Тема: «Столица Республики Башкортостан - Уфа». Повторение пройденного материала.
методическая разработка (5 класс)

Яркеева Разалия Закиулловна

Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте     арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;

Грамматик темаларҙы ҡабатлау

Тыуған илебеҙгә,баш ҡалабыҙға һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya.docx27.37 КБ

Предварительный просмотр:

Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа села Верхний Изяк

Разработка урока

Тема: «Столица Республики Башкортостан - Уфа». Повторение пройденного материала.

5а класс (башкирский язык как государственный)

Составитель: Яркеева Р.З.

2020 год

Тема: Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Маҡсат:1.Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте     арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;

            2.грамматик темаларҙы ҡабатлау

            3.тыуған илебеҙгә,баш ҡалабыҙға һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһаҙлау: мультимедиа проекторы, һүрәттәр.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле. Иҫәнләшеү. 

Хәйерле көн теләп ҡояш ҡалҡа,

Уяналар ауыл, ҡалалар.

Үҙ телемдә һеҙҙе сәләмләйем:

Хәйерле көн һеҙгә, балалар!

2.Артикуляцион күнегеү.Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн төлдәрҙе шымартып алайыҡ.

1) Йыр тыңлау Салихов Фәнәүи “Тау башында балҡый бер ҡала»

Уҡыусылар, был йырҙа нимә нураһында һүҙ бара?

Шиғыр уҡыйбыҙ:

Тау башында балҡый бер ҡала,

Ул ҡала Өфө тип атала.

Яҡтыраҡ яна йондоҙҙары,

Матурҙар егет һәм ҡыҙҙары.   Рәғиҙә Йәнбулатова

-Уҡыусылыр,был шиғыр юлдарында бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһы бар.

 һеҙ нисек уйлайһығыҙ? беҙ нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Эйе, Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Өфө тураһында тағы нимәләр беләһегеҙ?

3.Дәрестең темаһын әйтеү,маҡсатын аңлатыу.

Бөгөнгө дәресте республикабыҙҙың баш ҡалаһы Өфөгә арнайбыҙ. Өфөнөң иҫтәлекле урындары менән танышырбыҙ һәм үтелгән грамматик  темаларҙы нығытырбыҙ.

Уҡыусылар, үҙегеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуяһыыҙ?

Башҡортса матур һәйләшергә, матур яҙырға, телмәр үҫтереү...

4.Өй эшен тикшереү

5.Төп өлөш.

      Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны, класта эш  тип яҙабыҙ.

Уҡыусылар, алдағы дәрестә алған белемдәребеҙҙе иҫкә төшөрөп китәйек.  Дәреслектәрҙәге 34 –се күнегеү, 80-се бит. Бирелгән һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр менән һәйләмдәр төҙөү.  

6. Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән Өфөнөң иҫтәлекле урындарына сәйәхәткә сығабыҙ.

Башҡортостан картаһынан кем Өфөнө табып күрһәтә?

 Өфө ҡалаһына 1574 йылда нигеҙ һалынған.Өфө Башҫортостандың беренсе баш ҡалаһы түгел. Беренсе булып 1919 йылдың 20 мартында Темәс ауылы иғлан ителә. Һуңнан баш ҡала итеп Стәрлетамаҡ билдәләнә. 1922 йылдан Өфө баш ҡала статусын ала.

Электрон дәреслек буйынса эш. “Өфө”тигән текст өҫтөндә эшләү.

-авторҙың уҡыуы;

-үҙ аллы уҡыу;

-сылбырлап уҡыу;

-һүҙлек эше: 

Урынлашҡан-разместился

Тирбәлә-качаются

Мөһабәт-величавый

Мәңгелек-вечный

Сағыл-косогор

 -руссаға тәржемә итеү;

-һорауҙарға яуап биреү:

-Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡайҙа урынлашҡан?

-Өфө ниндәй ҡала?

-Унда нимәләр бар?

Ял минуты. Өфө урамдары киң,

                      Йорттары бейек,

                      Еләҫ ел иҫә, ағастар бәүелә.

 

Уҡытыусы: Өфөгә килгәндә яр башында – ике мөһабәт һәйкәл ҡаршы ала. Береһе башҡорт халҡы менән рус  халҡының мәңгелек дуҫлығын данлай. Икенсеһе Салауат Юлаевҡа арналған. Салауат батыр текә сағылда ат өҫтөндә илен һаҡлап тора.

Өй эшенә һеҙгә Өфө ҡалаһының данлыҡлы урындары тураһында материалдар әҙерләп килергә ине. Кемдәрҙең сығыштары ошо һәйкәлдәргә арналған?

- С.Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы. Салауат Юлаев һәйкәле – илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура.Уның ауырлығы 40 тонна. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы – скульптор С.Д.Тавасиев

-Өфө ҡалаһының көньяғында Дуҫлыҡ монументы бар. Был монументҡа нигеҙ 1957 йылда башҡорт һәм руҫ халҡының дуҫлығы хөрмәтенә һалынған. Элек башҡорттарҙың ерҙәре күп булған.Уның байлығына бөтәһе лә ҡыҙыҡҡан, йыш ҡына яу асҡандар.Бер ваҡыт башҡорттар руҫ батшаһына ярҙам һорап барғандар. Батшаға тоғро хеҙмәт итергә һүҙ биргәндәр. Башҡорт халҡы үҙенең ярҙамсыллығы, батырлығы менән дан алған. Әле лә был ике халыҡ дуҫ һәм татыу йәшәйҙәр.

Уҡытыусы: Ҡалала театрҙарҙар бар. Быйылғы йыл Рәсәйҙә лә, республикабыҙҙа ла театр йылы тип иғлан ителде.Театрҙарҙы яҡлау, һаҡлау буйынса бик күп эштәр башҡарыласаҡ. Әйҙәгеҙ бергәләп уларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек.

Башҡорт Академия драма театры,Опера һәм балет театры, “Нур” татар драма театры, Рус драма театры,Ҡурсаҡ театры, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры.

 Уҡыусылар, кем ул Мостай Кәрим? Уның исемен быйыл Өфө ҡалаһының аэропортына ла бирҙеләр. (юбиляр)

Дәфтәрҙәрҙә эш. Һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙе урындарына ҡуйып күсереп яҙырға.

Бай ҡала Өфө ҡалаһы бик ҙур. Киң Урамдары һәм матур. Тейешбеҙ беҙ уның менән ғорурланырға.

Шулай итеп ҡаланың ниндәй данлыҡлы, тарихи урындарын белдек?

7.Нығытыу.

-Бөгөнгө дәрескә йомғаҡлау үткәрәйек. Бының өсөн викторина һорауҙарына яуап бирәбеҙ. Викторина  таратып бирәм. Дәфтәрҙәрҙә эшләйҙәр.

-Һин Башҡортостан тураһында нимә беләһең? (Башҡортостан-республика)

 

-Ул ҡайҙа урынлашҡан? (Уралда)

 

-Башҡортостан республикаһының майҙаны күпме?(143,6 мең квадрат километр)

 

-Унда күпме халыҡ йәшәй? (4 миллиондан ашыу)

 

-Баш ҡалаһы? (Өфө)

 

-Иң бейек тау? (Ямантау)

 

-Башҡортостанда дарыу үләндәре үҫәме?( 200-ҙән ашыу дарыу үләндәре үҫә)

 

-Иң оҙон йылға? (Ағиҙел)

8.Һөйләмдәрҙе тултыр.(дополни предложения )

1) Өфө -Башҡортостандың …

2) Ағиҙел -Башҡортостандың иң оҙон…

3) Башҡортостанда  21… бар.

4) Башҡортостан флагы тора … төрлө төҫтән .

5) Мин … йәшәйем.

6) Ямантау иң бейек …

А)йылғаһы.

Б) тау.

В)  өс

Г) ҡала

Ғ) баш ҡалаһы.

д) Благовещенда

-Бик яҡшы, уҡыусылар. Дәфтәрҙәрегеҙҙе алмашып эшегеҙҙе тикшерегеҙ. Экранда дөрөҫ яуаптар.

8.Өй эше.

1) 36-cы күнегеү, 81-се бит;

2)Өфө ҡалаһы тураһында тест һорауҙары әҙерләргә;

3)Өфө ҡалаһы тураһында 3-4 һөйләм уйлап яҙырға.

Һеҙҙең дәрестә ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен. Афарин! Дәрестән бик мөһим, яңы белемдәр алғанһығыҙҙыр тип уйлайым.

9. Баһалау.

- Уҡыусылар, Башҡортостандың иң бейек тауы нисек атала әле?

-Хәҙер беҙ һеҙҙең менән был тауға үрләйесәкбеҙ. (“Уңыш тауы»)


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Уфа - столица Республики Башкортостан"

разработка урока немецкого языка...

Конспект урока по ФГОС с использованием сингапурских методов обучения на тему: «Повторение пройденного материала по теме «Имя прилагательное».

Урок разработан по ФГОС с использованием сингапурских методов обучения. Включает в себя презентацию, аудиозапись , видеофизкультминутку и конспект урока...

Проектная работа по теме: "Повторение пройденного материала по курсу 5 класса"

Цель:Актуализировать знания учащихся, приобретенные в 5-ом классе.Задачи:         - образовательные:повторить материал по темам: сокращение дробей, отношения и ...

Повторение пройденного материала по теме «Имя прилагательное» в 6 классе

План-конспект урока в 6 классе по повторению пройденного материала по теме "Имя прилагательное"....

Урок- повторение пройденного материала в формате интерактивной викторины на тему "East, West , Home\'s best"

На уроке контроля или повторения пройденного материала можно использовать не только тесты или упржнения в учебнике, но и другие виды деятельности. Одним из них может быть викторина, а если сделать ее ...

Методическая разработка урока по теме "Погода" в 8 классе. Повторение пройденного ранее материала по теме «Погода», совершенствование коммуникативных навыков.

Старикова Василина АлександровнаГБОУ гимназия 42 Приморского района Санкт-ПетербургаКласс: 8Учебник: SpotlightТема: “There is really no such thing as bad weather, only different kinds of good we...