Һылыуҡай конкурсы
материал

Хисаметдинова Әлиә Закуан ҡыҙы

Яҙ байрамдарының береһе - 8 март байрамына күркәм сара

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл hylyukay_konkursy.docx17.26 КБ

Предварительный просмотр:

                     Һылыуҡай конкурсы

(программаны төҙөп алып бара башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Хисаметдинова А.З.)

Маҡсат: кешелә матурлыҡты тойорға өйрәтеү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, тергеҙеү, нығытыу.

Йыһазландырыу:  зауыҡ менән биҙәлгән ауыл мәҙәниәте йорто сәхнәһе.

Алып барыусы:

Хәйерле кис, хөрмәтле дуҫтар, туғандар, ҡәҙерле ауылдаштар, килгән ҡунаҡтар!!! Халҡыбыҙҙың күптәнге матур ғәҙәте буйынса, мин һеҙҙе, йыл да уҙғарылып килгән байрамға – һылыуҡайҙар бәйгеһенә саҡырҙым! Рәхим итегеҙ!!!

Һылыуҡайҙарҙы сәхнәгә саҡырғанға тиклем, минең һеҙгә, хөрмәтле тамашасыларым, шундай үтенесем бар: конкурс барышында ҡыҙҙарға үҙегеҙҙең яғымлы һүҙегеҙ, йылы ҡарашығыҙ менән, ауыр һәм икеләнгән минуттарҙа, тулҡынланған мәлдәрендә йылы алҡыштарығыҙ менән дәртләндереп ултырһағыҙсы.

Залда ултырыусы сибәр ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бөгөнгө конкурсанттар араһынан күптәре үҙҙәренең әхирәттәрен күреп тулҡынланыр, күңелдәре лә хистәр менән тулыр һәм, ниһайәт, уларҙа ла киләсәктә шундай конкурстарҙа ҡатнашыу теләге уяныр, тип өмөтләнәбеҙ. Оҫталыҡтың, өлгөрлөктөң, матурлыҡтың сиктәре юҡ – улар, ҡыҙҙар, һеҙҙең ҡулда!!!

Тамашасы зарыҡмаһын,

Минуттарығыҙ етә.

Рәхим итегеҙ, гүзәл ҡыҙҙар,

Сәхнәбеҙ һеҙҙе көтә!!! Бына улар, гүзәлдәрҙән-гүзәл, матурҙарҙан-матур, батырҙарҙан-батыр ҡыҙҙарыбыҙ. (музыка яңғырай. Конкурсанттар сәхнәгә сыға).

Жюри ағзалары менән таныштырыу.

Һылыуҡайҙар, минән һеҙгә шул теләк:

Йөрәк хисегеҙ саф булһын.

Күңелегеҙ пак булһын.

Конкурста ҡатнашыуығыҙ

Ихластан хаҡ булһын.

Ауыр, әммә ҡыҙыҡ ярыш,

Көрәшегеҙ, еңегеҙ.

Тамашасы күңеленә

Рухи аҙыҡ бирегеҙ.

Конкурстан конкурсҡа

Оҫталыҡ һәм дәрт артһын.

Һеҙҙең булдыҡлылыҡты күреп,

Тамашасы шаҡ ҡатһын, тип конкурстың тәүге ярышын асыҡ тип иғлан итәм.

1 конкурс: беҙ беренсе конкурсыбыҙҙы “Конкурсанттың визит карточкаһы” тип атаныҡ. Ысынлап та, һәр кем үҙе хаҡында үҙе генә күп мәғлүмәттәрҙе бирә ала һәм үҙе тураһында ентекләберәк һөйләй ала. Тик мәсьәләнең икенсе яғы ла бар: был конкурста ҡыҙҙарыбыҙҙың һөйләү теле үҫеше, уларҙың тапҡыр, үткер теллелеге, йор һүҙлелеге лә һынала. Шулай итеп, конкурсанттарыбыҙ менән яҡындан танышыу минуттары ла килеп етте.

(музыкаль пауза).

2 конкурс:

Ҡыҙҙар йырлай, ҡыҙҙар бейей.

Ҡыҙҙар, гүйә, оса ғына.

Хискәйҙәрен ҡанат итеп,

Гүзәл йәшлек ҡосағында. Эйе, хисһеҙ, моңһоҙ, дәртһеҙ кеше – ҡанатһыҙ ҡош бит ул. Ә беҙ хәҙер конкурсанттарыбыҙҙың йырға маһирлығын, бейеүгә оҫталығын һынарға булдыҡ. Ҡыҙҙар, ҡанатлы ҡоштар, рәхим итегеҙ.

(музыкаль пауза).

3 конкурс: әле ҡасан ғына 2010 йыл йыраҡта кеүек ине, ә хәҙер ул яҡын киләсәк, йәғни, бөгөнгө көнөбөҙ. Был йыл президентыбыҙ тарафынан республика йылы тип иғлан ителде. Ғүмер үтә, ҡыҙҙар. Һеҙ буласаҡ әсәләр. Әсәлек – ул мәңгелек. Бына был конкурсыбыҙҙы “Йәш әсә” тип атаныҡ та инде. Конкур шарты: ҡыҙҙар ҡурсаҡтарҙы ҡулдарына алып, матур итеп төрөп, бишеккә һалып бәүетергә тейеш булалар. Бәүеткән арала йә бишек йыры башҡарырға, йә шиғыр һөйләргә, йә әкиәт уҡырға кәрәк була.

(музыкаль пауза).

4 конкурс: “кейеменә ҡарап ҡаршы ал да, аҡылына ҡарап оҙат”, тигәндәй, сираттағы конкурсыбыҙ кейем-һалымға бәйле була. Уны беҙ “модельер” тип атарға булдыҡ.. конкурсанттарыбыҙ байрам, ял, тыуған көн һәм башҡа шундай кисәләрҙә кейә торған кейемдәре менән маҡтанырға бурыслы. Әйҙәгеҙ, хөрмәтле тамашасылар, ҡыҙҙарыбыҙҙы кейемдәренә ҡарап ҡаршы алайыҡ та булдыҡлылыҡтарына ҡарап оҙатайыҡ.

(музыкаль пауза).

5 конкурс: “Уңған килен ҡар өҫтөндә аш бешерер,” ти халыҡ. Киләһе конкурсыбыҙҙа аш-һыуға оҫталыҡты һынауға ундай уҡ шарттар ҡуймаһаҡ та, бөгөнгө барлы-юҡлы заманыбыҙҙа ярлы ассортимент менән дә ҡыҙҙарыбыҙҙың ҡулдары мөғжизәләр тыуҙырырлыҡ. Минең шулай тип әйтеүем дөрөҫлөккә тап киләме, хөрмәтле тамашасылар. Быны хәҙер күрербеҙ. Конкурс шарты: өҫтәлдә төрлө-төрлө емеш-еләк, йәшелсә һәм аш-һыу әҙерләр өсөн кәрәк-яраҡтар. Ҡыҙҙар тиҙ арала әҙерләп ашай торған ризыҡ әҙерләп, жюри ағзаларына алып барып еткерергә бурыслы.

(музыкаль пауза).

Алып барыусы: хөрмәтле тамашасылар! Бына Һылыуҡай бәйгеһе лә аҙағына яҡынлашты. Бында иң уңғандар, иң өлгөрҙәр, иң гүзәлдәр ҡатнашып көс һынашты һәм улар араһынан иң-иңдәре лә һайланды.

Шундай ҙур сарала теләп ҡатнашҡан, үҙе менән таныштырып, һөнәрен күрһәтеп, күңелдәрҙе асҡан гүзәл ҡыҙҙарыбыҙға кисәлә ҡатнашыусы һәр ҡайһыбыҙ исеменән ҙур рәхмәт әйтергә рөхсәт итегеҙ.

Ҡыҙҙар бөгөн төрлө һөнәр эйәләре генә түгел, ә үҙҙәренең бар булмыштары менән гүзәл ҡатын-ҡыҙҙар икәнлектәрен раҫланылар. Аш-һыуға оҫта, йыр-бейеү яратҡан, матур, зауыҡ менән кейенергә ынтылған, бер ниндәй ауыр хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай торған гүзәл зат икәнлектәренә тағы ла бер тапҡыр ышандыҡ. Һәр ҡайһығыҙға ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, эшегеҙҙә, уҡыуығыҙҙа уңыштар юлдаш булыуын теләйбеҙ.

Уңған да һеҙ, булған да һеҙ.

Тамашасы теләп ҡул сапты.

Эштәрегеҙ матур һәйкәл булып

Биҙәп торһон тыуған яҡтарҙы.

Һүҙ жюри ағзаларына.

Ә хәҙергә хушығыҙ, дуҫтар-туғандар. Яңы осрашыуҙарға тиклеп, һау булығыҙ!!!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"

Ғилми-эҙләнеү эше "Айһылыу Йәғәфәрова әкиәттәренең тылсым донъяһы"...

"Һылыуҡай" бәйгеһе

quot;Һылыуҡай" бәйгеһе сценарийы...

Всероссийские и региональные конкурсы:Всероссийский творческий конкурс 2019г. : «Мы встречаем Новый год!», региональный конкурс "Лучший по профессии" 2019г. ,региональный конкурс "Абилимпикс"2021г.,Региональный конкурс "Лучший по профессии" 2021г.

Всероссийские и региональные конкурсы: Всероссийский творческий конкурс 2019г. : «Мы встречаем Новый год!";- региональный конкурс "Лучший по профессии" 2019г.»;- регион...

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы

Таңһылыу Ғәйнуллинаның “Шаһитлы сер” китабының исем туйы...

Яҙыусы яҡташыбыҙ Айһылыу Йәғәфәрова менән осрашыу .

Яҙыусы А.Йәғәфәрова менән осрашыу сараһының эшкәртмәһе. 1-9 -сы класс уҡыусылары ҡатнаша. Яҙыусының әҫәрҙәрен сәхнәләштереү, ҡурсаҡ театры күрһәтеү....

Сценарий конкурса "Һылыуҡай"

Сценарий конкурса "Һылыуҡай " на башкирском языке...

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест

Ш.Перро "Көлһылыу" әкиәте буйынса тест...