"Дарман" городской конкурс
материал ( класс) на тему
сценарий мероприятия
Скачать:
| Вложение | Размер |
|---|---|
| 17.14 КБ |
Предварительный просмотр:
Сценарий
(уҡыусылар сәхнәлә шиғыр һөйләй)
1-се алып барыусы:
Һаумыһығыҙ, тип башлайым әле.
Күрешеү бит шулай башлана
Һеҙҙең менән осрашҡанға, әсәйҙәр,
Күңелебеҙ шундай шатлана.
2-се алып барыусы:
Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә
Оҫта булған әсәйҙәргә
ҠАЙНАР СӘЛӘМ!
1-се алып барыусы:
5 өлөштән торған музыкаль бәйгене башлайбыҙ!
2-се алып барыусы:
Ә ниндәй биш өлөш?
1-се алып барыусы:
Танышыу, популяр йырҙар, халыҡ йырҙарын башҡарыу, таҡтаҡмар йырлау һәм йырҙы таны – тип аталған турҙа һәр ҡатнашыусы үҙенең көсөн һынап ҡараясаҡ, командаһына мәрәй йыясаҡ. (өлөштәрҙең исемдәре слайдта)
2-се алып барыусы:
Һәр өлөштән һуң жюри ағзалары берҙән бишкә тиклем мәрәй ҡуйып бара, иң күп мәрәй йыйған команда еңеүсе булып билдәләнәсәк.
1-се алып барыусы:
Ә хәҙер дәррәү алҡыштарға күмеп, командаларҙы сәхнә түренә саҡырабыҙ. Бәйгене еңеләйтеү өсөн тәүҙә командалар кәңәшләшеп үҙҙәренә исем һайланылар, улар менән танышып үтәйек: 1-се команда ….., 2-се команда ….. Тимәк, бөгөнгө бәйгелә … һәм … залыбыҙҙы моңға күмеп ярышасаҡ. Ә хәҙер урындарығыҙға ултырыуығыҙ һорала.
2-се алып барыусы:
Бәйге булғас, уның баһалаусылары ла булырға тейеш. Жюри ағзалары менән танышып китәйек: мәғәриф бүлегенең тәрбиә эштәре буйынса мөдире Әхмәтова Гүзәл Вәзировна, мәғәриф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Имамова Рушана Рифовна, балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең директоры Зәйруллина Гүзәл Шакировна, …..
1-се алып барыусы:
Бәйгене башлайбыҙ.1-се өлөш – “Танышыу”. Һәр бер бала беҙҙе үҙенең әсәһе менән таныштыра. Һүҙ – беренсе командаға. (слайд)
2-се алып барыусы:
2-се өлөш – “Популяр йыр”. Һәр команда беҙҙең иғтибарға 3 йыр тәҡдим итә. Һүҙ – икенсе командаға бирелә. (слайд)
1-се алып барыусы:
Элек-электән халыҡ йырҙары күңелдәрҙә юйылмаҫ эҙ ҡалдырған. Беҙҙең ҡонкурсанттар ҙа халыҡ йырҙарын онотолмаҫ итеп башҡарырҙар, тип уйлайбыҙ. Бәйгенең 3-сө өлөшөнә күсәбеҙ – “Халыҡ йыры”. Һүҙ – беренсе командаға бирелә.
2-се алып барыусы:
Бәйгенең 4-се өлөшөнә лә килеп еттек: “Таҡмаҡтар”. Ике команда ҡапма-ҡаршы баҫып таҡмаҡтар йырлаясаҡ. Бер команда бер таҡмаҡ әйтә, ә икенсе команда уйынды туҡтатмай ғына икенсе таҡмаҡ әйтергә тейеш. Ике команданың да таҡмаҡтары бөткәнсә, бәйге дауам итә. Икенсе команда башлай.
1-се алып барыусы:
Бәйгебеҙҙең һуңғы өлөшөнә лә күстек: “Йырҙы таны”. Был бәйгелә һеҙ йырҙың башын тыңлап, уны танырға тейешһегеҙ. Һәр командала ҡыңғырау бар. Көй башланыу менән йырҙы, уның башҡарыусыһын таныған команда ҡыңғырауҙы шылтыратып яуабын әйтә.
- Айдар Шакиров “Әҡлимә”
- Фәрит Бикбулатов “Әсәкәйем”
- Ғәбделфәт Сафин “Апайым”
- Гөлсөм Бикбулатова “Апайыма аҡ сәскәләр”
- Гөлсөм Бикбулатова “Атай, әсәй”
- Зифа Нагаева “Әниемнең фотосүрәте”
- Лилия Хәмитова “Әнием сиңа сокланам”
- “Әпипә”
- Рания Билалова “Әнием ҡочағы”
- Ришат Галиханов. “Йәп-йәш әле минең әнием”
- Сағиҙулла Байегет “Кисер мине”
- Фән Вәлиәхмәтов. “Безне көтәләр”
- Фидан Гафаров. “Галия һәм Заһир йыры”
2-се алып барыусы:
Шуның менән бәйге тамам, бәйгенең аҙағында беҙҙең байрамды биҙәгән, илерткес моңдары менән һайраған һандуғастарыбыҙға ҙурҙан ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Ә хәҙер жюри ағзаларына кәңәшләшергә ваҡыт бирелә. Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт гимназия уҡыусылары башҡарыуында башҡорт бейеүе.
Жюриға һүҙ.
Аҙаҡта:
Ҡәҙерле әсәйҙәр! һеҙҙе ысын күңелдән байрам менән ҡотлап, сәләмәтлек, оҙон ғүмер, аяҙ күк йөҙө һәм эшегеҙҙә уңыштар, сикһеҙ шатлыҡ- ҡыуаныстар теләп ҡалабыҙ. Әсәләрҙең күңелен ҡайғы-һағыш баҫмаһын, сабыйҙарҙың киләсәге яҡты булһын! Әсәй булыуҙан да юғарыраҡ бәхет, бөйөгөрәк исем юҡтыр ул, шуға күрә һеҙҙең алда баш эйәбеҙ.
