Башҡорт аты. 8-се класс
план-конспект урока (8 класс) на тему

Асҡарова Гөлнар Мирсаяф ҡыҙы

Башҡорт әҙәбиәте буйынса  проектлау дәресе.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл bashkort_aty_-_proektlau_drese.docx27.37 КБ

Предварительный просмотр:

8-се класта башҡорт әҙбиәтенән дәрес өлгөһө.

Проект темаһы:  “Башҡорт аты”

Проект төрө: информацион проект

Маҡсат: башҡорт халҡы тормошонда аттың әһәмиәте, халыҡ ижадында ат образының сағылышы, аттарҙың холҡон, сбруй элементтарын, исемдәрен, төҫтәрен өйрәнеү, ҡымыҙ  тураһында мәғлүмәт биреү, атҡа ҡарата ихтирам тәрбиәләү

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, аттар төшөрөлгән һүрәттәр, С.Юлаев һәйкәле, М.Шайморатов һүрәте

Эш планы:  1. Проблемалы һорау ҡуйыу.  Теманың актуаллеген билдәләү

                    2. Проектты презентациялау һәм яҡлау

1.   Донъя  үҙгәрә бара. Тормош дауам итә. Ваҡыт менән фән дә алға бара, техника ла  үҫешә.  Элек-электән ат кешенең юлдашы булған, уның менән ҡайҙа ғына йөрөмәгән, нимә генә күрмәгән. Хужалыҡ эштәрендә лә, яу яландарында ла, һабантуйҙарҙа ла, транспорт сараһы  булып та ат ҡулланылған. Хәҙерге көндә  аттар ни хәлдә? Уларға бөтөү ҡурҡынысы янамаймы?  Башҡорт халҡының шифалы милли эсемлеге Ошондай ваҡытта  атҡа йөҙ менән боролоу тәбиғәткә боролоу менән типә-тиң. Ат тураһында ата-бабаларыбыҙҙың тәжрибәһен онотмайыҡ, туплайыҡ, өйрәнәйек.

2. Һуғыш аттары.

Һабантуй майҙанынан яуға китте улар. Бураҙналарҙа һабандарын, тырмаларын ҡалдырып,  ир-егеттәрҙе алып, яуға киттеләр. Илде яҡлап, ерҙе һаҡлап утҡа инделәр, һыуға керҙеләр, ғүмерҙәрен бирҙеләр.

        Башҡорт аттары Рәсәй менән берлектәге бик күп һуғыштарҙа ҡатнашҡан. Һуғыш йылдарында ир-егетте атһыҙ күҙ алдына ла килтереп булмаған. Ат уның иң яҡын дуҫы ла, иң беренсе ҡоралы булған. Ниндәй генә һуғыштарҙа ҡатнашмаған башҡорт аты!

        Бородино һуғышында ғына ла алты полк башҡорттар ҡатнаша. Польша, Пруссияны үтеп, Парижға барып инә.

        Батшаның әмере буйынса 1789 йылда Ырымбурҙа ундан утыҙға тиклем башҡорт атлы казактар полкы төҙөлә. Башҡорт атлы дивизияһында 17 йәштән 45 йәшкә тиклем ир-егет хеҙмәт иткән. Ул үҙенең кейеме, ҡоралы, аты менән барырға тейеш булған.

        Бөйөк Ватан һуғышынан бер миҫал: 1942 йыл, 19 ноябрь – 29 ғинуар Сталинград һуғышында: 112 –се атлы дивизия , Дон далаларынан һуғышып  400 км  юл үткән.  3 мең фашисты юҡ иткән, 56 танк, 6 самолет, 600 автомашина,  8   аҙыҡ склады, 5 ҡорал склады яндырылған, ҡалалар , ауылдар фашистарҙан таҙартылған.

        Башҡорт аты  илен һәм халҡын быуаттар буйына данға күмгән. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң, башҡорттарға һалынған һалымдарҙың береһе ат менән түләү булған, сөнки башҡорт аттары рус кавалерияһы өсөн алынған. Уралдың ҡаты тәбиғәтенә яраҡлашҡан, сыҙам башҡорт аттары бөтә Рәсәйҙә абруйлы булған. Күренекле шәхестәребеҙ Муса Мортазин, Зәки Вәлиди, Таһир Күсимов, Миңлеғәли Шайморатовтарҙы атһыҙ күҙ алдына килтереүе мөмкин түгел. Салауат, Ҡараһаҡал, Батырша, Ҡаһым түрә- улар аттарҙы һайлай ҙа, ҡарай ҙа, ярата ла белгәндәр. Француз генералы де Марбо үҙенең иҫтәлектәрендә башҡорт атлылыары тураһында: “Улар һағыҙаҡ күсе кеүек теләһә ҡайҙан килеп сыға. Уларҙы ҡыуып етеүе бик ауыр,”  - тип яҙған.

3. Башҡорт халыҡ ижадында ат образы.

        Аттар башҡорт халыҡ ижадында бик ҙур урын алған. Атҡа бағышланған эпостар циклы бар: “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Биш ҡолон”, “Ҡара юрға”, “Урал батыр” һ.б. “Урал батыр”ҙа атты данлаған – 41, “Аҡбуҙат”та 21 урын бар. (өҙөк уҡып китеү)

        Башҡорт халҡы аттың һылыулығына эпостарҙа ғына түгел, әкиәттәрҙә лә һоҡланған: “Ә аты тиһәң, алтынға алмаштырғыһыҙ булған: ҡаты тояҡлы, шырт текә яллы, үҙе ярһыу, үҙе салт саптар икән. Бәкәлдәре бейек, артҡы аяҡтары ҡуяндыҡы кеүек булып, бөркөт күкрәкле, суртан һыртлы, шеш ҡолаҡлы еҙ  күҙле, яңаҡтары тар ғына, эйәге ослайып бөткән, һылыуҙарҙан-һылыу арғымаҡ булған , ти, ул”.

         Башҡорт халыҡ легендалары, риүәйәттәре араһында  “Айғыр тауы”, “Турат сағылы”, “Дүнәнһуйған тау”, “Йылҡысыҡҡан күл” тигәндәре бар.

        Ат тураһында яратып йырлаған һәм тыңлаған йырҙарыбыҙ  - “Ерән ҡашҡа”, “Ҡара юрға”, “Күк юрға”, “Һыбай ҡашҡа” һ.б. бар.

(“Ҡара юрға” ны йырлау йәки бер йырҙы тыңлау)

4.Аттар ауыл хужалығында.

        Ат һәр ваҡыт кешенең иң яҡын ярҙамсыһы, юлдашы булған, бигерәк тә ауыл  хужалығында. Хужалыҡ өсөн аттарҙы ике төркөмгә бүлеп йөрөтәләр: йөк аттары һәм һыбай йөрөү өсөн сапҡын аттары.

        Йөк аттарын  ер һөрөү, тырматыу,  иген игеү, урман эшендә киң файҙаланғандар. Һунар  өсөн аттың әһәмиәте ҙур булған. Почта хеҙмәтен дә үтәгән. Ырымбурҙан  Себергә тиклем көнөнә 120 – 150 км юл үткән. Элекке башҡорт тоҡомо  аттары 75 – 130 бот йөк ташый алған.

        Спорт өлкәһендә лә ат яҡшы ҡулланыла. Һабантуйҙарҙа бәйге өсөн ат сабыштары ла үткәрелгән. Ул йола бөгөнгө көндә лә киң ҡулланыла, ләкин боронғо тоҡом аттары  ғына юғалып бара. Атты йөрөтөү теләһә кемгә ышанып тапшырылмаған.  Һабантуйҙа кем сабырға тейеш булһа, шул малай  кеше генә  күнекмә үткәрергә тейеш булған. Уны нисек ашатыу, эсереү – ул да сер булған . Башта туҡ атты унар саҡрым  аҡ күбеккә төшкәнсе саптыралар ҙа, шунан бер-ике көн ашатмайҙар, был  - “таң ашырыу” тип аталған. Тик шунан һуң ғына алдына бесән, һыу һалалар. Йәшел( әле генә сабылған) бесән ашатыу тыйылған, сөнки ул аттың ауырлығын арттыра,  ә бурыс – уның  массаһын кәметеү, ат организмынан артыҡ еүешлекте ҡыуып сығарыу. Атты эсереү ҙә нормаға һалына, ләкин ат йонсоп китмәһен өсөн уны һолонан  өҙмәйҙәр, уның дә үлсәме бар. Шулай әҙерләгәндәр аттарҙы һабантуйҙарға.

  1. Аттың төҫтәре, йәше, сбруйы тураһында презентация (интерактив таҡта аша слайдтар ҡарау, мәғлүмәтте дәфтәргә яҙыу)
  2.  Башҡорт ҡымыҙы.

Башҡорт аты һаулыҡ өсөн ҡиммәтле эсемлек – ҡымыҙ етештереүҙең дә ҙур сығанағы булып тора. Бейә һөтөндә: аҡһым, май, углевод, минераль аҙыҡтар, ферменттар, гормондар, иммундар, пигменттар, газ бар. Уны альбуминовый тиҙәр. Ҡуйылығы – 1,2 – 2,8%.

Ҡымыҙҙы нисек яһайҙар? ( интерактив таҡта аша   БСТ каналының “Һаумыһығыҙ!” тапшырыуының архивынан ҡымыҙ эшләргә өйрәткән видеосюжет күрһәтеү)

Ҡымыҙҙың химик формулаһы (интерактив таҡта аша ҡарау, формуланың элементтары аңлатыла)

  1. Аттың биологик үҙенсәлектәре

Күреү һәләте. Күреүе кешенеке кеүек түгел. Йорт аттары алыҫтан насар күрә, 500 метрҙан ары насар күрә. Шуға күрә аттар бик ҡурҡаҡ була һәм ҡапыл өркә. Ләкин ирә-яҡты яҡшы күрә (сектор обзора). Төҫтө айыра. Ҡараңғыла юлды һәм үҙенә аҙыҡты яҡшы таба. Ирендәре – иң һиҙгер урыны.

        Тән тойоуы ныҡ үҫешкән. Улар бөтә тәндәре менән тоялар, хатта тояғы ла.

        Еҫте һиҙеүе көслө: әсәһе балаһын еҫ буйынса таный, үҙенең сбруйын белә, аҙыҡты ла яҡшы айыра Ағыулы үлән ашамай, таҙа һыу эсә, күгәргән он, һоло ашамай. Ишетеүе кешегә ҡарағанда ныҡ үҫешкән. Бик бәләкәй генә йәки алыҫтағы  тауышты ла ишетә. Аттар кешенең тауышын яҡшы айыра, ул ғына ла түгел, интонацияны ла айыра. Әгәр ҙә уға ҡысҡырһаң, уның пульсы көсәйә.

  1.  Йомғаҡлау. Һығымта яһау. Бөгөнгө көндә аттарҙың хәле. Айырым фермерҙарҙың эше, “Аҡбуҙат” ипподромы хаҡында һөйләү.” Аттарҙы һаҡлау, аҫрау кәрәкме?” тигән һорауға яуап биреү.
  2. Эште баһалау.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023

Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....