Мустай Карим
учебно-методический материал

Гайсина Гульнара Сулеймановна

М.Карим

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл m.karim_.docx40.57 КБ

Предварительный просмотр:

Тема:   Мостай Кәримдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында бойороҡ һөйкәлешенең бирелеше.

                                                  Инеш.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, СССР Дәүләт премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге һәм республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, М.Шолохов исемендәге халыҡ-ара премиялар лауреаты Мостафа Сафа улы Кәримов төрлө жанрҙар өҫтөндә эшләй. Бигерәк тә Мостай Кәрим Бөйөк Ватан һуғышынан һуң әҙәби ижадҡа тотона. Уның әҫәрҙәре үҙенең эстәлеге, үҙенсәлеклеге, ҡуйылған  проблемаһы менән генә түгел, ә әҫәрҙәрҙә стилистик үҙенсәлектәрҙеңсағылып ятыуы менән дә әһәмиәтле.Мәҫәлән, бойороҡ һөйкәлешенең сағылышын уның автобиографик характерлы «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесында күрергә була.

                                                    Төп өлөш

Бойороҡ  һөйклеше ул һөйләүсенең икенсе бер кешегә берәй эш, хәл йәки хәрәкәтте үтәргә бойороуын, ҡушыуын аңлата. Бойороҡ һөйкәлеше үҙе ике формаға бүленә.

                 1.Ғәҙәттәге бойороҡ һөйкәлеше

                  2.Ихтирам бойороҡ һөйкәлеше

Ғәҙәттәге бойороҡ берлектәге 2-се зат формаһы махсус аффикс ҡабул итмәй, шунлыҡтан ул ҡылымдың башланғыс формаһына тап килә. Ғәҙәттәге бойороҡ һөйкәлеше йә, йәгеҙ, әйҙә, әйҙәгеҙ, ҡана әле, инде ярҙамсы ҡылымы менән ҡулланыла ала. Был һөйкәлеш формалары түбәндәге мәғәнәләрҙе белдереп йөрөй:

    Ғәҙәттәге бойороҡ формаһына түбәндәге һөйләмдәрҙе миҫалға килтерергә була:

  • Әйҙә, күҙемә ҡарап килһен, үлем! (7-се бит)

         Бәхет- тәүфиҡтар менән килһендәр был донъяға.

Ҡәтғи  бойороҡ:

Ҡуйығыҙ бушты! Микәй булдыра торған эш түгел был!

Тейеп кенә ҡара! Беребеҙгә тейеп ҡара! Хәҙер үк ҡайтып киттем булыр. (133 -сө бит)

      Сиратыңды көт мәлғүн.

Йомшаҡ бойороҡ йәки үтенес:

Тиҫбеңде ҡуйып тор әле, Искәндәр!-тине Оло инәйем! (55 бит)

Ҡуйсы, Талип, өҙгөләнмә, эсмәгән сәй түгел дә,-тип йыуатты уны Оло инәйем. (98 бит)

Туҡта әле, еңгә, былай ҡоро ғына ебәрмәйем әле. (98 бит)

Бойороҡ һөйкәлешенең ихтирам формаһы нигеҙ ҡылымға –ың,-һана аффикстары ҡушылып яһала һәм ихтирам бойороҡто, хөрмәт, мөрәжәғәт итеүҙе аңлата.

Ваҡыты еткәс, мин һеҙгә манаранан яулыҡ болғармын, аҡ яулыҡ, күҙәтеп тороғоҙ.(222 бит)

Башҡорт телендә бойороҡ һөйкәлешенең шулай уҡ шарт һөйкәлеше –аҡы аффикслы сифат ҡылымдар ҡатнашлығында яһала:

  Мөмкин булһа, көсөгөҙҙән килһә, кисерәгеҙме,Людмила!(241 бит)

                           

                                                    Йомғаҡлау.

Ғөмүмән әйткәндә, бойороҡ һөйеәлеше категорияһы башҡорт телендә киң ҡулланыла һәм уларҙың ҡулланылышы әҫәрҙең стиленә ҡарата ҡулланыла. Мостай Кәрим  кеүек яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә беҙ бойороҡ һөйкәлешенең сағылышын асыҡ күрәбеҙ.

                                     

                                         Әҙәбиәт исемлеге.

1.М.Кәрим « Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”Повесть. Өфө, 1981.

2.Зәйнуллин М.В. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле: Морфология/Юғары уҡыу йорттарының филология факультеты студенттары өсөн дәреслек/БДУ.-Өфө, 2002.-388 бит


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мустай Карим

Биография Мустая Карима...

Мустай Карим

Мустай Карим стихотворение...

Мустай Карим

Уҡытыусы: Дәүләтшина Мөнирә Сарим ҡыҙы2 синыф башҡорт теле, авторҙары Х.А. Толомбаев, М.М.Набиуллина,...

Буклет "Мустай Карим"

Буклет о башкирском поэте Мустае Кариме...

презентация "Мустай Карим - великий литератор"

Презентация о башкирском писателе, драматурге, поэте Мустае Кариме. Его многогранное творчество в кратце представленно в данной работе....

Мустай Карим

Произведения Мустая Карима (обзор)...