7-се класс .Башҡорт теле дәресе. Тема: Башҡортостан- чемпиондар иле. Һорау һөйләмдәр
план-конспект урока (7 класс) на тему

Латыпова Расима Сагдатовна

Урок башкирского языка в 7 классе по теме: Башкортостан- страна чемпионов. Вопросительные предложения

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл план-конспект урока15.98 КБ
Office presentation icon презентация к уроку1.58 МБ

Предварительный просмотр:

Тема. Башҡортостан- чемпиондар иле.Һорау һөйләмдәр.

Маҡсат:уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; “Һорау һөйләмдәр” темаһын ҡабатлау: уҡыусыларҙа  спортҡа һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедия, ноутбук,электрон дәреслек, презентация, “Күңелле бейеү” видеояҙмаһы.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу моменты.

-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар. Дәресебеҙҙе башлайбыҙ.

Дәресте  артикуляцион күнегеүҙән башлайыҡ( беренсе слайд)

Хәрәкәт- ул атта елеү,

 Хәрәкәт- ул ауға барыу,

 Хәрәкәт– ул тауға менеү.

    Хәрәкәттә- бәрәкәт, тип

Әйткән ололар бик хаҡ.

Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң,

Йүгер,  һикер, тәкмәс ат.

-Нимә ул хәрәкәт?

-Хәрәкәт- движение.

- Ә рус телендә шундай әйтем бар: Движение- это …

-Жизнь.

-Ә ҡасан кеше күп хәрәкәтләнә?

-Спорт күнекмәләре, уйын ваҡытында.

- Тимәк, беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

- Спорт тураһында.

-Эйе, бөгөн дәрестә спорт тураһында һөйләшеүҙе дауам итәсәкбеҙ.

II.Ҡабатлау

-Нимә ул спорт?

-Һиңә ниндәй спорт төрө оҡшай?

-Ниндәй спорт менән шөғөлләнәһең?

-Мәктәптә ниндәй спорт түңәрәге бар?

 -Һиңә физкультура оҡшаймы?

- Башҡортостан ере ниндәй спортсыларҙы тәрбиләгән?

-Ирек Зарипов, Татьяна Лебедева.

III. Яңы тема.

-Уҡыусылар, бик яҡшы. Һеҙ беҙҙең ҡалала тыуыап-үҫкән билдәле спортсмендарҙы беләһегеҙ икән. Ә беҙҙең республикала тыуған Олимпия, донъя  чемпиондары байтаҡ. Бөгөн дәрестә  Башҡортостан ере  тәрбиәләгән билдәле спортсылар менән танышасаҡбыҙ.

1.71-се күнегеү өҫтөндә эш

а) тексты уҡытыусы уҡый;

б) уҡыусылар уҡый;

в) һүҙлек эше;

г) тексты бергәләп тәржемә итеү.

2.- Уҡыусылар, хәҙер ошо спортсмендар тураһында слайдтар ҡарап үтәйек (2-10 слайдтар).

Слайдтарҙы ҡарау, бирелгән текстарҙы тәржемә итеү.

3.-Уҡыусылар, бына ниндәй бик билдәле спортсылар тәрбиәләгән икән Башҡортостан ере. Һеҙ Ирек Зарипов  тураһында әйтеп киткәйнегеҙ. Әйҙәгеҙ уның тураһында ла слайдтар ҡарайыҡ. (11-15 слайдтар)

4.Әңгәмә.

-Ирек Зарипов кем? Ул ниндәй спорт менән шөғөлләнә? Ирек Зарипов ҡайҙа тыуған? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ , Ирек ниндәй кеше?  Спорт ниндәй сифаттар тәрбиәләй?

- Эйе, Ирек Зарипов бик көслө, сыҙамлы, ҡыйыу кеше. Уға спорт  тормошта үҙ урынын табырға ярҙам икән.

4. Физминутка (“Күңелле бейеү” видеояҙмаһына ҡушылып бейеү).

5.-Һеҙҙең бөтәгеҙҙең дә яратҡан спортсылары бар. Минең дә яратҡан спортсым бар. Ул- Виктор Валуев.  Валуев –боксер, Рәсәй һәм донъя чемпионы.  Уның ҡушаматы- “Рус гиганты”, “Кувалда”. Валуев бик ҙур һәм көслө. Шуға миңә оҡшай ҙа.

-Мин ниндәй спортсы тураһында һөйләнем?(уҡыусылар рус телендә һөйләп бирәләр). Хәҙер беҙ төркөмдә эшләйәсәкбеҙ. Һәр төркөм үҙҙәренә оҡшаған бер спортсы тураһында бәләкәй генә текст төҙөй.

Һәр төркөмдән бер уҡыусы төҙөгән тексты уҡып ишеттерә, иң яҡшы эш билдәләнә.

6. Таҡтала ике һөйләм.

Һиңә ниндәй спорт төрө оҡшай?

Һиңә спорт оҡшаймы?

-Был ниндәй һөйләмдәр?(һорау һөйләмдәр)

-Башҡорт телендә һорау һөйләмдәр нисек барлыҡҡа килә?(Һорау алмаштары ярҙамында йәки –мы, -ме киҫәксәләре ярҙамында)

7. Электрон дәреслектән 2-се күнегеүҙе телдән үтәү.

IV. Йомғаҡлау, баһалау.

-Дәрестә нимәләр белдегеҙ? Нимә оҡшаны?

V.Өй эше: 71-се күнегеү буйынса алты һорау һөйләме төҙөргә.


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Хәрәкәт- ул атта елеү, Хәрәкәт- ул ауға барыу, Хәрәкәт– ул тауға менеү. Хәрәкәттә- бәрәкәт, тп Әйткән ололар бик хаҡ. Һаулыҡ ныҡлы булһын тиһәң, Йүгер, һикер, тәкмәс ат.

Слайд 2

Башҡортостан –чемпиондар иле

Слайд 3

Андрей Черкасов- тениссы. Өфөлә тыуған.

Слайд 4

Галина Куклева –биатлонсы. Ул өс тапҡыр донъя чемпионы, Олимпия чемпионы.

Слайд 5

Галина Куклева Ишембай ҡалаһында тыуған

Слайд 6

Матвеева Людмила- спортсы, дүрт тапҡыр донъя чемпионы. Өфөлә тыуған. ).

Слайд 8

Ғабдрахман Ҡадыров- алты тапҡыр донъя чемпионы.

Слайд 9

Спидвей

Слайд 10

Татьяна Лебедева – беҙҙең яҡташ. Ул Стәрлетамаҡтан

Слайд 11

Ирек Зарипов Родился 27 марта 1983 в Стерлитамаке. Он четырехкратный паралимпийский чемпион по лыжным гонкам и биатлону, Заслуженный мастер спорта России. Ирек лишился обеих ног в 2000 году, в 17-летнем возрасте, в результате автомобильной аварии. Спустя три года после несчастного случая Ирек стал серьезно заниматься спортом . В 2004 году год Зарипов был включен в паралимпийскую сборную Башкирии, а еще через год — в российскую сборную команду паралимпийцев. В 2009 году Зарипов стал победителем чемпионата России /

Слайд 12

В 2010 году завоевал четыре золотые и одну серебряную медали в соревнованиях по биатлону и лыжным гонкам) на Паралимпийских зимних играх в Ванкувере. Ирек Зарипов — кавалер ордена "За заслуги перед Отечеством" IV степени и ордена "За заслуги перед Республикой Башкортостан". Зарипов также награжден Почетной грамотой Республики Башкортостан за высокие спортивные результаты на XX Олимпийских и IX Паралимпийских играх 2006 года и Национальной премией "Россиянин года" (2011 год). /


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

9 нчысыйныфта татар теле дәресе "Татар теле диалектлары"

Безнең татар теле бай һәм нык үскән камил тел. Ул өч диалекттан тора. Диалекталь сүзләр - татар теленең байлыгы, бизәге. Шушы өч туркем төрле сөйләшләргә бүленә. Һәр сөйләш үзенчә матур. Безнең сөйләш...

2 нче сыйныфта татар теле дәресе. Тема - "Без зат алмашлыгы"

"Без зат алмашлыгы" темасын кызыклы итеп үткәрү максатыннан, сезгә презентация тәкъдим итәм....

Татар теле дәресе: Кошлар - безнең дусларыбыз. (Кабатлау дәресе)

4 нче сыйныф өчен татар теле дәресе (рус подгр.)...

Татар теле дәресе. 5 класс Тема "Билгеле үткән заман хикәя фигыль"

5 нче сыйныфның рус төркеме өчен дәрескә технологик карта....

Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләм. дәрес 4 класс

Был дәрестә Башҡотостандың байлыктарын өйрәнеү темаһы буларак дәрес-сәйәхәт. Темала илебеҙҙең иҫтәлекле урындары һәм байлыҡтары тураһында һүҙ бара....

Туган (татар) теле дәресе. Тема : Лексикология бүлеген кабатлау

Туган (татар) теле дәресе.            Тема :  Лексикология  бүлеген кабатлау...

Разработка урока по башкирскому языку. Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр".

Разработка урока по башкирскому языку.  Тема: "Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр"....