"Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Эйәртеү теркәүестәре".дәрес өлгөһө.
план-конспект урока (7 класс)

Сәләхова Миләүшә Мөсәйәф ҡыҙының сайты

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

1. Психологик инеш. (Уҡытыусы менән бергә ҡабатлайҙар.)

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн! (Ҡулдарҙы өҫкә күтәрәлеү.)

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Дуҫлыҡ булһын өсөн! (Ҡулдарҙы ҡушып алға ҡуйыу.)

II. Өйгә эште тикшереү.

 а) 112-се күнегеүҙе, гәзит-журналдарҙан яҙып килгән һөйләмдәрҙе  уҡыусылар үҙ-ара тикшереп баһалайҙар;

б)”Әҙәби минутлыҡ”

“Тыуған ил” темаһына инша яҙыусы уҡысыларҙы тыңлау, баһалау.

III. Дәрес темаһын һәм маҡсатын билдәләү.

Уҡытыусы. – Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡтар уҡыйым, яуаптарын табып, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләрһегеҙ.

Скачать:

Реклама
Онлайн-тренажёры музыкального слуха
Музыкальная академия

Теория музыки и у Упражнения на развитие музыкального слуха для учащихся музыкальных школ и колледжей

Современно, удобно, эффективно

Посмотреть >


Предварительный просмотр:

Предмет: Башҡорт (дәүләт) теле.

Класс: 7

Дәреслек: Башҡорт теле.

Дәреслектең авторы: З.М. Ғәбитова, М.Ғ. Усманова.

Биттәр: 86 – 89.

Тема. Башҡорт милли музыка ҡоралдары. Эйәртеү теркәүестәре.

Маҡсат: 1) башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары тураһында мәғлүмәт биреү 2) эйәртеү теркәүестәрен ғәмәлдә ҡулланырға өйрәтеү, уҡыусыларҙы уйларға, фекер йөрөтөргә өйрәтеү; 3) уҡыусыларҙа башҡорт халыҡ музыка сәнғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: музыка ҡролдары төшөрөлгән һүрәттәр, йомаҡтар, данлыҡлы ҡурайсылар, ҡумыҙсылар портреты, Башҡортостан картаһы, видео магнитафон һәм видеотаҫма, Башҡортостан Республикаһының гербы һәм флагы, аудиокассеталар ( С. Баййегет йәки Н. Тимерова башҡарыуында Лилиә Һаҡмар һүҙ.. С. Низаметдинов көйөнә “Уйнаһын ғына ҡурайым” йыры һәм “Далан” йәки “Тархан” төркөмдөре.)

Дәрес барышы:

I. Ойоштороу мәле.

1. Психологик инеш. (Уҡытыусы менән бергә ҡабатлайҙар.)

Сәләмләйбеҙ һауаны

Именлек булһын өсөн! (Ҡулдарҙы өҫкә күтәрәлеү.)

Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

Дуҫлыҡ булһын өсөн! (Ҡулдарҙы ҡушып алға ҡуйыу.)

II. Өйгә эште тикшереү.

 а) 112-се күнегеүҙе, гәзит-журналдарҙан яҙып килгән һөйләмдәрҙе  уҡыусылар үҙ-ара тикшереп баһалайҙар;

б)”Әҙәби минутлыҡ”

“Тыуған ил” темаһына инша яҙыусы уҡысыларҙы тыңлау, баһалау.

III. Дәрес темаһын һәм маҡсатын билдәләү.

Уҡытыусы. – Уҡыусылар, мин һеҙгә йомаҡтар уҡыйым, яуаптарын табып, бөгөнгө дәрестең темаһын билдәләрһегеҙ.

1. Үҙе үҫемлек,

Унан да моңло нәмә юҡ. (ҡурай)

2. Теле кәкре – теленән тартһаң, һикерә. (ҡумыҙ)

(Уҡыусылар яуапты әйткәндә, ҡурай, ҡумыҙ тауыштары яңғырай. Дәрестең темаһын әйтәләр.)

Уҡытыусы. – Эйе, бөгөнгө дәрестә башҡорт халҡының милли музыка ҡоралдары тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Шулай уҡ, эйәртеү теркәүестәрен  телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыуға күнегеүҙәр башҡарырбыҙ.

 - Башҡорт халҡының ҡурай, ҡумыҙ музыка ҡоралдарынан тыш, тағы ла ниндәйҙәрен беләһегеҙ?  Ошо хаҡта  белер өсөн, “Башҡорт халҡының музыка ҡоралдары” тип аталған музей мөйөшөнә сәйәхәткә саҡырам.Унда һеҙ музыка ҡоралдарының  тарихы, төрҙәре, уларҙың кеше организмы өсөн  файҙалы булыуҙары, оҫта башҡарыусылары хаҡында күп нәмәләр белерһегеҙ.

1-се туҡталыш.”Тарих нимә һөйләй?”

(Слайдтағы текст менән танышалар.)

“ Башҡорт халҡының иң боронғо музыка ҡоралдары – ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ, һорнай, дөңгөр...

19-сы быуат аҙағында башҡорттар араһында скрипка, мандолина, гармунда уйнаусылар булған.

20-се быуаттың утыҙынсы, ҡырҡынсы йылдарында тәүҙә ҡалала, аҙағыраҡ ауылдарҙа баянда уйнау тарала.

Ҡурайҙы табыу һәм яһау еңеллеге уның киң таралыуына килтергән. Сиртмә телле музыка ҡоралы – ҡумыҙ күберәк өйҙә уйналған. “Ҡарға бутҡаһы”, “Кәкүк сәйе” кеүек халыҡ уйындарында ла ҡумыҙҙы яратҡандар. Башҡорт думбыраһы сәсәндәрҙең айырылмаҫ юлдашы булған. Улар ҡобайырҙарҙа ил батырҙарын данлаған. Тыуҡан ерҙең матурлығы маҡталған. Бай-түрәләр, ялағайҙар фашланған. Сәсәндәрҙең ижады аяуһыҙ эҙәрләнгән. 20-се быуат башында башҡорт думбыраһының юғала башлауы ошо менән бәйле...”

Уҡытыусы. – Тимәк, тағы ла ниндәй  милли музыка ҡоралдарының исемдәрен белдегеҙ? (ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, ҡыл ҡумыҙ. Шул ваҡытта  слайда  ошо музыка ҡоралдарының һүрәттәре күрһәтелә.)  Бик дөрөҫ әйттегеҙ. Башҡорттар башҡа халыҡ музыка ҡоралдарында ла уйнарға өйрәнгәндәр. Уҡыусылар, текста  аңлашылмаған ниндәй һүҙҙәр осраны? Шул  һүҙҙәрҙе аңлатмалы һүҙлектән табып, һүҙлек дәфтәренә яҙаһығыҙ.

Һүҙлек эше.

а) милли музыка ҡоралдары – народные музыкальные инструменты

ҡыл-ҡумыҙ – кыл-кубыз

һорнай – горн

дөңгөр – барабан

думбыра сиртә - играет на домбре

б) думбыра и. Ҡайһы бер төрки халыҡтарында сиртеп уйнай торған оҙон тотҡалы ҡыллы музыка ҡоралы. Башҡорт думбыраһы. Ҡаҙаҡ думбыраһы.

дөңгөр и. Түңәрәк тирәскә сей күндән яһалған, һуғып уйнай торған боронғо музыка ҡоралы.; барабан. (тирәс – уратып йәки ҡоршап торған сит.)

һорнай (фарс)  и. Тынлы музыка ҡоралы; борғо.

(Уҡыусылар үҙаллы эшләгәндән һуң, 1 уҡыусы һүҙҙәрҙе ҡысҡырып уҡый.)

Уҡытыусы. – Артабан, уҡыусылар, сәйәхәтте дауам итәбеҙ. Киләһе туҡталыш - “Тылсымлы ҡурай илендә”. Бында һеҙ ҡурай менән яҡындан танышырһығыҙ.

1. (Слайдта ҡурай тураһында шиғыр күрһәтелә. 1-се рәт менән 2-се рәт   ролләп уҡыйҙар.)

 - Ҡурай!

 - Әү!

 - Ҡайҙа үҫтең?

 - Уралда!

 - Кем ҡырҡты?

 - Ҡурайсы!

 - Нимәгә?

 - Уйнарға.

2. Уҡытыусы ҡурай тураһында һөйләй.

Ҡурай  -  башҡорт халҡының үҙенсәлекле бер музыка ҡоралы. Уның тауышы бик моңло. Ҡурай Башҡортостандың тауҙарында, яландарында үҫә. Уның көпшәһенән ҡурай эшләйҙәр. (көпшә - ҡыуыш һабаҡлы) Тылсымлы ҡурай моңон беҙҙең Башҡортостанда ғына түгел, бөтә илдә ишетеп беләләр. Был турала данлыҡлы ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев менән булған ваҡиғаны һөйләгән юлдарға күҙ һалайыҡ. (Слайдта күрһәтелгән юлдарҙы бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.)

” 1925 йыл. Париж. Бөтә донъя декоратив сәнғәт күргәҙмәһе бара. Был күргәҙмәгә Хәйбулла районынан ҡурайсы Йомабай Иҫәнбаев килгән.Ул сығыш яһағанда, тамашасылар уның ауыҙын астырып ҡарайҙар. Йәнәһе ауыҙында берәй музыка ҡоралы ятмаймы? Шул ваҡыт Йомабай Иҫәнбаев сәхнәлә тамыры, һабағы, таҡыяһы булған үләндән ҡурай яһап, уйнап ебәрә. Халыҡ хайран ҡала, көслө алҡыштарға күмә. Залда ултырған бер ҡатын, рәхмәт билдәһе итеп, ҡулындағы алтын балдағын һалып бирә...”

 -  Шулай итеп, ҡурайҙы ҡайҙа ғына уйнамаһындар, бик яратып тыңлайҙар.Ҡурайҙың кеше өсөн файҙаһы бик ҙур. Ошо ҡоралда уйнаусының күкрәге киң, һулышы иркен була, шуға күрә ҡурайҙа уйнаған кеше бер ҡасан да тын юлы ауырыуҙары менән ауырымай.

 - Уҡыусылар, танылған ҡурайсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (Уҡыусылар атап әйтәләр. Данлыҡлы ҡурайсылар: Ишмулла Дилмөхәмәтов, Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Азат Айытҡолов, Ишморат Илбәков, Рәмил Ғәйзуллин, Роберт Юлдашев, Азат Биксурин портреттары слайдта күрһәтелә. Азат Айытҡолов башҡарыуында ҡурай моңон тыңлау.)

 - Ҡурай тураһында тағы нимәләр әйтә алаһығыҙ? Ҡурайҙы ҡайҙа күргәнегеҙ бар? (Уҡыусылар яуабы тыңлана.)

 - Эйе, Башҡортостан Республикаһының гербында һәм флагында ҡурай һүрәте бар.

  - Ҡурай нимәне аңлата?

 - Ҡурайҙың ете тажы – ете ырыу, ә ҡурай татыулыҡты, берҙәмлекте белдерә. Легендар геройыбыҙ Салауаттың һыны батырлыҡ өлгөһө ул. (Слайдта Башҡортостан Республикаһының флагы, гербы күрһәтелә.)  - Уҡыусылар, ҡурай сихри моң таратыусы ғына түгел, эш ҡоралы булып та һаналған.Тылсымлы музыка ҡоралына, тарихсы Миҙхәт Байрамғолов тарафынан, Баймаҡ районының Икенсе Төркмән ауылында һәйкәл ҡуйылған. Һәйкәл ауыл эргәендәге Туғажман тауы башында тора. Ул Баймаҡ районының данлыҡлы 19 ҡурайсыһына бағышланған. Ҡурайсылар исеме тағы артһа, ҡурай сәскәһе лә өҫтәләсәк. (Башҡортостан картаһынан Баймаҡ районын күрһәтеү.) Ә хәҙер ошо турала  видеотаҫманан өҙөк ҡарап үтәйек. (Видеотаҫма ҡарау.)

 -  “Тылсымлы ҡурай илендә” музей мөйөшөн тулыландырыу өсөн  һеҙгә эш тәҡдим ителә:өйҙә альбом эшләү өсөн  данлыҡлы ҡурайсылар тураһында материал йыйыу. Был эш 1-се рәткә йөкмәтелә.

(Сәғиҙулла Баййегет йәки Нәсимә Тимерова башҡарыуындағы Лилиә Һаҡмар һүҙҙәренә, Салауат Низаметдинов көйөнә ижад ителгән “Уйнаһын ғына ҡурайым” йырынан өҙөк тыңлау.)

Уҡытыусы . – Артабан беҙ һеҙҙең менән “Думбыра сыңы“ туҡталышындабыҙ. Думбыра тураһында нимәләр беләһегеҙ? Беҙ уның хаҡында беренсе туҡталышта  танышып үттек. Иҫкә төшөрөү өсөн, грамматик биремле карточка менән эш тәҡдим ителә.

1. Карточка менән эш.

Грамматик бирем. Һөйләмдәрҙе уҡығандан һуң, теҙеү теркәүестәрен табығыҙ һәм эйәртеүле теркәүестәр ҡулланып, һөйләмдәрҙе киңәйтегеҙ.

Думбыра – башҡорт һәм башҡа төрки халыҡтарының милли музыка ҡоралы. Уның сыңдары еҙҙән була.  Тауышы үҙенсәлекле һәм моңло. Уйнауы еңел. Элекке заманда шуның менән уйнап бер-береһенә ҡобайырҙар әйтешкәндәр. (Уҡыусылар бер-береһенең эштәрен тикшерәләр. һығымта яһайҙар, баһалайҙар.)

2.( Слайдта күрһәтелгән думбыра тураһында  дүрт юллыҡ шиғырҙы ятлап хәтерҙән яҙалар.)

Думбыра.

Думбыра сиртеп, сәсәндәр

Әйтер булған ҡобайыр.

Яуызлыҡты фашлағандар,

Яҡшыға сығарған йыр.

(Яттан яҙып бөткәс, экранға ҡарап, хаталарын төҙәтәләр, баһалайҙар. Баһалау критерийҙары: 0 хата – “5”, 1-2 хата – “4”, 3 хата – “3”.)

Уҡытыусы. –Уҡыусылар, кемдәрҙең  телевизорҙа йәки концерттарҙа думбырала уйнаған оҫталарҙы күргәне бар? (Уҡыусылар яуабына һуң, “Далан” йәки “Тархан” төркөмдәре башҡарған көйҙө тыңлау.)

Уҡыутыусы. – Беҙ һеҙҙең менән “Ҡумыҙ моңонда - халҡым тарихы” туҡталышындабыҙ. Үҙе бәләкәс кенә булһа ла, моңо бөтә илгә таралған музыка ҡоралы хаҡында булыр һүҙебеҙ. Был турала ғалим Рәшит Шәкүр нимә тип яҙа: “Ус аяһындай ғына  был музыка ҡоралы донъяның әллә күпме моң, тауыш тылсымдарын һыйҙырған үҙенә...”

 Музыка сәнғәтен өйрәнеүсе ғалимә Гөлназ Галина ҡумыҙ тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән таныштыра. (Слайдтан үҙаллы эстән уҡыу.)

“ Ҡумыҙ – бик боронғо һәм бөтә Ер шарына таралған музыка ҡоралдарының береһе. Уны Европала, Алыҫ Көнсығышта, Көньяҡ Америкала һәм Африкала, Волга буйы һәм бик күп төрки халыҡтарында – бөтәһе 97 милләттә  осратырға мөмкин. Тик төрлө ерҙә аталышы төрлөсә, төҙөлөшөндә ҙур булмаған айырмалар бар. Мәҫәлән, сыуаштар уны – ҡапас, үзбәктәр – чан-кобуз, украиндар – дрымба, итальяндар – иренле арфа, япондар мукури тип йөрөтә. Рәсәйҙә был инструмент элек-электән варган исеме менән билдәле. Бер халыҡ легендаһына ышанһаң, был инструмент үҙ ғүмерен йәшен һуҡҡан ағастан башлаған икән. Шуға ла элек ағастан һәм һөйәктән эшләнгән ҡумыҙҙарҙың да булғанлығын иҫкә алһаң, кескәй генә ябайҙан да ябай был ҡоралдың ҡайһы быуаттарҙа барлыҡҡа килгәнен аңлап була. Еҙ, баҡыр, ҡорос ҡумыҙҙарҙы кешеләр металл таба башлағас эшләгәндәр.

Беҙҙең республикала ҡумыҙ бөгөн дә төрлө концерт, конкурс, смотрҙарҙа киң ҡулланыла. (Г. Галина.)

 - Балалар, ҡумыҙҙың төрлөсә атамалары менән таныштығыҙ. Шулай итеп, ҡумыҙҙарҙы нимәләрҙән яһағандар? (ағастан, һөйәктән, еҙ, баҡыр, ҡоростан)

 -  Башҡорттар араһында ҡумыҙҙы саған ағасынан, ҡаҙ һөйәгенән һәм уның ҡауырһынынан эшләп уйнағандары билдәле.

 - Ә ҡумыҙың ниндәй төрҙәре бар? (Сладйтан ҡумыҙ төрҙәре күрһәтелә.)

 - Шуларҙың иң боронғо төрө - ҡыл ҡубыҙ. Уны тубыҡҡа терәп, вертикаль ҡуйып уйнайҙар. Шулай уҡ груша ҡумыҙ төрө лә бар.

Ҡумыҙҙың  кеше һаулығына ла йоғонтоһо ҙур икән. Был турала белер өсөн һеҙгә  дәреслектән эш бирелә.

114-се күнегеү.

Грамматик бирем. Һөйләмдәрҙе тейешле хәрефтәр һәм теркәүестәр өҫтәп күсереп яҙырға. (Уҡыусылар үҙаллы башҡарғас, компьютер ярҙамында дөрөҫләп тикшерәләр, үҙ эшенә баһа ҡуялар.)

Ҡ...мыҙ...а у...нау – тештәр өс...н яҡшы гинастика, (...) ул т...штәрҙе нығыта, (...) тын юлдарын ки...әйтә. (...) физик (...) психологик торошҡа тәьҫир итә: барма...тар...а нервылар әүҙемләшә (...) һа...лыҡ өсөн файҙалы.

Теркәүестәр: һәм, шуға ла, йәнә, һәм, шулай уҡ.

Дөрөҫ варианты.

Ҡумыҙҙа уйнау – тештәр өсөн яҡшы гимнастика, шуға ла ул тештәрҙе нығыта, йәнә тын юлдарын киңәйтә. Шулай уҡ физик һәм психологик торошҡа тәьҫир итә: бармаҡтарҙа нервылар әүҙемләшә һәм һаулыҡ өсөн файҙалы.

Уҡытыусы. – Ҡумыҙсыларҙан кемдәрҙе беләһегеҙ? (яуаптар: Роберт Заһретдинов, Миңлеғәфүр Зәйнетдинов.)

 - Ә һеҙҙең арала ҡумыҙҙа уйнаусылар бармы? (Әгәр класта ҡумыҙҙа уйнаусы булһа, шул баланың ҡумыҙҙа сығышын тыңлау.)

 - Эйе, уҡыусылар халыҡ араһында ҡумыҙҙа уйнаусылар бик күп. Шулар хаҡында беҙҙең музей нимә һөйләй? (Слайдтан бер уҡыусы  ҡысҡырып уҡый.)

“Мәсетле районында йәшәүсе 86 йәшлек Ғарипова Ҡәфиә әбей ярты ғүмерен, үҙе эшләгән ағас ҡумыҙҙа уйнап, башҡорт моңон таратып йөрөгән. Уның фотоһын Германияла сыҡҡан журналда ла баҫтырып сығаралар. Республика  ҡурайсылары һәм ҡумыҙсыларының Йомабай Иҫәнбаев исемендәге приз өсөн үткәрелгән конкурсында ул лауреат исеменә лайыҡ булға.”  (“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналынан.)

 -  Яратҡан яҙыусыбыҙ Кәтибә Кинйәбулатова ла ҡумыҙҙа оҫта уйнаусыларының береһе. Ошо хаҡта былай тиелә:” Кәтибә Кинйәбулатова. Әҙәбиәт кисәләрендә, байрамдарҙа күренекле шағирәбеҙ ҡумыҙ аша халыҡҡа әллә күпме моң еткерҙе. Шағирә Өфөлә генә түгел. Украинала һәм Яҡут Республикаһында, Ҡаҙағстанда һәм Сыуашстанда башҡорт әҙәбиәте көндәрендә туғандаш республикалағы дуҫтарға ҡумыҙҙың яғымлы тауышын ишеттерҙе.” (“Башҡотостан уҡытыусыһы” журналынан.)

 - Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән алдағы дәрестә ҡумыҙ тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итербеҙ. Донъяға киң билдәле ҡумыҙсы Роберт Заһретдиновҡа арналыр киләһе дәресебеҙ. Өйҙә газета сығарыуға Роберт Заһретдинов тураһында мәлүмәттәр йыйыу. (Был эш 2-се рәткә йөкмәтелә, 1 уҡыусыға Р. Заһретдиновтың томошо һәм ижады тураһында һөйләргә ҡушыла.)

 Уҡытыусы. – Хөрмәтле уҡыусылар, “Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары” музей-мөйөшөнә сәйәхәтебеҙ тамам. Беҙ унда ниндәй музыка ҡоралдары менән таныштыҡ. Ниндәй яңылыҡтар белдегеҙ? Шул һорауҙарға яуап биреү өсөн, үҙебеҙҙең белемебеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ. (Уҡыусылар тест һорауҙарына яуап бирәләр.)

Тест һорауҙары.

1. Ниндәй музыка ҡоалдарын беләһең? Һанап яҙ.

2. Ҡайһы бер төрки халыҡтарында сиртеп уйнай торған оҙон тотҡалы ҡыллы музыка ҡоралы.

а) думбыра; б) дөңгөр; в) мандолина.

3. Тынлы музыка ҡоралы?

а) дөңгөр; б) һорнай; в) ҡумыҙ.

4. Был музыка ҡоралы урманда, ҡырҙа үҫә?

а) ҡумыҙ; б) дөңгөр; в) ҡурай.

5 Ниндәй ҡурайсыларҙы беләһең? Яуаптар яҙ.

6.Ҡайһы районда ҡурайға һәйкәл ҡуйылған?

а) Хәйбулла; б) Белорет; в) Баймаҡ.

7. Йомабай Иҫәнбаев кем?  

а) сәсән; б) ҡурайсы; в) ҡумыҙсы.

8. Сәсәндәрҙең айырылмаҫ юлдашы?

а) думбыра; б) ҡумыҙ; в) мандолина .

Дөрөҫ яуаптар: 2 – а, 3 – б, 4 – в, 6 – в, 7 – б. 8 – а.

( Уҡыусылар үҙаллы эшләп бөткәс, компьютер ярҙамында тикшерәләр, баһа ҡуялар.  Баһалау критерийҙары: 0 хата – “5”, 1-2 хата – “4”, 3 хата – “3”.)

Баһалау. Уҡыусылар үҙҙәренә баһа ҡуялар, һығымта яһайҙар.

Өйгә эш: 1) 1-се рәт – альбом сығарыу өсөн данлыҡлы ҡурайсылар; 2-се рәткә  оҫта ҡумыҙсы Р. Заһретдинов тураһында гәзит сығарыуға материал йыйыу.

2)1 уҡыусыға Р.  Заһретдиновтың тормошо һәм ижады тураһында сығыш әҙерләргә.

3) 116-сы күнегеү. Һүҙлек ярҙамында тексты руссанан башҡортсаға тәржемә итеп дәфтәргә яҙырға.

 Ҡушымта

                                         

 

                     

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Теркәгечләрнең төркемчәләре" 7 нче сыйныф

7 нче сыйныфның татар төркеме өчен "Теркәгечләрнең төркемчәләре" темасына татар теленнән дәрес эшкәртмәсе....

Татар теленнән ачык дәрес. Каршы куючы теркәгечләр.

Тема.  Каршы куючы теркәгечләр      Максат.    1.Укучыларга каршы куючы теркәгечләр турында төшенчә бирү....

УКЫТУЧЫНЫҢ ШӘХСИ ИҖАДИ ЭШ ТЕМАСЫ: “Милли төбәк материалын дәресләрдә куллану һәм укучыларда милли үзаң тәрбияләү”.

Без соңгы елларда укыту һәм тәрбия процессын фикерләүдә күп очракта халык педагогикасына таянабыз. Халыкның педагогик осталыгы, аның тәрбияви байлыгы галимнәрне генә кызыксындырып калмады, прак...

Теркәгечле һәм теркәгечсез тезмә кушма җөмләләр

"Теркәгечле һәм теркәгечсез тезмә кушма җөмләләрне кабатлау"  дәрес эшкәртмәсе "Ачык дәрес" газетасында басылып чыкты....

Милли мәгариф - милләт киләчәге

Материалда Татарстан Республикасы Актаныш муниципаль районы татар теле һәм әдәбияты укытучыларының милли мәгариф эшчәнлеге яктыртыла...

Кушма җөмлә турында төшенчә. Теркәгечле һәм теркәгечсез тезмә кушма җөмлә.

7 нче сыйныф өчен татар теленнән дәрес эшкәртмәсе....

Башҡорт музыка ҡоралдары.Презентация

Башҡорт музыка ҡоралдары.Презентация...