Башҡорт халыҡ аштары
учебно-методический материал (5 класс) на тему

Баймурзина Римма Файзулловна

Уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ ижады аша ризыҡтарыбыҙ менән таныштырыу, ризыҡтарҙы ҡәҙерләргә, исраф итмәҫкә өйрәтеү,һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_halyk_ashtary.docx13.58 КБ

Предварительный просмотр:

БАШҠОРТ  ХАЛЫҠ АШТАРЫ

Дәрестең маҡсаты: уҡыусыларҙы башҡорт халыҡ ижады аша ризыҡтарыбыҙ менән таныштырыу; ризыҡтарҙы ҡәҙерләргә, исраф итмәҫкә өйрәтеү; һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.

Йыһазландырыу: “Башҡорт халыҡ аштары” слайдтар, таблица, тестар, Хатип Фазыловтың “Иҫке мейес”, Әҙиә Ситдиҡованың “Сәк-сәк” һүрәттәре, И.Ә. Арсланованың “Башкирская кухня” китабы, талҡандар.

Дәрес барышы

Психологик инеш. Хәйерле иртә! Уҡыусылар, әйҙәгеҙ бер-беребеҙҙе сәләмләйек!

Хәйерле көн, уң күршем!

   Хәйерле көн, һул күршем!

        Хәйерле көн, класташтарым!

     Хәйерле көн, уҡытыусым!

Урындарыбыҙға уңайлы итеп ултырҙыҡ. Мин, Римма Фәйзулла ҡыҙы, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡытам.

   Башланып китте дәрес,

 Беҙ матур ултырабыҙ.          

        Дүртле менән бишлеләрҙе

Беҙ көндә арттырабыҙ.

Антиципация нигеҙендә уҡыусыларҙың яңы теманы асыуы.

  • Уҡыусылар, мин һеҙгә һүҙҙәр таратам. Шул һүҙҙәрҙән мәҡәлдәр төҙөйһегеҙ.

Һөттә һаулыҡ, майҙа бәрәкәт. Һаумай һөт булмаҫ, бешмәй май булмаҫ. Йәйен семтеп йыйһаң, ҡыш услап ашарһың. Ағы барҙың туғы бар.

  • Әйҙәгеҙ, мәҡәлдәрҙе уҡыйыҡ. Был мәҡәлдәрҙе нимә берләштерә? Төп мәғәнәһен асыҡлайыҡ.
  • Шулай итеп, беҙ бөгөн башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
  • Уҡыусылар, һеҙ ризыҡтарҙың ниндәй төрҙәрен беләһегеҙ?
  • Ниндәй ризыҡтар оҡшай?

Тема өҫтөндә эш.

Башҡорт халыҡ аштарына күҙ йүгертһәң, улар бик күп. Һөттән генә бихисап ризыҡтар әҙерләнә. Улар дауалау йәһәтенән дә файҙалы. Башҡорттар һыйырҙы бик борон замандарҙа уҡ ҡулға эйәләштергән. Был хаҡта “Урал батыр” эпосында ла  әйтелә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Наш отряд "Ырыуҙаштар"

Материалы  для  организации воспитательной  работы с детьми во время летнего отдыха в рамках центра кратковременнего пребывания....

башҡорт халыҡ аштары

название блюд...

Башҡорт теленән 6-сы класта "Башҡорт халыҡ аштары" темаһына дәрес планы

Ҡунаҡ килһә, ҡапҡаң ас,Өйөңә инһә, ҡаҙан аҫ.Дәрестең маҡсаты балаларға башҡорт халҡына хас булған ҡунаҡсыллыҡ тураһында мәғлүмәт биреү, милли аштар менән таныштырыу....

Башҡорт аштары

Башҡорт аштары...