милли ризыҡты бешереү өсөн нимәләр кәрәк?" тигән һорау ҡуйыла. Уҡыусылар үҙҙәре теләгән ризыҡтураһында һөйләйҙәр, файҙаланған исемдәргә анализ яһайҙар.

Мәҫәлән: бауырһаҡ бешереү өсөн юғары сортлы он, йомортҡа, үҫемлек майы, бал йәки шәкәр ҡомо, таба, һөҙгөс кәрәк.

Уҡыусыларға ижади яҙма эш тәҡдим ителә. Үҙҙәре яратҡан ризыҡты тасуирлап яҙырға: "Башҡорт халҡыныңмилли аштарынан мин бигерәк тә ... яратам".

Шул уҡкласта "Исемдәрҙең хәбәрлек заты" темаһын алайыҡ. Был дәрестә борон-борондан һыуҙың тәбиғәттә иң изгеләрҙән һаналыуы тураһында әңгәмә үткәрелә. Һыуға һәр саҡ яҡшы ҡарашта булырға, кәрәклеген Һаҡсыл тотонорға өйрәткәндәр ололар. "һыуҙың гонаһы — ин ауыр гонаһ", — тигәндәр улар. Һыуҙы артыҡ күп тотонһаң, ҡиәмәт көнөндә артыҡ тотонған һыуынды үҙеңә эсерәләр, тип тәҡурҡытҡандар, тыйғандар. Ошо тыйыу, быуын һайын өйрәтелә килеп, беҙҙең быуындарға тиклем килеп еткән. Халыҡтәрбиәһе ысынлап та үҙ-үҙен аҡлаған. Коҙоҡ, шишмә таҙартҡан кеше иң тәрбиәле кеше тип иҫәпләнгән. Ә берәй кеше ҡоҙоҡҡаҙҙырһа, уға мотлаҡ уның исеме бирелгән. Ошо юл менән уның изге эшенә халыҡ оло баһа биргән. Һыуҙы изгеләштереү, уны һаҡлап тотоноу шишмә, йылға-күлдәрҙе таҙа тотоуға барып тоташа.

"Мин ғәзиз еремде йәмләр өсөн тыуған хазинамын" һөйләмендә хәбәрлек заты ялғауы ҡабул иткән һүҙҙе таптырып, ҡағиҙә сығарыла.

— Һеҙ ғәзиз ерегеҙҙе йәмләр өсөн ниндәй эштәр эшләгәнегеҙ бар? Уҡыусылар үҙҙәренең изге эштәре хаҡында һөйләйҙәр. Шунан Һаҡмар йылғаһы буйына "экскурсия" ойошторола. Йылға һүрәте эленә. Ундағы Ый, сүп-сарҙы таҙартыу есөн уҡыусылар һорауҙарға яуап бирәләр, хәбәрлекзаты ялғауы ҡабул иткән исемдәр индереп, һөйләмдәр теҙөйҙәр. Мәҫәлөн, "Мин данлы Ҡыпсаҡ ырыуында тыуған батырмын". "Мин тыуған ерҙең гүзәллеген Һаҡлаусы кешемен". "һин тырыш уҡыусыһың". Йылға буйы таҙарғас, уның эргәһендә халҡыбыҙҙың "Аҡ тирәк, күк тирәк" уйыны уйнатыла.

Наказ: тәбиғәткә бәйле йомаҡтар әйтергә. Мәҫәлән:  

Йәйен йәйелә,

Кышын һата,

Көмөш һандыҡҡа

Инә лә ята.             (һыу)

Еҫе юҡ, төҫө юҡ,

Унан башҡа тормош юҡ.         (һыу) һ.б.

Йылға буйынан йырлай-йырлай ҡайталар. Бындай дәрестәр үткәреү бик отошло: берҙән, тәбигәткә ҡарата Һаҡсыллыҡ тәрбиәләнһә, икенсенән, халҡыбыҙҙың  милли йолалары тергеҙелә.

Йәмғиәттә камил шәхес үҫтереүҙә әхлаҡи тәрбиә ҙур урынтота. Күренекле педагогтар был хаҡта ла үҙҙәренең хеҙмәттәрендә билдәләп үтәләр. Я.А.Коменский, швейцар педагогы демократ И.Г.Песталоцци, немец педагогы И.Гербарт әхлаҡи тәрбиәгә ҙур әһәмиәт биргәндәр.

Ушинский ҙа әхлаҡ тәрбиәһенең әһәмиәтен үҙенең "О нравственном элементе в воспитании" тигән мәҡәләһендә төрлө яҡтан тикшереп сыҡҡан.

Халҡыбыҙ яҡшылыҡҡа ла, яуызлыҡҡа ла яҡшылыҡ менән яуап биргән. Был идея уның йәшәйешендә, бигерәк тә ауыҙ-тел ижадында асыҡ күренә: "Таш менән атҡанға аш менән ат".

"Исем" темаһын йомғаҡлағанда, дәрес-уйын үткәреп, әйберен юғалтҡан ҡыҙға ярҙам итеп, уҡыусыларҙа әхлаҡ — кешелеклелек тәрбиәләргә була.

Халыҡ педагогикаһының тағы бер күркәм сараһы булыпхеҙмәт тәрбиәһе тора. Хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт, ихтирам тәрбиәләү — тел дәрестәре маҡсаттарының береһе. Балаға мираҫ итеп байлыҡ түгел, данлы исем, изгелекле һөнәр эйәһе булыу серҙәрен ҡалдыр, тип өйрәтә халыҡ.

VIкласс. "Сифат" темаһы.

Халҡыбыҙ ижадына, тарихына ихтирам, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүгә һәм яңы теманы үҙләштереүгә боронғо тимер тышлы, семәрле серле ағас һандыҡ ярҙам итә.

Дәрестең темаһы, маҡсаты менән таныштырғас, уҡыусыларҙың иғтибарын серле Һандыҡҡа йүнәлтәбез.

—Уҡыусылар,Һандыҡ – тормошысынбарлыгын,күпсерҙәрҙеүҙенә һыйҙырғантарих  ул.Ундабашҡортхалҡының эшсәнлегелә, оҫталығы ла, уңғанлығы ла, әсәй-өләсәйҙәребеҙҙен, күңел серҙәре лә, ата-олатайҙарыбыҙҙың ҡулэштәренә маһирлығы ла тупланған. Был һандыҡанашундай хазинаны Һаҡлай торған бик боронғо ҡомартҡы. Әхәҙер уның эсен ҡарайыҡ.

-   Уҡыусылар, был нимә?

-   Эйе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәге. Ул ниндәй?

-   Оҙон еңле, киң итәкле, япмалы, тәңкәле һ.б.
Артабан камзул, ҡашмау, түшелдерек, сигелгән таҫтамал, ҡулъяулыҡ, селтәр, түбәтәй күрһәтелә.

Атай-олатайҙарыбыҙ ҙа ҡул эштәренә маһир булғандар. Ат сбруйзары, йүгән, ыңғырсаҡ, туҙҙан эшләнгән тырыз алып күрһәтелә. Бына был Һандыҡты биҙәкләп улар эшләгән.

Бер нисә әйберҙең билдәһен асыҡлап, ниндәй һорауҙарға яуап биреүен өйтәләр, сифат һүҙ төркөмөнә билдәләмә бирелә. Һандыҡтан алынған әйберҙәргә бәйле рәүештә дәрес дауам итә һәм түбәндәгесе йомғаҡлана:

—   Уҡыусылар, Һандыҡтың төбө серле лә, тәрән дә икән.Хәҙер генә уның төбөнә төшөп етеп, серен асып бөтөрөпбулмаҫ.Әйҙәгеҙ,   сығарған   хазиналарыбыҙҙы   һандыҡҡа   кире тултырайыҡ.

Әйберҙәр кире тултырыла. Бер уҡыусы уның исемен, икенсеһе билдәһен әйтә.

Эйе, күңелендә оло зауыҡ йөрөткән, матурлыҡҡа ғашиҡхалҡыбыҙҙын ошондай оҫталыҡҡа эйә булыуы тәбиғи, әлбиттә. Былар — беҙҙең мәңге һүнмәҫ рухи хазинабыҙ, милләтебеҙҙең йәнен Һаҡлаусы аһәңебеҙ.

Халҡыбыҙ йәш быуынға физик тәрбиә биреү, сәләмәтлек тураһында ла ҡайғыртҡан. Укыусыларҙы ял иттереү маҡсатында дәрестә төрлө уйындар ойошторороға мөмкин.

Мәҫәлән, "Беҙ ун ике ҡыҙ инек", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ" һ.б.

Халыҡ педагогикаһы алымдарын башҡа дәрестәрҙә лә файҙаланырға мөмкин: "Һан", "Кылым" темаларын үткәндә, йомаҡтар, мәҡәлдәр, һанамыштар ҡулланырга була.

Халыҡ йолаларына бәйле рәүештә үткәрелгән яңы формалағы дәрес-йыйын, дәрес-һабантуй, дәрес-бәйге кеүек дәрестәр уҡыусыларҙы тик әүҙемләштерәгенә.

Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡпедагогикаһының хазиналары бик күп. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә унан файҙаланыу мөмкинлектәре лә ифрат ҙур. Кәҙерен белеп, һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, дәрестәребеҙҙең сифаты күтәрелер, киләсәктә белемле, тәрбиәле, халыҡ эше өсөн үҙен йәлләмәгән шәхестәрҙе тәрбиәләй алырбыҙ.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл s_tele_ukytyuza_halyk_pedagogikahynyn_role.docx48.15 КБ

Предварительный просмотр:

  • Уҡыусылар, был нимә?
  • Эйе, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының күлдәге. Ул ниндәй?
  • Оҙон еңле, киң итәкле, япмалы, тәңкәле һ.б.
    Артабан камзул, ҡашмау, түшелдерек, сигелгән таҫтамал, ҡулъяулыҡ, селтәр, түбәтәй күрһәтелә.

Атай-олатайҙарыбыҙ ҙа ҡул эштәренә маһир булғандар. Ат сбруйзары, йүгән, ыңғырсаҡ, туҙҙан эшләнгән тырыз алып күрһәтелә. Бына был Һандыҡты биҙәкләп улар эшләгән.

Бер нисә әйберҙең билдәһен асыҡлап, ниндәй һорауҙарға яуап биреүен өйтәләр, сифат һүҙ төркөмөнә билдәләмә бирелә. Һандыҡтан алынған әйберҙәргә бәйле рәүештә дәрес дауам итә һәм түбәндәгесе йомғаҡлана:

—        Уҡыусылар, Һандыҡтың төбө серле лә, тәрән дә икән.Хәҙер генә уның төбөнә төшөп етеп, серен асып бөтөрөпбулмаҫ.Әйҙәгеҙ,   сығарған   хазиналарыбыҙҙы   һандыҡҡа   кире тултырайыҡ.

Әйберҙәр кире тултырыла. Бер уҡыусы уның исемен, икенсеһе билдәһен әйтә.

Эйе, күңелендә оло зауыҡ йөрөткән, матурлыҡҡа ғашиҡхалҡыбыҙҙын ошондай оҫталыҡҡа эйә булыуы тәбиғи, әлбиттә. Былар — беҙҙең мәңге һүнмәҫ рухи хазинабыҙ, милләтебеҙҙең йәнен Һаҡлаусы аһәңебеҙ.

Халҡыбыҙ йәш быуынға физик тәрбиә биреү, сәләмәтлек тураһында ла ҡайғыртҡан. Укыусыларҙы ял иттереү маҡсатында дәрестә төрлө уйындар ойошторороға мөмкин.

Мәҫәлән, "Беҙ ун ике ҡыҙ инек", "Аҡ тирәк, күк тирәк", "Йәшерәм яулыҡ" һ.б.

Халыҡ педагогикаһы алымдарын башҡа дәрестәрҙә лә файҙаланырға мөмкин: "Һан", "Кылым" темаларын үткәндә, йомаҡтар, мәҡәлдәр, һанамыштар ҡулланырга була.

Халыҡ йолаларына бәйле рәүештә үткәрелгән яңы формалағы дәрес-йыйын, дәрес-һабантуй, дәрес-бәйге кеүек дәрестәр уҡыусыларҙы тик әүҙемләштерәгенә.

Быуаттар аша беҙгә мираҫ булып ҡалған халыҡпедагогикаһының хазиналары бик күп. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә унан файҙаланыу мөмкинлектәре лә ифрат ҙур. Кәҙерен белеп, һөҙөмтәле итеп ҡулланһаҡ, дәрестәребеҙҙең сифаты күтәрелер, киләсәктә белемле, тәрбиәле, халыҡ эше өсөн үҙен йәлләмәгән шәхестәрҙе тәрбиәләй алырбыҙ.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Выступление на межрегиональной конференции

Текст выступления на межрегиональной конференции по теме: "ИСПОЛЬЗОВАНИЕ ИНТЕРАКТИВНЫХ МЕТОДОВОБУЧЕНИЯ КАК СРЕДСТВО АКТИВИЗАЦИИ ПОЗНАВАТЕЛЬНОЙ ДЕЯТЕЛЬНОСТИ ОБУЧАЮЩИХСЯ"...

Выступление на межрегиональной конференции «Защита прав и интересов ребенка в деятельности социального педагога» на тему: «Технологии защиты прав и интересов детей в условиях детского дома»

Защита прав ребенка предполагает и его защиту от различных форм насилия, ущемления его естественных и гражданских прав как в семье и в микросоциуме, так и в государственных, муниципальных, особенно в ...

Выступление на межрегиональной конференции, посвященной реализации ФЦПРЯ

Базовая образовательная организация стажировочной площадки   ГБОУ ИРО Краснодарского края «Развитие содержания, методов, форм повышения кадрового потенциала педагогов и специалистов по ...

Выступление на августовской конференции на тему: "Сетевое взаимодействие -инструмент для эффективной реализации общеобразовательных программ с целью расширения ресурсного обеспечения качества образовательных услуг"

Стратегическая цель государственной политики в области образования – повышение  доступности качественного образования, соответствующего требованиям инновационного  развития экономики, ...

Выступление на областной конференции на тему "Творческая самореализация обучающихся средствами урочной и внеурочной деятельности предмета "Английский язык"

Текст выступления по теме сопровождается мультимедийной презентацией, содержащей фотографии и видеофрагенты уроков английского языка и внеклассных мероприятий по предмету...