Методическая разработка урока башкирской литературы посвященной творчеству Б.Бикбая "Все на нашей совести"
план-конспект урока (8 класс) на тему

Нугманова Люция Рабиловна

Башҡортостан Республикаһы

Борай районы муниципаль районының

дөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы

«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»

 

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхфәт улы Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған Республика методик эшкәртмәләр конкурсы

 

 

 

 

 

 

 

«Барыһы ла беҙҙең намыҫта»

 

Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһын өйрәнеү буйынса асыҡ дәрес эшкәртмәһе

 

 

 

 

 

Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ноғманова Люция Рабил ҡыҙы

 

 

 

 

 

2013 йыл

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon b.bikbayga_deres.namys_.doc52.5 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы

Борай районы муниципаль районының

дөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы

«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»

Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Төхфәт улы Бикбаевтың 75 йәшлек юбилейына арналған Республика методик эшкәртмәләр конкурсы

«Барыһы ла беҙҙең намыҫта»

Р.Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһын өйрәнеү буйынса асыҡ дәрес эшкәртмәһе

Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ноғманова Люция Рабил ҡыҙы

2013 йыл


Тема. « Барыһы ла беҙҙең намыҫта». (Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһын өйрәнеү)

        

Максат. 1. Шағирҙың халыҡ, ил, тел яҙмышы хаҡындағы фекерҙәрен уҡыусыларға төшөндөрөү, уның ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм хөрмәт тәрбиәләү. 2. Телмәр үҫтереү. Тасуири уҡыу күнекмәләре биреү.

Йыһазландырыу: дәрестең эпиграфы яҙылған плакат, Р.Бикбаевтың портреты, китаптары, «Ағиҙел» журналдары, проектор, слайдтар.

Дәрес барышы. I. Ҡабатлау.

Башҡорт яҙыусыларының туған тел яҙмышы тураһындағы ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ? (Б. Бикбай, Р. Ғарипов, 3. Биишева, Ә. Әхмәт-Хужа, Рәшит Шәкүр һ.б. шиғырҙарын һанайҙар.)

Был шиғырҙарҙың йөкмәткеһендә ниндәй уртаҡлыҡ күрәһегеҙ? (Туған телде данлау, уның нескәлеген, яңғырашын күрһәтеү, хаҡлыҡ теле булыуын билдәләү, тере шишмә менән сағыштырыу һ.б.)

-        Дөрөс, Б. Бикбай туған телде тере шишмәгә тиңләй. Быуынды быуынға ялғаған, халыҡты милләт итеп һаҡлаған, ойошторған тел бит ул. (Р.Бикбаевтың портреты, китаптары күрһәтелә - слайд №1)

Бер уҡыусы плакатҡа яҙылған эпиграфты тасуири уҡый:

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Был шиғыр юлдары ниндәй әсәрҙән? Кем уны уҡыған? (Яуаптар.)

Дөрөҫ, был юлдар Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» әҫәренән. Был ниндәй әҫәр? Ни өсөн автор уны шулай атаған?

II.        Инеш һүҙ. Халыҡ тормошоноң хәл иткес мәлдәрендә сәсәндәр, яҙыусылар, халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, уның яҙмышына йоғонто яһаған  мәсьәләләрҙе аңлата һәм уны хәл итергә саҡыра. Мәҫәлән, С. Юлаев яуҙаштарын дошманға ҡаршы көрәшкә әйҙәгән, Аҡмулла иһә халҡын белемгә, ғилемгә эйә бу-лырға өндәгән. Ш. Бабич «Башҡорт халҡына көйлө ҡитап» әҫәрендә туған халҡына 3. Вәлиди сәйәсәтен аңлата, ә М. Кәрим «Башхорт халҡына яуап хаты» шиғырында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында халыҡты ил басҡынсыларына  ҡаршы көрәшкә әйҙәй. Халыҡҡа мөрәжәғәт итеп яҙылған әҫәрҙәр бөгөн дә тыуа. Шуларҙың иң күренеклеһе — Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» поэмаһы.

III.        Поэманың йөкмәткеһен үҙләштереү.
1. Алдан әҙерләнгән
уҡыусы поэманың яҙылыу тарихын һөйләй.

Икенсе уҡыусы ҡыҙҙың хатын тасуири итеп уҡып сыға.

Был поэма, 1989 йылда яҙылһа ла, үҙенең актуаллеген бөгөн дә юғалтмаған.

2.        Һүҙлек эше:

Слайд №2

оран — яуға саҡырған ауаз;

маһир — оҫта (талантлы);

кәр — сәм, ныҡышмалылыҡ.

Уҡытыусының поэманы уҡыуы.

Әңгәмә:

Был поэма һеҙҙә ниндәй тәьҫир ҡалдырҙы, күңелегеҙҙә ниндәй хистәр уятты?

Поэманың инешен нисек аңлайһығыҙ? Шағир ни өсөн «Тамырыңды уйлап ғорурланам, Бөгөнгөңдө күреп хурланам» ти? (Яуаптар.)

—         Поэмала телен, милләт азатлығын, Уралын һаҡлап яуға күтәрелгән халык хаҡында ҡайһы юлдарҙа әйтелә?

-        Ирек даулап, телдәре киҫелгән башҡорттоң бөгөнгөһө нисек һүрәтләнә?

—        Ә ни өсөн шағирҙы бөтә донъяла танылыу алған, донъя сәхнәләрен сайҡалдырған мәҙәниәте булған милләттең хәле, яҙмышы борсолдора?

-        «Сабыйының телен киҫкәндәр» тигән һүҙбәйләнеште нисек аңлайһығыҙ?

—        Дөрөҫ, ата-әсә бапаһын көсләп теленән яҙҙыра, «сит телгә балам маһир, тиеп» «ғорурлана», һөҙөмтәлә бала үҙ милләтенән ояла.

Слайд №3

Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,

Ул баҡсаны яман ҡый алһа,

Тиҫтерҙәре араһында бала

Башҡорт булыуынан,

Сыуаш булыуынан,

Мари булыуынан оялһа.

—        Шундай «телһеҙ кешеләр» үҫеп сығыуында автор кемдәрҙе ғәйепләй?

Телдең бөтөүе нимәгә килтереүе мөмкин?

- Шағир киләсәк быуынға ниндәй өмөт бағлай?

5. Р. Бикбаевтың «Халҡыма хат» мөрәжәғәт хаты ысын мәғәнәһендә халыҡты уята, бер кемде лә битараф ҡалдырмай, «телһеҙ» башҡорттарҙа туған теленә ихтирам, уны өйрәнеү теләге уятһа, үҙ теле өсөн көрәшкән кешеләргә рух ныҡлығы һәм көс бирә.

Ә поэмала күрһәтелгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөү өсөн республикабыҙҙа ниҙәр эшләнә?

Слайд №4

Ни мәғәнә батшаларҙың исемен,

Сит ил тарихтарын ятлауҙан,

Ил тарихы илгә бикле булһа,

Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа? —

тигән юлдар бөгөнгө көнгө тап киләме?

(Хәҙерге көндә хәлдең үҙгәреүе, суверенитет, телдәр тураһында закон ҡабул ителеүе, мәктәптәрҙә туған телде өйрәнеү хаҡында укыусыларҙың яуаптары.)

IV.        Йомғаҡлау.

Шулай итеп, Р. Бикбаев «Халҡыма хат» әҫәрендә туған телебеҙҙең ҡороп барыуы хаҡында хафаланып уйлана, башҡорт балаларының, үҙ телдәренән яҙып, әсә телен белмәй үҫеүенә борсола. Телдең бөтөүе халыҡтың бөтөүе булыуын әрнеп иҫкәртә. Туған халҡын, ғәмһеҙлектән, вайымһыҙлыҡтан, моңһоҙлоҡтан, ялҡаулыҡтан ҡотолоп, уянырға саҡыра.

Слайд № 5

Туғанынан яҙған ярты йәтим,

Туған теленән яҙған мең йәтим.

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Уҡыусылар, дәресте йомғаҡлап, Р.Бикбаевтың үҙ һүҙҙәре менән һеҙгә шуны әйтәһем килә:

Слайд № 6

        Барыһы ла беҙҙең уяулыҡта, беҙҙең эштә, беҙҙең намыҫта.        

- Эйе, туған илдең, туған телдең киләсәге беҙҙең ҡулдарҙа, беҙҙең намыҫта.

V.        Өйгә эш.

Туғанынан яҙған ярты йәтим,

Туған теленән яҙған мең йәтим.

Ошо темаға инша яҙырға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Методическая разработка урока по литературе для старшеклассников ТВОРЧЕСТВО А. П. ЧЕХОВА. РАННИЕ РАССКАЗЫ А. П. ЧЕХОВА

Методическая разработка урока по литературе для старшеклассников "ТВОРЧЕСТВО А. П. ЧЕХОВА. РАННИЕ РАССКАЗЫ А. П. ЧЕХОВА"Цель урока: изучить жизненный и творческий путь А.П. Чехо­ва и ...

Методическая разработка урока по литературе для Всероссийского интернет-конкурса педагогического творчества. Номинация «Педагогические идеи и технологии».

. Представленный вашему вниманию урок «Внеклассное чтение. Борис Васильев «Не стреляйте белых лебедей» проводился в рамках заседания методического объединения учителей русского языка и литературы в 20...

Методическая разработка урока башкирской литературы посвященного творчеству М.Карима "Это правда - любовь!"

Башҡортостан РеспубликаһыБорай районы муниципаль районыныңдөйөм урта белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы«Оло Баҙраҡ ауылы дөйөм урта белем биреү мәктәбе»  Башҡортостандың халыҡ шағиры...

Методическая разработка сценария внеклассного мероприятия, посвященного творчеству А.С. Пушкина «Венок добрых чувств»

Данная методическая разработка сценария внеклассного мероприятия по дисциплине  «Немецкий язык» предназначена для использования преподавателями немецкого языка во всех учебных заведениях, где он ...

Методическая разработка концерта класса фортепиано, посвященного творчеству Л. Бетховена

ЦельУглубленное знакомство с творчеством Бетховена.ЗадачиПознакомить учеников с жизнью и творчеством Л. БетховенаПогрузить учеников в необъятный мир музыки Л. БетховенаПредоставить ученикам возможност...

Методическая разработка урока по литературе 20 века "Бренная пена морская: жизнь, творчество, основные темы лирики М.И.Цветаевой"

Данный урок проводится на 2 курсе в разделе изучения поэзии серебряного века. Является первым в изучении творчества Цветаевой. проводился в качестве открытого урока на конкурсе "Лучший преподават...