5 класс "Ҡылым" дәрес өлгөһө.
план-конспект урока (5 класс)

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Тема: Ҡылым.

Маҡсат: - уҡыусыларҙы ҡылым төшөнсәһе менән таныштырыу,

-телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләү,

-тыуған тәбиғәткә һөйөү тойғолары, ыңғай ҡараштар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: таблица, һүрәттәр, дидактик карточкалар.

Дәрес барышы.

Ойоштороу ваҡыты.

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

-Бөгөн беҙгә башҡорт теле

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

-Матур итеп ултырабыҙ.

-Уҡыусылар, синыфта бөгөн кем дежур?

Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә ҡылым төшөнсәһе менән танышасаҡбыҙ, телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Өй эштәрен тикшереү.

-Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн көҙгө урманға сәйәхәткә барабыҙ.

-Хәҙер күҙ алдығыҙға көҙгө урманды килтерегеҙ.

-Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

-Урман ниндәй төҫкә кергән?

-Тыуған яғыбыҙҙың урмандары нимәләргә бай?

-Эйе, беҙҙең урмандарыбыҙ ағастарға, еләк – емештәргә, ҡоштарға, йәнлектәргә бик бай.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_klass.kylym_.docx16.64 КБ

Предварительный просмотр:

Предмет: Башҡорт (дәүләт) теле.

Класс: 5

Дәреслек: Башҡорт теле: М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова, Г.Н. Абдулхаева.

Дәреслектең авторы: М.Ғ.Усманова, З.М. Ғәбитова, Г.Н. Абдулхаева.

Биттәр:114 – 115.

Тема: Ҡылым.

Маҡсат: - уҡыусыларҙы ҡылым төшөнсәһе менән таныштырыу,

-телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләү,

-тыуған тәбиғәткә һөйөү тойғолары, ыңғай ҡараштар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: таблица, һүрәттәр, дидактик карточкалар.

Дәрес барышы.

Ойоштороу ваҡыты.

-Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!

-Бөгөн беҙгә башҡорт теле

Яратам һине телем.

Рәхмәт һиңә, һинең аша

Алам мин яҡшы белем.

-Матур итеп ултырабыҙ.

-Уҡыусылар, синыфта бөгөн кем дежур?

Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу.

-Бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә ҡылым төшөнсәһе менән танышасаҡбыҙ, телмәр үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ.

Өй эштәрен тикшереү.

-Уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн көҙгө урманға сәйәхәткә барабыҙ.

-Хәҙер күҙ алдығыҙға көҙгө урманды килтерегеҙ.

-Һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ?

-Урман ниндәй төҫкә кергән?

-Тыуған яғыбыҙҙың урмандары нимәләргә бай?

-Эйе, беҙҙең урмандарыбыҙ ағастарға, еләк – емештәргә, ҡоштарға, йәнлектәргә бик бай.

-Шуның өсөн мин һеҙгә кәрзин менән бәшмәктәр алып килдем. Был бәшмәктәр ябай түгелдер, улар алтын. Ә хәҙер ошо бәшмәктәр ярҙамында өй эштәрен тикшерәбеҙ. Һәр беребеҙ бәшмәктәрҙе ала, ундағы һүҙҙе уҡый һәм урыҫ теленә тәржемә итә.

1.Уҡыусы

2.Ағас

3.Ҡыҙ

4.Өләсәй

5.Олатай

6.Терпе

7.Ҡул

8.Айыу

Һүҙлек эше.

-Уҡыусылар, ә хәҙер беҙ дәрестә осраясаҡ яңы һүҙҙәр менән танышып китәбеҙ.

Ҡылым – глагол

Ни эшләргә? - что делать?

Нимә эшләргә? - Что делать?

Нимә эшләй? – Что делает?

Яңы тема.

-Ә хәҙер уҡыусылар, таҡталағы һөйләмде уҡыйыҡ. Иң тәүҙә бергә уҡыйбыҙ.

Урманда ағас үҫә.

-Кем тәржемә итеп күрһәтә?

-Ә хәҙер эйә менән хәбәрҙе табабыҙ. (Нимә ул эйә, хәбәр?)

-Ағас – нимә? – эйә, үҫә - нимә эшләй – хәбәр.

Йомғаҡ яһау.

-Шулай итеп, уҡыусылар ҡылым предметтың эшен, хәрәкәтен, белдерә. Ни эшләй? Ни эшләргә? Ни эшләйҙәр? Һорауҙарына яуап бирә.

-Хор менән ҡабатлау.

Һүрәттәр менән эшләү, һөйләмдәр төҙөү.

-Уҡыусылар, ошо һүрәттәр буйынса “Көҙ” темаһына ҡылымдар индереп һөйләмдәр төҙөйбөҙ.

(4 – 5 һөйләмде уҡытыу).

- Бына беҙ уҡыусылар, тәбиғәтебеҙ турында ниндәй матур һөйләмдәр төҙөнөк. Тәбиғәтте һаҡлар өсөн беҙ нимәләр эшләргә тейешбеҙ?

- Әйе, дөрөҫ. Йәнлектәргә, ҡоштарға теймәҫкә, уларҙы рәнйетмәҫкә, һаҡларға тейешбеҙ.

Дәфтәрҙә эшләү.

-Дәфтәрҙе астыҡ, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуябыҙ. Матур, төҙ ултырабыҙ.

-Ошо һөйләмде дәфтәрҙәргә матур итеп яҙып ҡуябыҙ.

Урманда ағас үҫә. (эйә менән хәбәрҙең аҫтына һыҙабыҙ)

Ял минуты.

Дәреслек буйынса эшләү.

-Дәреслегебеҙҙең 114 – се битен астыҡ 281 – се күнегеүҙе таптыҡ.

-Биремен кем уҡып сыға? (Һөйләмдәр төҙөп яҙырға)

-Беренсе һөйләмде кем төҙөп күрһәтә?

-Минең атайым инженер булып эшләй.

-Һөйләмдең ҡылымын табабыҙ (булып эшләй)

-Һүҙгә һорау бирәбеҙ (нимә эшләй – булып эшләй)

(һөйләмде төҙөп бөткәс һөйләмде яҙалар)

-Башҡорт телендә ҡылым ҡайҙа урынлашҡан.

-Эйе, дөрөҫ. Ҡылым һәр ваҡыт һөйләм аҙағында килә. (1 – 2 уҡыусынан ҡабатлатыу).

Нығытыу өҫтөндә эшләү.

-Ә хәҙер үтелгәндәрҙе нығытып китәбеҙ.

-Ҡайын ағасы уйынын уйнап алабыҙ.

-Тимәк, һеҙгә ҡайындың япраҡтарын тик ҡылымдарҙы ғына йыйып алырға. (уҡыусылар берәмләшеп сыҡып йыйалар)

-Һорау бирәләр, тәржемә итәләр.

-Ә ни өсөн ҡайындың был япраҡтары тороп ҡалды?

-Әйе, улар ҡылым түгел.

-Ә хәҙер уҡыусылар мин һеҙгә йәнлектәрҙе күрһәтәм, һеҙ уларҙың нимә эшләгәндәрен әйтерһегеҙ.

1.Ҡуян нимә эшләй?

2.Терпе бәшмәк ярата.

3.Бүре саба – ырылдай.

-Тимәк, беҙ йәнлектәрҙең нимә эшләгәндәрен әйттек. Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирҙеләр.

-Уҡыусылар, нимә эшләй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе беҙ нимә тип атайбыҙ.

-Дөрөҫ, беҙ уларҙы ҡылым тип атайбыҙ.

Дәресте йомғаҡлау.

-Уҡыусылар, беҙ дәрестә ниндәй тема менән таныштыҡ?

-Тимәк ҡылым нимә белдереп килә?

-Тағы нимәләр белдегеҙ?

Баһалау. Һеҙ миңә дәрестә бик ныҡ оҡшанығыҙ. Шуға күрә…..

Өй эше. Һүҙҙәрҙе ятларға.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Башҡортостан. Ҡылымдың барлыҡ юҡлыҡ формаһы

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы Муниципиаль районы хәкимиәтенеңМәғариф идаралығы Туймазы ҡалаһының айырым фәндәрҙе төплө өйрәнеүгә ҡоролған 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе...

Ҡыш. Яңы йыл. Ҡылымды ҡабатлау

6 синыф өсөн Ҡыш темаһына дәрес...

Ҡылымдың үткән заманы

Ҡылымдың үткән заманы 4 класс...