Внеклассное мероприятие по творчеству Равиля Бикбаева
методическая разработка по теме

Кужабаева Ануза Салимьяновна

Мероприятие, которое проводится в форме игры 

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon r._bikbaev_urok.doc767 КБ

Предварительный просмотр:

Министерство образования Республики Башкортостан

ГАОУ ДПО Институт развития образования РБ.

Конспект урока на тему: “Урок-игра по творчеству  Р.Бикбаева”(8 класс) на республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященную 75-летию народного поэта Республики Башкортостан Равиля Тухватовича Бикбаева.

 Кужабаева Ануза Салимьяновна, учитель башкирского языка и литературы.

Атиковский филиал МОБУ СОШ с.Старосубхангулово.

        Бурзянский район.

        Тема: “Р.Бикбаевтың ижады буйынса дәрес-уйын.”(8 класс)

Күжәбаева Әнүзә Сәлимйән ҡыҙы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Иҫке Собханғол мәктәбенең Әтек филиалы.

Тема: Р.Бикбаевтың ижады буйынса дәрес-уйын.( 8 класс)

Маҡсат: 1. Р.Бикбаевтың ижадына байҡау яһау.

               2. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү.

               3. Шағир әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Йыһазландырыу: шағирҙың портреты, плакат, Р.Бикбаевтың китаптары күргәҙмәһе.

Таҡтала  яҙыу: “ Рауилдең “башлап яҙыусылар” ҡоронда йөрөгәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Тәүге шиғыр китаптары күп тыуа, ләкин тәүге китабы менән бергә һөрәнләп әҙәбиәт донъяһына килгән шағир һирәк. Шул һирәктәрҙең береһе- Рауил Бикбаев.” (Мостай Кәрим)

 

I Ойоштороу моменты.

II  Төп өлөш.

Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн беҙ халҡым, илем, телем тип янған шағирҙың – Рауил Бикбаевтың-  ижадына байҡау яһаясаҡбыҙ. ( һорауҙар 6-8 кластарҙа үткән темалар буйынса)  Дәрес уйынды башлар алдынан эпиграфты уҡыйыҡ. Мостай Кәримдең шағир хаҡындағы был һүҙҙәре буйынса беҙ нимәләр әйтә алабыҙ? (Яуаптар)    

  1. Һайлап алыу  туры.

Уҡыусыларға тест һорауҙары бирелә. Иң күп дөрөҫ яуап биргән 6 уҡыусы артабан уйынды дауам итә.  ( 1-се ҡушымта)

  1. 2 –се тур.

Уйынсыларға 5 тема тәҡдим ителә. ( 2-се ҡушымта) ( Һәр темала 5 һорау. Эштең ауырлығын уның күпме балға торошло икәнлегенән белергә була.)

Мәҫәлән, “Биография” темаһы буйынса 3 –сө һорау һайланды ти. Уҡыусы дөрөҫ яуап бирһә, уға 30 балл өҫтәлә; яуапты белмәһә, икенсе уйынсы  әйтеп, үҙенә балл йыя  ала.

  1. 3-сө тур.

     12 һорауға яуап биргәндән һуң, иң күп балл йыйған 3 уҡыусы һайлап алына.

Уйын дауам итә. Иң күп балл йыйыусы еңеүсе тип табыла.

III. Йомғаҡлау.

Еңеүсене бүләкләү.

Уҡытыусы: Р.Бикбаев шағирҙың йәшәү маҡсаты хаҡында былай тип әйткәйне: “ Ниндәй генә осорҙа йәшәһә лә, шағир һәр саҡ үҙ заманының көрәшсе-гражданины булырға, яҡшылыҡтың еңеүе өсөн яманлыҡҡа ҡаршы аяуһыҙ яу асырға бурыслы”. Был һүҙҙәрҙең раҫ булыуын , уҡыусылар ,һеҙ үҙегеҙ ҙә  һорауҙарға яуап биргәндә, иҫбат иттегеҙ. Рауил Бикбаевтың беҙҙең өсөн, халҡыбыҙ өсөн ниндәй ҡәҙерле кеше икәнлегенә, беҙ бөгөн тағы ла бер ҡат инандыҡ.

1-се ҡушымта.

Тест һорауҙары.

  1. Р.Бикбаев ҡайҙа тыуған? 1. Өфөлә.  2. Ейәнсура районында.

                                                          3. Ырымбур өлкәһе Ҡунаҡбай ауылында.

       2. Р.Бикбаев ниндәй юғары исемгә һәм премияларға лайыҡ булған?

        1. Ғ.Сәләм премияһына.

        2. С.Юлаев премияһына. 3. Халыҡ шағиры.

      3. Р.Бикбаев ҡайҙарҙа белем ала? 1. Ғәбдрәфиҡ ете йыллыҡ мәктәбендә.

        2. Аҡбулаҡ педучилишеһында.

        3. БДУ. 4. Аспирантурала. 5. Бөтәһендә лә.

     4. Мин бит башланамын һинән, унан,

         Кешеләрем, һеҙҙән башланам. Был юлдар Р.Бикбаевтың ҡайһы шиғырынан алынған?                     1. “Башҡортостан бында башлана”

        2. “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”

        3. “Дауыл”. 4. “Барып етһен ине хаттарым”

        5. “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”

      5. Илкәйемдең зарлы уфтаныуы

          Йөрәгемә күпме ут һала. Был юлдар Р.Бикбаевтың ҡайһы шиғырынан  алынған?                                          1. “Башҡортостан бында башлана”

        2. “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”

        3. “Дауыл”. 4. “Барып етһен ине хаттарым”

        5. “Йәншишмәбеҙ ошо тупраҡта”

2- се ҡушымта.

Мөһим даталар

10

20

30

40

50

Шиғырҙы таны

10

20

30

40

50

Әҙәбиәт ғилеме

10

20

30

40

50

Биография

10

20

30

40

50

Башҡортостан

10

20

30

40

50

Шиғырҙы таны.

  1. Ниндәй шиғырында Р.Бикбаев Уралды ҡылыс менән сағыштыра?( “Уралыма”)

  1. Р.Бикбаевтың “Йүкәләрҙән һығылып бал тамғанда”  шиғыры нимә хаҡында? (Шиғыр тәбиғәтте һаҡлау, ҡәҙерләү, уны һаҡ файҙаланыу тураһында.)

  1. Был ҡоросҡа уйып кемдең ҡулы                                                                                                                                                      

Аманаттар итеп эҙ һалған?

Улының ҡулына ҡылысы күсмәһә лә,

Телдән телгә күсер һүҙ ҡалған.

Был өҙөк Р.Бикбаевтың ҡайһы шиғырынан алынған?( “Салауат ҡылысы”)

  1. “Әллә мәсеткә барыуым сәбәп булды. Хәҙистәр яңынан үҙенә тартып алды. Ижадҡа ваҡыт аҙ ҡала, тиһәм дә, тағы ла бер хәҙистәр китабы әҙер булған бит!”- тип яҙа Р.Бикбаев үҙенең көндәлектәрендә. Бында ниндәй китап хаҡында һүҙ бара? (“Йөҙ ҙә бер хәҙис”)

  1. “Йырҙар яҙам. Ләкин халҡым наҙан…” Батыр Вәлидтең ижадынан алынған был цитатаны  Р.Бикбаев ҡайһы шиғырына эпиграф итеп алған? ( “Барып етһен ине хаттарым”)

   

Әҙәбиәт ғилеме.

  1. Р.Бикбаев ниндәй талантлы шағирыбыҙҙың  тормошон һәм ижадын өйрәнеп, 1981 йылда монография яҙған? Ул китап нисек атала? ( “Шәйехзада Бабич. Тормошо һәм ижады.”)

  1. 1997 йылда баҫылып сыҡҡан мәҡәләләр йыйынтығы нимә тип атала? (“Шағир һүҙе- шағир намыҫы”)

  1. Нимә ул хәҙис? ( Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең Ҡөрьәнде аңлатып биргән үҙ һүҙҙәрен, дини йолалар хаҡында әйткәндәрен, тапҡыр һүҙҙәрен хәҙистәр тип атайҙар.)

  1. Р.Бикбаевтың башҡорт поэзияһы хаҡындағы китабы нимә тип атала? (“Замандың шиғри йылъяҙмаһы”(1980))

  1. “Халҡыма хат” шиғырынан бирелгән өҙөктә  һүрәтләү сараларын табығыҙ.

Туған телем минең! Күпме һүҙең

Йондоҙ кеүек йым-йым нурлана.(сағыштырыу)

Тамырыңды уйлап ғорурланам,

Бөгөнгөңдө күреп хурланам.

Туған телкәйемдең хәлдәренән

Бәғерҙәрем яна, теленә.

Халҡыма мин ошо хатты яҙам,

Оран һалам башҡорт иленә.

Еркәйемдең тарих һәйләмәгән

 Юҡ һуҡмағы, һыуы, юҡ тауы.(йәнләндереү)

Ишетәмен әле ҡылыс сыңын,

Әле һылыу ҡыҙҙың һыҡтауын.

Күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа,

Күпме наҙ бар дала елендә.

Ҡарай улар ғәзиз әсәм булып,(йәнләндереү)

Һөйләшәләр башҡорт телендә.

Башҡортостан.

1. Башҡортостандың географик күренеше Р.Бикбаевтың ҡайһы шиғырында

        Һүрәтләнә? (“Башҡортостан бында башлана”)

           2. Был  фотоһүрәттә ниндә ваҡиға мәңгеләштерелгән?

             

( Р.Бикбаевтың 70 йәшлек юбилейына арналған ижади кисәлә Мортаза Рәхимов уға “Башҡортостан Республикаһы алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн”орденын тапшыра.)

         3. Р.Бикбаевтың Икенсе Бөтә Донъя Башҡорттары Ҡоролтайына арналған шиғыры нисек атала?( “Бөтә донъя башҡорттары, берләшегеҙ!”)

         

         4. Дан һиңә, Башҡортостан!

             Илен һөйгән азат халҡыңа дан!

             Рәсәй менән бөйөк берҙәмлектә

            Сәскә ат, Башҡортостан!

Был юлдар хаҡында нимә әйтерһегеҙ? ( Башҡортостан  Республикаһы дәүләт гимнының тексты. Р.Бикбаев, Р.Шәкүр һүҙҙәре)

     5. Т.Йосоповтың  юбилярға арнап яҙған “Бөркөт саңҡыуы” тип аталған шиғырын уҡығыҙ    

          Һәм Р.Бикбаевтың Башҡортостан яҙмышында тотҡан урыны  хаҡында һөйләгеҙ.

                    Бөркөт саңҡыуы.

Сама тигән аттар тыпырсынып,

Алмашынған саҡта дәүерҙәр.

Һин ҡалҡаһың алға,

Оло булып,

Кесерәйгән саҡта дәү ирҙәр.

Тере ҡуҙҙай күҙҙә осҡон янһа,

Өмөттәрҙең ҡалһа остоғо,

Һин ҡалҡаһың алға,

Сая рухлы

Рәмиҙең дуҫы, ҡустыһы.

Күңелдәрең яҙға сарсағанда,

Ал ҡояшҡа тейә устарың.

Һин еләһең,

Йәшен тынын тоя

Эйәрҙәш тә килгән дуҫтарың.

Һөрән һалмай,

Илгә оран һалдың,

Тик ил ғәме генә уйыңда.

Үҙәгеңә үткәс,

Йыр йырланың,

Һәм сарсаның йылға буйында…

                                    (Тимер Йосопов)

Биография.

1. Р.Бикбаев ҡайҙа, ҡасан тыуған? ( Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә                          

    Ырымбур өлкәһе Покровка районында   Соран йылғаһы буйындағы Үрге Ҡунаҡбай      

    ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған)

2. Ниндәй уҡыу йорттарын тамамлай? ( 1953-1956 йылдарҙа Аҡ-Булаҡ педагогия  

    училищеһы, БДУ фил.фак. ,1962-1965 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының

    Өфөләге ТТӘИ аспирантураһы.)

3. Ырымбур өлкәһе башҡорт әҙәбиәтенә тағы ла ниндәй әҙиптәр биргән? ( Ғабдулла 4.

    Амантай, Мөхәмәтша Буранғолов, Сәғит Агиш)

4. Р.Бикбаевтың ҡатыны хаҡында нимәләр беләһегеҙ? ( Фәриҙә Бикбаева,

    Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы)  

5.  Был  һүрәт хаҡында нимәләр һөйләй алыр инегеҙ? Кем төшөрөлгөн? Һүрәттең авторы?

    ( Р.Бикбаевтың портреты, Әхмәт Лотфуллин, 1973 йыл)

Мөһим даталар.

1. Р.Бикбаевтың шиғырҙары нисәнсе йылдан республика матбуғатында баҫылып килә?

    ( 1957 йылдан бирле)

2. Тәүге  шиғырҙар йыйынтығы нисәнсе йылда сыға һәм нимә тип атала. (“Дала офоҡтары” ,

     1964 йыл)

3. Шағирға Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме нисәнсе йылда бирелә? (1993)

4. Р.Бикбаев нисәнсе йылда Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты

    булған? ( 1989)

5. Р.Бикбаевтың тәүге поэмаһы нисек атала? Ул ҡасан һәм ҡайҙа донъя күрә?

     ( 1962 йылда “Ағиҙел” журналында “Вокзал” исемле тәүге поэмаһы донъя күрә.)

Ҡулланылған әҙәбиәт.

  1. Аҙнағолов Р. Бик бай ижад.// “Ватандаш” журналы, № 1, 2009.
  2. “Ағиҙел” журналы, № 12, 2008.
  3. Бикбаев Р.Т. Һайланма әҫәрҙәр. III том: сәйәхәтнамә.- Өфө: Китап,2010.
  4. Бикбаев Р.Т. Һайланма әҫәрҙәр. V том: поэма, шиғырҙар, сығыштар. - Өфө: Китап,2012.
  5. Бикбаев Р.Т. “Уҙған ғына ғүмер, ҡалған хәтер…”// “Ағиҙел” журналы, №1-4, 2013.
  6. Ғималова М.Ғ. Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы.  V-XI синыфтар.- Өфө: Китап, 2005.
  7. “Йәшлек” гәзите ,2005.
  8. Хөсәйенов Ғ.Б. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө: Китап, 2006.
  9. Шарапов И.Ә. Башҡорт теле(V-IX синыфтар) һәм әҙәбиәтенән(V-IX синыфтар) тест һорауҙары. Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Башҡортостан “Китап”  нәшриәте, 2000.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Внеклассное мероприятие, посвященное творчеству А.А.Ахматовой

Внеклассное мероприятие по литературе (11 класс)«Творчество А.А.Ахматовой. Ранняя лирика» Цель вечера:продолжить знакомство с жизнью и ранним периодом творчества А.А.Ахматовой; проникнуть в поэт...

Внеклассное мероприятие по творчеству А.С. Пушкина литературный вечер "Я вас любил"

Материал представляет собой трогательный рассказ о любви поэта к своей жене Н.Н. Гончаровой и производит незабываемое впечатление на школьников....

Внеклассное мероприятие по творчеству Н.В.Гоголя

Материал для изучения жизни и творчества Н.В. Гоголя...

Внеклассное мероприятие, посвященное творчеству Н.А.Некрасова

Сценарий мероприятия направлен на развитие интереса учащихся к жизни и творчеству Н.А.Некрасова, на формирование умения публичного выступления. Содержит материал, рассказывающий об особенностях лирики...

Внеклассное мероприятие по творчеству В.Высоцкого

Внеклассное мероприятие  по творчеству В.Высоцкого...

"Наш великий земляк" (внеклассное мероприятие, посвященное творчеству М.А. Шолохова)

Проведение коллективного творческого дела "Наш великий земляк", посвященного творчеству М.А. Шолохова...

Сценарий внеклассного мероприятия по творчеству Гоголя. 6 класс.

Внеклассное мероприятие по творчеству Н.В.Гоголя.6 класс....