Конспект урока : Сифат- һүҙ төркөмө .5 класс
план-конспект урока (5 класс)
формировать знания об имени прилагательном как части речи и сформировать умения и навыки находить и определять признаки предметов в процессе работы по теме урока.
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 31.38 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Сифат- һүҙ төркөмө
Маҡсат.
#1057;ифат тураһында дөйөм төшөнсә биреү, уның ниндәй һорауҙарға яуап булып килеүен аңлатыу, сифаттарҙың телмәрҙәге ролен билдәләү
2. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу;.
3. Уҡыусыларҙа белем алыуға яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләү. Уҡыусыларҙа ғаилә мөнәсәбәтәренә ҡарата ихтирам тәрбиәләү.
Дәрес төрө: Яңы материалды өйрәнеү.
Йыһазлау: Дәреслек, компьютер,проектор, интерактив таҡта , презентация, карточкалар, һүҙҙәр яҙылған карточкалар, видеояҙма.
Ойоштороу өлөшө.
(Талғын ҡурай, ҡумыҙ моңо).
Һаумыһығыҙ уҡыусылар
Хәлдәрегеҙ нисек?
Тышта тәбиғәт торошо нисек, ҡарайыҡ әле. (Ер ап-аҡ, талғын ел бар. Көслө ел бар.....)
Уҡыуҙар нисек бара?
Мин һеҙгә уҡыуығыҙҙа ла, тәртибегеҙҙә лә, тормошта ла тик уңыштар ғына теләйем.
Эйе, эйе. Беҙ тормошта һәр ваҡыт баһалар алабыҙ. Өйҙә ата-әсәй, урамда күршеләр, хатта һеҙҙең дуҫтарығыҙ һеҙгә һәр ваҡыт баһа ҡуялар.
(Үҙем улар янынан йөрөп һәр береһенә мөрәжәғәт итәм)
Тирә-яҡта кешеләр эстән генә ниндәй яҡшы малай, ниндәй матур ҡыҙыҡай, ниндәй аҡыллы бала, ниндәй итәғәтле кеше, ниндәй тырыш егет, ниндәй оҙон сәс тип һоҡланып ҡуялар.
Әйҙәгеҙ бергәләп көйләйек әле беҙҙең турала кешеләр нимә уйлағанын
Слайд.1
ә – ә - ә – әҙәпле
ө – ө – ө - өлгөр
ү – ү – ү - үҫкән
ғ – ғ – ғ - ғорур
ҡ – ҡ - ҡ – ҡыйыу
һ – һ – һ – һоҡланғыс
ҫ– ҫ – ҫ – оҫта
ң– ң – ң – уңған
ҙ – ҙ – ҙ - ҙурайған
Ләкин беҙ уның тураһында күп ваҡытта белмәй ҙә ҡалабыҙ.Ә мәктәптә беҙгә баһаларҙы көндәлеккә ҡуялар
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә үҙебеҙең мәктәбебеҙгә ҡарата матур һүҙҙәр әйтәйек. Уға ла баһа ҡуяйыҡ.
Яҡшы, матур, ике ҡатлы, йылы, яҡты, ҙур, иркен.
Афариндар. Бик матур телле, бай телле икәнһегеҙ үҙегеҙ. Шулай булғас әйҙәгеҙ инде шиғырҙа төшеп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуяйыҡ (группала эш)
Слайд 2
Беҙҙең мәктәп ...........,
.............бүлмәләр .........
Шундай ............. мәктәптә,
Уҡырға кәрәк ..........
Слайд 3
Беҙҙең мәктәп яҡшы,
Иркен бүлмәләр яҡты.
Шундай матур мәктәптә,
Уҡырға кәрәк яҡшы.
Әгәр ҙә һеҙ мәктәпте ағас рәүешендә күрһәгеҙ уҡыусыларҙы нимә менән сағыштырыр инегеҙ. Тамыры мәктәп, олоно класс етәксеһе,ботаҡтары уҡыусылар, ә япраҡтары беҙҙең белемдәрбеҙ, баһаларыбыҙ. Беҙҙең мәктәбебеҙ бер ғаилә кеүек килеп сыға түгелме ни. Шулай булғас, уҡыусылар, бер –берең менән бик татыу булырға кәрәк. Шулаймы. Шулай.
3. Актуалләштереү. Ҡабатлау.
Уҡыусылар, бына таҡтаға ҡарайыҡ әле. Бында ла ике ағас. Беҙ уларҙы ла һүҙҙәр ғаиләһе тип ҡарайыҡ. Улар һеҙгә оҡшаймы. Ни өсөн оҡшамай. Эйе улар яланғас кеүектәр, уларға нимәләрҙер етмәй. Ағастарға йәм биреү өсөн һеҙҙең белемегеҙ кәрәк. Беренсе ағас әлегә исемһеҙ, ә икенсе ағас Исем тип атала.
- Һеҙ һүҙ төркөмө исем тураһында нимә беләһегеҙ?
- Исем предметтың атамаһын белдерә, Кем?, Нимә?, Кемдәр?, Нимәләр? һорауҙарына яуап бирә. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр була. Исемдәр килеш менән үҙгәрә.
Уҡытыусы карточкаларға яҙылған һүҙҙәрҙе ҡуя. Беҙ япраҡтар урынына һүҙҙәрҙе ҡуяйыҡ.
Ошоға оҡшаған ҡағиҙәне һеҙ тағы ла ҡайҙа осратҡанығыҙ бар. Рус теле дәресендә Имя существительное темаһы.
Әйҙәгеҙ имя существительное темаһын ҡабатлап китәйек. Имя существительное это часть речи, которые обозначают предмет отвечает на вопрос Кто? Что?
- Бәлки һеҙ был ағастың исемен беләһегеҙҙер?
- Белмәйбеҙ.
- Исемен табыу өсөн беҙгә алдыбыҙҙа ятҡан кроссвордты сисәргә кәрәк.
- Ниндәй һүҙ килеп сыҡты. Әйҙә әле...... һинең ниндәй һүҙ булды?
- Сифат. (Таҡтаға ҡуям).
- Кем белә, нимә ул сифат?
- Яҙыуҙарғыҙға ҡарағыҙ ҙа һүҙенә характеристика бирәйек.
- Предметтың билдәһен белдерә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).
Ниндәй?, Ҡайһы? , Ни төҫлө? һорауҙарына яуап бирә. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).
Миҫалдар аҡ ҡар, аҡ юл, аҡ һөт. (Уҡыусы уҡый, таҡтаға ҡуйыла).
4. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау.
-Тимәк, бөгөнгө дәрестең темаһы ....
-Сифат.
Таҡтанан үҙебеҙ килтереп сығарған ҡағиҙәне уҡыйбыҙ.
Ағасыбыҙҙың аҫтына СИФАТ тип яҙып ҡуябыҙ
Сифат предметтың билдәһен белдереп ниндәй?, ҡайһы?, ни төҫлө? һорауына яуап булып килә.
Ағастың олонона һорауҙарын ҡуям.
Ботаҡтарына миҫалдар. Йәшел, ҙур, күп,
Ә дәрескә ниндәй маҡсат ҡуйырбыҙ икән?
- предметтың билдәһен табырға өйрәнеү, һөйләмдә сифатты танып дөрөҫ итеп ҡуллана белергә өйрәнеү, сифаттарҙы ҡулланып һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү.
Рус телендә өйрәнгән ниндәй темаға тап килә икән? Иң беренсе һорауҙарына күҙ һалайыҡ. какой?, который, какого цвета?
Имя прилагательное- это часть речи, которая обозначает признак предмета и отвечает на вопросы какой? чей?
#1071;ңы тема өҫтөндә эш.
а) Предметтың билдәһен билдәләү.
Уҡытыусы предметтар күрһәтә. Ә уҡыусылар предметтың билдәһен әйтә.
Слайд. 4
Лимон --------------------әсе, һары, тәмле.
помидор ---------------ҡыҙыл, түңәрәк, ярмалы.
ҡыяр -----------------------йәшел, оҙон, ваҡ, эре.
китап ----------------яңы, ҡалын, ҡыҙыҡлы.
алма-------------- татлы, һары, ҙур.
дәфтәр------------- ҙур, яҡшы, яңы, таҙа.
ултырғыс, ------- ҙур, бәләкәй, матур, йомшаҡ.
уйынсыҡ ------йомшаҡ, матур, аҡ, ал, бәләкәй
А) Маршрут ҡағыҙы менән эш.
- Ҡағиҙәне уҡыу.
Сағыштырып уҡыу өсөн ике текст бирелә. Ике тексты берәр бала уҡый.
Слайд
Үрге Тәтешлегә ҡыш килде. Ҡар яуа башланы. Ерҙе ҡар ҡапланы. Балалар тауҙа шыуалар. Уларҙың тауыштары ишетелә.
Үрге Тәтешлегә һалҡын ҡыш килде. Йомшаҡ ҡар яуа башланы. Туңған ерҙе аҡ ҡар ҡапланы. Күмәк балалар бейек тауҙа шыуалар. Уларҙың шат тауыштары ишетелә.
- Ҡайһы текст һеҙгә нығыраҡ оҡшаны?
- Ни өсөн?
- Сифаттар беҙҙең телмәребеҙҙе матурлайҙар, тулыландыралар, йәнләндерәләр.
б) Китап менән эш.
- 55-се күнегеү,97-се бит.Сифаттарҙы табып дәфтәргә яҙарға.Сифат-исем- ҡылым.Әйҙәгеҙ,дәфтәрҙәрҙе алмашабыҙҙа,тикшерәбеҙ.Баһалар куябыҙ.
Ял минуты. Балалар.Әйҙәң ял ите алайыҡ.Басабыҙ,мин һеҙгә Һүҙҙәр әйтәм,әгәр исем икән-сәпәкәйләйбеҙ,әгәр сифат –тыырлап бикп алабыҙ.
#1041;ер тигәндә күҙҙәрҙе ныҡ итеп йомабыҙ, ике тигәндә күҙҙәрҙе ҙур асып бер нөктәгә ҡарайбыҙ. Унда ҙур йондоҙ һүрәте.
Жюри ағзаларына ла ял итеп алырға тәҡдим ителә.
В. Интерактив таҡтала эш.
Г) Дәфтәрҙә эш.
Датаны яҙыу.
Теманы яҙыу.
Теманы күрһәткән табличкаларҙы әйләндереп ҡуябыҙ.
Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, һүрәттә нимә бирелгән? Нимә ул ғаилә.Быелғы йылды призеднтыбыҙ ғаилә йылы тип иғлан итте. Татыу ғаилә-ил терәге”
- Был мәкалде нисек аңлайһығыҙ.
- Әйҙәгеҙ был ғаилә ниндәй тигән һорауға яуап бирәйек.
Бәхетле ғаилә, татыу ғаилә, таҙа ғаилә, балыҡсы ғаилә, ҙур ғаилә, дәртле ғаилә.
Минең ғаилә ...... Атайымдың ҡулы ....... Ул ......... ҡурайҙа уйнай. Әсәйем бик ........ . Ул ........ аштар бешерергә ярата. Минең апайым һәм ....... ағайым бар.
Апайым бик ........., ә ағайым ........... Мине лә бик ......... бала тиҙәр. Беҙҙең ғаилә ........ Был минең өсөн ........ бәхет. Мин уларға ......... һаулыҡ теләйем.
Минең ғаилә ҙур. Атайымдың ҡулы оҫта. Ул моңло ҡурайҙа уйнай. . Әсәйем бик уңған. Ул милли аштар бешерергә ярата.
Минең апайым һәм ҙур ағайым бар.
Апайым бик сибәр, ә ағайым ярҙамсыл. Мине лә бик аҡыллы бала тиҙәр. Беҙҙең ғаилә татыу. Был минең өсөн ҙур бәхет. Мин уларға яҡшы һаулыҡ теләйем.
Парлы эш .
Кем тиҙерәк яҙыр
Ғаилә – татыу, ҙур, өлгөлө.
Ҡурай – оҙон, тишекле, моңло.
Бишбармаҡ – итле, йылы, һалмалы.
Бауырһаҡ – тәмле, эре, ваҡ, , майлы.
Сәк-сәк - татлы, баллы,
Һәр береһе тураһында һөйләшеү
Релаксация.
Ағастарҙы япраҡтар менән биҙәү.
Шулай итеп беҙ үҙебеҙҙең белемдәребеҙҙе япраҡтар урынына ҡуйып бөттөк. Ағасыбыҙ матурландымы.
Шулай итеп бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?
Нимәгә өйрәндегеҙ?
Дәрес оҡшанымы?
Ниндәй эште башҡарыуы ауыр булды?
Нимәне аңламанығыҙ?
Парта ситендә конверт ята унан һеҙ үҙегеҙгә билдәләр алығыҙ,ни өсөн ошо билдәне алдың.
Өйгә эш.
- Мотлаҡ эшләнә. Минең атайым оҫта. Минең әсәйем сибәр. Атай, әсәй мин һеҙҙе яратам - һөйләмдәрен ата-әсәйҙәргә әйтергә. Дәфтәрҙә бөгөнгө эш өсөн уларҙан баһа ҡуйҙырырға.
- Һайлап эшләйҙәр.
- 56-сы күнегеү.
3. Сифаттарҙы ҡулланып “Минең татыу ғаиләм” тигән темаға инша яҙырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Конспект урока по теме: «День Рождения», 2 класс. К методической теме: «Методы организации индивидуальной работы учащихся на уроке».
Главная дидактическая цель урока - определить уровень сформированности усвоения лексики по теме «День Рождения», писать поздравительные открытки, составить календарь, воспроизводить диалог и выс...

План-конспект урока по английскому языку во 2 классе. «Forward». Английский язык: 2 класс: учебник для учащихся общеобразовательных учреждений; под ред. проф. М. В. Вербицкой. Тема урока: «Сафари-парк». Урок №2 по теме.
Развернутый план-конспект с указанием приемов и методов....
План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча»
Цель урока: Развитие новых умений и навыков при игре в баскетбол, воспитание дисциплинированности.Задачи урока: 1. Совершенствование техники выполнения передачи мяча ...

Конспект урока по русскому языку в 6 классе План – конспект урока по русскому языку в 6 классе по теме : « Лексика. Слово и его лексическое значение».
Конспект урока по русскому языку в 6 классеПлан – конспект урока по русскому языку в 6 классе по теме : « Лексика. Слово и его лексическое значение»....

Конспект урока по физической культуре в 8 классе. Тема урока: Тема урока: Введение мяча. Бросок мяча в движении (после ловли)
Тема урока: Введение мяча. Бросок мяча в движении (после ловли)Цель урока: обеспечить усвоение обучающимися техники ловли и передачи мяча в движении, ведению мяча по прямой.Задачи:общеобраз...
Конспект урока по физической культуре в 9 классе. Здоровье и здоровый образ жизни план-конспект урока по физкультуре (9 класс) на тему
Раздел программы: «Гимнастика», «Основы знаний» Цель: Приобщить учащихся к регулярным занятиям физическими упражнениями в целях здорового образа жизни. Задачи урока: Оздоровительные · ...

План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча»
План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Баскетбол. Ловля, передача и ведение мяча» План – конспект урока по физической культуре в 7 классе Тема: «Б...
