Нимә ул бәхет? дәрес планы
план-конспект урока (6 класс) на тему
Эш төрҙәрен үтәй-үтәй тау башына менеү һәм ҡурай сәскәһен ултыртыу.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 39.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһы
Гимназия №14
Белорет ҡалаһы
“ Нимә ул бәхет?”
темаһына дәрес планы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Зекрина Гөлназ Хафиз ҡыҙы
Тема: Нимә ул бәхет?
Маҡсат:
- Продолжить работу обучения как письменной, так и устной грамотной речи.
- Развитие умения выделить и находить из текста частей речи и научить правильно ставить вопросы.
- воспитание бережного отношения к окружающей среде.
Йыһаз: тау, ҡояш һүрәттәре, һүҙҙәр теҙмәһе, мәҡәлдәр, ТСО, ағас
Дәрестең формаһы: дәрес-сәйәхәт
Дәрес тибы: нығытыу дәресе
Дәрес барышы:
I Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ. Ултырығыҙ.
Дәрес алды шиғыры “Туған тел”
- Бөгөн беҙҙә туған тел,
Яратам телем һине.
Матурлығың, нескәлегең
Таң ҡалдыра бит мине.
(Телдәрҙе шымартып алайыҡ әле)
Ға-ға-ға - әйҙә киттек урманға.
Шә-шә-шә - урманда еләк бешә.
Ле-ле-ле – ауыҙ итәйек әле
Ге-ге-ге – ҡалай тәмле еләге!
II Өйгә эштәрҙе тикшереү
Тәбиғәт тураһында һүрәттәр эшләргә ине. (Һөйләп китәбеҙ.)
Тәбиғәтте, уның матурлығын, байлыҡтарын һаҡлайыҡ. Бына ошондай тыныс, матур мөхиттә йәшәүебеҙҙе, уҡыуыбыҙҙы бер һүҙ менән нимә тип әйтеп була?
- Эйе, үҙе ҙур Бәхет.
III Яңы тема.
- Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә һүҙ төркөмдәрен ҡабатлап Бәхет тауына менергә тейешбеҙ.
- Ниндәй һүҙ төркөмдәрен беләһегеҙ? (Исем, ҡылым, сифат, һан, рәүеш, алмаш)
- Бәхет һүҙенә ялғауҙар ҡушып һүҙ төркөмдәрен яһағыҙ әле.
Бәхет - исем бәхетле - сифат Бәхетле бул
1. Бөгөнгө числоны яҙҙыҡ. Теманы яҙып ҡуйҙыҡ.
Нимә ул Бәхет?
Ә хәҙер Тыуған ил тураһында һөйләмдәр яҙайыҡ.
Дәфтәргә, таҡтала:
Башҡортостан – минең Тыуған илем. Ул Уралда урынлашҡан.
Һығымта: Бәхет ул – Тыуған ил.
2. Был нимә һүрәте? Ҡояш.
- ҡояшты кем менән сағыштырабыҙ?
- Ҡояш бер, ата-әсә лә берәү генә
Һығымта: Бәхет ул – ғаилә.
Сифат һүҙ төркөмөн ҡабатлап миҫалдар әйтәйек әле.
- Әсәйебеҙ ниндәй? (яҡшы, матур, тырыш, яғымлы, талапсан, егәрле, эшһөйәр)
- Әсәй тураһында һөйләйек әле.
Ял минуты. “ Һәр ваҡыт булһын ҡояш”
- (ребус сисеү) Туған телем – үҙ телем.
Туған телем – үҙ телем. Һәр бер халыҡтың үҙ моңо, үҙ теле бар.
Һығымта: Бәхет ул – туған тел.
Һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөйөк (һүҙ төркөмдәрен ҡулланып)
Был һүрәт ниндәй темаға арналған?
Һығымта: Спорт – ул һаулыҡ . Һаулыҡ – бәхет.
Һаулыҡ – ҙур байлыҡ.
- Ә хәҙер матур итеп ултырып, күҙгә гимнастика эшләп алайыҡ
- Кәүҙәгә лә ял булһын өсөн “Урталай” йырын йырлайыҡ.
IV Нығытыу.
- Беҙ көн дә мәктәпкә киләбеҙ. Ни өсөн?
- Уҡырға, белем алырға. Ә был бит үҙе ҙур бәхет.
Һығымта Бәхет ул – уҡыу.
Шулай итеп, Белем тауына менеп еттек. Әйҙәгеҙ бергәләп бәхет ағасы ултыртайыҡ.
V Йомғаҡлау.
Шулай итеп, нимә ул бәхет? (япраҡтар йәбештереү)
Белем тауына мендек, бәхет ағасын ултырттыҡ. Ағас ҙур, матур булып үҫһен өсөн мәҡәлдәрҙе аңлатып китәйек. (хор менән уҡыу, аңлатма биреү)
Белем – бәхетле итә.
Белемле кеше юғалмаҫ.
Белемдән ҙур хазина юҡ.
- Ә һеҙ үҙегеҙ бәхет тураһында ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?
- Эйе, белем беҙгә көн дә кәрәк.
Белем ағасыбыҙ үҫһен өсөн күберәк уҡырға, тырышырға кәрәк. Шул ваҡытта бәхетле лә, уҡымышлы ла булырбыҙ. Киләсәгегеҙ яҡты булһын, тыныс тормошта йәшәйек.
VI Өйгә эш. «Бәхетле бала сағым” темаһына инша яҙырға.
VII Баһалау.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

План План проведения педагогических измерений показателей здоровья школьников.
Цель: воспитания у школьников потребности заниматься физической культурой и спортом, вести здоровый образ жизни, а также повышение заинтересованности в сохранении и укреплении здоровья. Зад...

План-конспект урока "Планы на будущее"
План конспект урока по английскому языку. Класс:5Тема:Планы на будущееУчитель: Фролова Татьяна ВикторовнаУчебник: «Enjoy English » 5-6 классы. (Биболетова М.З., Трубанева Н.Н.).Цели:Уч...

ПЕРСПЕКТИВНЫЙ ПЛАН ЗАНЯТИЙ ПО ОБУЧЕНИЮ ДЕТЕЙ СЛОВООБРАЗОВАНИЮ, ФОРМИРОВАНИЮ ЛЕКСИКО- ГРАММАТИЧЕСКИХ КАТЕГОРИЙ, РАЗВИТИЮ СВЯЗНОЙ РЕЧИ. ПЕРСПЕКТИВНЫЙ ПЛАН ЗАНЯТИЙ ПО ОБУЧЕНИЮ ДЕТЕЙ СЛОВООБРАЗОВАНИЮ, ФОРМИР
Перспективный план по лексическим темам старшая логопедическая группа ОНР....
ПЛАН – КОНСПЕКТ Открытого занятия отделения спортивного туризма по теме: «ПЛАНЫ И КАРТЫ, ПОНЯТИЕ О МАСШТАБЕ» с учащимися группы НП-2. Тренер-преподаватель Контора Андрей Владимирович
Дата проведения: 18 СЕНТЯБРЯ 2012 г. Время проведения: 12-20 – 13-50 Место проведения: МБОУ СОШ № 18 Вид труда: теоретическое/практическое занятие (работа с картами). Тема за...

ПЛАН-КОНСПЕКТ УРОКА План-конспект урока в 11 классе «Фотоэффект. Применение фотоэффекта.»
Урок с использованием ЭОР. В изучении нового материала используется информационный модуль "Фотоэффект" для базового уровня старшей школы. В практический модуль входи...

План воспитательной работы в 9 классе на 2012-13г. (План мероприятий, Классные часы, Самоуправление в классе, План работы с родителями и др.)
Наш 9-й класс
Бизнес-план. Основные разделы бизнес-плана.
Образовательная программа: Программа среднего (полного) общего образования по технологии (базовый уровень). Составлена на основе федерального компонента государственного станда...