Дистанцион уҡытыу шарттарында башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу.
статья

Латыпова Расима Сагдатовна

2019  йыл -  кешелек донъяһы өсөн  һынау йылы булды. Короновирус ауырыуының таралыуы арҡаһында тыуған эпидемия  бер кешене лә урап үтмәне. Беҙҙең республикала апрель-май айҙарында мәктәптәрҙең дистанцион уҡыуға китеүе көтөлмәгән хәл булһа ла, ноябрь  айында  6-10 –сы кластарҙың дистанцион уҡыуына йәмғиәт әҙер ине инде. Дистанцион уҡытыу   уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә  күп кенә  ауырлыҡтар тыуҙырыу менән бергә уҡыу-уҡытыу процессын яңы кимәлгә күтәрҙе.     

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл statya.docx19.13 КБ
Файл statya.docx19.13 КБ

Предварительный просмотр:

Латыпова Рәсимә Сәғҙәт ҡыҙы,  Стәрлетамаҡ ҡалаһы  15-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Дистанцион уҡытыу шарттарында  башҡорт теле дәрестәрен ойоштороу.

2019  йыл -  кешелек донъяһы өсөн  һынау йылы булды. Короновирус ауырыуының таралыуы арҡаһында тыуған эпидемия  бер кешене лә урап үтмәне. Беҙҙең республикала апрель-май айҙарында мәктәптәрҙең дистанцион уҡыуға китеүе көтөлмәгән хәл булһа ла, ноябрь  айында  6-10 –сы кластарҙың дистанцион уҡыуына йәмғиәт әҙер ине инде. Дистанцион уҡытыу   уҡытыусылар өсөн дә, уҡыусылар өсөн дә  күп кенә  ауырлыҡтар тыуҙырыу менән бергә уҡыу-уҡытыу процессын яңы кимәлгә күтәрҙе.      

Дистанцион уҡытыу-ул информацион технологияларын, програмаларын ҡулланыу эшмәкәрлеге, йәғни уҡытыусы һәм уҡыусының үҙ-ара бәйләнешен телекоммуникацион селтәр аша булдырыу.  Уның ыңғай яҡтары ла, кире яҡтары ла байтаҡ. Дистанцион уҡытыуҙың ыңғай яҡтары:

-уҡыусылар үҙ аллы белем алырға өйрәнде;

-ата-әсәләр уҡыу-уҡытыу процессында  актив ҡатнаштылар;

-уҡытыусыларҙың интернет ресурстарҙың үҙҙәренә иң уңайлы булғанын һайлау мөмкинселеге булды;

-уҡытыусыларҙың, уҡыусыларҙың  Интернет селтәре булған        теләгән бер урындан  дәрескә инә  алыуы уларға ниндәйҙер кимәлдә  азатлыҡ бирҙе.

Дистанцион уҡытыуҙың кире яҡтары ла бар:

-күп балалы ғаиләләргә техник  саралар етешмәү сәбәпле  дистанцион уҡытыуҙы ойоштороу   ауыр булды;

- финсанс мөмкинселектәре  түбән булған ғаиләләрҙә дистанцион уҡыу өсөн техник сараларҙың, интернеттың булмауы асыҡланды;

-онлайн дәрестәрҙә бөтә уҡыусылар ҙа актив ҡатнашмай;

-төркөм менән эшләүҙе ойоштороуҙа ҡыйынлыҡтар тыуҙы;

-ғәҙәти дәрескә ҡарағанда дистанцион дәрестәрҙе ойоштороу техник яҡтан ауыр.

Дистанцион уҡытыуға уҡытыусылар   бөтөнләй әҙерлекһеҙ килде тип әйтеп булмай. Информацион технологиялар, Интернет, төрлө социаль селтәрҙәр менән  бөтә  уҡытыусылар ҙа  яҡшы таныш.  Дистанцион уҡытыуҙы  ватсап аша  башлап ебәрҙек. Һәр  класс өсөн айырым чат асып, класс етәкселәре аша  уҡыусыларымды дәрескә саҡырыу беренсе аҙым булды ла инде. Артабан да чатта һәр дәрестең иң мөһим моменттары теркәлә барҙы. Уҡыусы онлайн дәрескә һуңлаһа йәки  ниндәйҙер техник сәбәптәр арҡаһында дәрестә  булмаһа,  ул үткән бөтә материалды класының чатында таба алды. Шулай уҡ уҡыусыларым үҙҙәренең өй эштәрен дә чат аша ебәрә килде.

          Видеоконференцияларҙы уҡыусыларым менән   Zoom, Jitsi Meet платормаларында ойошторҙоҡ. Дистанцион уҡытыу ваҡытында Zoom платформаһында күп уҡытыусылар  эшләне.  Jitsi Meet  һирәгерәк ҡулланылды. Jitsi Meet -тулы функционалы түләүһеҙ программа. Уны ҡулланыу өсөн аккаунт та , регистрацияла  кәрәкмәй, ә программа үҙе браузерҙа эшләй.  Конференцияла 75 кеше ҡатнаша ала. Ҡулланыусылыр үҙҙәренең эш өҫтәле менән уртаҡлаша ала, презентациялар үткәрергә мөмкин.Программаны асҡас , конференция булдырырға һәм уға атама бирергә кәрәк. Мәҫәлән, 6-сы класс башҡорт теле. Был  видеоконференция  программала һаҡлана һәм икенсе   аҙнала дәрескә сыҡҡанда яңы конференция асыу кәрәк түгел. Уҡыусыларға конференцияға  саҡырыуҙы ватсап, электрон почта аша  ебәреп була. Ҡатнашыусылар ебәрелгән ссылка аша үтеп,  конференцияға ингәс, ойоштороусының  рөхсәте кәрәкмәй. Jitsi Meet    программаһында  махсус кнопка  ярҙамында  ҡулды күтәреп, ойоштороусынан яуап бирергә рөхсәт һорай алалар. Шулай уҡ текст аша хәбәрләшеү функцияһы ла бар. Был программа үҙенең ябайлығы, бәйләнештең сифатлы булыуы менән онлайн дәрестәрҙе ойошторғанда отошло булды.

       Дистанцион дәрес  үткәргәндә балаларҙың һаулығын һаҡлау    тураһында ла оноторға ярамай. Бер өҙлөкһөҙ компьютерҙа эшләү 1-4-се класс уҡыусылары өсөн  20 минут,5-7-се класс уҡыусылары өсөн 25 минут, 8-9-сы класс уҡыусылары өсөн  30 минуттан артырға тейеш түгел.

Белем биреү, уҡытыу- өс яҡлы процесс. Уны өстағанға оҡшатырға була. Өстағандың өс тәрәүе: уҡытыусы, уҡыусы, ата-әсәйҙәр. Тик ошо терәүҙәр ныҡлы булғанда ғына  уҡытыу процессы һөҙөмтәле була. Дистанцион уҡытыу уҡытыусыларға ла, уҡыусыларға ла, ата-әсәләргә лә ҙур һынауҙар  ҡуйҙы. Дистанцион уҡытыу ваҡытында улар берҙәм эшләп, тырышып,   өстағандың ныҡлы икәнен күрһәтте.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Jitsi Meet- простой чат.  [Электронный ресурс].- Режим доступа: https://safe.roskomsvoboda.org/jitsimeet/.

2.Правила работы обучающихся за компьютером.   [Электронный ресурс]. - Режим доступа: http://www.minobr.orb.ru.

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

"Мәктәптә дистанцион уҡытыу" (доклад)

quot;Мәктәптә дистанцион уҡытыу" (доклад)...