5-се класс. Дәрес -конспект
план-конспект урока (5 класс)
Сифат темаһын нығытыу. Йәшел светофор. Юл йөрөү ҡағиҙәләрен нығытыу
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 35 КБ | |
| 480.17 КБ | |
| 484.59 КБ |
Предварительный просмотр:
Cифат темаһын нығытыу. 5-се синыф.
Грамматик тема: Сифат темаһын ҡабатлау.
Лексик тема: Йәшел светофор.
Маҡсат: уҡыусыларҙың темаһы буйынса белемдәрен нығытыу;
уҡыусыларҙың телмәрҙәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
уҡыусыларға юл йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтеү, иҫкә төшөрөү.
Йыһазландырыу: дәреслек, слайд, йәнһүрәт, карточкалар, юл йөрөү ҡағиҙәләре.
Дәрес барышы
I Ойоштороу моменты.
(шиғыр һөйләү)
Башланып китте дәрес
Беҙ матур ултырабыҙ
4-ле, 5-ле билдәләрен
Көн һайын арттырабыҙ.
II Фонетик күнегеү.(өндәрҙе ҡабатлау:Ә,Ө,Ү,Ҡ,Ҙ,ҫ,ң,Һ)
Алға барабыҙ тик-так-так, тик-так-так.
Вагондар йырлап бара пух-пух-пух, пух-пух-пух
Һыҙғыртҡыс яңғырап китә, ту-ту-ту, ту-ту-ту,
Бик күп ерҙе үттек, сың-сың-сың, сың-сың-сың.
III Яңы тема
Уҡыусылар,иғтибар менән экранға ҡарайбыҙ, нимә күрәһегеҙ?
(машина)
Эйе, машина ниндәй төҫтә?(ҡыҙыл)
Тағы ла машина ниндәй?(ҙур,матур)
Ҡыҙыл, матур, ҙур һүҙҙәре ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?(Сифат)
Дөрөҫ, бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә сифат темаһын нығытып китәбеҙ. Шулай уҡ һәр бер яуап биреүсегә йәшел түңәрәк бирелә, шуларға ҡарап мин дәрес аҙағында баһа ҡуям.
Сифат тип нимә атала? (Сифат предметтың билдәһен билдәләй)
Ниндәй һорауға яуап була?(ниндәй)
Үҙегеҙҙең миҫалдарығыҙҙы килтерегеҙ әле?
Афарин, бик яҡшы.
Дәфтәрҙе астыҡ, бөгөнгө датаны, теманы яҙып ҡуйҙыҡ. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән башҡорт теленең сифат темаһын ғына нығытып китмәйбеҙ, ә юл йөрөү ҡағиҙәләрен дә ҡабатлап үтәбеҙ. Сөнки беҙҙең күпселек тормошобоҙ юл менән бәйле. Һеҙ мәктәпкә киләһегеҙ, ҡайтаһығыҙ, дәрестән һуң урамда уйнайһығыҙ.
Уҡыусылар, беҙ юлдың икенсе яғына нимә ярҙамында сығабыҙ?(Йәйәүлеләр юлы, светофор)
-Дөрөҫ. (слайдта светофор һүрәте килеп сыға)
-Ә һеҙ беләһегеҙме светофорҙы ҡайҙа һәм кем уйлап тапҡан?
-Юҡ.
-Улайһа тыңлағыҙ. Светофор һүҙе ике өлөштән тора свет һәм фор. Свет - яҡтылыҡ, “фор” гректарҙың форос һүҙенән алынған “алып килеүсе”. Тимәк, светофор һүҙе яҡтылыҡ алып килеүсе.
Беренсе светофор 1868 йылдың 10 декабрендә Лондон ҡалаһында Британ парламенты янында ҡуйыла. Джон Пик Найт уйлап тапҡан. Тик был светофорҙы ҡул ярҙамында өйрөтөргә кәрәк булған.
Беренсе электр уты ярҙамында Лестер Вайз АҠШ-да уйлап сығара. Ике төҫлө йәшел һәм ҡыҙыл.
Ә инде беҙҙең илдә светофор 1930 йылда Санкт-Петербургта барлыҡҡа килә. Бөгөнгө көндә беҙҙең илдә 4 меңгә яҡын светофор һанала. 5 август Халыҡ-ара светофор көнө билдәләнә.
Америкала светофор аша үтер өсөн йәйәүле светофор кнопкаһына баҫырға тейеш.
(светофор тураһында шиғыр һөйләнелә) слайд. Тәржемә, сифаттарҙы табыу. Һорауҙарға яуап биреү.
(Йәшел, һары, тыныс, ҡурҡыныс )
Светофор ни өсөн кәрәк?
Һары төҫ нимә аңлата?
Йәшел төҫ янғас, ни эшләргә мөмкин?
Ҡыҙыл төҫ янғас, ни эшләргә ярамай?
Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән “Нимә ул светофор?” исемле йәнһүрәт ҡарап алабыҙ. Иғтибар менән ҡарап ултырығыҙ, нимә тураһында һүҙ бара икән? (Видеояҙма ҡарау, йәнһүрәт буйынса әңгәмә)
III Яңы теманы нығытыу.
Текст менән эш.
…, дуҫым! Һин хәҙер …кеше. Юлда йөрөү бик … эш. Юл йөрөү ҡағиҙәләре бар. Һин уларҙы …белергә һәм үтәргә тейешһең. Урам һәр кешенән иғтибарлы һәм тәртипле булыуҙы талап итә. Юл ҡағиҙәләрен һәр ваҡыт иҫтә тот. … ут һине саҡыра. Хәйерле юл, һиңә!
Һүҙҙәр: ҙур, хәйерле юл, яуаплы, яҡшы, йәшел.
Ял сәғәте: “Светофор”. Күҙҙәр генә эшләй.Өҫкә, аҫҡа, уңға һәм һулға ҡарайбыҙ. (өс тапҡыр)
Ә хәҙер юл йөрөү ҡағиҙәләрен беләһегеҙме икәнен тикшереп ҡарайбыҙ? Мин һеҙгә юлда ҡуйылған билгеләр күрһәтәм, ә һеҙ әйтегеҙ. Экранда тәржемәһе яҙыла.
Мин һеҙгә хәҙер уларҙың ҡайһы берҙәрен таратып бирәм, һуңынан уҡып сығырһығыҙ.
Ә хәҙер һүҙлек дәфтәрҙәрен астыҡ, бөгөн дәрестә өйрәнгән яңы һүҙҙәрҙе яҙып ҡуйығыҙ.
Һүҙлек:
Юл хәрәҡәте- дорожное движение
йәйәү-пешком
юл йөрөү ҡағиҙәләре – правила дорожного движения
иғтибар – внимание
юл аша – через дорогу
юл аръяғы – противоположная сторона дороги
оло юл – шоссе
(Ашыҡҡан ашҡа бешкән исемле ҡыҫҡа ғына сценка)
-Һеҙ Буратинаға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?
- Ул юл йөрөү ҡағиҙәләрен беләме?
IV Йомғаҡлау.
Шулай итеп, бөгөн беҙ һеҙҙең менән дәрестә сифат һүҙ төркөмөн нығытып киттек, шулай уҡ, юл йөрөү ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп киттек.
-Һеҙгә дәрес оҡшанымы?
-Эйе.
V Өй эше: Яңы һүҙҙәрҙе ятларға.
VI Баһалау.
Йәшел төҫлө түңәрәк алыусыларға баһа ҡуйыу.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Йәйәүлеләр юлы Велосипед юлы Автобус һәм троллейбус туҡталышы
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Яҡшы! Кәйефтәрең нисек? Әйтә алмайым. Насар.
Светофор тора юлда , Күрһәтә ни бар алда . Йә киҫәтә — көтөгөҙ , Йә,рөхсәт , ти , үтегеҙ !
Сфетофор ғ а ҡ арап барам , Һары , йәшел һәм ҡ ы ҙ ыл . Ти ҙ генә сығам тиһәм , Машина бара у ҙ ып . Йәшел тө ҫ ө янғас ҡ ына , Урам аша һа ҡ атлайым . Ҡ ы ҙ ыл тө ҫ кә сы ҡ ма тигән Ҡ ағи ҙ әне ятлайым . ( М. Хисамова )
Юл ҡағиҙәһен белер кәрәк . Юл ҡағиҙәһен белер кәрәк? Юл ҡағиҙәһен белер кәрәк!
Сюжетлы һүрәт менән эш. Һөйләмдәр төҙөргә . Әлфиә атаһы менән юл аша сығып бара. Әллә инде уларға эт эйәргән? Һарыбай, тиҙерәк, артта ҡалма!
- Тротуарҙан йәйәү йөрөгән кеше кем була ? ( йәйәүле ) - Машинала ултырып йөрөгән кеше кем була ? (пассажир) -Машина тауыш бирһә , ул нисек атала ? (сигнал) - Светофорҙың нисә күҙе ? ( өс ) -Машина ҡайҙа йоҡлай ? ( гаражда ) -Автобус көткән урын ( туҡталыш ) -Поезд, трамвай юлы нисек атала ? (рельс) - Ҡағиҙәне боҙған кешегә ниндәй яза бирәләр ? (штраф) -Почтальон Печкинға ниндәй транспорт бүләк иттеләр ? (велосипед) - Мәскәй Әбейҙең транспорты нимә ? ( һепертке )
Дәреслек менән эш. 144-се бит. 2- се күнегеү(телдән)
Һүҙлек эше. Иғтибар-внимание й әйәүле-пешеход т уҡта-остановись а ңлата-объясняет с абыр ит-потерпи ә ҙерлән-готовься к өтөп тор – подожди ашыҡма-не торопись
Туҡтап тор! Әҙерлән! Атла!
Эш дәфтәр ҙәрендәге 66-сы бите астыҡ.1- се күнегеү. Һорау һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға. Өй эше. 144-145-се биттәрҙәге, 3,2 –се күнегеүҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға, диктафонға яҙҙырырға.
Рефлексия: Дәрестең темаһын аңланығыҙмы? Барыһында аңланым! Ҡыйын һынам. Бер нимә лә аңламаным.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
11 класс "Давление света", конспект и презентацияк уроку.
11 классТема: «Давление света»Цели:Дидактическая: выяснить причины появления давления света на твердые поверхности и газ, с волновой и корпускулярной теории.Воспитательная: убедить учащихся...

Урок изобразительного искусства в 5 классе "Зимняя пора" (конспект урока с приложениями)
Урок "Зимняя пора" проведен по программе Т.Я.Шпикаловой «Изобразительное искусство. 5-9 классы» в 5 классе. Программа разбита на блоки. Этому уроку предшествовало изучение ...

Презентация. "Песнь о вещем Олеге" А. С. Пушкина в 7 классе. Приложение к конспекту урока "Мудрость старца".
В ряду многих задач, которые я ставила перед собой, готовясь к учебному освоению «Песни о вещем Олеге» в седьмом классе, решила особо выделить углубленное рассмотрение нравственных вопросо...

Повторение изученного в 5 классе"Имя существительное"Конспект урока в 6 классе
Обобщить и закрепить знания и умения по теме «Имя существительное».Развивать умение: Правильного написания имён существительных; Правильного употребления имён существительных в речи....
Нравственный классный час в 7 классе Методическая разработка конспекта классного часа для 7 Г класса на тему « Мои жизненные ценности».Подготовила Степанова Алина Александровна
Нравственный классный час в 7 классеМетодическая разработка конспекта классного часа для 7 классса...

План-конспект урока по русскому языку (5 класс) на тему: Конспект урока "Состав слова" 5 класс
Итоговое занятие по разделу русского языка в 5 классе "Состав слова"...

План - конспект урока музыки (5, 6, 7 класс) по теме: Конспекты уроков музыки в основной школе
Конспекты уроков музыки для 5, 6, 7 классов!...
