Р. Шәкүр. “Эшһөйәрҙәр иле”. Һөйләмдең баш киҫәктәре. 8-се класс (3-сө йүнәлеш)
план-конспект урока (8 класс)

Ғүмәрова Гөлнара Әхмәтхан ҡыҙы

Р. Шәкүрҙең "Эшһөйәрҙәр иле" шиғыры. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

8-се кластың 3-сө йүнәлешенә тәғәйенләнгән яңы теманы өйрәнеү дәресе. 

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dresr_shakur_shigyry.docx30.81 КБ

Предварительный просмотр:

Дәрес темаһ

Р. Шәкүр. “Эшһөйәрҙәр иле”. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Дәрес төрө

Ҡатнаш дәрес. Дәрес - ярыш

Планлаш тырылған һөҙөмтәләр.

УУЭ (Универсаль

Уҡыу Эшмәкәрлеге)

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре: тема буйынса яңы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу; һөйләмдең баш киҫәктәрен ҡабатлау, нығытыу.

Метапредмет (предмет- ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: темаға ҡағылышлы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Бирелгән текстан һөйләмдәрҙең баш киҫәктәрен табып билдәләү;

в) коммуникатив: темаға ҡағылышлы һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр ҡулланып логик яҡтан дөрөҫ һәм бәйләнешле булған һөйләмдәр төҙөй белеү, үҙ- ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү;

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙҙаллылыҡ сифаттары, тыуған яҡ халҡының эшһөйәрлегенә һоҡланыу һәм хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.

Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. “Башҡорт теле”. 8- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2020.; мультимедия проекторы, экран, ноутбук, карточкалар, филвордтар,китаптар күргәҙмәһе

Предмет- ара бәйләнеш

Әҙәбиәт, география, мәҙәниәт

Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусылар эшмәкәрлеге

Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ

1.Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу

-          Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Хәйерле көн!

-   Бөгөн беҙҙә байрам, ҡунаҡтар килгән. Шуға дәресте гимн менән башлап ебәрәйек. Барыбыҙ ҙа йырлап торабыҙ.

- Был дәрестә һеҙ төркөмдәр менән эшләп ярышасаҡбыҙ. Һәр дөрөҫ, матур яуапҡа тәмлекәстәр аласаҡһыһығыҙ. Шуларҙың һанына ҡарап еңеүсене билдәләйәсәкбеҙ.

Тик тәүҙә ауыҙ- телдәребеҙҙе көйләп фонетик- артикуляцион күнегеү үткәреп алайыҡ.

(слайд 1) Үткәрә Айгөл

 Тиҙәйткестәр тиҙ әйтелә,
Йә һин тиҙ әйтеп ҡара,
Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарға
Ҡарҡылдап китеп бара.
Тиҙәйткестән шөрләй дуҫтар,
Ә миңә ул йырмы ни?!
Йыш-йыш ҡына ҡабатлаһаң
Әйтеүе ауырмы ни?

Уҡыусыларҙың уҡытыусыға алҡышлау һүҙҙәре,

 яуаптары

 

 

Тиҙәйткестәр ҙе

ҡыҙыуыраҡ минең арттан ҡабатлай баралар һәм ҡулдар менән хәрәкәттәр эшләйбеҙ.

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр;

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.

Нейропсихология буйынса күнегеүҙәрҙе тиҙәйткестәр менән эшләү һөҙөмтәһендә бала мейеһенең  ике яғы тигеҙ үҫешеүенә ярҙам итә.

2. Уҡыу ситуацияһын тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)

- Бөгөнгө теманы билдәләү өсөн иҫкә төшөрәйек, дәрес башында нимә тыңланыҡ, йырланыҡ?

- Гимндың авторҙары кемдәр?

- Бына бөгөн беҙ Рәшит Закир улы Шәкүров менән яҡыныраҡтан танышып китәсәкбеҙ. Ул үҙенең фиҙаҡәр хеҙмәте, ғилеме һәм яҙмышы менән Башҡортостан һәм башҡорт халҡының рухы һағында торған ил ағаһы. (слайд ) 

- Ә ошо

ребусты сисһәгеҙ, беҙ уҡыясаҡ әҫәрҙе беләсәкбеҙ. Һеҙгә 1-2 минут ваҡыт. Ҡайһы төркөм беренсе уҡып ишеттерер.

Уҡыусылар һорауҙарға яуаптар бирәләр.

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен аңлау, ҡабул итеү, маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә белеү;

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте уҡытыусы телмәренән ишетеп аңлау;

Коммуникатив: тыңлайҙар һәм диалогҡа инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар;

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш, ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

3.Уҡыу мәсьәләһен (проблемаһын) ҡуйыу

-          Шулай итеп, уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

-          Үҙебеҙгә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ?

- Тема буйынса яңы һүҙҙәр белербеҙ, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнербеҙ. Р. Шәкүрҙең биографияһы менән танышып китәсәкбеҙ. Шиғыр беҙҙе нимәгә өйрәтер икәнен ҡарарбыҙ.

Р. Шәкүрҙең биографияһы менән танышып китеү тураһында әйтәләр.

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Танып белеү: логик фекерләү алгоритмын төҙөйҙәр;

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

4.Яңы материал үтеү. Уҡыу проблемаһын сисеү

- Дәфтәрҙәрегеҙгә бөгөнгө датаны, дәрестең темаһын яҙығыҙ. (слайд ) 

Ун һигеҙенсе ноябрь,

йома

Класта эш.

Р. Шәкүр.

Эшһөйәрҙәр иле.

Рәшит Шәкүров менән танышайыҡ. Ҡайһы төркөм дөрөҫ матур итеп биографияһы уҡыр икән?

-Ҡалғандар иғтибарлы тыңлайҙар, һорауҙарға яуаптар бирәсәкһегеҙ. (слайд ) 

Рәшит Закир улы Шәкүров 1937 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районы Яңы Абдрахман ауылында тыуған.

  «Совет Башҡортостаны» газетаһы, «Ағиҙел» һәм «Ватандаш» журналдары редакцияларында эшләй. «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтенең директоры вазифаларын атҡара.  

-Һорауҙар биреү,  яуаптар.

-Шиғырына күсәйек(слайд ) 

-Исеменә иғтибар итәйек. Шиғыр нимә тураһында булырға мөмкин?

- Яңы һүҙҙәр менән танышайыҡ. (слайд ) 

Дәреслектең 36-сы битендә

-Һүҙбәйләнештәр төҙөйөк - телдән

Ҡайһы команда тиҙерәк

4 команда уҡый,

Шиғыр менән танышыу: өлгөлө уҡыу, үҙ аллы уҡып сығыу,

хор менән уҡыу.

Һәр команда 1 строфаны таҙа тасуири уҡырға тейеш.

-Ҡайһы команда иң тасуири, иң дөрөҫ итеп уҡыр икән?

Уҡыусылар дәфтәрҙәренә датаны, дәрес темаһын яҙалар.

Уҡыусылар Р.Шәкүрҙең биографияһы менән танышалар. Һорауҙарға яуаптар бирәләр.

Һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөйҙәр.

  Шиғырҙы тасуири уҡыу, яҡшы яуаптарға приздар алыу.

 

Уҡыусыларҙың яуаптары

Танып белеү: Р. Шәкүрҙең биографияһы менән танышып китеү, һорауҙарға яуап биреү;

Коммуникатив: уҡытыусы ҡуйған һорауҙарға логик яҡтан дөрөҫ төҙөлгән, тулы һөйләмдәр менән яуап биреү. Бер- береһе менән хеҙмәттәшлек итеү, үҙ эштәрен анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша;

Шәхси: хеҙмәт кешене биҙәй, эште яратып эшләргә кәрәк.

5.Ял минуты

(слайд ) 

Арығанһығыҙҙыр. Ял минуты үткәреп алайыҡ.

 Р. Шәкүрҙең шиғырына матур йыр яҙылған. Әйҙәгеҙ йырлашып алайыҡ. Баҫабыҙ. Хөрмәтле ҡунаҡтар һеҙҙә беҙҙең менән ял итеп йырлашып алығыҙ.

 

 

 

Уҡыусылар   “ Ерем, илем, телем”йырын башҡаралар.

 

Шәхси: уйында ҡатнашыу мәҙәниәте формалаша, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу арта

6. Белемде нығытыу (яңы белемде практикала ҡулланыу)

- Эшебеҙҙе артабан дауам итәбеҙ.

Һәр команда үҙенең строфаһын ҡыҫҡаса руссаға тәржемә итә.

(слайд ) 

1.Родимая земля – страна трудолюбивых,

Ведь труд – это знак чести,

Везде в почете, овеян славой в лаврах,

Пример достойный и самый смак.

(слайд ) 

2.У нас труд – это источник счастья

Каждому –  это родник радости:

На какую бы работу не взялись,

Мы в ответе за всю родину.

(слайд ) 

3. Проливая благородный пот,окрылённо,

Дороги пробиваем на будущее;

С вдохновленной работой и сами

Становимся красивее.

(слайд ) 

4. И красота, и доброта на земле –

это плоды работоспособности и труда.

Народ мой силён  трудом и творчеством.

Трудом велик ты, человек.

  • Был шиғыр нимә тураһында?
  • Һәр төркөм үҙ куплетында хеҙмәт,эш тураһында иң кәрәкле төп юлды табып уҡығыҙ. Һәр юлда ниндәй һүҙҙәр ҡабатлана? Кешене нимә биҙәй. Һеҙҙең төп эшегеҙ әле нимә?
  • Һеҙ киләсәктә ниндәйҙер һөнәргә эйә буласаҡһығыҙ. Әйҙәгеҙ ҡайһы берҙәрен ҡарап китәйек.

Визуаль һүҙлектән һөнәрҙәрҙе ҡарау. (слайд ) 

-Филворд 5 минут ваҡытта кем күберәрәк бөгөнгө темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе  табыр.

(слайд ) 

-Ә бында нимәләр яҙылған?

-Ә ҡайһы команда һөйләмдәрҙе дөрөҫ уҡып китер һәм руссаға тәржемә итер?

1.Эшһөйәрҙәр матурлыҡ тыуҙыра.

   2.  Беҙ киләсәккә юлдар ярабыҙ.

   3. Хеҙмәт кешене бөйөк итә.

-Ә һөйләмдәрҙә нимәләрҙең аҫтына һыҙылған? (слайд ) 

- Беҙҙең тел буйынса тағы бер тема Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Яҙып ҡуйығыҙ.. 33-сө битте асты

Ҡағиҙәне уҡыйыҡ.

Һөйләмдәрҙе күсереп алығыҙ.Хәбәрҙәрен табып аҫтына һыҙығыҙ.         Тикшерәбеҙ. (слайд ) 

 Хеҙмәт тураһында мәҡәлдәр:

-Мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табырға.

Кеше эше менән, ағас емеше менән.

Эшләһәң тир сыға, тир менән сир сыға.

Эшләгәнең – кешегә, өйрәнгәнең үҙеңә.

-          Афариндар! ( Еңеүсе команда билдәләнә)

 

 

 

 

 

 

 

 

Уҡыусылар тексты телдән тәржемә итә

 

 

 

 

Һөйләмдең баш киҫәктәрен табырға өйрәнәләр.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Шәхси: тасуири уҡыу күнекмәләре формалаша, уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу;

Регулятив: уҡыу мәсьәләһен  (биремен) аңлау, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу;

Коммуникатив: диалог төҙөйҙәр, һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша;

 

 

 

 

Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү.

 

7.Өйгә эш биреү

(слайд ) 

Ә хәҙер киләһе дәрескә өй эшен яҙығыҙ.

“Минең буласаҡ һөнәрем” темаһына текст яҙып килергә.

Уҡыусылар көндәлектәренә өй эшен яҙалар.

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте  анализлай, һайлай белеү;

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу;

Коммуникатив: һорауҙарға яуап биреү.

8.Дәресте йомғаҡлау. Эшмәкәрлеккә рефлексия

(слайд ) 

- Шулай итеп, бөгөнгө дәрестән үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡтар алдығыҙ?

.

 Дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Уҡыусыларҙың яуаптары

Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша;

Шәхси:  үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Виктория Баева (6-8 класс), Софья Орлова (8-9 класс), Яна Масная (10-11 класс), Надежда Медведева (10-11 класс)

Авторские произведения учащихся литературного кружка "Вдохновение" (Я. Масная (10-11 класс), Н. Медведева (10-11 класс), В. Баева (6-8 класс), С. Орлова (8-9 класс)...

Рабочая программа по географии на основе авторской программы Т.П. Герасимовой 6 класс), И.В. Душиной (7 класс), И.И. Бариновой (8-9 классы) при нагрузке 2 часа в каждом классе основной общеобразовательной школы

Программа содержит пояснительную записку, перечень мультимедийного обеспечения для использования на уроках географии, также содержит обязательный региональный компонент по географии Ростовской области...

Рабочие программы по математике для 5 класса, по алгебре для 8 класса. УМК А. Г. Мордкович. Рабочие программы по геометрии для 7 и 8 класса. Программа соответствует учебнику Погорелова А.В. Геометрия: Учебник для 7-9 классов средней школы.

Рабочая программа содержит пояснительную записку, содержание учебного материала, учебно - тематическое планирование , требования к математической подготовке, список рекомендованной литературы, календа...

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г.

Рабочая программа по направлению: "Швейное дело" 6 класс 2018-2019г., 7 класс 2019-2020г., 8 класс 2020-2021г., 9 класс 2021-2022г....

КТП 5 класс ФГОС 2019-2020,РП 5 класс ФГОС 2020-2021, РП 5 класс ФГОС 2021-2022 , РП 6 класс ФГОС 2022-2023

Учебник алгебра 5 класс. Авторы : Г.В. Дорофеев , С.В. Суворова, Е.А. Бунимович , Л.В. Кузнецова , С.С. Минаева, Л.О. Рослова....