Ауылда башҡорт теле...
статья

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Башҡорт телен уҡытыуҙа булған мәсьәләләрҙе хәл итеү хаҡында фекер алышыу мәҡәләһе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл kurultay_bashkir.docx24.17 КБ

Предварительный просмотр:

Яңы Күл мәҙәниәте йортонда

 Ҡоролтай йыйылышы ултырышы

Сығыш яһаусы:

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Хәйерле көн, хөрмәтле милләттәштәр, хөрмәтле президиум. Һаумыһығыҙ, килгән ҡунаҡтар, ауылдаштар һәм коллегаларым. Бөгөнгө минең сығышым “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен Федераль дәүләт стандарттарында уҡытыу” темаһына бәйле.

Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,

                                                    Офоғобоҙ алда киң әле.

                                                                   Туған телдең шифа шишмәһенән

                                                             Килер быуын эсһен кинәнеп.

Р. Бикбаев

Яңы Күл ауылы элек-электән башҡорт ауылдарының береһе булып һаналһа, бөгөнгө көндә ул ҡолас йәйеп төрлө милләт вәкилдәрен үҙ эсенә һыйҙырҙы. Статистик мәғлүмәт шуны һөйләй: ауылда 2000 тирәһе кеше йәшәй, шуларҙың 81% башҡорт, 15,4% – татар халҡы, 2,4% – рустар, 0,3% – марыйҙар һәм 0,7% – башҡа милләт вәкилдәре. Тимәк, Яңы Күл ауылы – күп милләтле халыҡты бер урынға туплаған һәм күп мәҙәниәтле ауылға әүерелде. Был, әлбиттә, беҙҙе көслө итә. Бер-беребеҙгә ҡарата ихтирам хисе һәм иғтибарлыҡ нығыраҡ арта. Һәр милләт үҙ ғөрөф-ғәҙәттәренә хыянат итмәй, татыу ғына йәшәй кеүек. Мәктәптә иһә, сит яҡтарҙан килеп төпләнгән ғаиләләр нигеҙендә,  балалар һаны арта.  Яңы Күл урта дөйөм белем биреү мәктәбендә  200-ҙән  ашыу бала уҡый. Башҡорт милләтенән – 122 бала тәшкил итә, татарҙар һаны – 69, рустар – 7, марый, үҙбәк һәм әрмән милләтенән – берәр бала уҡый. Бында Нимесләр, Бәржәү, Ғиззәт, Сатлыҡ, Өйәнкеле кеүек ауылдарҙан һәм төрлө ҡала-райондарҙан ҡайтҡан уҡыусылар белем ала. Мәктәбебеҙ алдынғы мәктәптәрҙән һанала. Төрлө район һәм республика кимәлендә үткәрелгән конкурс-олимпиадаларҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтеүебеҙ менән дә көслөбөҙ.  Республика күләмендә уҙғарылған сараларҙың бер-нисәһен һанап үтәм: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте олимпиадаһында (Ғималетдинова Розалия) 2 дәрәжәле диплом, “Һаумы-һаумы, әкиәт” конкурсында (Низаметдинова Розалина) –дипломант, “Йәшлек” (Б. Солтангәрәев исемендәге инша яҙыусылар конкурсы дипломанттары Ғималетдинова Регина, Ғәлимова Гүзәлиә, Ғәлиуллина Луиза) . “Йәншишмә” (Хыялдағы киләсәгем конкурсы-Ғималетдинова Розалия ), “Шоңҡар” (Рәшит Назаров исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсы – Низаметдинова Розалина) газета-журналдары иғлан иткән конкурстарҙағы еңеүҙәребеҙ, Аҡсаков исемендәге ғилми-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашыуыбыҙ (Ғәлимова Г, Ғәлиуллина Л, Низаметдинова Р), Зинур Насибуллин исемендәге шиғыр һөйләүселәр конкурсында  (Ғәлимова Г “Ҡоролтайға әйтер һүҙем бар”, Камалов Р), “Республикамды данлайым” иншалар (Ғималетдинова Р, Ғәлимова Г), “Башҡортостан ынйылары” (2 урын), “Яратам һине, Рәсәй” (1 урын), М. Кәрим исемендәге тәржемәселәр конкурстарындағы  (Гәрәева Рада, Бужаева Лариса, Ғәлимова Г) еңеүҙәр, Р. Ғариповҡа – 85 тип исемләнгән шиғыр һөйләүселәр өсөн видеоконкурстарҙа ҡатнашыуҙарыбыҙ (Камалов Р, Гареева Р)- барыһы ла башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының эшенә яуаплы ҡарағанын тағы ла бер иҫбатлай . Бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәренә эйә булыусылар ҙа бихисап: Ғималетдинова Р, Заһиҙуллина Ҡ, Айытҡолова Г, Ғимранова Г, Сәйфиева М, Ғәлимова Г һәм башҡалар. Былар инде коллегам Заһиҙуллина Наилә Закуан ҡыҙы менән йылдар буйына эшләгән хеҙмәтебеҙҙең емештәре.

Замана башҡа-заң башҡа, тигәндәй, бөгөнгө көндә уҡыу-уҡытыу Федераль Дәүләт   стандарттары шарттарында бара. Уның төп маҡсаты, бөгөнгө көн шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен заман талаптарына яуап бирерҙәй сифатлы белем биреүгә ҡайтып ҡала. Уҡыусыларҙы һәр яҡлап та үҫтереү өсөн төрлө инновацион алымдар, технологиялар ҡулланыу  ҙур урынды биләй. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәренең йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте лә ҙур. Уҡытыусы   уҡыусыны матур әҙәбиәт аша тормош менән яҡынайта, уға ҡарата тәнҡитле ҡараш тәрбиәләй һәм уйлау һәләтлеген үҫтерә, күргән-белгәндәрҙе дөйөмләштереп, билдәле эҙмә-эҙлектә  итеп яҙырға һәм һөйләргә өйрәтә, уҡыусының образлы һәм логик фекерләү ҡеүәһе, ижади әүҙемлеге күтәрелә. Былар барыһы ла шәхес формалаштырыуға булышлыҡ итә. Тик, сәғәттәр һаны кәмеү менән, уҡыусылар һәм хатта ата-әсәләр яҡлап башҡорт теленә ҡараш үҙгәрҙе, иғтибар юғала башланы кеүек. Хатта урамда ла Һаумыһығыҙ урынына здравствуйте тип тороуҙары күңелде ҡыра. Уның бит балалар баҡсаһына йөрөгән  балалар ҙа шартлатып русса хәбәр һөйләп маташҡан була.  Башҡорт телле халыҡ элек-электән ғорур булғандар, нишләптер әле ошо ғорурлыҡты юғалта башланыҡ түгелме һуң? Ғаилә ҡороу мәсьәләһе лә иғтибар үҙәгендә булған элек. Мәүлит Ямалетдинов әйтеүенсә, “Башҡорт булыуыңдан ни мәғәнә, балаларың башҡорт булмағас”. Шуның өсөн, башҡорт теленә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу, иң тәүге сиратта, ғаиәләнән, ата-әсәнән башланырға тейештер ул. Икенсенән, зәңгәр экрандарҙа туған телде үҫтереү темаһына ҡоролған тапшырыуҙарҙы арттырырға кәрәктер. Бала-саға, хатта олоһо ла кеҫә телефондарының ҡолона эйләнде кеүек. Интернет селтәре аша тәрбиә ала хәҙерге замана балаһы. Тик шуларҙың берәүһе башҡорт теленең сайтында ултырһасы. Ә бит унда һанап китһәң бихисап: “башҡорт телен ҡәҙерләйек”, “өләсәйемдең тормош һабаҡтары”, “башҡорт балаһы мин”, “башкирский язык для всех”, башҡорт телендә сыҡҡан газета-журналдарҙың үҙ сайттары бар. Тик былар уларҙы ҡыҙыҡһындырмай. Ата-әсәләр йыйылышында сығыш яһап ҡына тәрбиәүи эш алып барып булмай шул. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй, күмәкләп эш башлар кәрәк.  Кем башҡорт матбуғатына яҙылған, тип һораһаҡ, беҙгә кәрәкмәй, башкирский язык нынче не престижный язык, ҡалаға сығып китә башлаһалар, был телдең кәрәге лә булмаясаҡ тиеүселәр юҡ түгел, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Быны күберәге ситтән ҡайтҡан халыҡтарҙан ишетеп хайран ҡалабыҙ. Йыйылышта башҡорт-татар ғаиләләренең газета-журналдарға яҙылыу-яҙылмау тәртибен тикшергән арала, улар тарафынан шундай һүҙҙәр яңғыраны: “Эшһеҙлек, баланы кейендерергә, ашатырға, мәктәпкә кәрәк-яраҡ алырға сығым күп китә, шуға ла элеккесә милли матбуғаттарға яҙыла алмайбыҙ йәки бер генә баҫмаға яҙылырға мәжбүрбеҙ”. Ҡыҙғаныс, әлбиттә. Мәктәбебеҙҙә уҡыған балалар бик һәләтле, ҡәләм тирбәтеүселәр һәм нәфис һүҙ оҫталарының ижади емештәрен милли матбуғат биттәрендә йыш баҫтырып торалар.  “Йәшлек”, “Йәйғор”, “Башҡортостан уҡытыусыһы” газета-журналдарына әүҙем яҙылһалар, икенсе урында – “Башҡортостан ҡыҙы”, “Башҡортостан. Йома”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” кеүек милли матбуғат тора. Тик яҙылыусылар һаны һирәк.

Татлы телдең төбө шәрбәт, мөләйем.

Тибрәһен шул шәрбәт телем һәр даим, тип мәғрифәтсе шағир М. Аҡмулла үҙенең әҫәрендә туған телен маҡтаһа,

Әй илһамлы, әй хөрмәтле башҡорт теле, тине үҙ заманында З. Биишева. Мәшһүрләйек, дуҫтар, әсә телен, тип Б. Бикбай халҡына мөрәжәғәт итте. Ә Рауил Бикбаев башҡорт милләтенең яҙмышы, киләсәге ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылған мәлдә “Халҡыма хат” тип исемләнгән әҫәр яҙа. Был әҫәрҙе 11-се класс уҡыусылары менән үҙләштерер алдынан һәр ваҡыт яҙылыу тарихына туҡталһам, авторҙың үҙе әйткән һүҙҙәрен иҫкә алам. Автор былай ти : “...  Өфөлә С.Юлаев һәйкәле янында йөрөгәндә миңә бер ҡыҙ хат килтереп бирҙе... ҡулыма килеп еткән хатта һөйләнелгән аяныслы хәлдәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, барлыҡ халҡыбыҙҙың, хатта илебеҙҙең бөтә милләттәрҙең яҙмышы өсөн уртаҡ”. Ә хат йөкмәткеһе былайыраҡ яңғырай: “Вот я-башкирка, родным считать башкирский я не перестаю, хотя говорю на русском. Мои родители башкиры, оба сделали тот шаг, о котором жалеют. Они записали меня в русский класс.  Но тогда было не престижно учиться родному языку. Башкирский я считала чем-то вроде того, что не пригодится в жизни. Это был признак отсталости и бескультурья”.  Ошонан сығып, мин дә әйтер инем: “Халҡым, уйлан, телебеҙҙе, милләтебеҙҙе ҡороторға юл ҡуймайыҡ. Барыһы ла беҙҙең ҡулда.” Ә беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, алдыбыҙға ҡуйылған талаптарҙы – мәҙәниәттәргә ыңғай ҡарашлы, сәләмәт рухлы, үҙ халҡының патриоты булған шәхесте тәрбиәләүҙе дауам итербеҙ, һис шикһеҙ.

Күренекле башҡорт шағиры, редактор, БР яҙыусылар союзы председателе Азамат Юлдашбаевтың уҡытыусыларға ҡарата әйткән фекеренә тап булдым. Былай тип яҙылғайны башҡорт сайттарының береһендә: “Конкурста ултырам, башҡа уй төштө: башҡорт теле уҡытыусылары башҡа колегаларынан айырыламы? Эйе, башҡа предмет уҡытыусылары теге йәки был предметтан белем бирә, ә башҡорт теле уҡытыусылары милләт тәрбиәләй.” Ошонан сығып, маҡтанып түгел, ғорурланып әйтәм: “ мәктәбебеҙҙә, ғөмүмән, ауылда милләт тәрбиәләү әүҙем бара. Мәктәптә башҡорт рухын үҫтереүҙә ҡурайсылар, ҡумыҙсылар ансамбле (етәксеһе Ситдиков Хәким Хашим улы), бейеүселәр төркөмө (Бакеева З.Н.), Нәфис һүҙ оҫталары түңәрәгенең (башҡорт теле уҡытыусылары) роле ҙур. Ә ауыл мәҙәниәте йортонда иһә “Көҙәй башҡорттары” милли үҙәк асылыуы бик тә уңышлы. Ҡоролтай башлығы, ауыл хакимиәте директоры Хәлим Шамғол улы Хәлилов инде байтаҡ йылдар бейеү түңәрәген етәкләй. Бында теләк белдереп йөрөүселәр бихисап. Беҙ иһә, йәштәр “Ғәүһәр” бейеү ансамблендә шөғөлләнһәк,  ауылдың оло быуын вәкилдәре “Күлдәр иле” фольклор ансамбле асып ебәрҙеләр. Бында Ситдиков Х.Х, Хисаметдинов З.С., Нуриманова Резеда С. һ.б. хаҡлы ялда булғандар шөғөлләнә. Башҡортостандың төрлө райондарында сығыш яһап, башҡорт ауылының данын, мәртәбәһен арттыралар ғына.”  Тимәк, Нурлы һәм Иманлы Нуриман районының Яңы Күл ауылы халҡы туған теленә, мәҙәниәтенә битараф түгел икән, башҡорт ауылы йәшәйәсәк. Ябай ғына башҡорт ауылдарының күп милләтле булып китеүендә миграция ла ҙур роль уйнай, тиҙәр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теле булған, башҡорт теле йәшәй һәм киләсәктә лә тамыры ҡоромаһын өсөн,  башҡорт телен уҡытыуҙа берҙәм булыу төп шарт. Ғаилә – балалар баҡсаһы-мәктәп- китапханалар-мәҙәниәт йорто әгәр бергә хеҙмәттәшлек итеүҙе дауам итһәк, беҙ хатта рус телле балаларҙа ла башҡорт теленә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятасаҡбыҙ.

Ер йөҙөндә тәртипһеҙлек сәскә атҡан мәлдә, был дәрестәр балаларҙа матурлыҡты тойорға, итәғәтле, кешелекле һәм кеселекле булыу сифаттарын тәрбиәләргә ҙур ярҙам ғына булып тора ине бит.

Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт әйтеп, һәммәгеҙгә һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә уңыштар теләп, М. Кәримдең ошондай һүҙҙәре менән сығышымды тамамлайым:

Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ. Буласаҡбыҙ.

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,

Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

Рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган телгә, туган җиргә багышланган кичә....

Туган җирем - татар җире, туган телем- Тукай теле.

Туган җиргә , туган телгә мәхәббәт тәрбияләү....

Инша "Туган телем – татар теле."

Туган тел турында инша...

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

Татар теле - дуслык теле

,,Туган тел көне " уңаеннан  әзерләнгән дәрес үрнәге....

“Туган телем-татар теле” (татар теле һәм әдәбиятыннан сыйныфтан тыш чара)

Укытучы һөнәренә хөрмәт, туган телгә, иҗатка мәхәббәт; туган авылыбыз, мәктәбебез, аның сәләтле укучылары белән горурлану, кызыксыну хисләре, әхлак сыйфатлары тәрбияләү....

Интеграциялы дәрес "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" ( рус теле, башҡорт теле, инглиз теле).

Республика кимәлендә уҙғарылған фәнни-практик конференцияла рус теле, инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" тигән темаға асыҡ дәрес күрһәттек. Был дәрестә уҡыусылар ...