Мастер-класс "Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә "Кейс" методын ҡулланыу"
статья на тему
1. Бөгөнгө көндә кейс-методы бар өлкәләрҙә лә осрай: экономика, маркетинг, юриспруденция, медицина һ.б.
Табиптар кейсты көндәлек ауырыуға диагноз ҡуйған һәм дауалау юлын тәҡдим иткән ваҡытта эшләй. Юрист булған факттарға нигеҙләнеп клиентҡа хәл итеү юлдарын таба. Менеджер бизнес төҙөүҙең барлыҡ этаптарынды ла кейс эшләүгә мөрәжәғөт итә.
2. Сағыштырмаса күптән түгел, үткән быуаттың 90 -сы йылдарында, был метод Рәсәйҙә БЕЛЕМ БИРЕҮ өлкәһендә лә, һөҙөмтәле технологияларҙың береһе булып, киң ҡулланылыш тапты.
3. Кейс метод нимәһе менән ҡулайлы һуң?
- Уҡыусыларҙың әүҙем уҡыу-эҙләнеү эшмәкәрлеге.
- Проблеманы берҙәм хәл итеү мөмкинселеге.
- Үҙ аллы эште йомғаҡлау һәм реаль тормош менән бәйләп фекерләү һәм лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү.
- Әҙер белемгә генә нигеҙләнмәй, үҙ белемеңде үҫтереү өҫтөндә эш алып барыу.
4. КЕЙС ҡоролошо:
- Ситуация (проблема, реаль тормоштан бер ваҡиға)
- Яҙма текстағы һүҙ йәки фразаның мәғәнәһенә төшөнөү өсөн кәрәк булған бер бөтөн өҙөк. Ул ябай текст булыуы ла, хикәйә повесть, роман йә булмаһа бер генә һөйләм дә була ала.
- Ситуациялағы хәлдең йәки ундағы образдарҙың үҙенсәлеге.
- Был ситуацияны асыу өсөн деталдәр
- Кейс менән эшләү өсөн һорауҙар һәм эштәр.
- Ҡушымталар.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 24.58 КБ |
Предварительный просмотр:
Мастер-класс.
(СЛАЙД №1) Вәли.
Портфель элеп беләгенә, урам буйлап берәү килә.
Яҡынлашҡас, күрәм быны- Яңы түрә Вәли килә.
Портфель шундай булып ташҡан, хатта ауыҙын ярты асҡан.
Хужа ғорур. Күр, тигәндәй, күҙләп кенә килә арттан.
Нихәл, тимен, түрә-батыр, портфель булғас, эштәр шәптер.
Инде хәҙер, бәлки, һиңә тағы ҙурырағы кәрәктер?
Тыңлай-тыңлай арып бөттөм, ахыр ситкә өндәшмәйсә,
Ҡулды һелтәп инеп киттем ысынлап та был кешегә. ..
Күпме тулған булһа ла ул Портфель һиңә бер ни бирмәй.
Портфель йөкмәп йөрөү менән буш аң булһа аҡыл кермәй!
(СЛАЙД -2) Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары! Мин – Сәфәр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Абдуллина Айгөл Халит ҡыҙы.
Бөгөн һүҙ, аңлауығыҙса, портфель йәки кейс тураһында барасаҡ.
(СЛАЙД № 3) Таҡтала һеҙ кейс төрҙәрен күрәһегеҙ.
(СЛАЙД -4) Минең мастер класымдың темаһы “ Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә “кейс” методын ҡулланыу.
“Кейс” һүҙенең мәғәнәһен тулыраҡ аңлар өсөн, һүҙлеккә мөрәжәғәт итәйек.
Кейс- инглиз теленән ингән һүҙ, һәм ул ике мәғәнә йөрөтә.
(СЛАЙД № 5) Беренсеһе: Эш ҡағыҙҙар һалыу өсөн ҙур булмаған сумаҙан.
(СЛАЙД № 6) Икенсеһе: Кейс –казус, тормошта булған осраҡ, хәл; теорияны практика менән бәйләү. Үҙеңдең тәжрибәңдә осраған проблеманы. ситуацияны өйрәнеү, тикшереү һәм хәл итеү юлдарын тәҡдим итеү.
Бөгөнгө көндә кейс-методы бар өлкәләрҙә лә осрай: экономика, маркетинг, юриспруденция, медицина һ.б.
Табиптар кейсты көндәлек ауырыуға диагноз ҡуйған һәм дауалау юлын тәҡдим иткән ваҡытта эшләй. Юрист булған факттарға нигеҙләнеп клиентҡа хәл итеү юлдарын таба. Менеджер бизнес төҙөүҙең барлыҡ этаптарынды ла кейс эшләүгә мөрәжәғөт итә.
( СЛАЙД № 7) Тимәк “кейсты” эшләүҙең маҡсаты– ул тәҡдим ителгән хәлде, проблеманы анализлау һәм үтәлеү юлдарын тәҡдим итеү, эҙләп табыу, һығымта яһау.
(СЛАЙД № 8) Әйҙәгеҙ инде тарихҡа иғтибар итәйек!
Кейс-методҡа 1870 йылдарҙа Гарвард хоҡуҡ мәктәбе нигеҙ һалған. Ә бизнес өлкәһендә ул 1920 йылдарҙа нығынып киткән. Ғалимдар төптән тикшереү эше алып барған, фәнни китаптар, дәреслектәр, кейс тупламалары баҫып сығарған һәм семинарҙар үткәргән.
(СЛАЙД № 9 )
Иң күп кейсты Гарвард профессоры Крис Кристенсен яҙған. Уның эше 100-ҙән ашҡан, һәм “Кейс методын өйрәтеүселәрҙең чемпионы” тип һанала. Күләме буйынса иң ҙур кейс та Гарвард мәктәбендә – ул яҙыу, һүрәт һәм ҡушымталары менән бергә 35 биткә яҡын.
Сағыштырмаса күптән түгел, үткән быуаттың 90 -сы йылдарында, был метод Рәсәйҙә БЕЛЕМ БИРЕҮ өлкәһендә лә, һөҙөмтәле технологияларҙың береһе булып, киң ҡулланылыш тапты.
(СЛАЙД № 10)
Кейс метод нимәһе менән ҡулайлы һуң?
- Уҡыусыларҙың әүҙем уҡыу-эҙләнеү эшмәкәрлеге.
- Проблеманы берҙәм хәл итеү мөмкинселеге.
- Үҙ аллы эште йомғаҡлау һәм реаль тормош менән бәйләп фекерләү һәм лидерлыҡ һәләттәрен үҫтереү.
- Әҙер белемгә генә нигеҙләнмәй, үҙ белемеңде үҫтереү өҫтөндә эш алып барыу.
Бында инде “Барлыҡ Германия уҡытыусылары ойошмаһын” етәкләгән, уҡытыусыларҙың уҡытыусы, педагог Адольф Дистервегтың һүҙҙәренә иғтибар итегеҙ!:
(СЛАЙД № 11 -афоризм.)
“Насар уҡытыусы әҙер хәҡиҡәтте бирә, ә яҡшы уҡытыусы уны эҙләргә өйрәтә” - ти
Кейс методының актуаллеге нәҡ ошо Адольф Дистервегтың афоризмында бирелгән дә инде.
(СЛАЙД № 12)
Кейс нимәләрҙән тора:
КЕЙС ҡоролошо:
- Ситуация (проблема, реаль тормоштан бер ваҡиға)
- Яҙма текстағы һүҙ йәки фразаның мәғәнәһенә төшөнөү өсөн кәрәк булған бер бөтөн өҙөк. Ул ябай текст булыуы ла, хикәйә повесть, роман йә булмаһа бер генә һөйләм дә була ала.
- Ситуациялағы хәлдең йәки ундағы образдарҙың үҙенсәлеге.
- Был ситуацияны асыу өсөн деталдәр
- Кейс менән эшләү өсөн һорауҙар һәм эштәр.
- Ҡушымталар.
Кейсты индивидуаль һәм төркөм менән дә эшләп була.
Мин дә был методты үҙ дәресемдә ҡулланам.
Бөгөнгө әҙәбиәт дәрестәрен биреүҙең иң ҙур проблемаларының береһе, минеңсә, – замана уҡыусылары художестволы китапты ҡулдарына бик һирәк ала.
(СЛАЙД № 13)
Минең маҡсатым: бөгөнгө интернет балаларын үҙ аллы белем алырға өндәү, компьютерҙы файҙалы ҡулланыу, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, уйланырға мәжбүр итеү.
Был методты яңы теманы башлау алдынан йәки бүлекте йомғаҡлау ваҡытында ҡулланыу отошлораҡ!!!
Дәрестә нисек ҡулланыуым тураһында һөйләү алдынан
Фокус төркөмгә эшләү өсөн кейс бирәйек.
(СЛАЙД № 14) Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур өләсәй” исемле хикәйәһен уҡығандан һуң ошо кейсты хәл итергә кәрәк. “Ҡалала йәшәү ауылда йәшәүгә ҡарағанда яҡшыраҡмы?” Төркөмдәргә бүленеп эшләү.
Кейс методы әҫәргә анализ эшләгәндә лә ҡулайлы.
( СЛАЙД № 15) Эш: Талха Ғиниәтуллиндың “Миҙал” хикәйәһенең идеяһын билдәләүҙә художестволы деталдәрҙең роле”.
- Хикәйә һалына.
- Авторҙың биографияһы һалына. (СЛАЙД № 16)
- Бөгөнгө ветерандарҙың хәле. (СЛАЙД № 17) Статистика (ауылдан, райондан, Башҡортостандан нисә кеше ҡатнашҡан, күпмеһе ҡайтҡан)
Учалы районынан - 13 меңдән ашыу һуғышҡа киткән,
9 меңдән ашыуы ҡайтмаған.
(Слайд № 18) Ауылыбыҙҙан сыҡҡан герой тураһында мәғлүмәт һалына.
5. Ниндәй миҙалдар бар? (СЛАЙДАР №19, №20)
6. Һорауҙар:
-Вәлиәхмәт ҡарттың һуғышта яраланып ҡайтҡандан һуң ауылдағы тормошо нисек? (Йыһазландырыу, торлаҡ хәле)
-Вәлиәхмәт ҡарт Еңеү байрамы алдынан нимә тураһында хыяллана? (Вәлиәхмәттең портреты)
-Үлгәндән һуң Вәлиәхмәт ҡарт миҙалын ҡулына ҡыҫып тотҡан эпизод нимә тураһында һөйләй?
-Мәктәп, уҡыусылар, ауыл советы ветерандарға ниндәй ярҙам күрһәтә?
-Һеҙҙең ғаиләгеҙҙән (шәжәрәгеҙҙә) һуғышта ҡатнашыусылар бармы?
Музей эше ( СЛАЙД №21)
- Художестволы деталдәр. (СЛАЙД№ 22)
Тормош-көнкүреш деталдәр –торлаҡ, пейзаж, портрет, йыһазландырыу, аш-һыу, йола, ғәҙәт һ.б.
Әҫәрҙән деталдәр табып һеҙгә ишеттерәм. (уҡыйым)
- -Әҫәр ни өсөн “Миҙал” тип атала.
(Миҙал һорау- ветерандарға йылы һүҙ етмәүен символлаштыра, емерек өйҙә тороуы – йәмғиәттең рухи ярлылығы, кешеләрҙең миһырбанлығы, иғтибар, ихтирам наҡыҫлылығы (недостаточность), кешелек факторының юғалыуы, түрәләрҙең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы.
ҺЫҒЫМТА: (СЛАЙД № 23)
Ғөмүмән әйткәндә, Талха Ғиниәтуллин ҡырыҫ реалистик стилдә эшләүсе әҙип. Художество деталдәр ҙә ошо ысынбарлыҡты күрһәтеү өсөн алынған.
Һүҙҙе фокус төркәмгә бирер алдынан әҫәрҙе ҡыҫҡа ғына итеп таныштырып китәйем! Хәйҙәр Тапаҡовтың “Бибинур Өләсәй” хикәйәһе.
СЫҒЫШТАР. Рәхмәт.
Рәхмәт! ( СЛАЙД № 24 )Бына һеҙгә тағы бер эш: Тәскирә Даянованың “Ышан, урман!” повесындағы күтәрелгән проблемалар актуалме? (Кейсты бирәм!)
Фокус группа эштәрен әҙерләгәнсе, жюри ағзаларына йомғаҡлау дәресендә тәҡдим ителә торған шундай эш: Был эш бәләкәй кластар өсөн. Фонетика” бүлеген йомғаҡлау.
( СЛАЙД № 25 ) Кейс: “Дуҫлыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләргә”.
(СЛАЙД № 26, 27, 28) Логик-мәғәнәүи моделде башҡорт теле дәрестәрендә дәрестәрендә ҡулланам.
Жюринан берәү эшләп күрһәтә. Телдән.
Унда һеҙгә һүҙ, ЛММ, алфавит, эшләү алгоритмы, бер аҙ мәғлүмәт бирелгән.
РӘХМӘТ!!!
Жюри өсөн асыҡлыҡ индереп китәйем. “Ышан, урман!” әҫәрен ҡыҫҡаса һөйләү.
Фокус төркөмгә һүҙ бирәбеҙ. Сығыштар. Рәхмәт.
Әбүстең “Вәлиһе” кеүек беҙ, уҡытыусылар ҙа, ҡалын-ҡалын портфель тотоп эшкә ашығабыҙ. Тик уҡытыусы портфеле белем, яҡшылыҡ, изгелек сығанағы. Башҡаса булыуы мөмкин түгел!
Уҡытыусы -иң яуаплы һөнәр эйәләренең береһе.
Беҙгә йәштәрҙе- илебеҙҙең киләсәген- тәрбиәләү ышанып тапшырылған.
(СЛАЙД № 29) Изге һөнәр эйәләре тураһында Зәки Сөләймәнов былай ти:
Уҡытыусы эшен баһаларға
Табылмаған әле үлсәмдәр.
Үҙ хәленән сығып баһа бирә
Дәрес үткәргәнен күргәндәр.
Дәрес үткәреүе – был эштең бер
Иң яуаплы ҡыҫҡа өлөшө.
Уҡытыусы эше – айсберг булһа,
Дәрес –һыуҙан өҫкө өлөшө.
Мин һеҙҙең эшегеҙҙе бик юғары баһалайым! Һеҙ барығыҙ ҙа миҙалға лайыҡ!! Миҙал тағам!!!
Ҡәҙерле коллегалар, үҙ белемебеҙҙе арттырыу өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләйек һәм бала күңелен асырҙай алтын асҡыс табайыҡ!
СЛАЙД № 30 Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу.
Башҡорт теле уҡытыуҙа яңы уҡыу-уҡытыу технологияларын ҡулланыу алымдары...

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә биреүҙә ерле материалды ҡулланыу.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә экологик тәрбиә мөһим роль уйнай. Ерле материалды ҡулланыу дәрестәрҙе тағы ла йәнлерәк итә....

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»
ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Выступление на межрегиональной конференции на тему "Әсә теле уҡытыуҙа халыҡ педагогикаһын ҡулланыу"
Әсә теле уҡытыуҙахалыҡ педагогикаһының ролеҺуңғы йылдарҙа, фәнни педагоғика менән бер рәттән,халыҡ педагогикаһы ла уҡытыу-тәрбиә эшендә киңерәк ҡулланыла бара.Үткән быуаттың күренекле педагогтары халы...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу
Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".
Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Башҡорт теле дәрестәрендә проблемалы диалог алымдарын ҡулланыу
Был технологияның һөҙөмтәлелеге- уҡытыуҙың сифаты күтәрелеү. Проблемалы диалог алымын ҡулланыу һөҙөмтәһе булараҡ уҡыусылар үҙҙәрен дәрестәрҙә әүҙемерәк күрһәтеп, дәрескә ҡыҙыҡһыныуҙары артты, сифат кү...
