Рабочая программа для 9 класса (гос.)
календарно-тематическое планирование (9 класс) по теме

Гилажева Фидалия Фаргатовна

Рабочая программа для 9 класса для  школ с русским языком обучения. Башҡорт  теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon 9_kl._rab._progr.doc138 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу.

          Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн башҡорт (дәүләт)  теленән  эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсе :  Ғиләжева Фидәлиә Фәрғәт ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт  теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Программа кимәле : базислы

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  :

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

 «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт (дәүләт) теле буйынса берҙәм талаптар»

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:  Башҡорт  теле:  Уҡытыу  урыҫ  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     9-сы  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2005.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа»  (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А.,  Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  «4-се урта дөйөм  белем  биреү  мәктәбе»  муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла :

  1. «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  2. Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
  3. Башҡортостан Республикаһының “Мәғариф тураһында” Законы;
  4. Башҡортостан Республикаһының “Уҡытыу һәм тәрбиә биреү” концепцияһы;
  5. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  1. телмәр эшмәкэрлеген формалаштырыу;
  2. телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  3. бәйләнешле текст менән эшлэргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).    

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар.

        1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

        2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;

  1. тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
  2. 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  3. эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

        3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

  1. уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

        4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

  1. диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
  2. һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
  3. диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
  4. өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
  5. һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
  6. үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

  Һаумы, мәктәп!  (6 сәғәт)

        Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

        Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт.  7сәғәт. 

        Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?  10 сәғәт.

        Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

        Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

   

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ.  8 сәғәт.

        Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры.  6 сәғәт.

        Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

        Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады. 8 сәғәт.

        Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты.  9 сәғәт. 

        Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.

Башҡорт халыҡ милли аштары.  7 сәғәт. 

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

        Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.

 

Күңелле яҙ килә.  8  сәғәт.

        Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре.  Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  1. башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  2. тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  3. дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  4. һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  5. тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.

Яҙма эш төрҙәре

һаны

Диктант

5

Изложение

1

Инша

2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Календарь – тематик планлаштырыу

68 сәғәт

Тема

IX

Иҫкәрмә

План.

Үткәр.

1-се сирек – 18 сәғәт.

Һаумы мәктәп. 7 сәғәт.

1.

А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ.

2.

К.Мәргән. Мәктәп.

3.

М.Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ. Һүҙбәйләнеш.

4.

М.Аҡмулла. Көҙ. Антонимдар.

5.

Чехов Башҡортостанда.

6.

Аҡҡош. Осоу юлдары. Эйә менән хәбәр.

7.

Диктант.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт. 8 сәғәт.

8.

Н.Мусин. Һай урманым… Ҡылым.

9.

Т.Ғәниева. Оло ялан.

10.

Күренеклк шәхестәр. Хәлдәр.

11.

Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан?

12.

Ҡыҙыл китап.

13.

А.Игебаев. Донъябыҙҙан ни ҡала?

14.

Контроль диктант. Оксана.

15.

Хаталар өҫтөндә эш. Тыуған төйәк.

Атамалар ни һөйләй? 3 сәғәт.

16.

Ағиҙел.

17.

Октябрьский ҡалаһы.

18.

Ҡ.Аралбай. Ҡарауанһарай.

2-се сирек. 16 сәғәт.

Атамалар ни һөйләй? 5 сәғәт.

19.

Ҡ.Аралбай. Янғантауға мәҙхиә.

20.

Д.Мырҙаҡаева. Өфө һуҫҡары.

21.

Хан менән Алдар.

22.

Р.Насыров. А.Матросов.

23.

Инша. Тәбиғәт үҙгәрәше.

Беҙ ҡыштылы яратабыҙ. 7 сәғәт.

24.

Хаталар өғтөндә эш. Ф.Рәхимғолова. Ҡыш.

25.

Ш.Бабич. Ҡышҡы юлда.

26.

Н.Мусин. Уралда ҡыш. Өндәш һүҙ.

27.

Ҡышҡы көн.

28.

Ҡышҡы Нардуған. Ҡышҡы байрамдар.

29.

Р.Шәкүр. Яңы йыл.

30.

Тымаулағанда.

Башҡорт театры. 4 сәғәт.

31.

Ф.Фәтҡуллин. Өфөлә театрҙар. Өҫтәлмәләр.

32.

Контроль диктант. Театр тарихынан.

33.

Хаталар өҫтөндә эш. А.Мөбәрәков. сағыштырыу.

34

Нурия Ирсаева. Хөсәйен Ҡудаш.

3-сө сирек. 20 сәғәт.

Башҡорт халыҡ ижады.

35.

Ә Сөләймәнов.Халыҡ ижады. Һөйләм.

36.

«Урал батыр» эпосы. Һандар.

37.

Алпамыша батыр. Бер составлы һөйләмдәр.

38.

Алпамыша батыр.

39.

Башҡорт халыҡ ижадында һандар.

40.

Изложение. Халыҡ ижады.

41.

Хаталар өҫтөндә эш.Таҡмаҡтар.

Башҡорт аты. 8 сәғәт.

42.

Н.Иҙелбаев. Ел, ерәнем.

43.

Б.Байым. Бәләкәс. Һандар.

44.

Башҡорт аты ниндәй була?

45.

Ҡара юрға. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

46.

Б.Байым. Бәләкәс. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре.

47.

М.Кәрим. Минең атым.

48.

Ә.Әминев. Турат.

49.

С.Агиш. Турыҡай.

Башҡорт халыҡ милли аштары. 4 сәғәт.

50.

Икмәк. Ҡымыҙ. Бал. Ҡушма һөйләмдәр.

51.

Контроль диктант. Башҡорт милли аш-һыуҙары.

52.

Хаталар өҫтөндә эш. Һ.Дәүләтшина. Ялсылыҡта.

53.

З.Биишева. Дуҫ булайыҡ.

4-се сирек. 14 сәғәт.

Башҡорт халыҡ милли аштары. 3 сәғәт.

54.

Ә.Байрамов. Сүпрә.

55.

Контроль инша. Ҡорот.

56.

Хаталар өҫтөндә эш. Ағас һауыт-һаба.

Яҙ килә. 11 сәғәт.

57.

Х.Мәхмүтов. Апрель. Һынамыштар.

58.

Я.Хамматов. Яҙ башланды. Мәҡәлдәр.

59.

А.Игебаев. Яҙ бүләге.

60.

Тал бөрөһө.

61.

Ғ.Дәүләди. Нөгөш шишмәләре.

62.

Контроль диктант. Июнь.

63

Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр.

64.

Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр.

65.

Ә.Лотфуллин. Хушлашыу.

66.

М.Кәрим.Яҙҙы яратам.

67.

М.Кәрим. Өс әхирәт.

68.

Д.мырҙаҡаева. Йәйҙең хушлашыу айы.

Резерв дәрес темалары

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Ураҡсина З.Ғ. Башҡорт теленең фразиалогик һүҙлеге. – Яңыртылған икенсе баҫма, 2-се баҫма. - Өфө: Китап, 2006.
  3. Нәфиҡова З.Ғ., Вәлиева Ф.Ф. Күргәҙмә- Дидактик ҡулланма «Афарин». Телмәр үҫтереү һәм башҡорт телен үҙләштереү кимәлен белдереү диагностикаһы.
  4. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология.
  5. Башҡортостан Республикаһы Мөғариф министырлығы. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте», «Башҡортостан мәҙәниәте» фәндәре буйынса видиоәсбәп. «Аҡмулла тауышы» Шағир-мәғрифәтсе Мифтәхетдин аҡмулла әҫәрҙәрен башҡарыусылар конкурсы Республика фольклор байрамы. «М.Аҡмуллаға – 175 йыл».
  6. «Башҡортостан мәҙәниәте», «Башҡортостан тарихы» фәндәре буйынса DVD форматында видиоәсбәп № 3. Кейеҙ баҫыу.
  7. Аудокасеталар балалар өсөн.
  8. Дидактик һәм таратма материалдар.
  9. Аудиоәсбап № 1. Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов башҡарыуында шиғырҙар.
  10. Минестерство оброзования Республики Башкортостан. ” Документальный фильм: Вместе дружная семья!!”
  11. Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең морфемалар (һүҙҙәрҙең мәғәнәләргә эйә булған өлөштәре) һүҙлеге: 10 000 самаһы һүҙ. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1992.
  12. Аҙнабаев Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
  13. Әхтәмов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
  14. Раҡаев Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. - Өфө: Педкнига, 2008.
  15. Ураҡсина З.Ғ., Ураҡсин Ю.З. Русско-башкирский словарь. Уфа: Белая Река, 2008.
  16. Русско-башкирский учебный словар / Саяхов Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г. Под редакцией Саяхова Л.Г. и Ураксина З.Г. – Уфа: Китап, 2001.

Материаль-техник ҡулланмалар

  1. телевизор;
  2. видеомагнитофон;
  3. компютер;
  4. интерактивная доска;
  5. магнитофон.  

Әҙәбиәт исемлеге

  1. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. Башҡорт  теле:  Уҡытыу  урыҫ  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 9-сы  класы уҡыусылары өсөн  дәреслек.  – Өфө : Китап, 2005.
  2. Юлмөхәмәтов М.Б. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу. - Өфө: Китап, 2008.
  3. Ситдиҡова Г.Р. Башҡорттарҙың ғаилә тормошо – мәҡәлдәрҙә һәм әйтемдәрҙә. - Өфө: «Виртуаль», 2002.
  4. Баһаутдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр (методик ҡулланма). - Өфө: Информреклама, 2003.
  5. Аҙнағолов Р.Ғ. Ерле һөйләш шарттарында башҡорт теленә өйрәтеү методикаһы. - Өфө: Китап, 2006.
  6. Аҙнабаева Ә.М., Латыпов Д.Р. Башҡорт телендә айырымланған эйәрсән киҫәктәр. - Өфө: Китап, 2006.
  7. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Я. Изложениялар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең  5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, «Эдвис» уҡытыу-методика үҙәге, «Башҡортостандың бәләкәй даһийы», 2008.
  8. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениялар йыйынтығы: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2002.
  9. Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. / Төҙөүсеһе И.Ә.Шарапов. - Өфө : Китап, 2007.
  10. Алдырханова- Кәримова Ә.Р. Салауат батыр – ил икән. - Өфө: Китап, 2009.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023

Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....