Анализ поэмы М.Карима "Үлмәҫбай" в 8 классе
видеоурок (8 класс) по теме

Вахитова Сария Сагитовна

Я из племени Салавата 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ya_iz_plemeni_salavata.docx211.09 КБ

Предварительный просмотр:

Министерство образования Республики Башкортостан                                   Школа №112 г.Уфы

Открытый урок на конкурсе «Учитель года башкирского языка и литературы-2010»

«Я из племени Салавата»

(анализ поэмы М.Карима «Үлмәҫбай» в 8 классе)

Участник конкурса учитель башкирского языка и литературы  МБОУ СОШ №1 с.Чекмагуш           Вахитова С.С.

               М.Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын анализлау

Дәрес маҡсаты: М.Кәримдең «Үлмәҫбай»поэмаһын анализлау. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға характеристика биреү,әҫәрҙең тел-стиль үҙенсәлектәрен тикшереү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, әҫәргә ҡарата  үҙ фекерҙәрен әйтергә өйрәтеү,һүҙлек байлығын арттырыу; шағирҙың ижады менән ғорурланыу тойғоһо, патриотизм хисе  тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:компьютер,мультимедиа проекторы, һүҙлектәр,8-се класс өсөн дәреслек, ижади эштәр дәфтәре.

Дәрес планы.

I  Ойоштороу.

II  Дәрестең темаһын әйтеү, уҡыусыларға бурыс йөкләтеү.

  1. М. Кәрим тураһында белешмә биреү.
  2. Һүҙлек эше
  3. Әҫәрҙең композицияһын тикшереү
  4. Проблема тыуҙырыу.

III  Проект төҙөргә әҙерлек этабы.

IV  Проект төҙөү.

V   Проектты яҡлау.

VI  Һөҙөмтә яһау.

VII  Ял минуты.

VIII Өй эшен тикшереү.

IX   Практик эш.

X    Йомғаҡлау.

XI   Баһалау.

XII Өй эшен биреү.

Дәрес барышы.

Психологик йүнәлеш биреү.

- Һаумыһығыҙ. Бөгөнгө дәресте  мин һеҙҙең менән үткәрәм. Һеҙ дәрестә тырышып ҡатнашып ултырырһығыҙ тип ышанам. Мин Саҡмағош районының 1-се һанлы урта мәктәбендә һеҙҙең кеүек егеттәр һәм ҡыҙҙарға белем бирәм.

Экранда М.Кәримдең сығышы .

-«Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

    Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ».

Эйе, Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Кәримдең тормошо,ижади өлгөһөндә кешенең йәшәү мәғәнәһен,асылын аңлайһың. Ул үҙенең ижад ғүмерендә тыуған иле өсөн утҡа инде, уны фронтта һаҡланы. Шағир өсөн иң изге төшөнсәләр- халыҡ, хаҡлыҡ, Ватан. Бөгөн һүҙебеҙ ана шул хаҡта.

Дәрестең темаһын, маҡсатын әйтеү, уҡыусыларға бурыс йөкләтеү, эпиграфты уҡытыу, дәфтәрҙә число яҙҙырыу.

 Ә хәҙер,  уҡыусылар, экрандағы юлдарға иғтибар итегеҙ, күмәкләшеп уҡыйбыҙ: «Тау башҡорто тоҡомонан Салауат затлы булам». Был юлдар шағирҙың ниндәй әҫәренән ?(Үлмәҫбай.)

Үткән дәрестә һеҙ  «Үлмәҫбай»  поэмаһының йөкмәткеһе менән танышканһығыҙ, ә бөгөн анализлап үтербеҙ.

Һүҙлек эше  : тоҡом, һунарсы, ҡунаҡсыл, тәүәккәл,мәрәкә.

 ( слайдтан уҡыу. Ошо һүҙҙәр менән таҡтала  һүҙбәйләнештәр төҙөү)

 -Дәрес барышында таныш булмаған һүҙҙәр осраһа, һорарһығыҙ,ә хәҙер уҡығандан сығып яуап бирәбеҙ:

-Поэмала ваҡиғалар ниндәй ваҡытта бара?

-Автор һеҙҙе кемдәр менән таныштырҙы?(Үлмәҫбай, Теребай, разведчиктар.)

-Поэма нисә бүлектән тора? Беренсе  бүлек нисек атала һәм ул  нимә тураһында ? (ролләп уҡыу) Бында Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары асыла?

-Икенсе , өсөнсө бүлектәр нимә тураһында?

Проект төҙөргә әҙерлек этабы

Был бүлектәрҙә беҙ Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ , ул ниндәй?   Автор уның эске һәм тышҡы портретын биргән. Ике төркөмгә бүленеп, әҫәрҙе ҡулланып, Үлмәҫбайҙың әҙәби герой булараҡ проектын төҙөйбөҙ.

Проект яҡлау

Ял минуты

Һөҙөмтә яһау

Был ҡыйыулыҡ,тәүәккәллек кеүек сифаттар тағы кемдәргә хас? Үлмәҫбай менән Теребайҙы беҙ типик образ тип әйтә алабыҙмы?  

-Исемдәре тураһында нимә әйтә алабыҙ?

-Уларҙы милли герой, башҡорт батыры булыуы нисек һүрәтләнә?Ниндәй башҡорт йолалары иҫкә алына? (Һунарсылыҡ,ҡунаҡсыллыҡ, туй йолаһы).

-М.Кәрим Үлмәҫбай һәм Теребай образын һүрәтләгәндә ниндәй алымдар ҡуллана?                 ( Фантастик элементтар, әкиәт алымдары).

Үҙе ете ҡарыш,һаҡалы етмеш ҡарыш ҡарт ҡайҙа осрай?

-Ни өсөн әкиәт алымдарын файҙалана ?  (геройҙың батырлығын әкиәт батыры эштәренә тиң итеп күпертеп күрһәтә,гипербола алымы)

Өй эшен тикшереү

Өй эше итеп һеҙгә унынсы бирем – әҫәрҙә осраған мәҡәлдәрҙе табырға ҡушылған,әйҙәгеҙ шуларҙы әйтеп китәйек.

Ижади эш. Ижади эш дәфтәрҙәре таратыла, беренсе һәм икенсе биремдәрҙе  яҙып эшләү.

Йомғаҡлау

-Поэмалағы ваҡиғалар бөтәһе лә Үлмәҫбай исеменән һөйләтелә, уның телмәре аша бирелә. Ә ваҡиғаларҙы ул ниндәй тонда һөйләй? (Сатирик, юмористик)

-Рус әҙәбиәтендә  «Үлмәҫбайға »оҡшаған берәй әҫәр уҡығанығыҙ бармы ? (А.Твардовский «Василий Теркин»)

Синквейн алымын эшләү  

Ысынлап та, ошондай ваҡиғалар һуғышта булған. Ошондай ҡыйыу, тәүәккәл  Салауат тоҡомонан егеттәр беҙҙең тыныслыҡ өсөн көрәшкән Быйыл  Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға    65   йыл тула. Ил, халыҡ яҙмышы хәл ителгән һуғыштың фәжиғаһы киләсәк быуын өсөн һабаҡ ул. М.Кәримдең был поэмаһы патриотизм менән һуғарылған, ҙур әһәмиәткә эйә. Малайҙар, һеҙ Үлмәҫбай кеүек булырға теләр инегеҙме, ниндәй сифаттарын үҙегеҙҙә күрергә теләр инегеҙ?(яуаптар)

Баһалауҙар.

Өй эше: «Мин-Салауат тоҡомонан » тигән кескәй инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Анализ поэмы святителя Иоасафа Белгородского, чудотворца

Святитель Иоасаф, Белгородский, чудотворец оставил после себя удивительно нужную сегодняшнему человеку поэму "Брань семи честных добродетелей с семью грехами смертными". О чем эта поэма, читайте в мое...

Анализ поэмы поэта - земляка А. Рашита "Суембика"

Ә. Рәшитнең “Сөембикә” поэмасын анализлауЭшне башкарды:татар теле һәм әдәбияты укытучысыЮнысова Мәсгудә Мәсхут кызыПлан        I. Кереш.  Сүзләремнең очы..........

Комплексный анализ поэмы Гоголя "Мёртвые души"

Комплексный анализ текста  включает историко-литературный компонент, особенности формы и содержания, преемственность с другими литературными произведениями....

Анализ поэмы Н.В. Гоголя "Мертвые души" в 9 классе

В истории русской литературы трудно найти произведение, работа над которым принесла бы его создателю столько душевных мук и страданий, но и одновременно столько счастья и радости, как «Мертвые души» —...

Анализ поэмы "Демон" М. Ю. Лермонтова на уроках литературы в 10 классе

В презентации даётся художественный анализ поэмы "Демон". Основная тема всего творчества М. Ю. Лермонтова - тема личности в её отношении к обществу. Центральный герой  — гордая, свободолюбивая, м...

Презентация. Анализ поэмы "Демон" М. Ю. Лермонтова 10 класс

К изучению поэмы М. Лермонтова "Демон"...

Конспект урока литературы в 11 классе Анализ поэмы "Реквием" А.А. Ахматовой

Данная разработка  знакомит с особенностями лиро-эпического  художественного текста на примере поэмы А.А.Ахматовой "Реквием"...