Башҡорт теле
презентация к уроку (6 класс)

Рахимова Миляуша Миннуловна

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр.

Скачать:

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Бирелгән мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ: 1. Тел -... 2. Кеше күрке - йөҙ, ... 3.Белем алыу -… 4. Тырышлыҡ - ҙурлыҡ, ... 5. Берҙәмлектә -...

Слайд 3

Өй эшен тикшереү: Өйҙә ҡабатлап килгән § 3-7 буйынса өс һөйләм төҙөргә һәм шуларҙың береһе генә дөрөҫ булырға тейеш.

Слайд 4

Һөйләмдәрҙе сағыштырығыҙ. Оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләгеҙ. а)Башҡорттар ҡоштарҙы бик яратҡан-уларҙың күп йырҙары ҡош атамалары ҡушып йырлана. б) Таң һыҙыла башланы, һәм таллыҡта һандуғас тауыш бирҙе.

Слайд 5

Ун бишенсе октябрь, шишәмбе. Класта эш. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр темаһын ҡабатлау.

Слайд 6

Һыуыҡ елдәр иҫә ҡоштар йылы яҡҡа китәләр тыуған ер менән хушлашып улар һуҙып-һуҙып ҡысҡырышалар.

Слайд 7

Һыуыҡ елдәр иҫә, ҡоштар йылы яҡҡа китәләр; тыуған ер менән хушлашып, улар һуҙып-һуҙып ҡысҡырышалар. 1.Елдәр иҫә. 2.Ҡоштар китәләр. 3.Улар ҡысҡырышалар. [ - =], [ - =]; [ - =]

Слайд 8

Ай, йөҙтүбән ятып, ерҙе күҙләй, Урмандарға тынлыҡ тарала, Тойғоларға тулы хоҡуҡ биреп, Төн ҡарарға сыҡтым ҡалаға. (М.Кәрим) Бәйләнеү сараһы Һөйләмдәр араһындағы мәғәнә мөнәсәбәте Тыныш билдәһе

Слайд 9

Ай, йөҙтүбән ятып, ерҙе күҙләй, Урмандарға тынлыҡ тарала, Тойғоларға тулы хоҡуҡ биреп, Төн ҡарарға сыҡтым ҡалаға. (М.Кәрим) интонация Бер үк ваҡытта булған эш-хәрәкәт, күренеш,хәл-ваҡиғаларҙы белдерәләр өтөр

Слайд 10

Тәүҙә уҡыйҙар, унан береһе һорау бирә, икенсе яуап ҡайтара, аҙаҡ икәүләп йомғаҡ яһайҙар. (Ә.Вәли)

Слайд 11

Тәүҙә уҡыйҙар, унан береһе һорау бирә, икенсе яуап ҡайтара, аҙаҡ икәүләп йомғаҡ яһайҙар. (Ә.Вәли) интонация Эҙмә-эҙ, бер-бер артлы булған эш-хәрәкәт, күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы белдерәләр Өтөр йәки нөктәле өтөр

Слайд 12

Бөтә ерҙә һиллек: ағастар яланғасланған, ҡош тауыштары туҡтаған, йылғалар ҙә тын ғына аға.

Слайд 13

Бөтә ерҙә һиллек: ағастар яланғасланған, ҡош тауыштары туҡтаған, йылғалар ҙә тын ғына аға. интонация Бер-береһен асыҡлаусы һөйләмдәр Ике нөктә

Слайд 14

Эш бөттө - көлтә йыяһы ғына ҡалды. (Әйтем)

Слайд 15

Эш бөттө - көлтә йыяһы ғына ҡалды. (Әйтем) Интонация Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һөйләмдәр Һыҙыҡ

Слайд 16

Физминутка

Слайд 17

Бирелгән тексты уҡығыҙ. Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙе табығыҙ, төрөн билдәләгеҙ. Өҙөк ҡайһы әҫәрҙән алынған? Авторын һәм әҫәрҙең исемен әйтегеҙ . 1)Бөркөтлөлә тауҙар гөрһөлдәп тора, улар үҙҙәре күкте күкрәтәләр . 2)Урмандарҙа беләк йыуанлығы көпшәләр үҫә, ә аҡланында турғай башы ҙурлыҡ еләктәр бешә. 3)Кеше аяғы баҫмаған бейек түбәләрҙә бөркөттәр бала сығара, тик беҙ, малайҙар, уларҙы һирәк күрәбеҙ. 4)Улар һирәк кенә ауыл өҫтөнән осоп үтәләр. 5)Ана шул бөркөттәр инде бынан бик күп йылдар әүәл ауылға исем биргәндәр: Бөркөтлө.

Слайд 18

Мостафа Сафа улы Кәримов ( 1919-2005)

Слайд 19

73-с ө күнегеү 1 ). Ниндәй һөйләмдәр теҙмә ҡушма һөйләм тип атала ? а)үҙ-ара эйәртеү юлы менән бәйләнгән һөйләмдәрҙән торған һөйләм; б)үҙ-ара теҙеү юлы менән бәйләнгән һөйләмдәрҙән торған һөйләм

Слайд 20

2). Теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙең ниндәй төрҙәре бар : а)теҙмә ҡушма һөйләмдәр; б)эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр

Слайд 21

3)Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә теркәүестәрҙең ҡайһы төрө ҡулланыла : а)эйәртеүле теркәүестәр; б)теҙеү теркәүестәре

Слайд 22

4).Теркәүесле теҙмә ҡушма һөйләмдәр составындағы һөйләмдәр үҙ-ара нимә ярҙамына бәйләнә : а)интонация; б)теркәүестәр

Слайд 23

5). Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәрҙә һыҙыҡ ҡайһы осраҡта ҡулланыла : а)береһе икенсеһенең мәғәнәһен асыҡлап килгән һөйләмдәр араһында; б)ҡапма-ҡаршылыҡты белдереүсе, бер-береһен мәғәнә яғынан дөйөмләштереүсе һөйләмдәр араһында.

Слайд 24

Дөрөҫ яуаптар : 1-б , 2-а,б , 3-б, 4-б , 5-б

Слайд 25

Өйгә эш. 1) “Башҡорт әҙәбиәте” дәреслегенән 1 теркәүесле һәм 1 теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләм табырға ; ; 2) М.Кәримдең тормош юлы буйынса кроссворд төҙөргә; 3) 75-се күнегеүҙе эшләргә.



Предварительный просмотр:

Тема: Теҙмә ҡушма  һөйләмдәр  темаһын  ҡабатлау (8-се  класс)

Маҡсат: а)  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәр  һәм   уларҙың  мәғәнәүи  төркөмсәләре  тураһында  төшөнсә  биреү; б) интонация  ярҙамында    теҙмә  ҡушма  һөйләмдәр  составындағы  ябай  һөйләмдәрҙе  айыра  белергә  өйрәтеү;  в) логик  фекерләүҙе, иғтибарҙы, дәлилләү  һәләтен  үҫтереү.

Дәрес  барышы:

1.Ойоштороу.

2.Фекерләүҙе  үҫтереү  өҫтөндә  эш.Бирелгән  мәҡәлдәрҙе  дауам  итегеҙ.

1.Тел-...  (күңелдең  көҙгөһө)

2.Кеше  күрке  -йөҙ, ...  (телдең  күрке- һүҙ)

3.Белем  алыу- ...   (энә  менән  ҡойо  ҡаҙыу)

4.Тырышлыҡ- ҙурлыҡ, …   (ялҡаулыҡ-  хурлыҡ)

5. Берҙәмлектә- …   (көс)

- Ошо  мәҡәлдәрҙең  ҡайһыныһын  бөгөнгө  дәрестең  девизы  итеп  алырға  мөмкин? Ни  өсөн?

- Ә хәҙер  бер-берегеҙгә  яҡшы  кәйеф   теләп, ҡаршыла , йәнәшәлә  ултырған  класташтарығыҙҙы  сәләмләгеҙ! Һәм бергәләп  девизды  ҡабатлағыҙ.

3.Үтелгәндәрҙе  ҡабатлау.

Бөгөнгө  дәрестең  темаһына  тап  килтереп  өс һөйләм  төҙөргә һәм шуларҙың  береһе  генә  дөрөҫ  булырға  тейеш.Мәҫәлән:

А. Теркәүсеһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙә  ҡаршы  ҡуйыу  интонацияһы  булғанда  өтөр  ҡуйыла.(-)

Б.Теҙмә  ҡушма  һөйләм  эсенә  ингән  ябай  һөйләмдәр бер-береһенә  буйһонмай. (+)

В.Теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙең  өс  төрө  бар. (-)

(Ошо һорауҙарҙы 1-2, 3-4 һанлы парҙар бер-береһенә  бирә)

  • Һәр төркөмдән 2 һанлылар һорауҙарын  уҡып  ишеттерәләр.

4.Таҡталағы  һөйләмдәр  менән эш.

А)Башҡорттар  ҡоштарҙы  бик  яратҡан : уларҙың  күп  йырҙары  ҡош  атамалары  ҡушып  йырлана. (т-һеҙ т.ҡ.һ.)

Б)Таң  һыҙыла  башланы, һәм  таллыҡта  һандуғас  тауыш  бирҙе.(т-ле т.ҡ.һ.)

- Ошо  һөйләмдәрҙең  оҡшаш  һәм  айырмалы  яҡтарын  билдәләгеҙ.

-Һөйләмдәрҙең  уртаҡ  яҡтары  (Хәбәр, ҡушма һөйләмдәр)

-Айырмалы яҡтары   (теркәүесле, теркәүесһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәр )

-Шулай итеп  бөгөнгө  дәрестә  нимә  тураһында  һүҙ  алып  барасаҡбыҙ?

(дәфтәргә   числоны, дәрестең  темаһын  яҙып  ҡуябыҙ)

- Ошонан  сығып  үҙебеҙгә  ниндәй  маҡсат  ҡуябыҙ?

5. Дәрестең  маҡсатын  билдәләү. (Текста  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙе  дөрөҫ табырға, тыныш  билдәләрен  дөрөҫ  ҡуйырға  өйрәнергә)

6. Бирелгән  һөйләмде  яҙып  алығыҙ һәм кәрәкле тыныш билдәләрен ҡуйығыҙ.

Һыуыҡ елдәр  иҫә  ҡоштар  йылы  яҡҡа  китәләртыуған  ер  менән  хушлашып улар  һуҙып-һуҙып  ҡысҡырышалар.

- Был  һөйләм  тураһында  нимә  әйтә  алаһығыҙ? (3 ябай  һөйләмдән  тора. Бер-береһе  менән  интонация  һәм  мәғәнә  буйынса  бәйләнәләр. Схемала  квадрат  йәйәләр  менән  бирәбеҙ)

-Һөйләмде  тикшереп, схемаһын  төҙөү.

-Ысынлап  та, теркәүесһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәр  (бессоюзные  сложные  предложения) бер-береһе  менән  мәғәнә  һәм  интонация  буйынса  бәйләнәләр.

-Теркәүесһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәге ябай  һөйләмдәр  үҙ-ара  ниндәй  мәғәнәүи  бәйләнештә  торорға  мөмкиндәр  икән. Беҙҙең  маҡсат  шуны  асыҡлау(1-се миҫалды  бергәләп  тултырыу).

Миҫалдар

Бәйләнеү сараһы

Һөйләмдәр  араһындағы  мәғәнә  мөнәсәбәте

Тыныш  билдәһе

1.

Ай, йөҙтүбән  ятып, ерҙе  күҙләй,

Урмандарға  тынлыҡ  тарала,

Тойғоларға  тулы  хоҡуҡ  биреп,

Төн  ҡарарға  сыҡтым  ҡалаға.

(М.Кәрим)

интонация

Бер үк ваҡытта булған эш-хәрәкәт, күренеш,хәл-ваҡиғаларҙы белдерәләр

өтөр

2.

Тәүҙә  уҡыйҙар, унан  береһе һорау  бирә, икенсе яуап  ҡайтара, аҙаҡ  икәүләп  йомғаҡ  яһайҙар. (Ә.Вәли)

интонация

Бер-бер артлы булған  эш-хәрәкәт, күренеш, хәл-ваҡиғаларҙы  белдерәләр

Өтөр  йәки  нөктәле  өтөр

3.

Бөтә ерҙә  һиллек: ағастар  яланғасланған, ҡош  тауыштары  туҡтаған, йылғалар  ҙә  тын  ғына  аға.

интонация

Бер-береһен  асыҡлаусы  һөйләмдәр

Ике  нөктә

4.

Эш  бөттө - көлтә  йыяһы  ғына  ҡалды. (Әйтем)

интонация

Ҡапма-ҡаршы  мәғәнәле  һөйләмдәр

Һыҙыҡ

6. Төркөмдәрҙә  эшләү. Таблицаны   тултырырға (дәреслекте  ҡулланырға  мөмкин).

  • Ә хәҙер һәр төркөмдән 4-се  һанлы уҡыусы һөйләмдәрҙе  уҡып  яуап бирергә  әҙерләнәләр. Яуаптарығыҙҙы  таҡтаға  ҡарап  сағыштырығыҙ.

7.Физминутка.Куиз-куиз-трейд(опроси – опроси-обменяйся)

8.Бирелгән  тексты  уҡығыҙ. Теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙе  табығыҙ, төрөн  билдәләгеҙ. Өҙөк  ҡайһы  әҫәрҙән алынған? Авторын  һәм  әҫәрҙең  исемен  әйтегеҙ.

1)Бөркөтлөлә  тауҙар  гөрһөлдәп  тора, улар  үҙҙәре  күкте  күкрәтәләр.2)Урмандарҙа  беләк  йыуанлығы көпшәләр  үҫә, ә  аҡланында  турғай  башы  ҙурлыҡ  еләктәр  бешә. 3)Кеше  аяғы  баҫмаған  бейек  түбәләрҙә  бөркөттәр  бала  сығара, тик беҙ, малайҙар,  уларҙы  һирәк  күрәбеҙ. 4)Улар  һирәк  кенә  ауыл  өҫтөнән  осоп  үтәләр. 5)Ана  шул бөркөттәр  инде  бынан  бик  күп  йылдар  әүәл  ауылға  исем  биргәндәр: Бөркөтлө.

  • Кем  ул  Мостай  Кәрим? Уның  ниндәй әҫәрҙәрен  беләһегеҙ?

Теҙмә ҡушма  һөйләмдәрҙе  табып,  график  диктант  яҙабыҙ.

9.“Веер”  алымы  буйынса  ҡағыҙ биттәренә  төрлө  һорауҙар  яҙабыҙ.

10. Тест  һорауҙарына яуап  биреү.

1). Ниндәй  һөйләмдәр  теҙмә  ҡушма  һөйләм  тип  атала?

а)үҙ-ара эйәртеү  юлы  менән  бәйләнгән һөйләмдәрҙән  торған  һөйләм;

б)үҙ-ара теҙеү  юлы  менән  бәйләнгән  һөйләмдәрҙән  торған  һөйләм

2).Теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙең  ниндәй  төрҙәре  бар:

а)теҙмә ҡушма  һөйләмдәр;

б)эйәртеүле  ҡушма  һөйләмдәр

3)Теркәүесле  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙә  теркәүестәрҙең  ҡайһы  төрө  ҡулланыла:

а)эйәртеүле теркәүестәр;

б)теҙеү  теркәүестәре

4).Теркәүесле  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәр  составындағы  һөйләмдәр үҙ-ара  нимә  ярҙамына  бәйләнә:

а)интонация;

б)теркәүестәр

5).Теркәүесһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләмдәрҙә  һыҙыҡ  ҡайһы  осраҡта  ҡулланыла:

а)береһе  икенсеһенең  мәғәнәһен  асыҡлап  килгән  һөйләмдәр  араһында;

б)ҡапма-ҡаршылыҡты белдереүсе, бер-береһен мәғәнә  яғынан  дөйөмләштереүсе  һөйләмдәр  араһында.

Дөрөҫ  яуаптар:1-б, 2-а,б, 3-б, 4-б, 5-б

11.Йомғаҡлау.

-Уҡыусылар, дәрес  башында  ниндәй  маҡсат  ҡуйылғайны?

-Маҡсатығыҙға  ирештегеҙме?

10. Рефлексия.

-Дәрестә  иң  ҡыҙығы  нимә  булды?

-Ниндәй  эш ауыр тойолдо? Ни  өсөн?

11.Өйгә  эш. 1)“Башҡорт  әҙәбиәте” дәреслегенән  1теркәүесле һәм 1 теркәүесһеҙ  теҙмә  ҡушма  һөйләм  табырға; 2) М.Кәримдең тормош юлы буйынса кроссворд төҙөргә; 3) 75-се  күнегеүҙе эшләргә.

12.Баһалау.



Предварительный просмотр:

Тема: «Һан» темаһын ҡабатлау  буйынса дәрес-сәйәхәт. (6-сы  А  класы)

Маҡсат: а) һан темаһы буйынса алған белемдәрен камиллаштырыу; һандарҙы дөрөҫ яҙырға өйрәтеү;  б) һандарҙы телмәр стилендә дөрөҫ ҡулланыу һәм дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү; в) туған телгә, тәбиғәткә һөйөү һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: мультимедиа, компьютер , “маршрут биттәре”, ҡабатлау өсөн терәк схема, дәреслек

Дәрес барышы:

1.Ойоштороу моменты.

Әсәм  теле-сәсән  теле

Яратам  һине, телем.

Рәхмәт  һиңә, һинең  аша

Алам  тәрбиә, белем.

Башҡорт  теле ниҙән  кәм тип,
Һәр   кемдә  уянһын  сәм.
Үҙ  телен  онотҡан  йәндең
Тормошонда  булмаҫ  йәм, - тигән шиғыр юлдары менән башлайбыҙ бөгөнгө башҡорт теле дәресен.

- Һаумыһығыҙ  ҡәҙерле  уҡыусыларым!  Кәйефтәрегеҙ нисек?Һеҙҙең  көләс,  мөләйем  йөҙҙәрегеҙҙе  күреүемә  мин бик шатмын.

2.Фекерләүҙе  үҫтереү  өҫтөндә эш. Бирелгән  мәҡәлдәрҙе дауам итегеҙ.

Ете  ҡат  үлсә, (бер ҡат киҫ)

Йөҙ  һум аҡсаң булғансы, (йөҙ  дуҫың  булһын)

Көслө  берҙе  еңер, (белемле меңде  еңер)

Батыр бер үлә, ( ҡурҡаҡ  мең  үлә)

-Ошо мәҡәлдәрҙең ҡайһыныһын  бөгөнгө  дәрестең  девизы  итеп  алырға  мөмкин? Ни  өсөн ?

-Ә хәҙер  бер-берегеҙгә   яҡшы  кәйеф  теләп, ҡаршыла, йәнәшәлә  ултырған  класташтарығыҙҙы  сәләмләгеҙ! Һәм бергәләп  девизды  ҡабатлағыҙ!

3.Телде  шымартыу.  –Дәрес башында телдәрҙе  шымартып алайыҡ әле. Һеҙҙең алдығыҙҙа тиҙәйткес, уны беҙ тиҙ генә әйтергә тейешбеҙ.

                                       Мейес башында биш бесәй,

                                       Биш бесәйҙең биш башы.

                                       Биш бесәйҙең биш башына

                                       Емерелмәһен мейес башы.

4.Дәрестең  темаһы, маҡсаты  менән  таныштырыу, сәйәхәткә  саҡырыу.

- Мин һеҙҙе бөгөн сәйәхәткә саҡырмаҡсымын. Сәйәхәтебеҙ ябай түгел, ә үҙенсәлекле. Ул беҙҙе Морфология илендәге бер ҡаласыҡ менән таныштырасаҡ. Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нимә ул сәйәхәт? (Сәйәхәт ул ҡайҙалыр булһа барыу) Эйе, сәйәхәт – ул күңел асыу йәки белем алыу маҡсаты менән ҡайҙалыр булһа барыу. Ә бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙең маҡсаты ниндәй икән: белем алыумы, әллә күңел асыумы? (Белем алыу) Дөрөҫ, маҡсатыбыҙ – белем алыу. Шул уҡ ваҡытта үткән дәрестәрҙә алған белемдәрҙе иҫкә төшөрөү. Ниндәй ҡаласыҡ тураһында һүҙ бара икән, һеҙ нисек уйлайһығыҙ?(Һандар иленә) Дөрөҫ, әлбиттә Һандар ҡалаһы.

-Дәрескә ниндәй  маҡсат ҡуябыҙ? Тимәк, беҙ сәйәхәтебеҙҙә һандар  тураһында үтелгәндәрҙе  ҡабатлауҙы  маҡсат итеп ҡуябыҙ.

Дәфтәрҙәргә числоны, теманы яҙыу.

5. “Телефон ” уйыны

-Әлбиттә, ҡунаҡҡа барыр булғас, балалар, беҙ алдан килеүебеҙҙе хәбәр итеп , телефондан шылтыратырға тейешбеҙ. Ә телефон номерын белер өсөн киләһе эште башҡарырға кәрәк булыр.

Һүҙбәйләнеш                  Асҡыс                     Төркөмсәһе                                   Номеры

0,2 миллиметр                ...                              төп                                             1

Икәү  килә                       ....                            кәсер                                          2

2019 йыл                        ...                               йыйыу                                        3

өс көн, өс төн                  ...                              рәт                                               4

етеле  шәм                      ...                              бүлем                                          5

өсәр алма                          ...                            үлсәү                                           6

-Беренсе бағанала бирелгән һүҙбәйләнештәрҙә һандарҙы табып, төркөмсәләрен билдәләгеҙ һәм нөктәләр урынына асҡысты ҡуйығыҙ. өҫтән аҫҡа уҡыһағыҙ телефон номерын белерһегеҙ. (Уҡыусылар эште башҡара)

- Ниндәй номер барлыҡҡа килде? (23-41-65)

-Афарин. Бына ниндәй номер икән. Килеүебеҙ тураһында хәбәр иттек.

6.Ребус  сисеү.

- Бына беҙ ҡала ҡапҡаһы янына килеп тә еттек. Ҡалаға үтер өсөн ребус сисергә кәрәк. Балалар, ребусты сисәбеҙме? Ребуста нимә тип яҙылған? (Бер ағас  ҡырҡһаң, икене ултырт)

-Мәҡәлдең мәғәнәһен нисек аңлайһығыҙ.

- Дөрөҫ. Бөгөнгө көндә экологик проблемаларҙың береһе – ул урмандарҙы һаҡлап ҡалыу. Ерҙә йәшәүсе һәр кешенең изге бурысы. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, урманды һаҡлауҙа беҙ нимә эшләй алабыҙ һуң?

- Мәҡәлдә һандар бармы? Ниндәй төркөмсәгә ҡарай? (Төп һандар)

Бына беҙгә ҡаланы күрһәтеүсе дуҫтарыбыҙ менән танышырға ла ваҡыт етте.

7.Һандар темаһы буйынса ҡабатлау (1-се экскурсоводты осратыу)

- Таҡтаға күҙ һалайыҡ әле, унда - Һан ҡаласығының картаһы. Улар беҙҙе үҙҙәренең ҡалалары менән таныштырып үтер. Һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, осраған һәр һанды дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ. Рәхим итегеҙ.

1-се экскурсовод

Беҙҙең ҡала Һандар ҡалаһы тип атала. Унда ике киң проспект: төп һәм рәт һандары проспекттары. Төп һандар проспектының һул яғында иң күп халыҡ йәшәй. Урамдың биҙәге булып ҡырҡ рауза, туҡһан хризантема һәм йөҙ тюльпан үҫкән клумбалар тора. Төп һандар проспектының күршеһе – Кәсер һандар урамы. Был урамда бөтә өйҙәр ҙә ике ҡатлы. Яҡында ғына Йыйыу һандары урамы урынлашҡан. Был урамда йәшәүселәр бик татыу. Сәскәләр үҫкән ерҙә ялғауҙар фонтаны бар. Бында бигерәк тә рәт һәм бүлем һандары килергә ярата.

-Ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ә класс ниндәй һандарҙы яҙҙы икән? (ике, ҡырҡ, туҡһан, йөҙ )

- Ә хәҙер, 2-се экскурсоводтың һөйләгәнен тыңлап, картаға иғтибар менән ҡарайыҡ  һәм  ҡалала ниндәй ҡағиҙәләр барлығын  асыҡлайыҡ.

2-се экскурсовод:

Әгәр Рәт һандары проспекты буйлап атлаһаҡ, ундағы тәртипкә хайран ҡалабыҙ. Һәр өй үҙенсәлекле. Был проспектта иң ҡарт урам – Ҡушма һандар урамы. Ул бер мең ике йөҙ егерме беренсе йылда барлыҡҡа килә. Бында йәшәүселәр бик йөрөргә яратмайҙар, ләкин иң һуңғы өйҙә йәшәүселәр генә фонтанға барып ялғау алып ҡайта. Ә Сама һандары урамында йәшәүселәр һәр ваҡыт үҙҙәре менән һыҙыҡ йөрөтә. Ябай һандар урамында йәшәүселәр яңғыҙ йәшәйҙәр. Ҡала ситендә зәңгәр таҫма кеүек Һөйләм йылғаһы аға.

Беҙҙең ҡалаға рәхим итегеҙ!

-Ә хәҙер, 2-се экскурсоводтың һөйләгәнен иҫкә төшөрөп, һандар иленең дөрөҫ  яҙылыу  ҡағиҙәләрен ҡабатлайыҡ.

1) Сама һандары, арауыҡты күрһәтеүсе һандар һыҙыҡ аша яҙыла.

Мәҫәлән, 2-3 кеше, 4-5 көн

2) Рәт һәм бүлем һандары ялғау ҡабул итһә һыҙыҡса аша яҙыла: 5-се

парта, 2-шәр бала;

3) һандар килеш ялғауы ҡабул итһә, ялғау һыҙыҡса аша яҙыла;

4) ҡушма һандарҙа һуңғы һүҙгә генә ялғау ҡушыла: егерме бишенсе

5) датаны белдереүсе һандарҙа ялғауҙар менән уҡылһа ла, яҙғанда

ялғау яҙылмай.

Сәйәхәт итеп арып та киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.

8.Физминутка.

1.Балалар һүҙендә нисә ижек бар? (3)

2.Башҡортостандың нисә мөғжизәһе бар (7)

2. 2-2 нисә  була? (4)

3.Башҡорт  телендә  нисә  килеш  бар (6)

9.“Маршрут биттәр”е  тултырыу (1-2,3-4 парҙар  эшләй)

- Артабан беҙгә “маршрут бит”тәре тултырырға кәрәк. Карточкаларҙа яҙылған һандарҙы төркөмсәләр менән үҙгәртергә.

-Ә хәҙер үҙенең “маршрут бит”ен ...... уҡып күрһәтә. (1-2 уҡыусының эшен тыңлау)

10.“Йәш сәсәндәр ” туҡталышы. Ҡобайыр  яҙыу. (1-3,2-4 парҙар эшләй)

-Уҡыусылар, сәйәхәтебеҙҙең һуңғы туҡталышына ла килеп еттек. Ул “Йәш сәсәндәр ” тип атала. Әйҙәгеҙ бергәләп ҡобайыр яҙып ҡарайыҡ. Мин беренсе юлын әйтәм, һеҙ тамамлайһығыҙ.

Бер тигәс тә ни яҡшы?

(Бишле алһаң, шул яҡшы)

Ике тигәс тә ни яҡшы?

(Илең булһа, шул яҡшы)

Өс тигәс тә ни яҡшы?

(Өйөң булһа, шул яҡшы)

Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

(Дуҫың булһа, шул яҡшы)

Биш тигәс тә ни яҡшы?

(Белемең булһа, шул яҡшы)

- Ай, афарин. Ҡобайырыбыҙ ниндәй эстәлекле булды. Сәйәхәтебеҙ аҙағына ла етте. Оҡшанымы?

11.”Йомробаштар” туҡталышы. (Математик һорауҙарға яуап биреү)

1.Страус  бер  аяғында 60 кг тарта ?Ике аяғына баҫһа, нисә кг тартыр?

2. Самолет Санкт- Петербургтан 1 сәғәт оса,ә кайттканда 60 минут. Ниңә улай?

3.Былтыр 30 февралдә нимә булды?

4.Нимә еңелерәк 1 кг тимерме, әллә 1 кг мамыҡмы?

12. Үтелгәндәрҙе  ҡабатлау. Тест.

1. Һан нимәне  аңлата?

А)Предметтың  эшен

Б)Предметтың  билдәһен

В)Предметтың  иҫәбен

2.Ҡайһы  һандың  яҙылышында  хата бар:

А)2-се  рәт

Б)9-сы Май  байрамы

В)3-сө  һанлы  мәктәп

3.Мин 6-7 йәштәремдә үк  ғәрәп  һәм фарсы  телдәре менән  бергә урыҫ  телен  дә  өйрәнә  башланым  һөйләмендә  һанды  табып төркөмсәһен  билдәләгеҙ:

А)Рәт һаны

Б)Сама һаны

В)йыйыу  һаны

12.Баһалау.

13.  Рефлексия.

3- дәрестә  ишеткән  өс  мәҡәл

2- иҫтә  ҡалған  ике  ҡағиҙә

1- бер ҡушма  һан  әйтергә

14. Йомғаҡлау. -Уҡыусылар, дәрес  барышында  ниндәй  маҡсат  ҡуйылғайны? Маҡсатыбыҙға  ирештекме?

-Ниндәй  эш  ауыр  булды?  Нимә  оҡшаны?

14. Өйгә эш. а) 159-сы күнегеү;  б) һандар  ҡулланылған географик  атамалар  яҙырға; в) ”Минең яратҡан  һаным” темаһына фекер  алышыуға  әҙерләнергә.

 Дәрескә анализ:

Бөгөн  һеҙ 6-сы  а  класында  башҡорт теле  дәресен  ҡаранығыҙ. Дәресемдең темаһы:   һан темаһын    ҡабатлау. Эш  программаһында 3  сәғәт бүленгән һәм  бына  дүртенсе  дәрес  йомғаҡлау  дәресе.

 Дәрескә шундай маҡсаттар ҡуйылғайны:

  • Уҡыусыларға ябай һәм ҡушма һандарҙы таба белергә һәм айырырға өйрәтеү, һандарҙы дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен үҫтереү;  
  • Балаларҙың һөйләү  телмәрен  һәм  логик  фекерләүен  үҫтереү, төркөмдә һәм үҙ аллы эшләргә өйрәтеү;
  • Һәм иң мөһим маҡсатымдың береһе–башҡорт теле  дәресендә  сингапур технологияһын  ҡулланып,    балаларҙа дәрескә һәм  халыҡ  ижадына    ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы мауыҡтырыу ине.

       Ошо  алынған  маҡсаттарҙы  тормошҡа  ашырыу  өсөн дәресемдең формаһын  дәрес-сәйәхәт  тип  алдым. Һәм  беҙ  һандар  иленә  сәйәхәт  ҡылдыҡ. Төрлө  туҡталыштар  булды. Үтелгән  теманы ҡабатлау  менән бер рәттән был дәрес улар хәтерендә  ныҡлы һаҡланып ҡалһын ине тип,   мәҡәлдәр, тиҙәйткес, ребус  ҡулландым. Һан  темаһы  булғас,әлбиттә, математика  фәне  менән   дә бәйләнем. Эш  төрҙәрен  алғанда    йәш  үҙенсәлектәре  лә  иҫәпкә  алынды. Уҡыусыларҙың һаулығына  зыян  килмәһен, арымаһын  өсөн  барыһы  ла  эшләнде. Яңы  быуын  стандарттарына ярашлы, уҡыусыларҙың үҙ-үҙҙәрен  баһалауы ла  күҙ  уңынан  ысҡындырылманы.

      Дөйөм алғанда, маҡсатыма ирештем тип уйлайым. Балалар актив ҡатнаштылар, теманы үҙләштерҙеләр.

Маршрут бите

Төп һан

Бер

Рәт  һаны

Сама һаны

Йыйыу һаны

Бүлем һаны

Кәсер һаны

Үлсәү һаны

Ҡобайыр яҙыу

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Ике тигәс тә ни яҡшы?

Өс тигәс тә ни яҡшы?

Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

Биш тигәс тә ни яҡшы?

Алты тигәс тә ни яҡшы?

Ете тигәс тә ни яҡшы?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган телгә, туган җиргә багышланган кичә....

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган җиргә , туган телгә мәхәббәт тәрбияләү....

Инша "Туган телем – татар теле."

Туган тел турында инша...

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Туган телем - татар теле. Әдәби-музыкаль кичә .

Татар теле атналыгында яки 21 февраль - Туган тел көнендә үткәрү өчен сценарий үрнәге...

“Туган телем-татар теле” (татар теле һәм әдәбиятыннан сыйныфтан тыш чара)

Укытучы һөнәренә хөрмәт, туган телгә, иҗатка мәхәббәт; туган авылыбыз, мәктәбебез, аның сәләтле укучылары белән горурлану, кызыксыну хисләре, әхлак сыйфатлары тәрбияләү....