Эҙләнеү эшенең темаһы: “Башҡорт халыҡ тотемы”
творческая работа учащихся (8 класс) на тему

Курмангулова Гульгуна Хызыровна

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

 

Башҡорт халҡының тотемдарын өйрәнеү.

Иптәштәремдә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

 

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

 

Тотемдарҙың  тарихын өйрәнеү;

Тикшеренеү объекты

 

Темаға ярашлы әҙәбиәт ,аҡһаҡалдар  менән әңгәмә.

 

 

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

 

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн башҡорт халҡының тотемына ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик   һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, тотемды төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо.

 

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 

 Йыйылған материалдар артабан  тарих, башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙә өҫтәмә материал булып, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

 

Структураһытикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән тора.

                                           

 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл issled_rabota_bure.docx31.93 КБ

Предварительный просмотр:

                         ғилми-ғәмәли конференция

           Эҙләнеү эшенең темаһы:

            “Башҡорт халыҡ тотемы”

                                                                     

                                                          Әҙерләне:Башҡортостан республикаһы Ғафури районы Аҡкүл   ауылының    урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы 7-се б класс уҡыусыһы Кәримов Радмир Шамил улы

                                                         

                                      Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте  уҡытыусылары  

                                                                 Ҡорманғолова Гөлгөнә Хызыр ҡыҙы

                                                                  Хәбибуллина Рәлиә Хәжиәхмәт ҡыҙы

                                                 2016 йыл                                                                        

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты

Башҡорт халҡының тотемдарын өйрәнеү.

Иптәштәремдә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Эҙләнеү эшенең гипотезаһы

Тотемдарҙың  тарихын өйрәнеү;

Тикшеренеү объекты

Темаға ярашлы әҙәбиәт ,аҡһаҡалдар  менән әңгәмә.

Эҙләнеү эшенең сығанаҡтары

Тикшеренеү эшен башҡарыу өсөн башҡорт халҡының тотемына ҡағылышлы фәнни тикшеренеүҙәр, аңлатмалы, диалектик   һүҙлектәр, теоретик ҡулланмалар, тотемды төрлө яҡлап өйрәнеүгә бәйле мәҡәләләр, йыйынтыҡтар файҙаланды. Шулай уҡ ауыл аҡһаҡалдары менән фекер алышыу ойошторолдо.

Эҙләнеүҙең практик әһәмиәте

 Йыйылған материалдар артабан  тарих, башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш сараларҙа башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүҙә өҫтәмә материал булып, мәктәп музейында файҙаланыла ала.

Структураһы – тикшеренеү эше инештән, төп өлөштән, йомғаҡлауҙан, ҡулланылған әҙәбиәт  исемлегенән тора.

                                           

Йөкмәткеһе

1.Инеш

2. Төп өлөш

3.Йомғаҡлау

4. Ҡулланылған әҙәбиәт

5. Ҡушымта

Инеш

     Кешелек донъяһы барлыҡҡа килгәндән алып уның менән бергә йәшәйеш тәртибен, һәр ырыуҙың тупланып, ойошҡан дәүләт төҙөүен тәьмин иткән механизм хасил була. Төрлө халыҡтың үҙ тарихи йәше менән бер ҡатар үҫешә.

Тотемистик ҡараш эҙҙәрен, йәғни теге йәки был ырыуҙың, аймаҡ, араның килеп сығышын ниндәй ҙә булһа бер хайуан йә булмаһа ҡош-ҡорт, үҫемлек менән туғанлыҡ, ҡан-ҡәрҙәшлек мөнәсәбәтенә бәйләп аңлатыу күренешен һаҡлаған башҡорт халҡының тарихында ырыу башлаусы булып бүре, айыу, йылҡы малы, аҡҡош һәм демонологик «йәндәр»: шүрәле, шайтан күҙаллана.

Аң үҫешенең билдәле бер этабында кеше менән кейектең ғаилә мөнәсәбәтенә инә алыуы, йә булмаһа йәнлек-хайуандарҙың кешегә, йәки кешенең йәнлеккә әүерелә алыуына ышаныу мөмкинлеге ҡалмаған осраҡта, халыҡтар ҡарашында «рационализаторлыҡ күренештәре урын ала»

( “башҡорт” һәм “бөрйән” һүҙҙәренең килеп сығышы).

                                                           

Төп өлөш

     Башҡорт халҡының үткән тарихы – шул халыҡты милләт итеп берләштереү һәм үҙ ата-бабаларының тарихи хәтерен мәңгелләштереү ул. Һәр милләттең үҙенә генә хас тотемистик ҡарашы була. Халыҡтың үткәнен белеү кешелә милли ғорурлыҡ, милли хистәр культураһын тәрбиәләргә ярҙам итеп кенә ҡалмайҙар, ә шул кешеләрҙә рухи ҡәнәғәтләнеү ҙә тыуҙыралар. Әгәр халыҡтың үткәнен белеү теләге  юғала икән, был инде уның рухи байлығы һайыға барыуын сағылдыра.  Халыҡтың үткәне һәр кешенең йөрәк түрендә һаҡлана. Мине бигерәк тә «Башҡорт халҡының тотемы» тигән тема ҡыҙыҡһындыра.Башҡорт теле дәрестәрндә башҡорттарҙың килеп сығышы тураһында һөйләшкәс ошо тема өҫтөндә эҙләнә башланым.

Аңлатмалы һүҙлектән «Нимә ул тотем?»  тигән һорауға яуап табып уҡыным.(Ошонда фото аңлатмалы һ. Мн эш)

              «Нимә ул тотем?» 

        Ырыу- ҡәбилә йәмғиәте ваҡытында ҡайһы бер ырыу төркөмөнөң нәҫел башы, ырыу терәге итеп табынған нәмә, йәнлек, үҫемлек йәки тәбиғәт күренеше. Һәр ырыуҙың үҙ исеме генә түгел, үҙ тотемы, үҙ ораны булған.

 Һүҙ легенда һәм риүәйәттәрҙә.

Фәнүзә Нәҙершинаның «Башҡорт халыҡ риүәйәттәре һәм легендалары» китабындағы хайуандар, ҡош-ҡорт культы, тотемистик ҡарашты сағылдырыусы легендаларҙы уҡып сыҡтым. (фото китап м-н)

Башҡорт фольклорында бүре(ҡорт)-ырыу башлаусы мотивына тығыҙ бәйләнгән  бер төркөм легендалар бар.Улар буйынса Бүре(ҡорт)-кешеләрҙе ҡурсалаусы, аҙашҡанда юл күрһәтеп, төйәк табып биреүсе изгелекле йән эйәһе.Был мотивҡа ҡоролған легендалар төрлө варианттарҙа йөрөй:имеш тә, башҡорттарҙың боронғо ата-бабалары Уралға, Ағиҙел буйҙарына мөғжизәле бүрегә эйәреп, көньяҡтан, Төрөктөң Кәрбәлә тигән ҡалаһы яғынан килгән, шул ҡорт баш булып килгәнгә, улар үҙҙәрен “башҡорттар” тип атаған.Был легендаларҙың һәр береһендә бүренең ер ҡотон тойоусы, башҡорттарҙың ата-бабаларына ҡотло урын табып биреүсе изге кейек булыуы һыҙыҡ өҫтөнә алына.Легендаларҙың геройы, аҙашҡан ырыуға бүренең төйәк табып биреүе, мөғжизәгә ҡоролған уйҙырма ваҡиғалар.

Башҡорт халҡының легендаларында, әкиәттәрендә, мифик әҫәрҙәрендә, ғөрөф-ғәҙәттәрендә, йолаларында  бүре тотемик ырыу башы, ҡурсалаусы, яҡлаусы образды сағылдыра.

“Бүренең башы, теше һәм башҡа өлөштәре яман көстәрҙән һаҡлау, ҡурсалау, ауырыуҙарҙан дауалау көсөнә эйә”,- тип ышанған халыҡ.

Ғөмүмән, башҡорт халыҡ ижадында ғына түгел, ә халҡыбыҙҙың аңында бүре ыңғай образ булараҡ ассоциациялана.

Бүренең башҡорт халыҡ тотемдарының береһе булыуы тарихта ғына ҡалған. Беҙҙең быуын өсөн был, әлбиттә,мөһим һәм ҡыҙыҡлы. Бөгөнгө көндә «бүре” концепт-һүҙен  легенда һәм риүәйәттәрҙә, мәҡәл һәм әйтемдәрҙә, әкиәттәрҙә, йомаҡтарҙа, сәнғәттә, әҙәбиәттә осратырға мөмкин.

Л.Х.Сәмситова һәм башҡа авторҙар сығарған  “Башҡорт фолькоры коцептосфераһы” тигән һүҙлектән күп файҙалы мәғлүмәт таптым.( фото)

Һүҙ мәҡәл һәм әйтемдәрҙә.

Бүрене аяғы туйҙыра.

Бүренең көсө тешендә, кешенең көсө эшендә.

 Бүре балаһын бүреккә һалһаң да берекмәҫ.

Бүре бәйләүгә күнмәҫ,әйҙәүгә килмәҫ.

 Ас бүре арыҫланға ташланыр.

Бүре бар ерҙә ҡуянға көн булмаҫ.

Һүҙ йомаҡтарҙа.

Ду-ду итә дүрт бүре,                                                                                               Дүртеһе лә күк бүре.                                                                                                            Дүртеһе лә йөн тетә,                                                                                                   Тештәре һөйәккә үтә.(Декабрь, ғинуар, февраль, март айҙары.)

Ҡотһоҙ Ҡолой                                                                                                                         Бүре кеүек олой.( Ел)

Һүҙ әкиәттәрҙә.

 Юлбат.(Башҡорт халыҡ әкиәте)

Юлбат ҡара айғыры менән саба. Бүре ҡыуып етә лә ҡара айғырҙың эсен ярып йөрәген ашай.Бүре Юлбатҡа бер батшаның утыҙ ҡыҙын эҙләргә ярҙам итә, сөнки Юлбат уға берҙән-бер атын ашата.

                                                 Йомғаҡлау

        Милләтебеҙҙең үткән тарихының бай булыуы бик күп сығанаҡтар аша билдәле. Хәҙерге көндә лә ошо байлыҡтың  юғалып ҡалмауы мөһим. Уларҙың тәрбиәүи әһәмиәте һис шикһеҙ ҙур. Әйләнә-тирәне, ололарҙы, кеселәрҙе, ҡош- ҡортто, үҫемлектәрҙе һаҡлау, ихтирам итеү кеүек сифаттар ошо фәһемле мәғлүмәттәр аша тәрбиәләнгән дә инде.Тәбиғәтте башҡорттар үҙ йорто тип һанаған.. Уға йәшәү сығанағы тип ҡараған. Халыҡ ижады, тарихи мәғлүмәттәр менән һуғарылып үҫкән бала ғына киләсәктә рухи яҡтан бай, физик яҡтан көслө, илебеҙҙең ышаныслы киләсәге  булып үҫә. Мин үҙемдең ғилми-эҙләнеү эшемдә  башҡорт халҡының тотемистик ҡарашын  өйрәнеүгә бағышланым. Мин үҙем өсөн бик күп асыштар эшләнем. Ошо асыштарым тураһында башҡаларға ла еткергем килә.

        Өлкән быуын кешеләре үҙҙәренең һөнәрен,ижадын,тарихи мәғлүмәттәрен  киләсәк быуынға ҡалдырырға тырышҡан. Беҙ ҙә уларҙан ошо тарихи хәтер хазиналарын өйрәнеп ҡалһаҡ нисек һәйбәт булыр ине. Балалар ошо тарихи хәтер хазиналары аша зиһенле, сәләмәт,етеҙ, тырыш, тәртипле, берҙәм булып, илебеҙгә лайыҡлы алмаш булып үҫерҙәр тигән ышаныста ҡалам.

Әҙәбиәт исемлеге.

 

  1. Бураҡаев И.Д.,Бураҡаева М.С.,Юлмухаметов М.Б Тормош һабаҡтары: 5- се синыф өсөн дәреслек.-Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996.-144 бит. 
  2. Ғәләүтдинов И. Ғ. Балалар фольклоры. 1-се китап. Бала - саҡ–уйнап-көлөпүҫерсаҡ. Өфө: "Китап” -  1994 й.
  3. Ғәләүтдинов И.Ғ.Башҡорт халыҡ балаларуйындары. Өфө:"Китап”– 2006й.
  4. Нагаева Л.  Башкирская народная хореография. Уфа: "Китап”  -  1994 й.
  5. Сөләймәнов Ә. М., Солтанғәрәева Р. Ә. Йыйындар (Башҡортхалҡыныңйолабайрамдары). Өфө - 1995
  6. Сөләймәнов Ә. М. Бала–сағының уйын фольклоры. Өфө: "Китап” -  2007 й.
  7. Башҡорт халыҡ ижады. I том:  Йола фольклоры/ Төҙөүселәре Ә.Сөләймәнов, Р.Солтангәрәева. - Өфө: Китап, 1995.- 560 бит.
  8. Ураксина Р.    Тәмле –тәмле тәмлекәс. Уйын - йола күренештәре. Өфө: "Китап” -  1996 й.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Бердәм дәүләт имтиханнарына хәзерләнгәндә өй эшенең роле.

Бердәм дәүләт имтиханы  - хәзерге белем бирү системасының аерылгысыз өлеше, элементы. Математикадан  бердәм дәүләт имтиханын кертү укучыларның уку эшчәнлегендә билгеле бер акцент алмашынуын ...

"Башҡорт халыҡ йырҙары” темаһын йомғаҡлау

1. Башҡорт халыҡ йырҙарының тематик төркөмдәргә бүлеп өйрәнеүҙең әһәмиәтен күрһәтеү.2. Башҡорт халыҡ йырҙарының эстетик һәм әхлаҡи тәрбиәһен асыу.3. Башҡорт халыҡ йырҙары тураһында өҫтәлмә белем биреү...

Выступление на межрегиональной конференции на тему "Әсә теле уҡытыуҙа халыҡ педагогикаһын ҡулланыу"

Әсә теле уҡытыуҙахалыҡ педагогикаһының ролеҺуңғы йылдарҙа, фәнни педагоғика менән бер рәттән,халыҡ педагогикаһы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә киңерәк ҡулланыла бара.Үткән быуаттың күренекле педагогтары халы...

Башҡорт теленән 6-сы класта "Башҡорт халыҡ аштары" темаһына дәрес планы

Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас,Өйөңә инһә, ҡаҙан аҫ.Дәрестең маҡсаты балаларға башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ тураһында мәғлүмәт биреү, милли аштар менән таныштырыу....

Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"

Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....

Эҙләнеү эшенең темаһы: «Башҡорт халыҡ йолалары”

Тикшеренеү эшемдең актуаллегеАктуаллеге хәҙерге ваҡытта йола байрамдарға иғтибар арта. Байрамдар ашаәйләнә – тирәгә һаҡсыл ҡараш, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләнә.Эҙләнеү эшенең  маҡсатыØ  Й...

презентация " Башҡорт халҡының тотемы"

Эҙләнеү эшенең  маҡсаты Башҡорт халҡының тотемдарын өйрәнеү.Иптәштәремдә башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу. Эҙләнеү эшенең гипотезаһыТотемдарҙың  тарихын өйрәнеү...